Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Икмәк валсығы алтын киҫәгенә бәрәбәр
Икмәк валсығы алтын киҫәгенә бәрәбәр— Хужа булыу өсөн ерҙе лә, ошо ҡара, ауыр эште лә яратырға кәрәк. Беҙҙең район далалы зонала урынлашҡан, шуға күрә дым етешмәй. Ә агрономдың көсө шарттарҙы дөрөҫ баһалай белеүҙән тора. Сәсеүҙе үҙ ваҡытында башҡарған игенсе генә ота. — Ер эшкәртеү, сәсеү, уңыш алыу технологиялары нескәлектәрен яттан белгән райондың баш агрономы Рәфис Зариповтың яҙғы сәсеүгә әҙерлек тураһында талғын ғына телмәренә автомобиль геүләүе лә ҡушыла. Шәкәр заводының машина-трактор станцияһына китеп барыуыбыҙ.
Бөгөн райондағы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ассоциацияһының йыйылышында ла тап ошо көнүҙәк мәсьәлә — яҙғы сәсеүҙе ойоштороу ҡаралғанын, ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙән тыш, игенселәрҙе субсидиялар менән тәьмин итеүсе банк хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашыуын, ойошманың яңы рәйесе итеп фермер Р. Хәкимовтың һайланғанын да әңгәмә барышында ишетеп белдек.
Икмәк валсығы алтын киҫәгенә бәрәбәр— Ер өлгөрөү менән сәсеүгә төшөргә әҙербеҙ. Техника, күптән ремонтланып, әҙерлек һыҙығына ҡуйылған, орлоҡ етерлек. Тик игенселек ҡалыптарҙан ғына тормай, ул ысын мәғәнәһендә ижади эш. Фән ҡаҙаныштары ла, ҡояш яҡтыһы ла, тәбиғәт йомартлығы ла үтә мөһим. Уңыш алыу “сылбыры” үҙенсәлекле — береһен башҡарғанда һуңлайһың икән, бөтөн эш артта ҡала, — ти баш агроном.
Шәкәр заводының машина-трактор станцияһы биләмәһенә ингәс, ундағы парктың ҙурлығына, техниканың төрлөлөгөнә иҫ китте. Уйҙағы һәм ысынбарлыҡтағы хәлдең был юлы тап килмәүе һөйөнөскә булды. Бер Әлшәй биләмәһен генә түгел, яҡын-тирәләге Миәкә, Бүздәк, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Шишмә, хатта алыҫыраҡ ятҡан Ауырғазы райондарын да хеҙмәтләндергән Агро-МТС хужалығы, һис шикһеҙ, тап шундай бай, өлгөр, ҡеүәтле техникалы, баштан-аяҡ “ҡоралланған” булырға тейеш тә!
— Бөгөндән ер һөрөүгә, дым ҡаплатыуға төшөргә әҙербеҙ, — тип предприятие директоры Рәмил Латипов бер рәт булып теҙелгән, әллә ҡайҙан сағыу төҫтәре менән күҙгә бәрелгән ҡеүәтле К-700 тракторҙарына төртөп күрһәтте. — Күрәһегеҙме, “тимер ат”тарҙы? Былары һис тә яңылары түгел, ә механизаторҙарҙың оҫта ҡулдары менән иҫке запчастарҙан йыйылғаны...
Быйыл техниканы ремонтлауға ғына биш миллион һум аҡса тотонолған. Иллегә яҡын үҙ йөрөшлө техника араһында кредитҡа, лизингка алынғаны ла бар. Немецтар етештергән һигеҙ “Холмер” сөгөлдөр йыйыу комбайнының һәр береһе 20 миллион һум тороуын ишетеп, муллыҡты булдырыусылар хеҙмәтенең ысынлап та алтын бәрәбәренә торошло икәнен аңлайһың. Был миллиондарҙы ҡайтарыу өсөн күпме ҡул көсө, ныҡышмалылыҡ, әсе тир түгергә кәрәк ябай хеҙмәт кешеһенә.
— Бурысыбыҙҙы яйлап ҡайтарабыҙ, өҙөклөккә юл ҡуймайбыҙ, — ти Рәмил Басир улы, беҙҙең күңелдәге ҡаршылыҡлы кисерештәрҙе аңлағандай. — Бары завод ҡына тотҡарлыҡһыҙ эшләһен, уны сеймал менән тәьмин итеү — тәүге планда. Ошо маҡсатта быйыл 4,5 мең гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәсмәксебеҙ. Эшләһәң, эш ҡарышмай ул. Һәр береһе ете миллион һум торған өс иген комбайнын лизингка алдыҡ, хаҡын яйлап түләй башланыҡ.
Ыҫпай һалдаттар кеүек тигеҙ рәткә теҙелгән сәскестәр, ике тиҫтәнән ашыу “Беларусь” тракторы, ҡеүәтле дискаторҙар матур тәьҫораттар ҡалдырыуҙан тыш, ҡышҡы осорҙа техниканы алһыҙ-ялһыҙ сәсеүгә әҙерләгән механизаторҙарҙың хеҙмәтенә ихтирам һәм рәхмәт тойғоһо ла уята.
— Яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ юҡмы быйыл? Орлоҡ мәсьәләһен нисек хәл иттегеҙ?
— Бөтәһе лә күптән яйға һалынған, — ти ҡәнәғәт төҫ менән директор. — Шәкәр сөгөлдөрө орлоғо һәм ашлама менән тәьмин итеүҙә лә райондарға ярҙам күрһәтәбеҙ.
Төрлө һөнәр кешеләренең таһыллығы, химиктар менән машина эшләүселәрҙең эҙләнеүҙәре, конструкторҙар менән етәкселәрҙең тынғыһыҙлығы, механизаторҙарҙың хәстәрлеге менән үҫтерелгән уңыштың хаҡы ғына әлегә ер кешеһен ҡәнәғәтләндерә алмай.
— Мәшәҡәтле булһа ла үҙебеҙ үҫтергән уңышты аралашсы ярҙамынан тыш һатырға өйрәндек, шуның менән отабыҙ, кредиттарҙы ваҡытында түләйбеҙ. Хеҙмәт һөйәлле ҡулдарҙан, тәбиғәттең мәрхәмәтлегенән тыш, аҡыл менән эш итеүҙе, хужаларса ҡарашты ла хуп күрә. Бер ниндәй алтын киҫәгенең дә икмәк валсығынан ауыр тартмауын сәсеүселәр яҡшы белә...
Рәмил Латиповтың үҙ эшен яратып башҡарыуы һәр һүҙендә сағыла. Ҡайтышлай йәйрәп ятҡан тын баҫыуҙар аша үткәндә уның ҡанатлы һүҙҙәрен йәнә иҫкә төшөрҙөк. Ябай ҡара тупраҡта мөғжизәләр яраласағына күп ҡалманы инде. Хәйерле сәғәттә, игенселәр, эшегеҙ уң булһын, әлшәйҙәр!
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.
Әлшәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә