Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Булдыҡлыға көрсөк ҡамасауламай
Булдыҡлыға көрсөк ҡамасауламай Һыу – йәшәү сығанағы һәм уның халыҡ хужалығы өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Һыуҙы ер аҫтынан сығарып ҡулланыусыларға еткереү, тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булдырмау, һыу объекттарын һөҙөмтәле файҙаланыу көнүҙәк социаль-иҡтисади бурыс булып тора. “Коммунхоз” муниципаль унитар предприятиеһының төп эш йүнәлештәренең береһе ошо мөһим бурысты үтәүгә йүнәлтелгән. Һыуҙы ун ике артезиан скважинаһынан алалар. Уны селтәрҙәр аша ҡулланыусыларға еткерәләр, тышҡы ҡоролмаларҙы һуҙалар һәм ремонтлайҙар.


Предприятие ҡарамағындағы һыу селтәрҙәренең оҙонлоғо 90 километрға яҡын. Башҡа төбәктәрҙәге кеүек, бында ла һыу үткәргестәр иҫкергән. Шуға алдан билдәләнгән план буйынса уны йыл һайын яңырта баралар. Предприятиела бигерәк тә һыу объекттарын ҡышҡы осорға әҙерләүгә етди иғтибар йүнәлтелә. Сираттағы ҡышҡы миҙгелде һыу хужалығы тулы әҙерлек менән ҡар­шыланы. Шаҡтай күләмдә селтәр­ҙәр яңыртылған. Һыу йыйғыстарҙы йыуып дезинфекцияла­ғандар, һыу үткәргестәрҙе ябыу арматураларына ревизия яһап, ремонт үткәргәндәр, кәрәкле урындарҙа яңыларын урын­лаштырғандар, тәрәндәге насостарҙы ҡеүәтлерәккә алмаштырғандар, артезиан скважиналарының бөтәһендә лә насос йыһаздарының һәм электр ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшереп, ағымдағы ремонт эштәре ғәмәлгә ашырылған.
Әйтергә кәрәк, һыу объекттары стратегик әһәмиәткә эйә. Эсәр һыуҙың сафлығын тәьмин итеү, һыу ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу, тирә-яҡ мөхиттең экологик именлеген һаҡлау өсөн коллектив ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй. “Водоканал” хужалығында баш­ҡа­рылған һәр сара ошо маҡсаттарға хеҙмәт итә. Ҡышҡы осорға әҙерлек бары­шында 2-се һыу күтәреү станция­һында насос йыһаздарын, йөҙгә яҡын ҡоҙоҡто таҙартып ремонтлағандар, шулай уҡ бөтә һыу колонкалары ла төҙөкләндерелгән һәм яңылары урынлаштырылған. Колонка майҙан­сыҡ­тарына бетон йәки асфальт түшәл­гән. “Водоканал”дың йылытыу систе­маһында һәм идара итеү узелында ла ремонт эштәре ваҡытында теүәл­ләнгән. Водоканал участкаһында Данияр Сиражетдинов етәкселегендә ун алты кеше эшләй. Авария килеп сыға ҡалһа, слесарҙарҙың оператив төркөмө тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында эшкә тотонорға әҙер. Ғөмүмән, ҡулла­ныусылар сифат талаптарына ярашлы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин иткән өсөн предприятие коллективына рәхмәтле.
“Коммунхоз” предприятиеһы ҡара­ма­ғындағы таҙартыу ҡоролмалары участкаһы ла халыҡтың йәшәйешендә, тирә-йүндең сафлығын һаҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Был участок йыуынты һыуҙы таҙартыусы ике ҡоролманы һәм утыҙ километрға яҡын канализация селтәрҙәрен берләштерә. Уға Владимир Чурбанов етәкселек итә. Иң ҡатмарлы, ауыр бурыстарҙы башҡарып сығырға һәләтле һөнәр эйәләре эшләй бында. Коллектив йәйге осорҙа, билдәләнгән планға ярашлы, канализация селтәрҙәрен яңыртҡан, йыуынты һыу һыйҙырғыстарын, задвижкаларҙы ремонтлағандар. Ҡоролманың бинаһы ла ремонттан һуң күркәм төҫ алған.
Шәхси секторҙан һәм күп фатирлы йорттарҙан, учреждениеларҙан көнкү­реш ҡалдыҡтарын һәм сүп-сар сығарыуҙы шулай уҡ “Коммунхоз” үҙ яуаплылығына алған. Тотош район үҙәгенең санитар торошон тейешле дәрәжәлә тәьмин итеү, халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өсөн коллективта һәр кем ең һыҙғанып эшләй. Быйылғы Экология йылында әйләнә-тирәнең сафлығына талаптар көсәйҙе. Шуға предприятие хеҙмәткәрҙәре икеләтә яуаплылыҡ тойоп эшләй. Коллективта алтмышҡа яҡын кеше хеҙмәт һала. Предприятиеның тотороҡло эшмәкәрлеге нәҡ уларҙың һөнәри оҫталығына, фиҙакәр хеҙмәтенә бәйле. Баш инженер Радик Сөләймәнов, водителдәр Александр Курников, Иван Назаров, Алексей Минибаев, автогрейдер машинисы Сергей Мокрополов, тракторсы Илдар Хөснөтдинов, эшсе Виктор Коноваловты хеҙмәт­тәштәре айырыуса маҡтап телгә ала.
Булдыҡлыны эш үҙе эҙләп таба тигәндәй, район үҙәгендәге дөйөм мунсаны хеҙмәтләндереүҙе лә “Коммунхоз”ға йөкмәткәндәр. Халыҡҡа бик тә кәрәкле мөһим социаль объект был. Һуңғы осорҙа коллективтың тырыш­лығы менән бында күп кенә ыңғай үҙгәрештәр барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системаларын, ҡаҙанлыҡ­тарҙы, ябыу арматураларын ремонтла­ғандар, сигнализаторҙар тәртипкә килте­релгән һ.б. Уның ҡарауы, клиенттарға өҫтәмә уңайлыҡтар тыуған.
Дөйөм алғанда, производствоны яңыр­тыу, объекттарҙы реконструк­ция­лауға һанаулы ғына ваҡытта ике миллион һумдан ашыу аҡса тото­нолған.
Предприятиеның пландары ҙур. Хеҙ­мәтләндереү сифатын күтәрергә, һәр эште ваҡытында һәм тейешенсә башҡарып сығырға. Техника паркы йылдан-йыл яңыра. Һуңғы осорҙа ғына үҙ аҡсаларына ике МТЗ-82, компрессор узелы һәм ГАЗ-53 ассенизация машинаһы һатып алғандар. Иҡтисади көрсөк шарттарында иң булдыҡлы­ларҙың ғына ҡулынан килә был.
Предприятие яңы маҡсаттар ҡуйып эшләй. Әйтәйек, һыуға ихтыяж йылдан-йыл арта. Шуға ла яңы скважиналар быраулау бурысы ҡуйылған. Иҫкергән һыу селтәрҙәрен, тәрәндәге насостарҙы, канализация селтәрҙәрен һәм ҡоҙоҡтарҙы яңыртыуҙы киләсәктә лә дауам итәсәктәр. Таҙартыу ҡорол­маһын яңыртыу планлаш­тырылған. Трансформатор һәм гараж бина­ла­рының түбәһен яңыртыу ҙа кисектер­геһеҙ эш булып тора. Иң мөһиме – предприятиеның эшмәкәр­леге тулы­һынса “Энергия һаҡсыллығын тәьмин итеү һәм инфраструктура системаһын комплекслы үҫтереү буйынса программа”ға ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
Булдыҡлы, берҙәм коллектив үҙенең ирешкән уңыштарын хаҡлы рәүештә предприятие директоры Валерий Кирилловтың исеме менән бәйләй. Валерий Мефодиевич – тәжрибәле һәм талапсан етәксе (һүрәттә уртала). Шул уҡ ваҡытта уның итәғәтле, кешелекле һәм кеселекле булыуын коллективта юғары баһалайҙар. Замандың бөгөнгө ҡырыҫ шарттарында етәксенең күркәм кешелек сифаттары хеҙмәт кешеһе өсөн бик тә мөһим. Нәҡ шуға ла предприятиела кадрҙар ағышы юҡ, аңлашып, күңел күтәренкелеге менән эшләйҙәр һәм яңынан-яңы уңыштар яулайҙар.


Баҡалы районы.


Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә