Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Иң тәмле һөт ризыҡтары – Тәтешлелә
Иң тәмле һөт ризыҡтары – Тәтешлелә Ағы барҙың туғы бар, ти, беҙҙең халыҡ. Ысынлап та, көндәлек тормошобоҙҙо һөт аҙыҡтарынан тыш бер нисек тә күҙ алдына килтереп булмай. Һыйырың булғанда табының да һыйлы, тырышҡан саҡта ауыл ерендә өҫтәлең һөт-ҡаймаҡтан, ҡатыҡ, ҡороттан, эремсектән өҙөлмәй. Район үҙәктәре һәм ҡалала йәшәүселәр өсөн был аҙыҡ-түлек һөт заводтарында етештерелә, халыҡ иһә уларҙың тәмле-сифатлыһын ҡарап, кибеттәрҙән һатып ала. Ә иң тәмле һәм сифатлы һөт ризыҡтары ҡайҙа тиһегеҙме? Бик булмаһа, Тәтешле май заводы етештергән ашамлыҡтарҙан ауыҙ итеп ҡарағыҙ. “Әлбиттә, уларҙың иң тәмлеһе беҙҙә”, – ти тәтешлеләр. Ярты быуатлыҡ эш тәжрибәһе булған һәм уңышлы ғына эшләп килгән ошо ойошма хаҡында бөгөн һүҙебеҙ.

Тәтешле һөт заводы, Яңауыл май-сыр комбинатының филиалы була­раҡ, 1960 йылдарҙа уҡ барлыҡҡа килә. Предприятиела сыр, ярымфабрикаттар, ҡаймаҡ, аҡ май етештерелә. Һөт заводында Түбәнге Балтас, Аҡбулат, Күрҙем, Аҡсәйет, Бәҙрәш сепарат пункттары эшләй.
Бөгөнгө көндә Тәтешле май заводы – райондың муниципаль милеккә идара итеү комитеты ҡарамағында. 2003 йылдан заводтың етештереү бинаһы­ның майҙаны 400 квадрат метрға ҙурайтыла. Ике йыл эсендә реконструкция эштәре алып барыла, етеш­тереү бинаһына капиталь ремонт яһа­ла, компрессор цехы һәм һөт ризыҡ­тарын ҡаптарға тултырыу һәм пастеризациялау йүнәлештәре яңынан төҙөлә. Был иһә предприя­тиеға өр-яңы мөмкинлектәр – төрлө һөт ризыҡтарын етештереү эшмә­кәрлегенә юл аса.
Иң тәмле һөт ризыҡтары – Тәтешлелә2009 йылда аҙыҡ-түлек етештереү эшмәкәрлеге тағы ла киңәйтелә. Бының өсөн алты миллион һум самаһы күләмдә яңы ҡорамал­дар, әҙер продукцияны ташыу өсөн махсус машиналар һатып алына. Бөгөн Тәтешле май заводының һөттө эшкәртеү ҡеүәте – тәүлегенә һигеҙ тонна.
Етештерелгән аҙыҡ-түлек төрлө төбәктәргә оҙатыла. Өфө ҡалаһында предприятиеның әҙер продукцияны һаҡлау һәм тапшырыу өсөн махсус базаһы бар, сауҙа нөктәләренә оҙатыу өсөн махсус бүлек тә булдырылған.
Тәтешле май заводында етеш­терелгән һөт ризыҡтарына халыҡтың ихтыяжы ҙур. Тауар ваҡытында тейешле урындарға оҙатыла. Һөттө ҡабул итеү ҙә яйға һалынған. Ҡабул итеү пункты Күрҙем ауылында урынлашҡан, унда һөт махсус һыуытыла һәм баш ҡалаға ебәрелә. 2016 йылда ауыл хужалығы кооперативтарынан 273 180 мең һумға иҫәпләнгән – 15 937 тонна, шулай уҡ 8799 мең һумға 687 тонна һөт ҡабул ителгән һәм 1138, 2 тонна һөт ризыҡтары етештерелгән.
– Төп йүнәлешебеҙ – ҡаймаҡ, ҡатыҡ, эремсек, пастеризацияланған һөт етештереү. Яҡын арала аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырырға ниәтләнәбеҙ, сөнки йыл һайын халыҡтан һөт ҡабул итеү күләме лә арта. Штатта 37 һөт йыйыусы, ете шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. Һуңғы туғыҙ айҙа халыҡтан 1975 тонна һөт ҡабул ителгән. Икенсенән, был күрһәткестәр халыҡтың көнкүреш кимәлен яҡшыртыуға ла үҙ өлөшөн индерә. Шуға ла яҡын арала көнөнә 1-әр тонна ҡаймаҡ, ҡатыҡ, эремсек, 20 тонна пастеризацияланған һөт, 2 тон­на кефир етештереүҙе планлаш­тырабыҙ.
Бөгөнгө көндә беҙҙең заводта 43 хеҙмәткәр үҙ эшен оло яуаплылыҡ менән башҡара. Уларҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы кәмендә 15 100 һум. Хеҙмәткәрҙәргә ваҡытында һәм даими түләнә. Эшселәр ҙә үҙ сиратында яуаплылар. Улар араһында бигерәк тә Зинира Асҡарова, Әлфит Шәмсет­динов, Вячеслав Муллаяров, Рәмис Хөснийәровтарҙы билдәләргә була. Ошондай хеҙмәткәрҙәр барында күрһәткестәребеҙ ҙә яҡшы буласаҡ, тип уйлайбыҙ, – тине Тәтешле май заводы директоры Ришат Усман улы Мансуров.
Сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү – предприятиеның төп маҡсаты. Был йәһәттән Тәтешле май заводы ла алдынғылар рәтендә. Шуға ла һыйлы өҫтәлегеҙҙе улар етеш­тер­гән ризыҡ­тар менән һис икелән­мәйенсә тулыландыра алаһығыҙ.

Р. МӨҘӘРИСОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә