Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Йәйҙе бушҡа үткәрмәгәс...
Йәйҙе бушҡа үткәрмәгәс...Баҡалы районында әлеге ваҡытта иген культуралары 11,5 мең гектарҙа һуғылған.
Гектар ҡеүәте – 23 центнер. Ырҙынға 15 тонна иген оҙатылған.
Хужалыҡтар өсөн иң мөһим һаналған ғәмәл – ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү эше тамамланған тиһәң дә, хата булмаҫ. Ни генә тимә, сифатлы мал аҙығын туплауҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, сөнки ҡыш мул һөт һауып алам тиһәң, бесәндең һәйбәт булыуы шарт.

Йәйҙе бушҡа үткәрмәгәс...Райондың иң алдынғы хужа­лыҡтарының береһе “Дружба” ла был йәһәттән алдынғылар иҫәбендә. Беренсе сабында 700 тонна бесән әҙерләһәләр, әле 200 гектарҙа – күп йыллыҡ, 120 гектарҙа бер йыллыҡ үләнде сабыуҙы тамамлағандар.
Кооперативҡа егерме йылдан ашыу етәкселек иткән Рәсим Мәғәриф улы Шакиров беҙҙе идаралыҡ тупһаһында уҡ ҡаршы алды.
– Ҡыҙыу эш ваҡытына тура килдегеҙ. Юлда һөйләшербеҙ. Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, тиҙәр бит әле. Яландар буйлап экскурсия үткәрәм һеҙгә, – тип яңы “Нива” машинаһына әйҙәне.
– Бына бында сенаж соҡоро. Өсәүҙе тултырҙыҡ. Мал аҙығы мулыраҡ булһын тип тырышабыҙ. Хужалыҡта 615 баш һыйыр малы, шуларҙың 200-ө һауыла. Уны литрын 21 һум 50 тин менән Бөрө һөт заводына тапшырабыҙ. Һауынсыларыбыҙҙан уңдыҡ – Гөлнара Бәхтиева, Лариса Зарифуллина, Хәниә Шәмсетдинова, Любовь Меркулова яуаплы, уңғандар.
Йәйҙе бушҡа үткәрмәгәс...Беҙҙә яҙ, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, бер-ике аҙнаға һуңлап килә. Шуға сәсеүҙе лә шул самаға һуңлабыраҡ башлайбыҙ. Бойҙай, арпа, һоло, рапс, вика кеүек культураларға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Техника етәрлек. Барыһы ла үҙебеҙҙеке. Яҙғыһын “Акрос-580” комбайнын һатып алдыҡ. Дәүләт ярҙамы шәп булды, өс миллион һумды ҡапланы.
Беҙ килеп еткән яланда Дамир Ноғайбәков борсаҡ һуға ине. Дамир – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Яланда 33-сө миҙгел эшләй. Әйткәндәй, Ноғайбәков­тар – комбайнсылар династияһы. Дамир­ҙың ҡатыны Гөлнара – хужалыҡ­та келәт мөдире. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бынамын тигән йорт һалып ингәндәр, ҙур хужалыҡ тоталар.
Дамир менән һөйләшкән арала эргәгә “К-700” тракторы килеп туҡтаны. Был машинала Дамирҙың өлкән улы Линар эшләй. Мәктәптән һуң егет училище тамамлаған, быйыл иһә Ҡазандың инновациялар институтына уҡырға ингән. Атаһы малайҙы V кластан рулгә ултыртҡан. Әле лә каникул ваҡытын бушҡа уҙғармай, хужалыҡта ярҙам итеп, уҡырға барырға бер аҙ аҡса туплайым тип йөрөй.
Рәсим Мәғәриф улы әйтеүенсә, быйыл ямғыр самаһыҙ күп яумаһа, уңыш тағы ла мулыраҡ булыр ине. Һөҙәк ерҙәр дымға бирешмәһә лә, урыны-урыны менән үҫентеләр һәләк булған. Юғалтыуҙарҙың дөйөм күләме 600 гектар тәшкил иткән. Шулай ҙа хужалыҡта эшләгән ир-егеттәр уңышты ваҡытында йыйып алыр өсөн ныҡ тырышҡан. Рәфис Авзалов, Ранас Сәлихов, Багис Мәрҙәншин, Риф Хәбибуллин, Рәүеф Илдарханов, Мирғәлим Бикәев, ағалы-ҡустылы Флүр һәм Фәнис Шәйхуллин­дар, Фәндүс Зарифуллин, Альянус Шакировтар бурыстарын эҙмә-эҙлекле атҡара.
Киләһе йылдың уңышына ла быйыл нигеҙ һалып ҡуймаҡсы хужалыҡ. 500 гектар майҙанда ужым бойҙайы сәсә башлағандар. Тиҙҙән был эште тамамлаясаҡтар.
– Быйыл борсаҡ, ҡарабойҙай, арпа уңды. Һаттыҡ та, фуражға ла оҙаттыҡ, орлоҡҡа ла кәрәкле кимәлдә алып ҡалдыҡ. Быйылғы һөҙөмтәгә ҡарап, киләһе йыл иген культураларын күберәк сәсергә тигән фекергә килдек, – ти Рәсим Мәғәриф улы.
Йәйҙе бушҡа үткәрмәгәс...Ваҡыт менән иҫәпләшмәгән ир-егеттәргә ҡайнар ашты яланға алып баралар. Ашнаҡсылар Гөлмәрйәм Ғәбиҙуллина менән Тәбзилә Хәйрет­динова көн һайын ашты төрләндереп, мул итеп бешерә.
“Дружба” хужалығы – Яңы Урсай ауылын тотоп торған ойошмаларҙың береһе. Ауыр заманда кооператив булдырып, көрсөккә килеп терәлгән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырып, мул уңыш алыу еңелдән түгел. Бының өсөн һары таңдан ҡара төнгә тиклем бил бөгөргә кәрәк. Әйткәндәй, ауылда йәшәгән 340 кешенең етмештән ашыуы әлеге хужалыҡта эшләп йөрөй.
– Эшсәндәргә уңайлы шарттар булдырылған. Бер нисә йыл дауамында “500 ферма” программаһы буйынса фермаларҙы төҙөкләндерҙек. Тағы бер-ике корпустың ҡыйығын алмаштырырға ҡалды. Барлыҡ биналар йылытыла, һыу менән тәьмин ителә. Халыҡҡа мал аҙығы таратыла. Хеҙмәт хаҡы ваҡытын­да түләнә. Быйыл уңыш мул булды, шуға яланда эшләгән егеттәргә ҡарата дәртләндереү сараһы ла күрербеҙ, – ти етәксе.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә