Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Салғы-һәнәк ҡала тарихта…
Салғы-һәнәк ҡала тарихта… …”МТЗ-82” һәнәге менән бесән төргәктәрен иркенләп йәйелеп ултырып алған манипуляторға саҡ килтереп өлгөртөп тора. “Тимер ҡуллы” “КрАЗ” төргәктәрҙән “һә” тигәнсә бер-бер артлы эҫкерттәр өйә. Бына бит тормош: ҡасандыр колхоздар был эште ауылдың ҡулына һәнәк тоторҙай барлыҡ кешеләрен тигәндәй йәлеп итеп, бер нисә көн этләнер ине. Хәҙер рычагтар менән идара иткән бер егет көнөндә эҫкертләй ҙә ҡуя. Заман башҡа – заң башҡа тигәне ошолор инде.

Бесән генә түгел, һәр хеҙмәтте лә етеҙ башҡара Ишәй ауылында эшләп килгән “Интернационал” хужалығы. Яңы технологияларға таянып, ҡеүәтле техника файҙа­ланып, барлыҡ эштәрҙе ваҡытында теүәлләй, шуға уңыш һәр саҡ уларҙың яғында. Ана бит, кемдер һауа шарттарына һуҡранып ултыр­ған әлеге мәлдә был предприятие 600 тоннанан ашыу бесән әҙерләп, малдарын ҡышҡылыҡҡа тулыһынса аҙыҡ менән тәьмин итеп тә ҡуйған. Бынан тыш, 800 тонна сенаж да һалынған, тағы килтерәһе бар. Техника техника менән, шулай ҙа:
— Эшсәндәребеҙҙең күбеһе урындағылар, ситтән килеп яллан­ғандар ҙа бар, һәр хәлдә, һәммәһе булдыҡлы, тырыш һәм яуаплы, — тип тәү сиратта коллективын маҡтап телгә алды хужалыҡ директоры Николай Козырев.
“Интернационал”дың ике мең гектар сәсеү ере һәм сабынлығы бар. Хужалыҡ — райондың данын арттырған берәмектәрҙең береһе. Эшселәренең һабантуйҙарҙа юғары исемдәр, бүләктәр алғанына гәзит уҡыусылар шаһит булғаны барҙыр. Әйткәс әйтәйек инде, шундай сараларҙы ойоштороуҙа ла уларҙың өлөшө ҙур. 60-тан ашыу кешенән торған тырыш коллектив 400 баштан күберәк һыйыр малы аҫрай, йылҡы үрсетә, иген сәсә, орлоҡ әҙерләп һатыу буйынса ла үҫешә. Иген тигәндән:
— Бер аҙнанан ураҡҡа төшөргә торабыҙ, — тип яҡын арала үтәй торған пландары менән дә бүлешә Николай Николаевич.
Эйе, яҡшы күрһәткестәргә эйә хужалыҡ, эштәре гөрләп бара, тик ер кешеләре менән аралашҡан мәлдә ҡайҙа етте шунда көтөүләгән малдар проблемаһы ла күтәрелде.
— Игенде үҫтерәбеҙ, тик ҡарауһыҙ йөрөгән аттар арҡаһында тейешле кимәлдә уңыш йыйып ала алмайбыҙ, — тип белдерә улар. – Көндөҙ баҫыуҙан ҡыуып сығарабыҙ ҙа ул, тик төнөн ҡарауыллап буламы ни? Бер һыйырҙарына хужа булмағандары ла бар, бер өйөр аттарын да иркенгә көтөүсеһеҙ сығарғандар етерлек. Күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшкәнде аңла­мағас, гәзит бите аша мөрәжәғәт итергә ҡала: малды аҫрағас, көтөргә лә кәрәк.
Үҫешкә, тырышлыҡҡа кемдең­дер, бәлки, аңһыҙ рәүештәлер, аяҡ салыуы үкенесле, әлбиттә. Эшләгән эшеңде елгә осороу менән тиңдер сәскән игенеңде малдан тапатыу. Хужаларҙың кеше хәленә инеүен теләргә генә ҡала.
…Манипулятор йөк күтәргәндә ауып китмәһен өсөн ергә баҫып ҡуйған терәктәрен йыя, һуңғы эҫкерттең дә эше тамамланды. Инде бесәнде иҫән-һау һәм бәлә-ҡазаһыҙ ашатаһы, ә игенде юғалтыуҙарһыҙ йыйып алаһы ҡала инде.
Ишембай районы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә