Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уянған аждаһа кемгә теш күрһәтә?
Уянған аждаһа кемгә теш күрһәтә?Һуңғы осорҙа иҡтисадсылар араһында яңы хәрби технологияларҙың күпләп Ҡытайға эләгеүенең ҙур хәүеф менән янауы тураһында борсоулы хәбәрҙәр киң мәғлүмәт сараларында, айырыуса социаль селтәрҙәрҙә йыш күренә. Был турала элек күберәк хәрби сәнәғәт комплексы белгестәре генә үҙ фекерен белдерһә, хәҙер мәсьәлә киңерәк даирәләрҙе борсоуға һала.

Рәсәй Сәйәси һәм хәрби анализ институты белгестәре Ҡытайҙың яңы технологиялар өлкәһендәге потенциалын өйрәнеүҙә айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтә. Институт директоры урын­баҫары, билдәле политолог, Ҡытай ҡораллы көстәре буйынса эксперт Александр Храмчихин иҫбатлауынса, һуңғы йылдарҙа Ҡытай юғары технологиялар урлауҙы киң масштабта һәм системалы рәүештә алып бара. Был хәл, бер яҡтан, Рәсәй иҡтисадына ҙур зыян килтерһә, икенсе яҡтан, ул хәҙер етди хәрби хәүефкә әйләнеп бара.
90-сы йылдарға тиклем Ҡытай хәрби техниканы, нигеҙҙә, Советтар Союзынан алһа, СССР тарҡалғандан һуң был ил Рәсәй ҡоралы күсермә­ләрен бер ниндәй лицензияһыҙ үҙе етештерә башланы. Мәҫәлән, “Смерч” залп уты реактив системаһы, “Мста” үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы, Т-80, Т-90 танктары Ҡытайҙа күпләп сығарыла. Яңы техника иң тәүҙә Рәсәй менән сиктәш Пекин һәм Шеньян хәрби округтарында (Ҡытайҙа бөтәһе ете округ ойошторолған) туплана. Ғәскәр­ҙәрҙең дислокацияһынан, структу­ра­һы­нан, әҙерлек тактикаһынан күрене­үенсә, уларҙың Транссебер тимер юл магистрален бер нисә урындан киҫеп, Рәсәй территорияһына бик тәрәнгә үтеп инеп, Алыҫ Көнсығыштың һәм Көньяҡ Себерҙең, шулай уҡ күрше Ҡаҙағстандың ҙур өлөшөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баҫып алыуға әҙерлеге шик ҡалдырмай. Ҡытай армияһының төп көсө ҡоро ерҙә һуғыш алып барыу өсөн тәғәйенләнгән, йәғни, ғәмәлдә, Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән, тип иҫәпләй Сәйәси һәм хәрби анализ институты белгестәре.
Хәрби авиация өлкәһендә ҡытай­ҙарҙы беҙҙең Су-27 истребителе һәм уның модификациялары ныҡ ҡыҙыҡһындыра, әммә улар бында ла хәйләгә бара. Улар тәүҙә ҙур заказ биреүгә теләк белдерә, әммә аҙаҡ 76 самолет һатып алыу менән генә сикләнә, шул иҫәптән 40 дана Су-27УБ (учебно-боевой) варианты һәм Рәсәй менән лицензия килешеүе төҙөй. Самолеттарға беҙҙең Өфө ҡалаһында етештерелгән двигателдәр һәм авионика (борт электроникаһы) ҡуйылырға тейеш була. Оҙаҡламай Ҡытай, килешеүҙән баш тартып, самолеттарҙы лицензияһыҙ етештерә башлай. Ҙур зыян күргән Рәсәй был юлы ла бер ниндәй дәғүә белдермәй, хатта ҡытайҙарға 120 дана иң яңы Су-30 самолеттары һата. Ул машиналарҙы диңгеҙҙә авианосец кеүек ныҡ һаҡланған объекттарға ҡаршы ҡулланырға мөмкин. Белгестәр фекеренсә, ҡытайҙарға был кимәлдәге юғары технологиялар тапшырыу бик етди стратегик хата булыуы ихтимал.
АҠШ эксперттары мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡытайҙар, был илдең дә юғары технологияларын күпләп урлап, йыл һайын 5 триллион долларҙан ашыу зыян килтерә. Сәнәғәт шпионажына ҡаршы көрәш менән шөғөл­ләнгән “Blackops Partners Corporation” фирмаһы етәксеһе Кейси Флеминг менән хәрби контрразведка ветераны Джош Вандер Вин раҫла­уынса, Ҡытай технологиялар урлау өсөн бик ҡеүәтле махсус система төҙөгән һәм унда байтаҡ дәүләт чиновниктары, компартия функционер­ҙары, ғалимдар, инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, хәрбиҙәр инә.
Америка университеттарында эш­ләгән ҡытай белгестәренең күпсе­леге даими рәүештә үҙ илдәрендәге партия чиновниктары менән бәйләнеш тота — заданиелар алып, отчеттар тапшырып тора. Донъяла бер илдә лә оҡшаш структуралар юҡ. Ҡытайҙа сит ил технологияларын үҙләштереү менән 202 махсус үҙәк шөғөлләнә. Сит илдәрҙә уҡыған студенттар, стажировкаларға, командировкаларға, фәнни конгрестарға барған белгестәр, ҡағиҙә булараҡ, тейешле инструктаж үтә. Ифрат ҡаты дисциплинаға буй­һонған тоталитар системаның үҙәгендә Ҡытай коммунистар партияһы тора. Бөгөнгө Ҡытай лидеры Си Цзиньпинь системаны нығытыу маҡсатында юғары партия органдарына һәм төбәк хакимиәттәренә “цзюньгун-хантянь” (хәрби-сәнәғәт комплексы) вәкилдәрен етәксе вазифа­ларға күпләп ҡуя.
АҠШ һәм башҡа алдынғы илдәрҙең юғары технологияларын үҙләштереү Ҡытай лидеры Дэн Сяопин 1986 йылда ҡул ҡуйған “Программа 863” документы нигеҙендә ойошторола. Тәүҙә программа ете йүнәлеште күҙ уңында тота: энергетика, космос, мәғлүмәт технологиялары, лазер технологиялары, яңы материалдар, биотехнологиялар, телекоммуникациялар. 1996 йылда диңгеҙ технологиялары йүнәлеше индерелә һәм донъя океанында иң көслө флот, күп һанлы авианосецтар төҙөү маҡсаты ҡуйыла. “Программа 863” компьютер китапхана­һында АҠШ, Рәсәй, Япония, Англия һәм башҡа илдәр буйынса әлеге көнгә тиклем 38 миллион статья тупланған.
Ҡытайҙа иҡтисади шпионаж менән шөғөлләнгән иң эре фәнни ойошма — Ҡытай Милли азатлыҡ армияһы Генераль штабының III бүлегенә ҡараған 61-се ғилми институт. Уның етәксеһе — Ван Цзяньсинь, Мао Цзэдун заманында ҠХР дәүләт именлеге министры булған Ван Цзюндың улы. Дәүләт именлеге министрлығы (ҡытайса тәүге атамаһы — Шэхуэйбу, аҙаҡ — Гуойя Анкуанбу) Ухань ҡалаһында урынлашҡан. Уның III бүлеге фәнни-техник һәм иҡтисади разведка менән шөғөлләнә. 61-се институт — Пекиндың Хайдянь районында. 2014 йылда институттың Америкала эшләгән биш агенты ЦРУ операцияһы һөҙөмтәһендә ҡулға алына. Агенттар институттың 61398-се бүлексәһенә ҡарай, бүлексәлә 11 ҙур хакер төркөмө эшләүе асыҡлана. Ҡытай агенттары бер бәләкәй генә хата ебәреп тотола — шифрлы электрон хаттарын гел “61” һанынан башлай. Алдараҡ иҫкә алынған Кейси Флеминг раҫлауынса, 61-се институт ваҡиғаһынан һуң Ҡытай хәрби хакерҙары үҙ әүҙемлеген яҡынса ун тапҡырға арттыра.
14 августа АҠШ президенты Дональд Трамп интеллектуаль милек урлау менән шөғөлләнгән Ҡытай фирмалары эшмәкәрлеген тикшереү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы. ФБР мәғлүмәттәренә ярашлы, һүҙ ҡытайҙар АҠШ-та төҙөгән 3200 фирманың юғары технологиялар, хатта атом ҡоралы серҙәрен урлап, Пекинға оҙатып тороуы тураһында бара.
Америка Ҡытай экспансияһына ҡаршы тороуҙа төп иҫәпте Рәсәйгә тота. Күренекле АҠШ политологы, Мәскәүгә килеп, ошо темаға лекциялар уҡып йөрөгән Эдвард Люттвак фекеренсә, Рәсәй ҙә был реаль хәүефтән һаҡланыу өсөн АҠШ һәм ЕС илдәренә генә таяна ала. Ҡытай иҡтисады нефть, газ, тимер рудаһы, төҫлө металл, аҙыҡ-түлек экспортына мохтаж. Экспорт, нигеҙҙә, көньяҡ диңгеҙҙәре аша килә, ә ул юлды АҠШ базалары һәм флоты даими күҙәтеүҙә тота һәм тиҙ арала тулы блокадаға алыуға һәләтле. Сеймал Ҡытайға шулай уҡ Төньяҡтан — Рәсәйҙән күпләп килә. Рәсәй Федерацияһы ҙур территорияға һәм бөтә донъя сеймал ресурстарының өстән бер өлөшөнә эйә — һуңғы осорҙа, күп сығанаҡ­тарҙан күренеүенсә, был байлыҡтарға Көнсығыштағы көсәйеп килгән күрше лә йыш күҙ һала. Образлы итеп әйткәндә, уянған аждаһа хәҙер бөтә донъяға тешен күрһәтә башланы. Беҙҙән был хәлдә уяулыҡ һәм көслө булыу талап ителә — бөгөнгө менән сағыштырғанда, күпкә көслөрәк...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 533

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 430

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 517

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705