Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эскелеккә шарттар тыуҙырыламы?
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктәге 14 муниципалитетта – Яңауыл, Дүртөйлө, Туймазы, Өфө, Сибай, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау ҡалаларында һәм Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Дүртөйлө, Мишкә, Өфө, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондарында спиртлы эсемлектәр эсеп ағыуланғандар һаны уртаса республика күрһәткесенән артҡан.


Быйыл алты айҙа 14 йәшкә тиклемге 19 бала ағыуланған, шул иҫәптән Күмертауҙа – алты, Стәрлетамаҡта, Салауатта – биш, Ишембай ҡалаһы һәм районында, Көйөргәҙелә берәр бала зыян күргән. Күп осраҡта этил спиртынан ағыуланалар (90,4 процент), суррогат алкоголдән – 2,8, метил спиртынан 0,8 процент.
Йәмғиәт алкоголизм һаҙлығынан нисек сығырға белмәй аҙапланғанда, Рәсәйҙең Финанс министрлығы 2018 йылдың 1 ғинуарынан Интернет аша иҫерткес эсемлектәрҙе берәмләп һатыуҙы рөхсәт итергә йыйына. Был хаҡта “Этил спиртын етештереү һәм әйләнешен дәүләт көйләүе тураһындағы” законға үҙгәрештәр индереү проектында әйтелә. Документта күрһәтелеүенсә, тәүҙә етештереүселәргә һәм күмәртәләп һатыусыларға онлайн сауҙаны рөхсәт итергә уйлайҙар, ә 2021 йылдан берәмләп һатыуҙа һәм йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә шундай мөмкинлек тыуасаҡ. Әлеге ваҡытта бындай алым менән һатыу иткән осраҡта бөтә тыйыуҙар һәм сикләүҙәр көсөндә ҡаласаҡмы-юҡмы икәнлеге асыҡлана.
Был мәғлүмәт буйынса интернет селтәрендә фекер алышыуҙарҙа халыҡ былай ти:
– Закондар йүнләп эшләмәй. Әгәр ҙә бәлиғ булмағандарға онлайнда алкоголь һатыуҙы туҡтата алмайҙар икән, сеткала һатылған иҫерткес эсемлектәрҙе нисек контролдә тоторға уйлайҙар икән?..
– Ике утрау йәки ике район булдырырға кәрәк: береһендә – эскеселәр, икенсеһендә наркомандар йәшәр. Америка Ҡушма Штаттарындағы кеүек һәр береһенә тура килгән закон сығарырға кәрәк...
– Һинең фекер йөрөтөүең буйынса өсөнсө район да талап ителә. Унда һеҙ оҙон еңле аҡ күлдәктәрҙә йөрөйәсәкһегеҙ.
– Ә ниңә кәрәк һуң спиртлы эсемлек?
– Интернет аша спиртлы эсемлектәр һатыуҙа тыйыуҙар һаҡланамы-юҡмы икәнлеге асыҡлана. Йәғни сәғәт киске 11-ҙән һуң заказ биреп булмаясаҡ?
Әле бәлиғ булмаған балаларға йәшертен иҫерткес эсемлек биргәндәр, киске сәғәт 11-ҙән һуң һатыу тыйылһа ла, сауҙа иткәндәр, суррогат араҡы һатып байырға маташҡандар арабыҙҙа күп булған һәм уларҙың эшмәкәрлегенә хатта тәртип һаҡлау органдары ла сик ҡуя алмаған саҡта, Интернет селтәре аша спиртлы эсемлектәр һатыуҙы рөхсәт итеү халыҡҡа тик зыян ғына килтерәсәк. Финанс министрлығының хыялы – ил ҡаҙнаһын тулыландырыу тормошҡа ашмаясаҡ, сөнки иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыу­сылар килтергән зарар күпкә артасаҡ һәм уны ил бюджетынан ҡапларға тура киләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә