Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ер ергә ереккәнде ярата
Ер ергә ереккәнде яратаАлтындай диңгеҙҙе хәтерләтеп тулҡын тирбәткән баҫыу өҫтөндә караптар яй ғына алға бара. Ҡайһыһы туҡтап ҡала ла, күҙ-фонарын ҡыҫып, машиналар саҡыра. Улары, һис көттөрмәйенсә, эргәләренә ашыға. Туҡ башаҡтарҙың ураҡ ихтыярына бирелеп, бункерҙы тултырыуҙан да шатлыҡ-ҡыуаныс юҡтыр игенсе өсөн. Иген ҡатыш туҙан еҫе. Тәүҙә бәләкәй сүмәләләй генә өйөлөп, тотош машина бортына йәйелә барған иген бөртөктәре.
Бер яҡтан һап-һары иген баҫыуҙары йәйҙең һуңғы көндәренең ҡояш нурында күҙҙе ҡамаштырһа, икенсе яҡтан ҡараһыу таҫмалар һуҙылып ерҙәр туңға һөрөлә, ана, алда сенажға бесән баҫыуҙары йәшелләнеп икенсегә буй еткергән, киләһе йылғы уңышҡа нигеҙ һалыу өсөн буласаҡ ужым баҫыуында эш ҡайнай. Ҡайҙа ла хәрәкәт. Юҡҡа ғына “баҫыу баҫып тороу урыны түгел” тимәйҙәр шул. Был һүҙҙәр “Пионерск” хужалығы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Иван Ивановтың тормош ҡағиҙәһенә әйләнгән.
Ер ергә ереккәнде ярата— Егеттәр тырыш. Беҙҙә эшкә илке-һалҡы ҡараусылар юҡ, — ти Иван Прокофьевич. — Алға маҡсат ҡуйғанда ғына ниндәйҙер уңыштарға өлгәшеп була бит. Был йәһәттән беҙҙекеләр һынат­май, белгестәр ҙә тәжри­бә­ле, йәштәр өлкәндәрҙән өйрәнә...
Артыҡ һандарға күсеп уҡыу­сыны ялҡытмайыҡ, сөнки был һандар көнләп кенә түгел, сәғәтләп үҙгәрә. Әйтәйек, шунса иген һуғылған тиер инең, беҙ ҡайтып та етмәнек, арыш, арпа тулыһынса келәттәргә һалынған. Баҫыуҙағыһы — иген, япма­лағыһы иһә — ашлыҡ. Шуға ла игенсе тәүгеһен түгел, ә ҡыйыҡ аҫтына ятҡанын иҫәпләргә күнеккән. Һөҙөмтәһе көҙөн күренер. Әлегә шуны әйтеп була: ужым культураһы гектарынан 30 центнерҙан артһа, ҡалғандары 30-ға яҡын.
Ер ергә ереккәнде яратаУңғандарҙы исемләп үтмәһәң, яҙыҡ булыр. Ураҡтың тәүге көндәренән үк “тимер ат”тары теҙгенен ныҡлы тотоусы Илдар Ғасимов, Алексей Кузьмин, Юрий Салогут район буйынса ла алдынғылар рәтендә, водителдәр Николай Носовец, Данир Абдуллиндар ҙа һыр бирмәй — ырҙын табағына игенде “һә” тигәнсе ташып ҡына тора.
Хужалыҡта кеше һөҙөмтәле эшләһен өсөн бар шарттар тыуҙырылған: көнөнә ике тапҡыр бушлай ашатыу ҡаралған, уртаса эш хаҡы егерме мең һум тәшкил итә. Шәхси ярҙамсыл хужалыҡ­тарын алып барғандарға фураж өсөн игене, бесәне бирелә, һалам тураһында әйтеп тә тораһы түгел, техника менән ярҙам күрһәтелә.
Ауыл хужалығында игенселек менән малсылыҡ тығыҙ бәй­ләнгән. Баҫыуҙа уңыш булғанда икенсе тармаҡты ышаныслы алып барып була. Шуға ла 600 баштан ашыу бестужев тоҡомло һыйыр малы (200-ө һауын һыйыры) өсөн бесәне лә етерлек әҙерләнгән, сенажы ла мул һалынған. Әлегә малдар йәйләүҙә йөрөһә лә, уларҙы ҡышҡылыҡҡа ҡабул итергә йылы ҡуралар әҙер.
Иген культураларынан тыш хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелә, 90 гектарҙа кукуруз сәселгән, ҡарабойҙай 280 гектар ерҙе биләй.
Бөгөн хужалыҡ баҙар шарттарында аяғында ныҡлы баҫып тора. Һуңғы өс йылда барлыҡ техниканы ла яңыртҡандар, иген киптергес төҙөлгән. Ә был беҙҙең тәбиғәт шарттарында бик мөһим. Ҡыҫҡаһы, “Пионерск”тың, элек­кесә әйткәндә, пионерҙарса һәр ваҡыт әҙер булыуын күреп, уңыштарына ҡыуанып, Ильясов биләмәһе — крәҫтиән (фермер) хужалығына ашыҡтыҡ.
Сөнәғәтулла Аманулла улы­ның 900 гектар ере әллә ҡайҙан күренеп йәйрәп ята. Бында хужалыҡ итеү өсөн бары ла үҫтерелә: 130 гектар майҙанда сөгөлдөр йәшелләнә, 100 гектарында — көнбағыш, 240-ында ҡарабойҙай, ҡалғанын бойҙай, арпа биләй.
Ильясовтарға ауыл халҡы пай ерҙәрен ышанып тапшырған. Үҙ сиратында фермер уларға ике­шәр центнер ашлыҡ, теләгәнсә һаламын бирә, техника менән ярҙам итә. Техника тигәндән, уларын яйлап яңырта бара. Алдағы планында ла тәү сиратта техника алыу тора, сөнки ер эшендә шунһыҙ булмай. Ерҙәр ваҡы­тында туңға һөрөлөп ҡалып, яҙын сәсеүҙе ваҡытында тамамлағас, уңышы ла ҡыуандыра.
Ер ергә ереккәнде ярата— Ерҙә бер кеше генә эшләй алмай, даими өс ярҙамсым бар, ҡыҙыу мәл ваҡытында өҫтәмә көс саҡырам, — ти Сөнәғәтулла Аманулла улы. — Шунан һуң, фер­мерҙар бер-беребеҙгә ярҙам­лашып эшләйбеҙ.
Игенсенең йөҙөн көҙ күрһәтә, тиҙәр. Баҫыуҙарҙағы уңыштың ырҙын табағына, киптергестәргә оҙатылыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Етмәһә, бер үк ваҡытта киләһе йылды ла хәстәрләргә кәрәк. Шуға ла көндө төнгә ялғап эшләй бөгөн ауыл кешеһе. Һис тә яңғырауыҡлы һүҙҙәр ҙә, арттырып, шаштырыу ҙа түгел — крәҫтиәндең көндәлек хеҙмәте был. Хөрмәткә, баһаға лайыҡ хеҙмәте, тип тә өҫтәргә кәрәктер рәхмәт йөҙөнән...


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә