Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яҙ ямғыры ерҙең битен йыуһа
Яҙ ямғыры ерҙең битен йыуһа— Аяғығыҙ еңел икән — ҡасандан көткән бәрәкәтле яҙ ямғырын килтерҙегеҙ. Элек ололар, яҙ ямғыры ерҙең битен йыуһа, йыл уңышлы килә, ти торғайны. Былай булғас, бер-ике көндән дым ҡаплауға ла төшөргә була, — тип, шат йылмайып ҡаршы алды беҙҙе Архангел районы хакимиәтенең Мәғлүмәт-консультация үҙәге мөдире вазифаһын башҡарыусы агроном-консультант Кәүсәр Мортазин.
Ысынлап та, алдан һөйләшеп ҡуйғанбыҙмы ни, Өфөнән Архангелгә тиклем беҙҙе йылы ямғыр оҙатып килде. Күренеп тора, яҙ һулышы ауыл тормошона айырыуса йәнлелек өҫтәгән. Хатта ғүмере буйы ер йылыһын тойоп йәшәгән крәҫтиән дә был миҙгелдә айырыуса яуаплыраҡ, етдиерәк тойола. Сөнки яҙҙың һәр көнө, һәр сәғәте ҡәҙерле. Шуға беҙ ҙә ҡыҙыу эш мәлендә бүлмәлә генә ултырып һөйләшеүҙән файҙа тапманыҡ — Кәүсәр Йәғәфәр улына эйәреп, райондың ялан-ҡырҙарын урап сығырға булдыҡ.
— Ҡышҡы һыуыҡтар пландарығыҙға төҙәтмәләр индермәнеме? Ужым нисек ҡышлаған? — тип һорайым юлдашымдан.
— Аллаға шөкөр, ҡабаттан сәсеү булмаясаҡ. Әле бөтөн көстө дым ҡаплауға йүнәлтмәксебеҙ. Агрегаттар әҙер. Ужым ашлыҡтары район буйынса 2063 гектарҙа сәселгәйне. Бер-ике көндән уларҙы өҫтәмә туҡландырыуға тотонмаҡсыбыҙ. Ҡыҫҡаһы, “боҙ” ҡуҙғалды. Тәбиғәт тә изге фатихаһын бирҙе, былай булғас эштәр көйлө барасаҡ, — тине ул йәнә беҙ алып килгән ямғырға төрттөрөп.
— Ашлама етәрлекме һуң? — тим.
— Етә. Ашламаға ла, яғыулыҡ-майлау материалдарына ла ҡытлыҡ юҡ. Был йәһәттән дәүләт субсидияһы — ҙур ярҙам. Быйыл ташлама менән 150 тонна яғыулыҡ-майлау материалы һатып алдыҡ. Был йәһәттән эштәр әле лә дауам итә.
Ул арала ҡаршыла йәп-йәшел булып ҡалҡып килгән ужым баҫыуы хасил булды.
— Ана, әйткәндәремә асыҡ дәлил. Ашлыҡ буласаҡ былай булғас, — тине ул кәйефләнеп.
— Яҙғы сәсеүҙе төҙөк техникаһыҙ юғары кимәлдә үткәреү мөмкин түгел. Был йәһәттән проблемалар юҡмы? — тип һаман һорауҙарымды яуҙырам юлдашыма.
— Агрегаттарҙы көҙҙән үк ипкә килтереп, әҙерлек һыҙығына ҡуйҙыҡ. Хәйер, райондың машина-трактор паркына зарланаһы түгел. Техника етерлек. Әйткәндәй, әйҙәгеҙ әле “Инйәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең машина-трактор паркына инеп сығайыҡ. Бөгөн егеттәр агрегаттарҙы техникаға тағып, эштәрен теүәлләп ҡуйырға тейеш ине, — тине ул.
Машина оло юлдан әллә ни йыраҡ урынлашмаған туҡталҡа яғына боролдо. Унда эш гөрләй ине. Егеттәр дым ҡаплауға, культивация үткәреүгә тәғәйенләнгән агрегаттарҙы әҙерләп тә ҡуйған.
— Кәйефтәр нисек? — тип һорайбыҙ.
— Яҡшы. Сәсеүгә бөгөндән төшөргә әҙербеҙ. Фарман ғына булһын, — тип йылмая улар.
Әйткәндәй, “Инйәр” йәмғиәте — (директоры Мөнир Рәхмәтуллин) райондың иң алдынғы һәм ҡеүәтле хужалыҡтарының береһе.
— Санаңды — йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә тигән әйтем хаҡында хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә иҫкәртеп тороу урынһыҙ — бында сәсеүгә әҙерлек йыл әйләнәһенә дауам итә тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Алдынғы хужалыҡ яғыулыҡ-майлау материалдарын, запас частарҙы, орлоҡ һәм ашламаны былтыр уҡ хәстәрләп ҡуйҙы. Быйыл улар хатта 10 тонна элита орлоғо һатып алыуға ла өлгәште, — тип маҡтап китте “Инйәр”ҙәрҙе Кәүсәр Йәғәфәр улы ла.
Ысынлап та, ауыл хужалығындағы мөһим эштәрҙең иң тығыны, ҡыҫҡа ваҡыт талап иткәне — яҙғы сәсеү. Ул илке-һалҡылыҡты ғәфү итмәй. Шуға архангелдәрҙең уй-маҡсаты ла, эшкә дәрте лә аңлашыла. Күҙ генә теймәһен.
— Тимәк, быйыл уңыш былтырғынан ҡайтыш булмаясаҡ? — тип һорайым хушлашҡан саҡта Кәүсәр Йәғәфәр улынан.
— Маҡсат — икеләтә арттырып үтәү, — тине ул егеттәргә ышаныслы ҡарап...
Ҡайтыу яғына ыңғайлағанда көноҙоно һибәләп яуған ямғыр ҙа тынып ҡалды. Болоттар араһынан сағыу ҡояш нурҙары һибелде. Тәбиғәттең мул уңышҡа фатихаһы ине был...
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
Архангел районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә