Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Диңгеҙ төптәренә сират етте
Диңгеҙ төптәренә сират еттеНефтте ҡоро ер майҙандарында ғына түгел, һыу ятҡылыҡтарынан да һурҙыртыуҙары мәғлүм. Үкенескә ҡаршы, уны саманан тыш файҙаланыу сәбәпле, ерҙәге запасы ныҡ кәмегән. Тап шуға ла ваҡыт үтеү менән ҡара алтынды “диңгеҙ төбөнән” сығарыу өҫтөнлөк итәсәк, тип билдәләйҙәр.


Был юҫыҡта күпселек белгестәрҙең фекере берегә: планеталағы барлыҡ углеводород сеймалының 70 проценты самаһы океан һәм диңгеҙ ятҡылыҡтарында урынлашҡан. Был байлыҡ бер нисә йөҙ миллиард тонна тәшкил итә. Уның 60 проценты – шельф участкаларында. Бөгөн донъяла асыҡланған дүрт йөҙҙән ашыу нефть һәм газ бассейнының 50 проценты ҡоро ерҙә генә түгел, шулай уҡ диңгеҙ һәм океандарға яҡын ятҡан шельфты үҙ эсенә ала.
Әле тотош Ер шарына һибелгән донъя оке­анында 350-ләгән диңгеҙ нефть ятҡылығында әүҙем рәүештә тикшереү эштәре алып барыла. Бөтә был ятҡылыҡтар шельфҡа ҡарай, ә күпселек өлөшө тәрәнлеге 200 метрҙан артмаған урындан сығарыла. Әлбиттә, диңгеҙҙәге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү – үтә ҡыйбатлы һәм техник йәһәттән ҡатмарлы шөғөл.
Промысланың ярҙан алыҫлығы ла ҙур сығымдар талап итә, быраулаған ҡатламдарҙың ныҡлығы, тәрәнлеге лә эште ҡатмарлаштыра. Платформаның хәүефһеҙ булыуы һәм алынған сеймалды һыуға ағыҙмау өсөн дә шаҡтай аҡса һалына. Бынан тыш, бындай эшмәкәрлек тышҡы уңайһыҙ факторҙарға бәйле хәүефле лә. Диңгеҙ нефтселәренә тәбиғәт көйһөҙлөгө, һыу аҫты ер тетрәүҙәре, көслө ағымдар, дауыл, төньяҡ киңлектәрҙә йөҙөп йөрөгән айсбергтар тыныс ҡына эшләргә мөмкинлек бирмәй.
Әйткәндәй, донъяла диңгеҙ яры буйында тәүге нефть платформаһы 1938 йылда АҠШ-та файҙаланыла. Ә тап диңгеҙҙән нефть 1949 йылда Азербайжанда Каспий диңгеҙе шельфында алына.
Рәсәйҙә 2000 йылдар башына тиклем диң­геҙҙән “ҡара алтын” сығарыу эше алып барылманы тиерлек. Бының сәбәбе лә бар. Беренсенән, илдә ҡоро ерҙә ҙур нефть ятҡылыҡтары етерлек ине, икенсенән, диңгеҙ ресурстарын әҙерләү өсөн тейешле технологик мөмкинлектең самалы булыуы аяҡ салды. Ниһайәт, 1990 йылдарҙа сит илдәр компанияларын йәлеп итә башлау хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртте. Әлбиттә, бушҡа түгел инде, продукцияны бүлешеү шарты менән. Бигерәк тә Сахалин утрауҙарындағы “Сахалин-1”, “Сахалин-2” проекттарын тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлек итеү киң хуплау тапты, сөнки улар илде диңгеҙ нефтенең 75 проценты менән тәьмин итә.
Һуңғараҡ Рәсәй компанияларының үҙҙәренең дә диңгеҙҙән нефть сығарыу йәһәтенән финанс хәле үҙгәрҙе һәм технологик мөмкинлек барлыҡҡа килде. Шул осорҙа Каспий һәм Печора диңгеҙҙәрендәге ер аҫты байлығын үҙләштереү башланды.
Әйткәндәй, хәҙер был юҫыҡта эш алға барырҙай күренә. Белгестәр билдәләүенсә, киләһе биш йылда диңгеҙҙән нефть сығарыу 29 процентҡа тиклем артыуы ихтимал, йәғни былтырғы 19,4 миллион тоннанан 25-кә еткереү күҙҙә тотола. Был башлыса Каспий һәм Печора диңгеҙҙәрендәге һәм Приразломный нефть ятҡылыҡтарындағы проекттар үҫеше иҫәбенә тормошҡа ашасаҡ. Арктика шельфында ла ҙур байлыҡ сығанағы ятырға тейеш. Әммә ундағы эшмәкәрлек экологик һәм иҡтисади йәһәттән хәүеф тыуҙырасаҡ, тап шуға ла бындағы проектты бойомға ашырыу даими кисектерелеп килә.
Эш йәнләнә. Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә диңгеҙ төбөнән нефть һурҙырыу географияһы барлыҡ төбәктәрҙе лә (Алыҫ Көнсығыш, Балтик буйы, Көньяҡ диңгеҙ, Печора диңгеҙе) үҙ эсенә ала бара. Шулай ҙа әлегә телгә алып һөйләрлек ҙур масштаблы проекттар юҡ.
Белгестәр Рәсәй нефтселәренең эш сығым­дары баррель өсөн өс-биш доллар тирәһе тәшкил итеүен билдәләй. Әммә был – уртаса күрһәткес. Ошо алым, әлбиттә, ҡоро ерҙән сығарыуға ҡарағанда ҡыйбатҡа төшә, сөнки ҡатмарлы технологиялар ҡулланыу талап ителә һәм нефтте ятҡылыҡ урынынан тейешле урынға ташыу ҙа шаҡтай мәшәҡәтле. Шулай ҙа диңгеҙҙәге эштең барышы, уртаса сығымдар хаҡында аныҡ һәм дөрөҫ мәғлүмәт юҡ.
Яғыулыҡ, энергетика комплексы буйынса аналитик үҙәктең идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Александр Амиргаян билдәләүенсә, Рәсәйҙә диңгеҙҙән нефть боҙға бирешмәй торған стационар платформалар ярҙамында һурҙырыла. Ул нефть һәм газ ятҡылығы тирәһендә урынлаштырыла. Платформаның төп етештереү компоненты – быраулау комплексы ярҙамында скважина быраулай. Нефть диңгеҙ тәрәнлегенән һыу аҫты торбалары ярҙамында өҫкә һурҙырыла һәм махсус һаҡлағысҡа тултырыла. Унан һуң сеймал торба үткәргестәр аша йәки ҙур булмаған танкерҙарҙа ҡоро ерҙәге бүлеү үҙәктәренә йәки эре танкерҙарҙа Рәсәй һәм сит ил порттарына оҙатыла.
Донъяла 125 – 1500 метр һәм унан да тәрә­нерәк һыу ятҡылығынан нефть һурҙырыу ҙур үҫеш алған. Әлегә Рәсәйҙә быға оҡшаш проекттар юҡ. Бындай ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү ҡатмарлы һәм күп сығым талап итә.
Рәсми күҙаллауҙар, дөйөм алғанда, эксперт­тарҙың һығымталарына оҡшаш. Әйтәйек, Энергетика министрлығы, Рәсәйҙә диңгеҙ аша нефть һурҙырыу 2035 йылға 50 миллион тоннаға етәсәк, тип фаразлағайны.
2025 йылға тиклем Алыҫ Көнсығыштағы һәм Каспий диңгеҙендәге ятҡылыҡтар, унан һуң Арктика шельфында башлыса ике ҙур проект – Приразломный һәм Долгин ятҡылыҡтарының тиҙләтелгән үҫеше быға өлгәшеүҙе тәьмин итергә тейеш ине. Тәүгеһе буйынса эш планға ярашлы барһа, икенсе проектты үҙләштереү 2015 йылда уҡ туҡтатылды. Төп сәбәбе – яңы геологик шарттар.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 6

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә