Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Инвестор, кил!Бөгөн төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен инвестицияларһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, сөнки бөтә донъя ошо юл менән алға бара. Шуға ла Рәсәй Хөкүмәте төбәк етәкселәренең эшмәкәрлеген баһалағанда айырыуса ошо йүнәлештәге үҫешкә иғтибар бирә. Урындағы етәкселек алдында инвесторға уңайлы шарттар тыуҙырыу, үҫешкә ҡамасаулаған кәртәләр булдырмау кеүек бурыстар ҡуйыла. Әммә инвесторҙар йәлеп итеү, капитал һалыу ил һәм донъя сәйәсәте йоғонтоһонан да азат була алмай. Аҡса иҫәп ярата тигәндәй, һәр инвестор ҡайҙалыр, нимәгәлер сығымдарын йүнәлтер алдынан уның ҡасан һәм ниндәй күләмдә килем булып ҡайтарыласағын да иҫәпләп ҡуя. Шунһыҙ ҙа булмай, баҙар шарттарында йәшәйбеҙ.

Уй-ниәтте ғәмәлгә ашырыуға сығым йәлләмә

Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Конгресс-холда республиканың иң эре предприятиелары етәкселәре менән осрашҡанда ла инвестициялар йәлеп итеү һәм ҙур күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙағы әүҙемлеккә ҡағылышлы һорауҙарға туҡталды.
– Инвестициялар йәлеп итеү, предприя­тиеларҙы яңыртыу, яңы производстволар төҙөү мәсьәләләре көнүҙәк. Инвестициялар програм­маһын тикшерҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2017 йылда күп предприятиеларҙа уның кәмеүе күҙәтелә. Беҙҙе был хәл ҡәнәғәтләндермәй. Дөрөҫөн әйткәндә, ниңә беҙ көткән эш юҡ, сәбәбе нимәлә булыуын асыҡларға тейешбеҙ, – тип Рөстәм Зәки улы республика тарафынан кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙары, шул иҫәптән ҡайһы бер предприятиелар ҡараған федераль холдингтар етәкселәре менән дә һөйләшеүҙәр алып барыуға булышлыҡ итәсәктәрен белдерҙе.
Инвестициялар эшмәкәрлегенә туҡталғанда, былтыр тәүге өс кварталда һандар бер ни тиклем түбән төшкән. Йыл һөҙөмтәләре буйынса күрһәткестәрҙең 5 – 10 процентҡа кәм булыуы ла ихтимал тип фаразлана. Былтыр бойомға ашырыласаҡ ҡайһы бер эштәрҙең туҡталыуы йә насар темпта барыуы үҫешкә кире йоғонто яһаған.
Билдәле булыуынса, хәҙер күпселек предприятиелар эре холдингтар, акционерҙар ҡанаты аҫтында, урындарҙа бары идарасылар ғына эшләй. Шуға ла төбәк Башлығы, әгәр талап ителһә, үҙе уларҙың хужалары менән һөйләшеү алып барырға әҙер.
Быйыл да еңелдән булмаясаҡ. Илебеҙгә ҡаршы санкциялар сәйәсәте дауам итә. Бер яҡтан ҡарағанда, килеп тыуған хәл сит илдән яңы технологияларҙы һатып алыуҙа ауырлыҡтар тыуҙырһа, икенсе яҡтан иһә үҙебеҙҙә производствоны үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Санкциялар тип ҡурҡырға кәрәкмәйҙер ҙә, сөнки Рәсәй бай ресурстары һәм ғилми ҡеүәте менән бөтә әйберҙе етештереү мөмкинлегенә эйә. Тик бер аҙ башыңды эшләт тә уй-ниәттәреңде тормошҡа ашырыуға аҡсаңды йәлләмә.

Эшләгән кешегә аяҡ салмаһындар ине...

Әлбиттә, үҙең етештермәйенсә әҙерҙе алып, күпкә хаҡын арттырып һатыуы еңел. Илдең әле һаман сеймал етештереүҙән арына алмауы ла ошо еңел юл менән йәшәп өйрәнеүҙең бер һөҙөмтәһелер ҙә.
Эйе, әҙерҙе күпкә отошлораҡ итеп һатып байып булғанда, ниңә яңы технологиялар, производстволар асам тип аҡса түгергә, баш ватырға? Ошондай ҡараш беҙҙең илдә әле һаман һаҡлана. Мәҫәлән, йыһаз етештереү өсөн республикала бөтә шарттар ҙа бар. Бизнес әһелдәре ниңәлер был йүнәлештә ынтылыш күрһәтмәй, алып һатыу менән сикләнеүҙе хуп күрә, эшләгәндәренең дә сифаты күпкә ҡайтыш. Әлбиттә, һатып алыусы зауығына, талабына яуап бирмәгән, ыуалып төшөргә әҙер торған әйберҙе кем алһын инде?! Бик ҡиммәтле булһа ла, Ҡытайҙан йә Италиянан килтергәнде һайлай. Тимәк, аҡса ла сит ил етештереүсеһенең кеҫәһенә инә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә матур йәшәргә ынтылған, үҫеш юлынан барғандарҙы яратмайҙар, аяҡ сала башлайҙар. Был көнсөлдәр туҡмағынан бәләкәй эшҡыуарҙар ғына түгел, хатта эре етештереүселәр ҙә зыян күрә. Берәй завод йә комбинат асыла тигән ҡыуаныслы хәбәр сыҡһа, уның ыңғай яҡтарын барлар урынға ҡайһы берәүҙәр иң тәүҙә кире яғын, әле күрмәгән һәм булмаған зыянды иҫәпләй башлай. Ситтән килеп эш башлағандарҙы ла беҙҙә яратмайҙар, халыҡты ҡаршы ҡуялар. Хис-тойғоға бирелгән ябай кеше айырым төркөмдәрҙең сәйәси аҙымына алданып, үҙҙәренә эш урындары булдырасаҡ инвесторҙар эшенә ҡаршы төшә. Ә был бит урындағы халыҡ файҙаһына түгел. Эшһеҙ, аҡсаһыҙ булһаҡ, эскелек һаҙлығына батһаҡ, Себер юлдарында алданһаҡ, былай ҙа юҡҡа сығасаҡбыҙ бит, тип уйланмай шул милләттәштәребеҙ.
Илдәге көрсөктө аҡсалы, аҡыллы милләттәштәр үҙ файҙаһына борһон ине, тигән теләк. Әле үҙебеҙҙә эш урындары булдырыу, аҡса эшләү юлдарын эҙләр мәл.

Сит ил компаниялары
төбәккә килергә әҙер


Көрсөк эҙемтәһеме икән, әллә йүнселдәр уяна, республикала ыңғай үҙгәрештәр булыуы ҡыуандыра. Анығыраҡ әйткәндә, әлеге ваҡытта эске инвестициялар, йәғни үҙебеҙҙең ил резиденттары төбәк үҫешендә төп өлөштө тәшкил итә. Бары 10-15 процент ҡына сит илдән килә.
Республикала ағас эшкәртеү өлкәһендә Австрия компанияһы ҙур әүҙемлек күрһәтә, һәм улар артабан да ҙур төҙөлөштәрҙе дауам итергә ниәтләй. Шул уҡ австриялар беҙҙә медицина сәнәғәтендә, төҙөлөштә файҙаланылған аҡ цемент етештереүҙе яйға һалырға теләй – ике объект төҙөү күҙаллана. Уларҙың һәр береһенең хаҡы 200 миллион евроға тиң, йәғни, беҙҙеңсә, һәр береһе 13-14 миллиард һумға торошло.
Республика ҡытайҙарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Яҡын арала ике йә өс объект төҙөүҙәре ихтимал. Шуларҙың береһе – цемент заводы. Уны төҙөү өсөн яҡынса 150 миллион доллар (10 миллиард һум самаһы) инвестиция һалыу талап ителә. Трактор йыйыу буйынса ла предприятие асырға теләйҙәр. Хәҙер инде “һаҡаллы төҙөлөш” атамаһын алған бәләкәй металлургия заводын төҙөп бөтөүгә лә быйыл ҡытайҙарҙы йәлеп итергә уйлайҙар.
Әгәр ҙә әле телгә алынған проекттар тормошҡа ашһа, быйыл төбәктә яңы производство линиялары, эш урындары барлыҡҡа киләсәк.

Рәсәй инвесторҙары ла
ситтә ҡалмай


Илебеҙ төрлө байлыҡтары менән дан тотһа ла, иҡтисадтың нигеҙен нефть эшкәртеү, нефть химияһы, энергетика, металлургия кеүек тармаҡтар тәшкил итә. Республикала ла шул уҡ хәл. Был тармаҡтар Башҡортостандың үҫешенә лә ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, “Интер РАО” Рәсәй энергетика компанияһы электр энергияһы һәм йылылыҡ етештереүсе 300 мегаватт ҡеүәткә эйә ТЭЦ төҙөүҙе тамамлау өҫтөндә, ул февраль-мартта тапшырылырға тейеш. Объекттың хаҡы – 22-23 миллиард һум.
Быйыл “Башнефть” компанияһы ла инвестициялар циклын башлар тип көтөлә.
– “Башнефть” компанияһы “Өфөоргсинтез” йәмғиәтендә яңы производстволар төҙөйәсәк. “Был эштәр өс-биш йыл барыр. Инвестициялар күләме 70-80 миллиард һумдан да кәм булмаҫ. “Башнефть” Өфөләге заводтар төркөмөн химик етештереүгә йүнәлдерә”, – ти Рөстәм Хәмитов.
“Газпром” йәмғиәте лә төрлө йүнәлештә эш алып бара. Киләсәктә артып ҡалған тәбиғи газдан полиэтилен, пластик кеүек продукция етештереү проекты буйынса эш урынынан ҡуҙғалған.
Быйыл республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә 5,7 миллиард һумға торошло һәм 523 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан тағы бер объектты өҫтәне.
Проекттың инициаторы – “Чжифан” Башҡорт халыҡ-ара компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Инвестор Благовещен ҡалаһында трактор заводы төҙөү буйынса производство асырға йыйына. Әлеге ваҡытта ошо маҡсатта майҙан һайланған. Тәүге алты тракторҙы йыйғандар, әле уларға сертификат алыу эше бара. Проект 2018 – 2020 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.
Дөйөм алғанда, республикала өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына 145,5 миллиард һумдан ашыу хаҡҡа торошло 35 проект инә. Улар 7,9 мең яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Мәктәптә, нефть һәм химия – беҙҙең киләсәк, тип уҡыттылар. Әле лә был тармаҡтар сеймал һәм материал сығанағы булып хеҙмәт итһә лә, бөгөн иһә һанлы юғары технологиялар заманы. Шуға ла әлеге ваҡытта илебеҙҙә юғары теүәллеккә эйә булған медицина техникаһы, фармакология, ауыл хужалығы транспорты, автомобилдәр эшләп сығарыу, туризм, ауыл хужалығы, йәмәғәт туҡланыуы, төҙөлөш материалдары етештереү кеүек йәнең теләгән тармаҡты һайлап, үҙ эшеңде асырға мөмкин. Тик тәүәккәллек кәрәк. Ә республика етәкселеге, бәләкәй, урта йәки эре инвестор булһынмы, эш асам тигән һәр йүнселгә ярҙамға килергә әҙер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 513

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 535

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 431

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 480

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 507

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 520

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705