Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмә иҡтисадтың тайпылышһыҙ үҫеше һәм социаль тотороҡлолоҡ мәсьәләләренә арналды. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы ойошторған был сараны Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов алып барҙы.

Министр Сергей Новиков билдәләүенсә, иҡтисади эшмә­кәрлекте әүҙемләштереү дүрт йүнәлештә барҙы: республиканың бурыс йөкләмәләренең үҙҡиммә­тен төшөрөү өсөн федераль ҡаҙна ярҙамын йәлеп итеү ойошторолдо, бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡҡа ярҙам итеү өсөн төбәк лизинг компанияһы булдырылды, иҡтисадҡа дәүләт ярҙамының йоғонтололоҡ кимәлен күтәреү саралары эшләнде, иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге хәлде күҙәтеп барыу маҡсатында муниципаль берекмәләрҙең иң көнүҙәк проблемаларын хәл итергә тейешле “бөлгөнлөккә ҡаршы” һәм “хеҙмәт” комиссиялары булдырылды.

* * *

Республикаға төньяҡ климат өсөн яраҡлаштырылған 27 “Ашығыс ярҙам” машинаһы килтерелде. Ул Рәсәй Хөкүмәтенең ил төбәктәрендәге ошондай автомобилдәр паркын яңыртыуға ярҙамы булып тора.

Автомобилдәр дефрибилятор, электрокардиограф, үпкәне яһалма елләтеү аппараты, реанимация ҡоролмаһы, компрессорлы ингалятор һәм башҡа техника менән йыһазландырылған. Яҡын көндәрҙә улар Бәләбәй һәм Нефтекама ҡалаларына тапшырыласаҡ.

* * *

Республика хужалыҡтарында һыйыр малының продуктлылығын күтәреү буйынса 11 айлыҡ эш һөҙөмтәһе ҡаралды. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында ошо осорҙа 650,5 мең тонна тауар һөтө етештерелгән, былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, был 0,6 процентҡа күберәк.

Һөт һауыу буйынса элек тә иң алдынғылар булған Илеш, Дүртөйлө, Туймазы, Ауырғазы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтарына хәҙер Көйөргәҙе, Дыуан, Яңауыл, Бөрө һәм Бәләбәй райондарыныҡы ҡушылды. Шулай ҙа иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өс хужалыҡ билдәле, улар – Ауырғазы районының “Уңыш” кооперативы, Илеш районының “Уңыш” ширҡәте һәм Учалы районының “Байрамғол” агрофирмаһы. Уларҙың тәүгеһе һәр һыйырҙан – 6 165, икенсеһе – 7 985, өсөнсөһө 7 754 килограмм һөт һауып алыуға өлгәшкән.
Һауын һыйырҙары һаны ошо 11 айҙа 140 мең баш булды, уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 95,8 процент тәшкил итә.

* * *

Күптән түгел “Росстат” 2016 йылда үткәрелгән ауыл хужалығы иҫәбен алыу йомғаҡтарының тамам әҙер булыуы тураһында белдерҙе. Статистар белдереүенсә, илдә күпселек төр хужалыҡтар кәмегән. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һәм шәхси эшҡыуарҙарға ғына был ҡағылмай.

Былтырғы 1 июлгә ҡарата Рәсәйҙә 36 мең ауыл хужалығы ойошмаһы, 137 мең крәҫтиән (фермер) хужалығы, 38 мең шәхси эшҡыуар һәм 23 миллион шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар ине. 2006 йылдағы ауыл хужалығы иҫәбен алыу һөҙөмтәһе менән сағыштырғанда, улар аҙайған. Иген культуралары сәсеү 8,8 процентҡа ғына артҡан мәлдә техник культуралар үҫтереү 54 процентҡа үҫкән. Бәрәңге, мал аҙығы культуралары, йәшелсә һәм еләк-емеш кәмегән. Һуңғы ун йылда бөтә төр хужалыҡтарҙа һыйыр малы һаны 18 процентҡа аҙайған, сусҡалар – өстән бер өлөшкә, һарыҡ һәм кәзә – 21 процентҡа, ҡош-ҡорт 42 процентҡа артҡан.
Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбендә 700 меңдән ашыу объект теркәлгән. Һәр ауыл хужалығы ойошмаһына уртаса 3 170,8 гектар, крәҫтиән (фермер) хужалығына – 258,7, шәхси ярҙамсы хужалыҡҡа 1,2 гектар ер тура килә.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә