Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәмәғәт транспорты яңы һулыш алырмы?
Йәмәғәт транспорты  яңы һулыш алырмы?Йәмәғәт транспорты өлкәһендәге хеҙмәтләндереү күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Маршрут өсөн талашҡан шәхси эшҡыуарҙар күп булһа ла, сифатлы хеҙмәт күрһәтелмәй. Күп урындарҙа төп маршруттар шәхси ташыусы ҡулына күсеп бөттө. Уларҙың ҡайһы берҙәре киске сәғәт 8-гә тиклем генә эшләй. Был күренеш бигерәк тә бәләкәй ҡалаларға хас. Кис пассажирҙар һаны кәмей, шуға ла кемдең үҙ иҫәбенә яғыулыҡ яндырып, ҡала буйлап гиҙеп йөрөгөһө килһен инде. Һайлау мөмкинлеге ҡалмағас, халыҡҡа таксистар хеҙмәтенән файҙаланырға ғына ҡала.

Йәмәғәт транспорты ниндәй булырға тейеш?

Ульяновскиҙағы Дәүләт Советы президиумы ултырышында ил Президенты Владимир Путин да Рәсәй төбәктәрендә йәмәғәт транспортын ойоштороу эшен тәнҡитләп сығыш яһаны.
“Былтыр илдә пассажирҙар ағымы 18,7 миллиардҡа еткән. Был һәр кешенең яҡынса 130 тапҡыр дөйөм ҡулланы­лыштағы транспорттан файҙаланыуын аңлата. Шуға ла йәмәғәт транспорты мәсьәләһе көнүҙәк. Әммә һәр төбәк уны үҙенсә хәл итә, шул уҡ ваҡытта төбәктәр менән муниципаль властар үҙ-ара килешеп эшләмәй. Ҡайҙалыр даими рейстар юҡ, ҡайҙалыр маршруттар ҡабатлана йәки күләгәләге бизнес сәскә ата”, – тип белдерҙе Президент.
Йәмәғәт транспорты Совет заманында ла матди файҙа килтермәне, шуға күрә заманса инфраструктура булдырырға һәм йылдар дауамында һаҡланып килгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк тигән маҡсат ҡуйыла. Был йәһәттән төбәктәрҙә лә халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереүҙең комплекслы планын индереү тәҡдим ителә. Бөтә төр транспортта хеҙмәтләндереүҙең аныҡ стандарттары булырға тейеш. Әле Рәсәйҙең Транспорт министрлығы уны әҙерләгән, әммә улар мотлаҡ булып тормай. Бер билет менән ике һәм унан да күберәк транспорт төрөнән файҙаланыу мөмкинлеген тыуҙырған мультимодаль ташыу төрөн үҫтереү перспективаларын ҡарау тәҡдим ителә. Заманса йәмәғәт транспорты хәүефһеҙ һәм уңайлы булырға, расписание буйынса теүәл йөрөргә тейеш, ти Владимир Путин. Шулай уҡ ул өлкәлә экологик һәм иҡтисади яҡтан файҙалы сараларҙы үҙләштәреүҙе лә тәҡдим итә.

Төбәктә хәлдәр нисек?

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рә­йесе Тимур Мөхәмәтйәнов билдәлә­үенсә, 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса йөк әйлә­неше бер километрға 49,7 миллиард тонна тура килде, йәғни планға ҡарата 110 процент тәшкил итте, ә дөйөм файҙала­ныу­ҙағы транспорт әйләнешендә кило­метр­ға – 5,6 миллиард пассажир, был йыллыҡ планға ҡарата 103 процентҡа тиң.
– Республика юл-транспорт комплексы яҡшы үҫешкән. Төбәк иҡтисадының транспорт хеҙмәтенә талаптарҙы ҡәнәғәт­лән­дереү өсөн яңы сифатлы кимәлгә сығырға тырышып, уны артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы һәм Рәсәй транспорт министры Михаил Соколов менән килешелгән төбәктең инфраструктура комплексын үҫтереү программаһы нигеҙендә өҫтөнлөклө проекттарҙың юл картаһы әҙерләнгән. Беҙҙең төп маҡсат – пасса­жирҙар, йөк ташыусылар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ заманса транспорт мөхитен булдырыу. Туҡталҡа урындарын, транспорт ташыуҙы системаға һалыу, таксомотор эшмәкәрлеген, Өфөлә тиҙ йөрөшлө йәмәғәт пассажир транспортын үҫтереү, уңайлы хәрәкәт селтәрен ойоштороу буйынса һорауҙар өҫтөндә эш алып барыла, – ти комитет рәйесе.
Республика “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” федераль проектында ҡатнаша. Был төбәктә юл тармағын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ошо стратегик йүнәлеш буйынса Өфө агломерацияһы, транспорт инфраструктураһын комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы килешеү үтеп, тормошҡа ашырыла башлаған. Федераль юл агентлығы менән республика Хөкүмәте араһында 2025 йылға тиклем йыл һайын федераль бюджеттан 1 миллиард һум бүлеү, шул уҡ сумманы республика һәм урындағы бюджеттан финанслау тура­һында килешеү төҙөлгән. Был программаға Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко һәм Шишмә райондарындағы хәүефле юл участкалары ингән.
Өҫтөнлөклө проектты әҙерләүселәр Өфөләге транспорт ағымын яйға һалыуға айырыуса иғтибар бирә. Ошо маҡсатта 2017 – 2018 йылдарҙа 3,2 миллиард һум, йәғни 79 процент, тотоноласаҡ. Ике йылда баш ҡаланың 72 урамы (139 километр) ремонтланасаҡ. Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғалары йыш булған 41 урында тәртип булдырыу күҙаллана. Өфө районында авариялар күп теркәлгән дүрт урында тәртип урынлаштырыу һәм 25,5 километр юлды ремонтлау ҡаралған. Был саралар өсөн – 335 миллион һум, ә юл ҡатламын ремонтлауға 277,4 миллион һум сарыф ителәсәк.
Эйе, әлеге ваҡытта республика юлдарын рәткә һалыу өсөн байтаҡ аҡса тотонола. Әлбиттә, был насар юлдар мәсьә­ләһен яйға һалыуға булышлыҡ итәсәк. Әммә пассажирҙар ташыуҙа етешһеҙ­лек­тәр булыуын да оноторға ярамай. Бил­дәле булыуынса, “Башавтотранс” йәмғиәте һуңғы йылдарҙа күп кенә маршруттар буйынса объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡаһында рейстарын кәметте, маршруттарын ҡыҫҡартты. Ҡайһы бер ауылдарға бөтөнләй йәмәғәт транспорты йөрөмәй. Урындағы халыҡ “попутка” тоторға мәжбүр.
Шәхси эшҡыуарҙарҙың, осраҡлы кешеләрҙең хеҙмәтләндереүе халыҡта ышаныс уятмай. Белеүегеҙсә, хәҙер күптәр рөхсәтһеҙ, үҙ белдеге менән пассажирҙар ташый. Улар әүҙемлеге, ҡыҫҡа ваҡытта тәғәйен урынға алып барып еткереүе менән халыҡты үҙҙәренә йәлеп итте һәм, дөрөҫөн әйтәйек, “Башавтотранс” йәмғиәтен күп маршруттарҙан ҡыҫырыҡлап сығарҙы.
– Йәшерен ташыуҙарға килгәндә, дөйөм контроль урынлаштырырға кәрәк, ҡайҙа, кем, нисек, кемде йөрөтә, ниндәй маршрутты, ниндәй шарттарҙа хеҙмәтлән­дергәнен аңлатҡан саралар системаһы булырға тейеш... Был хаҡта эҙмә-эҙлекле уйларға кәрәк, – тине Владимир Путин. Рәсәй Президенты хаҡлы. Аҡсаның үҙ урыны, ә бына халыҡ юлда хәүефһеҙ йөрөһөн өсөн ҡануниәт нигеҙендә нығытылған аныҡ тәртип урынлаштырыу – күптән өлгөргән мәсьәлә.

Пассажирҙар ташыу яйға һалынамы?

– Беҙгә бер нисә мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Иң тәүҙә республикала йәмәғәт транспорты йөрөшөн системаға һалырға йыйынабыҙ. Хәүефһеҙлекте, уңайлылыҡты тәьмин итеү, транспорт сараларын биҙәү өлкәһендә дәүләт һәм шәхси ташыусылар өсөн бер үк талаптар индереү маҡсаты тора. Дәүләт һәм шәхси ташыусыларға ла берҙәм транспорт картаһын индереү мөһим. Ул йәмәғәт транспортын файҙа­ланыуҙа уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ һәм йөрөтөүҙе контролдә тотоуҙы һөҙөмтә итәсәк. Шулай уҡ бындай траспорттарҙа газ моторҙары өсөн тәғәйенләнгән яғыулыҡты киң ҡулланыу мөһим.
Мәскәү Хөкүмәтенең заманса транспорт мөхитен үҫтереү буйынса эштәренең уңышлыларын ҡулланыу мөмкинлеген дә ҡарайбыҙ. Республикала аҙ хәрәкәт иткән төркөмгә ҡараған граждандарға уңайлыҡ­тар тыуҙырыу йүнәлешендә 18 автовокзал һәм ун касса пункты йыһазландырылды, – тип билдәләне Тимур Мөхәмәтйәнов.
Төбәктә, йәмәғәт транспорты ҡайтанан йәнләнһен өсөн, саралар планы ҡаралған. Уға ярашлы, Саҡмағошта, Ҡалтасыла һәм Краснохолмда өс автостанцияны яңынан йыһазландырыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта “Башавтотранс” йәмғиәтенең 215 автобусы коляскалылар өсөн махсус платформалар менән йыһазландырылған. Ундай автобустар Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында эшләй. Яҡын арала яңы автобустар Октябрьский ҡалаһы халҡын хеҙмәтләндерә башлаясаҡ.
Быйыл октябрҙә Өфөлә автомобил­дәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡуртымға биреү – каршеринг транспорт хеҙмәте лә индерелә. Был иһә ҡыҫҡа ваҡытҡа транспортты ҡуртымға алыу мөмкинлеге тыуҙыра. Ошо маҡсатта автомат коробкалы 75 еңел автомобилдең ҡала урамдарына сығыуы көтөлә. Бер нисә йылда уларҙың һаны 300-500-гә еткереләсәк.

Юлдар индустрияһына әйләнәбеҙ

Ысынлап та, һуңғы ваҡытта республикала юл төҙөлөшө, сифаты, үҫеше тураһында йыш ишетәбеҙ. Эш күләме лә ҙур-ҙур һандар, аҡсалар менән иҫәпләнә. Транспорт форумында “Юл тармағында дәүләт-шәхси партнерлыҡ баҙары” секцияһында ла ошо хаҡта һәм уның киләсәге тураһында һүҙ барҙы, белгестәр үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.
Республикала юлдарҙы камиллаштырыу һәм үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу барышында төбәктең юл тарма­ғында дәүләт һәм шәхси эшҡыуарлыҡ форматында ҙур проекттар булдырыу тураһында ла әйтеп үтте комитет рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Башҡортостан аша “Европа – Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара транспорт маршруты Ҡытай һәм Үҙәк Азияны Рәсәй төбәктәре, Көнбайыш Европа порттары менән тоташтырасаҡ. Был юл дүрт һыҙаттан торасаҡ һәм оҙонлоғо 283,3 километр буласаҡ. Шулай уҡ ул транспорт сығым­дарын өс тапҡырға ҡыҫҡартыу мөмкинлеге тыуҙырып, үҙ-ара сауҙаға яңы һулыш бирәсәк. Ә инде дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ нигеҙендә төҙөлгәс, юлды түләүле итәсәктәр.
Икенсе ҙур проект – “Урал” М-5 федераль юлынан (көнсығыштан) Өфөгә инеү юлы булдырыу. Ошо проектҡа юл тоннеле, Өфө йылғаһы аша күпер, эстакада һәм “Урал” М - 5 менән тоташтырған арауыҡта төҙөләсәк юл инә.
Башҡорт концессия компанияһы вәкиле – “ВТБ Капитал” акционерҙар йәмғиәтенең инфраструктураны финанслау идаралығы директоры Анатолий Суходолов М-5 трассаһына “Көнсығыштан инеү” төҙөлөшө проекты әҙерләү 2018 йылдың яҙына, ә техник яҡтан иң ауыр проектты – тоннелде 2022 йылға тамамларға планлашты­рыуҙары тураһында белдерҙе. Төҙөлөш Рәсәйҙә тәүге автомобиль тоннеле буласаҡ. Федераль ярҙам менән генә проектты ғәмәлгә ашырыу мөмкин, ти ул.
Тағы ла бер мөһим төҙөлөштәрҙең береһе – “Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск” автомобиль юлы. Әлеге ваҡытта был проект буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалған һәм еңеүсе билдәләнгән. Йыл аҙағына тиклем проектты тормошҡа ашырыу буйынса концессия килешеүе төҙөү планлаштырыла.
“Башҡортостан Республикаһы террито­рияһында “Үҙәк – Урал” халыҡ-ара транспорт коридоры участкаһын булдырыу” проекты өҫтөндә эш алып барыла. Ул Мәскәү – Екатеринбург федераль йүнәлешен бойомға ашырыуҙы күҙ уңында тота. Проект Бөрө ҡалаһын урап үтеү өсөн Өфө йылғалары аша күпер һалыуҙы, Свердловск өлкәһе сигенә тиклем автомобиль юлы һалыуҙы күҙ уңында тота. Әгәр ҙә был проект тормошҡа аша ҡалһа, Мәскәү – Екатеринбург юлы 170 саҡрымға ҡыҫҡарасаҡ. Әлеге ваҡытта Ҡариҙелде урап юл һаласаҡ генераль подрядсы билдәләнгән. Төҙөлөштө 2019 йылдың октябрендә тамамларға уйлайҙар.
Өфө – Камбарка – Ижевск автомобиль юлын реконструкциялау проекты Нефтекама ҡалаһын урап үтеүҙе күҙ уңында тота. Кама йылғаһы һәм Удмурт Рес­пуб­ликаһындағы Буй йылғаһы аша һалынған күперҙәрҙе үҙ эсенә алған участка ла түләүле буласаҡ. “Дүртөйлө – Нефтекама” юлын икенсе техник категорияға еткереү маҡсатында Башҡортостан менән Удмурт Республикалары үҙ-ара килешеү төҙөгән.
Юл төҙөлөшө – ҙур сығым талап иткән тармаҡ. Шулай булһа ла, был маҡсатҡа аҡсаны йәлләү төбәктең үҫешенә аяҡ салыуға тиң. Беҙҙә халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған юлдар төҙөлә икән, тимәк, республикабыҙ яңы үҫеш юлына баҫа, ә халыҡҡа яңы мөмкинлектәр, уңайлыҡтар тыуҙырыла. Был иһә йәмәғәт транспорты үҫешенә лә өр-яңы һулыш бирер тигән өмөт бирә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 337

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 266

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503