Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Йорттары төбәктең данын күтәрә
Йорттары төбәктең данын күтәрәРеспубликала төҙөлөш компаниялары күп. Улар араһында “ГеоСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә үҙен ышаныслы ойошма итеп күрһәтеп өлгөрҙө. Уның объекттарҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырыуы ошо хаҡта һөйләй.

“ГеоСтрой” компанияһы республи­каның төҙөлөш тармағында 2011 йылда ныҡлап урын ала. Тәүге объекттары – Белорет районының Үҙәнбаш ауылында 108 уҡыусыға тәғәйенләнгән мәктәп, 30 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты урын­лашҡан социаль үҙәк бинаһы. Уны ике йыл эсендә тапшырыуға өлгәшәләр. Ошо уҡ ваҡытта Өфөнөң Орджоникидзе районындағы Тимәш ауылында дөйөм практика табибы өсөн офис төҙөйҙәр. 2012 йылда иһә Белорет ҡалаһында 880 урынға тәғәйенләнгән 1-се мәктәпте реконструкциялауға тотоналар.
– Элекке бинанан стеналары ғына ҡалды. Объект бик ҡатмарлы булды, сөнки ул үҙенең йылытыу, һыу менән тәьмин итеү системалары булған, бер-береһенән айырым урынлашҡан дүрт бинанан тора ине. Дөйөм майҙаны туғыҙ мең квадрат метр тәшкил итте, йәғни туғыҙ ҡатлы йорт кеүек, – ти “ГеоСтрой” йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Хажиев.
Төҙөүселәр Белореттағы 1-се мәк­тәп­тең төп бинаһында ҡат араһын һәм ҡыйыҡтың ҡатламын, коммуникацияларын, тәҙрә-ишектәрен, йыһаз­дарҙы яңырта, заманса ҡорамалдар ҡуя. Һүтеп ташланған мәктәп оҫтаханаһы урынында башланғыс кластар өсөн ике ҡатлы бина ҡалҡып сыға. Икенсе төкәтмәлә бассейн төҙөлә. Мәктәп биләмәһе төҙөкләндерелә. Шулай итеп, “ГеоСтрой”ҙың намыҫлы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 2014 йылдың 1 сен­тябрендә күҙҙен яуын алып, ҡалаға йәм биреп, тулыһынса яңырған мәғариф учреждениеһы ишектәрен аса.
Йорттары төбәктең данын күтәрәКомпания ошо уҡ ваҡытта Нефтекама ҡалаһында 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла төҙөй. Йәғни алты йыл эсендә “ГеоСтрой” йәмғиәте бөтәһе 21 объект тапшыра. Шул иҫәптән Ҡариҙел районының Яңы Муллаҡай ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһы, Ҡалтасы районы үҙәгендә – 120, Нефтекама ҡалаһында 220 урынға тәғәйенләнгән ике балалар баҡсаһы төҙөлә, Белорет ҡалаһында 17-се гимназияға капиталь ремонт яһала. Улар республикала һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөүгә лә ҙур өлөш индерә – Өфөлә Киров урамындағы үҙәк лаборатория бинаһына ике ҡатлы төкәтмә, Мәсетле районында Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының бер нисә корпусына капиталь ремонт эшләнә. Физкультура һәм спорт объекттары араһында Федоровка районы үҙәгендә, Белорет районының Тимер юл ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплекстары – компанияның хеҙмәт емеше. Яңауыл районының Байғужа ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонтты ла улар эшләй.
Әле лә “ГеоСтрой” мәктәп, дауахана, балалар баҡсаһы кеүек социаль йүнә­лештәге төҙөлөш менән мәшғүл. Быйыл “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” акцияһына индерелгән Благовещендағы 320 урынға тәғә­йенлән­гән мәктәпте һала башлағандар. Яңы белем учреждениеһы 2018 йылдың 1 сентябрендә асыласаҡ. Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында 108 уҡыусылыҡ мәктәп һәм 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы өсөн тәғәйенләнгән бинаны төҙөү ҙә уларҙың яуаплы­лығында.
– Объект бик ҡатмарлы, сөнки ул Өфө йылғаһының уң ярында урын­лашҡан һәм ауыл ике өлөшкә бүленгән. Уларҙы понтонлы күпер тоташтыра. Шуға ла беҙгә 10 – 15 ноябргә тиклем барлыҡ төҙөлөш материалын ташып өлгөрөргә кәрәк. Объектты 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем тамам­ларға тейешбеҙ. Киләһе йылда ике мәктәп тапшырырға йыйынабыҙ, – ти Рөстәм Дарик улы.
Компания, социаль йүнәлештәге биналарҙан тыш, торлаҡ төҙөлөшө баҙарында әүҙем эшмәкәрлек алып бара: Ҡалтасы районының Красный Холм ауылында, Белоретта, Борайҙа, Нефтекамала, Яңауылда күп фатирлы йорттар – “ГеоСтрой”ҙың эшмәкәрлек емеше. Әлеге ваҡытта ла Бөрөлә көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү бинаһын, Белоретта, Туймазыла, Яңауылда һәм Ҡалтасыла күп ҡатлы йорттар төҙөлөшөн алып баралар. Ҡалтасыла иһә, авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһына ярашлы, урындағы хакимиәт менән торлаҡ төҙөү буйынса контракт төҙөгәндәр. Дүрт ҡатлы йортто 2018 йылдың июнендә тапшырасаҡтар.
“ГеоСтрой” Нефтекама ҡалаһының “Радужный” микрорайонында ҙур эш алып бара. Объектты төҙөү һәм уның биләмәһендәге төҙөк­ләндереү эштәре тағы ла өс йыл дауам итәсәк. Ҡайһы бер йорттар тапшырылған да инде.
Компания Яңауыл ҡалаһында 2013 йылдан уҡ ошо йүнәлештә эш алып бара. 2013 – 2015 йылдарҙа ҡаланың Салауат Юлаев урамында өс һәм дүрт ҡатлы ике торлаҡты (2350 квадрат метр) файҙаланыуға тапшырғандар. Әле йәмғиәт ҡаланың көньяғында “Көньяҡ” кварталын төҙөү проектын ғәмәлгә ашыра. Ул 10,4 гектар майҙанда урынлашасаҡ. Компания проект буйынса дүрт ҡатлы ун йорт төҙөйәсәк. Йәғни, 1200 самаһы кеше йәшәйәсәген күҙ уңында тотоп, 27700 квадрат метр майҙанлы торлаҡ сафҡа индереләсәк. Шулай уҡ сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы урындары ла ҡаралған. Спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеү өсөн стадион да буласаҡ: баскетбол һәм волейбол майҙандары, футбол яланы. Ял итеү урыны – сквер, ә инде балалар өсөн – уйын, төрлө йәштәгеләргә спорт майҙан­сыҡтары төҙөргә йыйыналар. Халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн был биләмәлә хужалыҡ блогы төҙөү планлаштырыла. Ғөмүмән, биҫтәлә барлыҡ инфраструктура ла ҡаралған.
“Көньяҡ” кварталында “Авария хәлендәге торлаҡ фондынан 2013 – 2017 йылдарҙа граждандарҙы күсереү” адреслы программаһы буйынса ла йорттар төҙөү ҡаралған. Ошо маҡсатта 118 фатир алынып, граждандар яңы торлаҡҡа күсерелгән. Алдағы йылдарҙа ла “ГеоСтрой” йәмғиәте был программала ҡатнашып, тағы ла 1200 квадрат метр майҙанда 30 фатирҙы тапшырырға тейеш.
Компания төҙөлөш объекттарында хәҙерге заман технологияларын ҡул­лана. Мәҫәлән, йорттарҙа газ ҡаҙан­лыҡтары тыштан ҡуйылған, һәм улар, һауа торошона ҡарап, автоматик рәүештә көйләү системаһы менән тәьмин ителгән. Йорттағы газ ҡаҙанлығы яғыулыҡты аҙ сарыф итә һәм күп фатирлы йорттар өсөн экономиялы вариант булып тора. Был иһә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе лә кәметә. Шулай уҡ йортта йәшәүселәр йылытыу режимын һайлау мөмкинлегенә лә эйә. Подъездарҙы яҡтыртыу ҙа автоматик рәүештә башҡарыла. Фатирҙарҙа янғын сығыу хәүефен иҫкәртеү өсөн автономлы оптик-электрон белдерткестәр ҡуялар. Фатирҙарҙың тәҙрә, иҙән, түшәме, ишектәре лә заман талаптарына яуап бирә.
Быйыл ундағы объекттарҙың береһе – балалар паркын асыу тантанаһы булды. Сарала ҡатнашҡан Башҡортос­тандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Людмила Мизонова билдәләүенсә, төҙөлөш компанияһы уңайлы фатирлы йорттарҙы имен, яйлы майҙан менән тәьмин итә.
Бер юлы алты – һигеҙ объект төҙөлә. Бынамын тигән 96 фатирлы йортто файҙаланыуға тапшырғандар, тағы ла 40 фатирлы торлаҡ әҙер. Әлбиттә, был яңауылдар өсөн торлаҡ тапшырыуҙа яҡшы күрһәткес булып тора.
– Ҡайҙа ғына эшләһәк тә, халыҡ өсөн уңайлы йорттар төҙөү маҡсатын ҡуябыҙ. Мәҫәлән, Яңауылда ҡулайлы ҡала мөхите тыуҙырылған, бөтә уңайлыҡтары булған йорттар һалдыҡ. Фатирҙарҙың планировкаһын әҙерлә­гәндә иң яҡшы тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырырға тырыштыҡ. Әлеге ваҡытта планировканың 20 төрөн тәҡдим итәбеҙ. Нефтекамала төҙөлгән ун ҡатлы йортта, һатып алыусының ихтыяжынан һәм финанс мөмкинлегенән сығып, фатир­ҙарҙың 11 варианты һәм төрлө майҙан­дар ҡаралған, – ти Рөстәм Дарик улы.
Ысынлап та, Яңауылда файҙала­ныуға тапшырылған йорттар һоҡланыу уята. Уларҙың тышҡы күренеше тәбиғи шарттар йоғонтоһона бирешмәгән махсус ҡатлам менән ҡапланған.
Ҡалтасылар ҙа тиҙҙән “ГеоСтрой” төҙөгән йортта йәшәйәсәк. Әле унда дүрт ҡатлы, күп фатирлы йорт ҡалҡып килә. Был объект социаль йүнәлештә – йәшәүгә яраҡһыҙ тип табылған йорттарҙа көн күргән кешеләрҙе күсереү маҡсатында хакимиәт менән килешеү нигеҙендә төҙөлә. Торлаҡ киләһе йыл июндә сафҡа инәсәк.
Үҙен ышаныслы партнер итеп күрһәткән компания менән дәүләт һәм муниципаль ведомстволар – Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, төбәктең ҡала һәм район хакимиәттәре, башҡа ойошмалар әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
– Бөгөн төҙөлөш баҙарында ла көнәркәшлек көслө, шуға ла көслөләр генә моратына ирешә ала. Ҡаты дәғүәселек шарттарында сифат менән генә алдырырға мөмкин. Беҙ төрлө күләмдәге объекттарҙы төҙөйбөҙ. Йылдар дауамында үҙебеҙҙе ышаныслы партнер итеп күрһәтеүгә өлгәштек һәм объекттарҙы ла ваҡытында тапшы­рабыҙ. Был иһә командабыҙҙың ихлас һәм күңел биреп эшләүе һөҙөмтәһе, – ти етәксе.
Рөстәм Дарик улы сығышы менән Ҡыйғы районынан. Йәштән спорт менән шөғөлләнеүе унда ихтыяр көсө, маҡ­сатҡа ынтылыш сифаттарын тәрбиә­ләгән. Студент сағында төҙөлөш отрядтарында ҡатнашып, ошо тармаҡты үҙ итә. “Мин ғүмерем буйы эшләнем”, – ти, ул саҡтарҙы иҫкә алып.
Хеҙмәт кешене тәрбиәләй, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул. Рөстәм Дарик улының да бөгөнгө уңыштары хеҙмәт яратыуға бәйле. Төбәктең үҫешенә тос өлөш индергән эшҡыуарға һәм уның хеҙмәттәштәренә киләсәктә лә ошо юлда халыҡ, республика өсөн файҙалы эштәрен дауам итеүҙә­рен теләйбеҙ. Эйе, улар төҙөгән йорттар төбәк тарихында ныҡлы урын ала һәм уның данын күтәрә.


Автор: Рәмилә Мусина.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә