Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Өс ҡыҙы – өс бәхете
Өс ҡыҙы – өс бәхетеТула һәм кейеҙ баҫыу – башҡорттоң иң боронғо шөғөлө. Халыҡ кейеҙҙе һикеһенә лә, иҙәненә лә йәйгән, унан бишмәт тә теккән. Төрки халыҡтар һәр ваҡыт мал аҫрап көн күргән. Һарыҡ тиреһен иләп тун иткән, йөнөнән кейеҙ баҫҡан.


Әйткәндәй, Дыуан районының Яңы Хә­лил ауылында йәшә­гән Мәхмүт Хужин да боронғо һаналған ошо шөғөлгә бирел­гән.
– 1 апрелдә алты балалы ғаиләлә тыу­ғанмын, – ти мөғ­жи­зәләр тыуҙырыусы. – “Улың донъяға ауаз һалды!” тиһәләр ҙә, атайым Шәкир Зә­бихулла улы быға ышанмаған. Көлкө көнө булғанға күрә шаярталарҙыр тип уйлаған. Ул ғүмере буйы “Ҡояш сығышы” тигән хужалыҡта әсәйем Фәниә Әхмәҙулла ҡыҙы менән умартасы булған. Ғәзиздәребеҙ икеһе лә, Хоҙайға шөкөр, иҫән-һау, эргәлә генә көн итә. Ҡустым Артур ҙа ауылда ҡалды, юл аша ғына йәшәй, ә ағайым Булат – Мәсәғүт муллаһы, дин әһеле. Ауылыбыҙҙағы ул саҡта гөрләп торған урта мәктәпте (хәҙер уны башланғыс мәктәп итеп кенә ҡалдырҙылар) тамам­лағас, үҙебеҙҙең хужалыҡта умартасы булып эшләнем дә әрмегә саҡырыу ҡағыҙы алдым. Хәрби бурысымды Алыҫ Көнсығышта үтәнем. Ярты йыл күнекмәлә үтте, ҡалған йылдарымда табип ярҙам­сыһы булып хеҙмәт иттем. Унан ҡайтҡас, тракторсы булып эшләнем. Өфөгә йәшәр­гә килдем, фанера комбинатында икмәк бешереүсе булдым. Шунда үҙемдең беренсе мөхәббәтемде осраттым. Гөлнур һөйкөмлөлөгө менән күңелемде әсир итте. Сәстәре тулҡын-тулҡын булып иңдәренә төшкән, күҙҙәре сөм-ҡара... Аллаһ Тәғәлә һылыуҡайға сибәрлекте йәлләмәгән, мул биргән.
Өс ҡыҙы – өс бәхетеТормош юлдашы Гөлнур Хәләфетдин ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ өсөн уңышлы кейәүгә сығыу – үҙе ҙур бәхет. Иренең ҡулынан килмәгән эше юҡ, уны өрмәгән ергә ултыртмай. Мәхмүт ғәрәпсәнән маҡтаулы тигәнде аңлата, исеме есеменә тура килә.
Гөлнур ханым Ғафури районының Аҡкүл ауылында тыуып үҫкән, урта мәк­тәптән һуң баш ҡалаға юллана. Өфө ҡа­лаһының 2-се һөнәрселек училище­һында икмәк бешереү серҙәренә төшөнә.
– Был донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмай, – тип әңгәмәгә ҡушыла Гөлнур Хужина. – Хоҙай Тәғәлә юлыма Мәхмүтте сығарып ҡуйыуына сикһеҙ шатмын. Бер аҙ ваҡыт дуҫлашып йөрөгәс, ғаилә ҡорҙоҡ. Регина, Ирина һәм Гөлназ исемле сәскә­ләй ҡыҙҙарыбыҙ буй еткерҙе.
Әйткәндәй, уларҙың береһе лә ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Шәфҡәт туташы Регина ире Йосоп менән Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында төпләнгән, Анастасия исемле ҡыҙҙары бар. Ирина Нуриман районында йәшәй, хәләл ефете Денис менән бынамын тигән донъя көтәләр. Гөлназ иһә белем үрҙәрен яулай. “Балаларыбыҙҙан уңдыҡ, өс ҡы­ҙыбыҙ – өс бәхетебеҙ”, – ти Хужиндар.


Автор: Айҙар ҒӘЗИЗОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә