Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылдар, юлдар һәм сифат
Йылдар, юлдар һәм сифат Рәсәйҙә юлдар мәсьәләһе элек-электән проблема һанала. XVI – XVII быуатта уҡ Мәскәүгә килгән илселәр, сәйәхәтселәр, сауҙагәрҙәр илдә юлдарҙың бөтөнләй булмауын, юл тип һаналғандарының да үтеп сыҡҡыһыҙ икәнлеген билдәләй. Шулай ҙа улар егеүле транспорттың яҡшы эшләүен дә таный һәм дәүләт структураһы булған ям сабыу хеҙмәтенең уңышлы ойошторолоуын белдерә. Илдә шоссе юлдар һалыу 1817 йылда ғына башлана. Был эш бик яй бара. 1840 – 1860 йылдарҙа йыл һайын 266 саҡрым самаһы юл сафҡа индерелһә, 60-сы йылдарҙа был темп ике ярым тапҡырға кәмей. Шул арҡала 1860 – 1867 йылдарҙа яҡынса 105 саҡрым ғына юл һалына. Ә инде 1867 – 1876 йылдарҙа эштәр бөтөнләй туҡтап тора. Бары 1876 – 1883 йылдарҙа ғына йылына 15 саҡрым тирәһе юлды сафҡа индереү мөмкинлеге сыға. Был ваҡытҡа тиклем Рәсәйҙә бөтәһе ни бары 10 792 саҡрым ғына юл һалына, тик уларҙың да сифаты маҡтанырлыҡ булмай.

Өҫтөнлөклө мәсьәлә

Хәлдәр земство реформаһынан һуң ғына бер аҙ яйлана төшә һәм, әллә ни ҙур мөмкинлек булмаһа ла, киң масштаблы юл төҙөкләндереү эштәре башлана, юл буйҙары йәшелләндерелә, ситтән техника килтерелә. Тәүге автомобилдәр барлыҡҡа килеүе Хөкүмәттең юл тармағына булған ҡарашын үҙгәртә. Беренсе донъя һуғышына тиклем һәр йыл һайын тиерлек автоуҙыштар уҙғарыла. Шул арҡала власть органдары был сара алдынан юлдарҙы тәртипкә килтерә, ойоштороу эштәре өсөн ҙур финанс бүлә. Тәүге шоссе юлдар һалыныуға байтаҡ йылдар үтһә лә, был өлкә проблемаһы әле лә бөтә илдең өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе һанала. Бөгөн Рәсәйҙең юл хужалығы тармағына 3000 самаһы учреждение һәм предприятие инә, унда бөтәһе 750 меңләп кеше эшләй. Тармаҡты тотоу өсөн бюджеттан миллиардтарса һум аҡса бүленә. Мәҫәлән, 2017 йылға Федераль юл фондына 618,546 миллиард һум тотонола, 2018 йылға – 661,762 миллиард, ә 2019 йылда 621,846 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Ә инде уҙған 2015 – 2016 йылдарҙа юл фондының күләме 630 миллиард һум тәшкил иткән.

Система аҡыллыраҡмы, әллә водителдәр хәйләкәрерәкме?

Юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн төрлө дәүләт программалары ҡабул ителә, яңы технологиялар үҙләштерелә. Мәҫәлән, 2015 йылдың 15 ноябрендә Платон системаһы нәҡ ошо маҡсаттан сығып индерелә лә инде. Был системаға ярашлы, ауырлығы 12 тоннанан ашыу машиналар түләп йөрөй башланы. Аҡса юл инфраструктураһын яҡшыртыуға тотонола. Алдан фаразлау буйынса, 2017 йылда был йүнәлештә 19,975 миллиард, 2018 йылға – 20,215 миллиард, ә инде 2019 йылға 20,510 миллиард һум аҡса йыйылыр тип билдәләнә. Системаны индерерҙән алда Рәсәй автомобиль юлдары етәкселәре был сумманы тағы ла ҙурыраҡ итеп күҙ алдына килтерә һәм, бер саҡрымға 3 һум 73 тиндән иҫәпләп, юл фонды бюджетына 50 миллиард һум аҡса инәсәк тип күҙаллай.
Тик водителдәрҙең ризаһыҙлыҡ белдереүе арҡаһында был план бойомға ашмай, сумма ла ике тапҡырға кәметелә. Финансистар ни тиклем генә оҫта һанарға тырышмаһын, яңы система ысулы менән юл фонды бюджетын нығытыу маҡсаты тиҙ генә барып сыҡмай. Был ысул эшләгәндән 13 ай үткәс, 786,7 мең йөк машинаһынан 18,1 миллиард һум ғына аҡса йыйыла. Ысынбарлыҡта иһә илдә ауырлығы 12 тонналыҡ 1,9 миллион йөк транспорты теркәлгән. Бынан тейешле хаҡты водителдәрҙең өстән бер өлөшө генә түләүе асыҡ күренә. Әлбиттә, иҫәптә торған бар машиналар ҙа дөйөм файҙаланыуҙағы федераль юлдан йөрөмәй. Уларҙың ҡайһы берҙәре ЮХХДИ-ла теркәлгән булһа ла, илдәге көрсөк арҡаһында иҫәпкә бар, һанға юҡ кимәлендә.
Теләгәндә көтөлмәгән хәлдән дә сығыу юлын табып була. Был осраҡта ла, юл хаҡын түләмәҫ өсөн, водителдәр әллә күпме хәйлә уйлап тапҡан. Мәҫәлән, статистика мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдан 2016 йылдың уртаһына тиклем 320 мең юридик шәхес машинаһын шәхси ҡулдарға күсергән. Бынан тыш, күп кенә хужалар машинаһын водитель танытмаһы ла, артыҡ мөлкәте лә булмаған кешеләр исеменә яҙҙырған.
Ә инде йыйылған штрафтарҙы ҡайтарыу мәшәҡәте менән янған суд приставтары эшенең уңышлы булыуына берәү ҙә гарантия бирмәй. Оҙон юлға йөрөүселәр үҙҙәре белдереүенсә, машинаға прибор ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, береһе лә тейешле сумманы түләмәй. Мәҫәлән, водитель күҙәтеү камераһына етәрәк приборҙы, сигнал тотмаһын өсөн, ниндәйҙер металл әйбер менән ҡаплай, үтеп киткәс, уны кире ала. Шул арҡала уның ҡайһы юлдан үтеүен раҫларлыҡ дәлил дә ҡалмай. Әлегә был хәйләне туҡтатырлыҡ сара юҡ. Бер урында ғына тикшереп торған патруль төркөмө булдырыу ҙа мөмкин түгел, сөнки федераль трассаның дөйөм оҙонлоғо – 51 мең километр.

Һәр эш камиллыҡ
талап итә


Элек-электән “Рәсәйҙә ике проблема бар – иҫәрҙәр һәм юлдар” тип көлөргә яраталар. Был бөгөн дөрөҫлөккә ни дәрәжәлә тура киләлер инде, әммә иҫәрҙәр юл эшләһә, мәсьәләнең бер ҙә көлкө түгел икәне аңлашыла. Ә ни өсөн юлдар проблемаһы һаманғаса көнүҙәк булыуҙан туҡтамай һуң? Ғәҙәттә, бөгөн был һорауға яуапты шунда уҡ коррупция, урлашыу ме­нән бәйләйҙәр. Бүленгән аҡса ергә түгел, кемдеңдер кеҫәһенә төшөп ята, шул арҡала сифатһыҙ юлдар һалына, тиҙәр.
Тик, ысынлап та, барыһы ла уғрылыҡҡа ғына барып төртөләме икән һуң? Шулай ҙа юл хужалығы белгестәре был мәсьәләне икенсе төрлөрәк аңлатырға тырыша. Тендер отҡан подрядсы компаниялар Рәсәй шарттарына тура килмәгән Европа стандарттарын күсерә, бынан тыш, битум сифатының насар булыуы, йөк машина­ларының норманан артып китеүе лә юлдар­ҙың тиҙ туҙыуына килтерә, ти улар. Бында тағы ла бер мөһим сәбәпте иғтибарға алмайынса булмай. Мәҫәлән, бөгөн юл һалыу технологияһын аңлап бөтмәү, финанстың етерлек кимәлдә һәм ваҡытында бүленмәүе арҡаһында күп осраҡта юл һалыу “минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе” принцибы буйынса эшләнә.
Бүленгән аҡсаны ваҡытында маҡсатҡа ярашлы тотоноп өлгөрөргә лә кәрәк, юғиһә икенсе йыл был сумма күпкә әҙәйәсәк. Һәр һөнәрҙең камиллашыуҙы, үҫеш кисереүҙе талап итеүе берәүгә лә сер түгел.
Юл эшендәге белгестәрҙең әҙ булыуы, тәжрибә уртаҡлашыу, яңылыҡтарҙы үҙләштереү өсөн төрлө конференция, семинарҙарҙа һирәк ҡатнашыуы ла насар күрһәткес һанала. Ошо нескәлектәрҙе аңлап бөтмәүҙәнме, әллә артыҡ илтифат бирмәүҙәнме, статистика мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең илдең юл фонды торошо донъялағы иң һуңғы урындарҙың береһен биләй.
Булғанына шөкөр итәбеҙ

Ғәҙәттә, беҙҙә файҙаланыуға тапшы­рыл­ған юлдар өс йылдан һуң ремонт талап итә. Тағы ла яңы юл һалыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, соҡорҙарҙы ямау менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килә. Рәсәйҙәге юлдарҙың күбеһе – асфальт. Бетон юлдар һалыу ҡиммәт. АҠШ-та – 60%, Германияла – 38%, Австрияла 46% юл бетон булһа, беҙҙә ни бары 3% юлға ғына бетон түшәлгән.
Бер михнәттең бер рәхәте, тигән кеүек, ҡыйбатҡа төшһә лә, бетон юлдар оҙаҡ хеҙ­мәт итә. Уның файҙаланыу ваҡыты – 50 йыл самаһы, экологик яҡтан да асфальт­тан күпкә таҙараҡ, автомобилдәр өсөн дә хәүефһеҙерәк. Асфальт юлда йәбеш­тереүсе матдә сифатында битум ҡулланылһа, бетон ҡатнашмаһында цемент файҙаланыла. Бетон ҡатламы тәүге­һенән 70-80 процентҡа ҡиммәтерәк. Асфальт ҡатламын түшәгәндән һуң өс-дүрт йыл үткәс, ремонтлай башларға кәрәк булһа, бетон 10-12 йыл ремонтһыҙ ята ала.

Белорет юлдары
үҫеш кисерә


Белорет районы буйынса автомобиль юлдары 930 саҡрым тәшкил итә. Бөтә юлдарҙың 402,6 саҡрымына – асфальт-бетон, 527,3 саҡрымына ҡырсынташ түшәлгән. Юлдарҙы “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы хеҙмәтләндерә. Унда бөтәһе 240 кеше эшләй. Район-ҡала юлдарын тәртиптә тотоуға нәҡ ошо ойошма ҙур өлөш индерә лә инде. Бөгөн юлдар – райондың иң өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Юлдарҙың төҙөклөгө аша бөтә райондың социаль-иҡтисади үҫеше, лайыҡлы тормоштоң нигеҙе күренә.
Ҡалала 67 саҡрым асфальт-бетон юл бар, йыл һайын 140 саҡрымлап юлға ремонт яһала. Һуңғы биш йылда асфальт-бетон ҡатламлы юлдарҙың яртыһынан күбеһе төҙөкләндерелгән. Быйылғы йылда ғына капиталь ремонт өсөн 100 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Был финанс артабан да кәмемәйәсәк тип белдерә етәкселәр. Киләһе ике-өс йылда ҡала эсендәге бөтә юлдар ҙа тәртипкә килтереләсәк, тип белдерә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов.

Яңылыҡҡа ынтылыу уңыш килтерә

Мәҡәләбеҙ башында юл хужалығы бел­гестәренең тәжрибә уртаҡлашыу, алдынғы технологияларҙы үҙләштереү маҡсатында төрлө конференция, семинарҙарҙа ҡатна­шыуының мөһимлеген билдәләгәйнек. Ошо көндәрҙә Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш ойошмаһында Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының Фәнни-техник советы “Асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештереү производствоһына “Суперпейв” техно­логия­һын индереү” тигән темаға кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Көнсығышта уңышлы фай­ҙаланылған яңы технология үҙенсәлектәре тикшерелде. Кәңәшмәне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов асты. Ул сығышында республика юл хужалығындағы хәл-торошҡа күҙәтеү яһаны һәм, төҙөлгән юлдарҙың сифатын контролгә алыуға баҫым яһап, уларҙы хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
“Юл тармағы – һәр саҡта ла иң көнүҙәк, йыш тәнҡит утында тотолған өлкә. Тор­моштоң бар яҡлап та алға китеүе сәбәпле, юл төҙөлөшөндә лә алдынғы технологиялар файҙаланыу – заман талабы. Шуға ла, тәү сиратта, был йүнәлештә эшләгән етди компания һәм предприятиеларҙы булдырыу юлдарҙың сифатын арттырыуҙа ғына түгел, хәүефһеҙлекте нығытыуҙа ла ҙур ярҙам буласаҡ”, – тине премьер-министр урынбаҫары Николай Анатольевич.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы район-ҡалалағы юлдар торошо, был йәһәттәге үҫеш-ҡаҙаныштар хаҡында һөйләне.
Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “Россильбер” инновациялы технологиялар сәнәғәт компанияһында булды һәм “Суперпейв” технологияһы буйынса асфальт-бетон ҡатнашмаһы әҙерләү өсөн йәбешкәк полимер битум етештереү менән яҡындан танышты. “Россильбер” компанияһы, ГОСТ талаптарына ярашлы, полимер-битум йәбештергес етештереүҙә PG70-34, PG82-34, PG76-34 маркалы “Суперпейв” йәбештергесенең үҙ рецепт өлгөһөн булдырған. Компания 2016 йылда Өфө–Белорет юлында был рецепт өлгөһөн һынап ҡарарға ла өлгөргән.
2015-2016 йылдарҙа республикала битум һәм полимер йәбештергестең яҡшыр­тылған төбәк стандарты булдырылып, бөгөн ул республика юлдары төҙөлөшөндә уңышлы файҙаланыла. Шулай ҙа, бел­гестәр белдереүенсә, был стандарт практикала тейешле кимәлдә файҙала­нылмай әле, сөнки талаптарға ярашлы сифатлы битум етештерелмәй. Элекке “Баш­нефть”, хәҙерге “Роснефть” был йәһәттән яҡшы яҡтан айырылып торһа ла, ул да әүҙемлек күрһәтмәй. Завод эшмәкәрлеге менән танышҡас, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығының “ЛИНТЕК” асфальт-бетон заводына юлланды. Улар завод майҙансығында заманса асфальт-бетон ҡатнашмаһын әҙерләүҙә яңы технологиялар ҡулланыу мөмкинлектәре буйынса фекер алышты. Ә төштән һуң барыһы ла Абҙаҡ ҡырсынташ заводына барҙы һәм уның эшмәкәрлеге менән танышты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704