Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тимер юл транспортында йөрөү ҡиммәтләнә
Төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты республика Хөкүмәтенә тимер юл транспортында йөрөүгә хаҡ арттырыу тураһындағы документ проектын тапшырған. Әлеге ваҡытта уны ҡарау процедураһы бара.

Документ проектына ярашлы, ун саҡрым араны үтеү өсөн, ниндәй алыҫлыҡтағы юлға сығыуыңа ҡарамаҫтан, 20 һум (әле ул 19 һум тора), ә ҡалған һәр саҡрым өсөн ике һум (әле ул 1,9 һум) түләргә тура киләсәк. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы, Свердловск ҡала яны компанияһы һәм “Берҙәмлек” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, иҡтисади һәм технологик яҡтан күҙаллап, республика биләмәһендә юл хаҡын үҙаллы кәметә ала, тип әйтелә проектта.

Мәскәүгә –
2,5 мең һумға


Яңы барлыҡҡа килгән “Комиавиатранс” авикомпанияһы ошо хаҡтар менән Өфөнән Мәскәүгә осоу мөмкинлеген тәҡдим итә.

Бындай мөмкинлек менән аҙнаһына бер тапҡыр файҙаланып була. Шәмбе көндәрендә Embraer ERJ самолеты Өфөнән иртәнге сәғәт алтынсы ун минутта оса. Кире йүнәлештәге рейстар йәкшәмбегә киске сәғәт унға күҙалланған. Бер яҡҡа иң осһоҙ билет 2 500 һум тора. Әгәр ҙә киләсәктә был хеҙмәтләндереү өҙлөкһөҙ дауам итһә, ял көндәренә Мәскәүгә осоу бер кешегә 5 мең һумға төшәсәк. Әлбиттә, ул баш ҡалала белем алған студенттар өсөн бик уңайлы буласаҡ.

“Һөт иле”ндә хаҡтар ниңә ҡиммәт?

Башҡортостанстаттан белдереүҙәренсә, ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөткә хаҡтар буйынса Өфө республиканың иң ҡиммәтле ҡалаһы тип табылған.

“Һөт иле” фестивалдәре ойошторолған баш ҡалабыҙҙа декабрҙә 2,5-3,2 процент ҡуйылыҡтағы бер литр һөттөң уртаса хаҡы 48,56 һумға еткән.
Стәрлетамаҡта иһә ул бер һумға осһоҙ – 47,49 һум, Сибайҙа – 46,25 һум, Нефтекамала – 44,21 һум. Төбәктә йыл аҙағында пастеризацияланған һөттөң бер литры уртаса 47,47 һум булһа, былтыр йыл башында 45,41 һум тәшкил иткән.

Резервта аҡса ҡалмаған, тиҙәр

Быға ышанырғамы-юҡмы, әммә һуңғы ваҡытта мәғлүмәт сараларында ошо хаҡта хәбәрҙәр йышайҙы.

Резерв фондта аҡса ҡалмаған, 1 февралдә уны бөтөрәләр, тип тә яҙалар. The Bell редакцияһы аңлатыуынса, бюджет дефициты башта пенсия системаһының бер өлөшө булараҡ ойошторолған Милли именлек фондынан финансланасаҡ, унда 3,75 триллион һум бар. 2017 йылда 1,5 триллион һум бюджет дефицитын ҡаплау өсөн 2 триллион һумдан ашыу тотонолған. Алдағы өс йылда бюджет хәле яңынан яҡшырырға тейеш, тип көтөлә, әгәр ҙә нефткә хаҡ артһа.

Валютаны тоҡлап алабыҙ

Резерв фонды бөтә, тип саң ҡаҡһаҡ та, ҡайғырырға сәбәп юҡтыр, сөнки сит ил валютаһын тоҡлап алабыҙ. Илдең Финанс министрлығынан белдереүҙәренсә, ғинуарҙа нефть һәм газдан алынған өҫтәмә килем иҫәбенән 257,1 миллиард һумға сит ил валютаһын һатып аласаҡтар.

Федераль бюджеттағы нефть һәм газдан алынған өҫтәмә килемде (алып бөтөлмәгән) билдәләү тәртибе үҙгәрә: ғинуарҙа алдағы айҙа төп байлыҡтарыбыҙҙан алынған ысын килемгә баһалауҙағы үҙгәрештәр сит ил валютаһын алыу күләме иҫәбендә сағылмаясаҡ. Министрлыҡ февралдән корректировка дәүмәлен һатып алыу йәки валюта һатыуҙағы айлыҡ күләмгә индерә.
Сит ил аҡсаһын алыу 15 ғинуарҙан 6 феврал­гә тиклем барасаҡ һәм бер көнлөк күләме 15,1 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шулай итеп, ғинуарҙа һатып алыуҙар 257,1 миллиард һумға етәсәк, ә декабрҙә ул 203,9 миллиард һум тәшкил иткән. Министрлыҡ валютаны Мәскәү биржаһында Рәсәй Банкы ярҙамында ала һәм ул Федераль казначействоның Милли Банктағы иҫәбенә күсерелә.
Нефттең бер барреле 54-55 доллар булһа, быйыл сит ил валютаһын һатып алыуға 2-2,8 триллион һум тотоноу күҙаллана. Әгәр ҙә нефттең бер барреле өсөн уртаса хаҡ 60 долларға етһә, өҫтәмә килем 2,8 триллион һумға тиклем күтәреләсәк, тип белдерә илдең финанс министры Антон Силуанов.
Әйткәндәй, быйылдан бюджет ҡағиҙәләренең яңы версияһы ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, нефть һәм газдың бер барреле өсөн хаҡ билдәле сиктән – 40 долларҙан артһа, федераль бюджет өҫтәмә килемде эске баҙарҙағы резервтарҙы тулыландырыу өсөн сит ил валюталарын һатып алыуға йүнәлтә. Әгәр нефть хаҡы 40 долларҙан түбән төшһә, валюта бюджет сығымдарын финанслауға тотоноласаҡ.

Ришүәтселәрҙе
фашлай алаһығыҙ


Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы ведомствоның эшен баһалау, коррупцияны һәм башҡа тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса күрелгән саралар сиктәрендә, рәсми сайтында онлайн-һорау алыу үткәрә.

“Беҙгә һеҙ йәшәгән ауыл, район, ҡала һәм республикала ришүәткә бәйле хәл тураһындағы фекерегеҙҙе белеү мөһим. Был йәмәғәт фекерен иҫәпкә алып, дәүләт органдарының коррупцияға ҡаршы тороуға йүнәлтелгән эшен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк”, – тип белдерәләр ведомствонан.
Һорау алыуҙа һәр кем ҡатнаша ала. Министр­лыҡта коррупцияны кәметеү һәм бөтөрөү маҡсатында “ҡыҙыу линия” телефоны асҡандар. Илдә тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашырға теләһәгеҙ, 8 (347) 280-83-06 һанына шылтырата алаһығыҙ. Тик шуны ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ, ялған мәғлүмәт өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә