Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Төп иғтибар – социаль өлкәгә
Рәсәй Хөкүмәте 2018 – 2020 йылдарға бюджет проектын хупланы. Уға ярашлы киләһе ике йылға төп сығымдар социаль, хәүефһеҙлек өлкәһенә һәм иҡтисадты тотороҡландырыуға йүнәлтеләсәк. Минималь хеҙмәт хаҡын яйлап йәшәү минимумына еткереү ҙә хупланған. Ә инде Хөкүмәт ҡарамағындағы дәүләт компаниялары һәм банктар яҙмышы дивидендтар күләменә бәйле. Шулай уҡ хосусилаштырыуҙан алған килем буйынса һорауҙар ҙа асыҡ килеш ҡала, сөнки бюджетта алдағы өс йылда ҙур дәүләт компаниялары пакеттарын һатыуҙы иҫәпкә алмаған консерватив фараз яҙылған.


Федераль бюджеттың төп макроиҡтисад дәүмәлен ҡарағанда, 2018 йылда сығымдар – 16,515 триллион һум, 2019 йылда – 16,415 триллион һум һәм 2020 йылда 17,24 триллион һум булыр тип көтөлә. Килем иһә 2018 йылда – 15,182, 2019 йылда – 15,548, 2020 йылда 16,28 триллион һум булыр тип фаразлана. Бюджет дефициты түбәндәгесә буласаҡ: 2018 йылда – 1,332 триллион һум, 2019 – 867 миллиард һум, 2020 йылда – 960 миллиард һум.
Премьер-министр Дмитрий Медведев, ниндәй генә иҡтисади хәл килеп тыуыуына ҡарамаҫтан, 2018 – 2020 йылдарҙағы бюджет проекты үтәләсәк, тип белдерә. Бынан тыш, тотороҡло иҡтисади үҫеште тәьмин итеү сараһы ла күрелә, ти Хөкүмәт башлығы.
Намыҫлы һалым түләүселәр өсөн һалым ауырлығын арттырыуға мораторий һаҡлана­саҡ. Шул уҡ ваҡытта финанс министры Антон Силуанов әйтеүенсә, илдә инвестиция әүҙемлеген арттырыу маҡсатында бюджет һалым буйынса дәртләндереү сараларын да күҙ уңында тота.
– Килемгә һалым бүлегендә инвестиция ташламалары аша эшҡыуарҙарҙы яңы произ­водствоға үҙ аҡсаларын һалыуҙы дәртләнде­рәсәкбеҙ. Күсмә милеккә һалым ташламалары булдырыу аша ла йәлеп итеү буйынса тәҡдимдәр бар, – тип белдерә министр.
Алдағы йылдарҙа федераль бюджеттың төп өс йүнәлеше ҡаралған: социаль өлкә, оборона һәм именлек, милли иҡтисадҡа ярҙам. Тәүгеһенә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк – 36,4 процент, икенсеһенең сығымдарына – 29 процент, милли иҡтисадҡа – 14,7 процент.
Социаль өлкәгә айырым туҡталғанда, проект буйынса уға 2018 йылда 4,703 триллион һум бүленәсәк. Шул иҫәптән иң ҙур өлөш пенсионерҙарға тура килә – 3,2 триллион һум, мәғарифҡа – 626,3 миллиард һум, һаулыҡ һаҡлау тармағына – 438,3 миллиард һум, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – 131,6 миллиард һум, мәҙәниәткә – 92,8 миллиард һум, физик культура һәм спортҡа – 58,96 миллиард һум.
Киләһе йыл милли оборона өсөн 943,6 миллиард һум һалыу күҙалланһа, шул иҫәптән именлек һәм тәртип һаҡлау эшмәкәрлеге өсөн 1,3 триллион һум йүнәлтеләсәк. Милли иҡтисадҡа 2,263 триллион һум һалырға йыйыналар.
Илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин, яңы йылдан минималь эш хаҡын 9489 һумға тиклем күтәрергә тәҡдим ителә, тип белдерә. Ә инде 2019 йылда хеҙмәткә яраҡлы граждандар өсөн минималь эш хаҡы менән йәшәү минимумын тиң итергә йыйыналар.
Яңы ҡабул ителәсәк бюджетта Президент Владимир Путиндың “май указдары”н бойомға ашырыу – бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу – саралары ла ҡарала. Пенсияны индексациялау буйынса ла Хөкүмәт үҙ йөк­ләмәләрен үтәйәсәк. Мәҫәлән, яңы йылдың ғинуарынан страховка пенсияһы – 3,7 про­центҡа, ә башҡа социаль түләүҙәр, 1 фев­рал­дән ҡайтанан ҡаралып, 3,2 процентҡа ар­тасаҡ. Шулай уҡ социаль пенсияларҙың 1 ап­релдән 4,1 процентҡа күтәрелеүе көтөлә. Ә бына эшләп йөрөгәндәргә пенсияны ҡайтанан иҫәпләү ҡаралмаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә