Сәйҙе донъяның барлыҡ илдәрендә лә яратып эсәләр. Рәсәй халҡы айырыуса. Ҡунаҡ килһә лә, сәйнүгебеҙ йәһәт кенә ҡайнап сыға. Күрәһең, бер аҡыл эйәһенең “Сәйһеҙ тормош юҡ” тигән әйтемендә тулы хаҡлыҡ бар.Эсемлектең файҙалы үҙенсәлектәре тураһында күп һөйләргә була. Юҡҡа ғына урыҫ атамаһы тәүҙә дарыу үләне исеме итеп ҡулланылмаған. Сәйҙә бөтә файҙалы матдәләр бар тиерлек, бигерәк тә С (лимон йәки әфлисун һутына ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк), Р (рутин – күҙәнәктәрҙең тын алыуына һәм тамырҙарҙың туҡландырылыуына булышлыҡ итә), В төркөмө (тире, сәс торошо өсөн яуаплы, бауыр һәм нервы системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта) витаминдарына бай.
Кофеин йөрәк-ҡан системаһы эшмәкәрлеген яйға һала, калий йөрәк тарамыштарына ыңғай тәьҫир итә. Сәй матдәләр алмашыныу продукттарын кәметә, шуның менән йөрәкте сыҙамлыраҡ итә. Әммә ҡаты сәй, кофеины күп булыу сәбәпле, йөрәк тибешен көсәйтә.
Ҡара сәй ҡан тамырҙарына яҡшы, уларҙың һығылмалылығын нығыта. Был бигерәк тә оло кешеләр өсөн мөһим. Йәшеле тамырҙарға май ҡатламы ултырыуҙан һаҡлай. Шулай уҡ ҡан баҫымын (түбән булғанда – ябай ҡара сәй, юғары икән, йәшел сәй эсергә кәңәш ителә: даими ҡулланғанда ҡан баҫымы 10 – 20 процентҡа түбәнәйә) нормалләштерә, баш ауыртыуын баҫа.
Эсемлек мейе һәм йөрәк-ҡан тамырҙарын киңәйтеп, ҡан әйләнешен тиҙләтә. Канада ғалимдары инсульт кисергән кеше мейеһенең функцияларын тергеҙеүҙә сәйҙең әһәмиәте ҙур булыуын билдәләй.
Нервы системаһы өсөн дә файҙалы. Стресс, миҙгел алмашыныуына бәйле еңел депрессия мәлендә тонусты күтәрә, көс бирә. Юҡҡа ғынамы томанлы Англия халҡы уны көнөнә әллә нисә сынаяҡ эсеүҙе хуп күрә.
Һинд сәйе, ҡытай сәйе... Магазин кәштәләре уның төрлө төрҙәренә бай хәҙер. Барлыҡ халыҡ яратып ҡулланған эсемлектең башлыса сит илдәрҙән булыуына ла ғәҙәтләнеп бөткәнбеҙ. Шул саҡ, әллә хәҙер ул үҙебеҙҙә бөтөнләй үҫтерелмәйме икән, тигән һорау тыуа.
СССР тарҡалғандан һуң сәй етештереү Рәсәйҙең Краснодар крайында ғына ҡала. Әлбиттә, уҙған быуаттың 90-сы йылдары көрсөгөн был өлкә лә ауыр кисерҙе.
Әйткәндәй, был тармаҡ Бөйөк Ватан һуғышынан һуң етеҙ темпта үҫешә. Төбәктең Адлер, Лазарев райондарындағы плантацияларға Майкоп, бер аҙҙан Тула, Горячий Ключ райондарындағы сәй баҫыуҙары өҫтәлә. Уларҙың майҙаны 1,5 мең гектарҙан ашып китә. Әлбиттә, был йылдарҙа фәнни йәһәттән дә һөҙөмтәле эш алып барыла. Краснодар сәй үҫтереүселәре 1950 – 1980 йылдарҙа урындағы культураның иң яҡшы сорттарын барлыҡҡа килтерә. “Краснодар гөлләмәһе” тигән сорт донъя күләмендә юғары баһа алды, белгестәр уны йомшаҡ, тәмле, бәрхәт, шул уҡ ваҡытта үтә ныҡ еҫле булмауы өсөн юғары баһалай. Шулай ҙа был сәй совет осоронда күпләп етештерелмәне һәм ғәҙәти сауҙа кәштәләренә барып етмәне тиерлек. Йәнә “Экстра” сәйен һатып алырға мөмкин ине. Әммә ҡаптарының үтә ябай булыуы һәм әҙер продукцияны матур һаҡламауҙары уның сифатын ныҡ төшөрҙө, сөнки Краснодар сәйе юлды, насар ҡапты “ҡыйын кисерә”.
Ауыр замандарҙан һуң Рәсәй сәйенең хәле тотороҡлана башланы. Әлбиттә, сифаты йәһәтенән үтә шәп тип булмай, күләме лә әүәлге кимәлгә етмәй. Шулай ҙа Догамыстағы, Адлерҙағы сәй эшкәртеү һәм төрөү фабрикаһы эшләп килә, Рәсәйҙәге берҙән-бер “Краснодарчай” етештереүсе фирмаһы ла һаҡланды.
Быйыл сәй беҙҙә бығаса күрелмәгән уңыш менән ҡыуандыра. Былтыр ошо тармаҡта тир түккән Рәсәй хужалыҡтары был культураны 300 тонна йыйып алһа, хәҙер иһә өс тапҡырға күберәк – 1000 тонна самаһы. Һуңғы йылдарҙа плантациялар 40-тан 100 мең гектарға тиклем етте һәм совет осорондағы күләмдән артты. Әйтеүебеҙсә, беҙҙә сәй башлыса Краснодар крайында үҫтерелә. Бында майҙан авгусҡа тиклем ул алты-ете тапҡыр уңыш бирә. Азияның көньяҡ-көнсығышындағы кеүек йыл әйләнәһенә тиерлек – 30 мәртәбәгә тиклем – уңыш алмаһаҡ та, был күрһәткес тә насар түгел.
Совет осоро менән сағыштырғанда, иң мөһиме – Рәсәй сәйенең сифаты кинәт артты. Әлбиттә, ул – үтә нескә культура, йыйыу ҡатмарлы. Билдәле булыуынса, хуш еҫле эсемлек ҡыуаҡлыҡтың иң өҫкө япраҡтарынан ғына алына. Плантацияла эшләү ҙә еңелдән түгел: бер килограмм киптерелгән сәй әҙерләү өсөн эшсегә дүрт тапҡыр күберәк япраҡ өҙөргә тура килә. Шуға ла бынан 20 йыл элек үҫемлекте машина ярҙамында йыя башланылар. Был эш барышын тиҙләтте, әммә һөҙөмтәлә бункерға аҫҡы япраҡтар, хатта һабаҡтары ла эләгә башланы. Бөгөн Рәсәй эшсәндәре, Ҡытай, Һиндостан, Шри-Ланка илдәрендәге кеүек, сәйҙе тағы ҡул менән йыя.
Рәсәйҙә иң яҡшы тип бөртөклө сәй һанала. Уның тәмен яҡшыртыу маҡсатында асылмаған бөрөләрҙе ҡушалар. СССР ваҡытында бөртөклө сәйҙе 30 процент самаһы ғына сығарһалар, бөгөн ул 100-гә яҡынлашып килә.
Хатта бөгөн Рәсәй сәйен етештереү буйынса рекорд ҡуйһаҡ та, халыҡтың бер проценттан күберәк өлөшөн генә эсемлек менән тәьмин итә алабыҙ. “Рәсәй халҡы сәйҙе инглиздәргә ҡарағанда ла күберәк эсә. Илебеҙ донъяла был культураны иң күп һатып алыусы булараҡ билдәле. Беҙ йылына 160 мең тонна сәй ҡулланабыҙ”, – ти Росчайкофе” ассоциацияһы директоры Рамаз Чантурия.
Инглиздәр кеүек, Рәсәй халҡының ундан туғыҙы ҡара сәй эсә, башлыса Һиндостанда һәм Ҡытайҙа үҫтерелгән ассам сортына өҫтөнлөк бирә. Уның айырмаһы шунда: илдәге сәйҙең 60 проценты эсемлектең япраҡтарынан ҡайнатылмаған, ә пакеттарға тултырылған. Аңлашыла: бындай сәйҙең сифатын яҡшы тип булмай. Мәҫәлән, бик йыш унда арзан Африка сорттарын ҡушып ебәрәләр. Тағы Азербайжанда үҫтерелгән түбән сортлы япраҡтар ҡушылған осраҡтар ҙа бар. Әйткәндәй, ул – совет осорондағы илдәр араһында үҙен сәй менән тулыһынса тәьмин иткән берҙән-бер төбәк. Бында йыл һайын 20 – 30 мең тонна сеймал етештерелә.
Япраҡтар сифатлы булғанда ла уға йыш ҡына төрлө тәмләткестәр ҡушыла. ГОСТ талаптары буйынса, төрлө өҫтәлмәләрҙең өлөшө 50 процентҡа тиклем етергә мөмкин. Күп һанлы тикшереүҙәр һәм тестар күрһәтеүенсә, ҡайһы бер етештереүселәр төрлө үләндәрҙе, тәмләткестәрҙе хатта 60 – 70 процентҡа тиклем ҡуша. Был, әлбиттә, яҡшы түгел һәм быны күптән сикләргә ваҡыт. Тап шуға ла Дәүләт Думаһы депутаттары сәйгә ҡарата техник регламент ҡабул итеү мәсьәләһен күтәрә. Көҙгө сессияла ул йәнә ҡараласаҡ.