Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Онлайн-сауҙа тауарҙары ҡиммәтләнә
Онлайн-сауҙа тауарҙары ҡиммәтләнәРәсәй Федерацияһы Интернет сауҙаһы компаниялары ассоциацияһы (АКИТ) етәксеһе Алексей Федоров киләсәктә граждандарҙың сит ил Интернет-магазиндарында һатып алған тауарҙарына өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС) һалынасағы тураһында хәбәр итә. Граждандар, онлайн-ритейлерҙар (Интернет аша ваҡлап һатыу ойоштороусылар) кеүек үк, 18 процент күләмендә НДС түләй башлаясаҡ. Әлегә Рәсәй Федерацияһы граждандары айына бер тапҡыр хаҡы бер мең евронан, ауырлығы 31 килограмдан артмаған тауарҙы пошлинаһыҙ ала, ә артыҡ хаҡ өсөн 30 процент, артыҡ ауырлыҡ өсөн һәр килограмға дүрт евро һалым түләй.
АКИТ мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр Рәсәй граждандары сит ил интернет-магазиндарынан 301,8 миллиард һумлыҡ 233 миллион дана посылка алған. Тотош ил күләмендә иһә интернет-сауҙа күләме 920 миллиард һумға етеп, уның 33 проценты сит илдәргә тура килә. Быйыл, фаразлауҙарҙан күренеүенсә, сауҙа күләме бер триллион һумдан артасаҡ. Сит илдәр менән сауҙаның йылдамыраҡ үҫеүе сәбәпле, уның өлөшө 50 проценттан артып китеүе ихтимал. Интернет-сауҙаның илдәр буйынса структураһы түбәндәгесә формалаша (проценттарҙа):
Таблицанан күренеүенсә, Ҡытайҙан күберәк, әммә арзаныраҡ тауар килә, АҠШ һәм ЕС илдәре ҡиммәтлерәк тауар менән сауҙа итә.
Тауар төрлөлөгө интернет-сауҙала түбәндәгесә формалаша (проценттарҙа):
Көнкүреш техникаһы һәм
электроника 32
Өҫ кейеме 24
Аяҡ кейеме 12
Косметика һәм парфюмерия 7
Автомобиль деталдәре 7
Башҡа тауарҙар 18

Рәсәй Федерацияһында онлайн-ритейл лидеры – Alibaba холдингына ингән Aliexpress (Ҡытай) интернет-гипермаркеты. Унда 35 мең кеше эшләп, капиталы 266 миллиард доллар тәшкил итә. Ҡытай интернет-ма­газиндарында, Рәсәй сауҙа селтәре менән сағыш­тырғанда, бер үк тауарҙы уртаса 60 процентҡа арза­ныраҡ хаҡҡа алырға мөмкин. Ҡытайҙар һуңғы йылдарҙа тауар сифатын яҡшыртыуға ла ҙур иғтибар бирә һәм был йәһәттән донъя стандарттарына яҡынлаша.
Рәсәйҙә интернет-сауҙа үҫешен хаҡтарҙы формалаштырыу системаһы тотҡарлай. Был өлкәләге лидерҙар Ҡытай, АҠШ һәм ЕС илдәрендә максималь сауҙа өҫтәмәһе закон нигеҙендә сикләнгән: Ҡытайҙа норма уртаса – 25 процент, Америка Ҡушма Штаттарында – 17, ЕС илдә­рендә 12 процент тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһында иһә, 2006 йылдың 26 июлендә ҡабул ителгән “Конкурентлыҡты яҡлау тураһындағы” 135-се федераль законға ярашлы, сикләнгән сауҙа өҫтәмәһе ҡулланыу тыйыла.
Федерация Советында 31 мартта ойошторолған парламент тыңлауҙарында сенатор, Аграр һәм аҙыҡ-түлек програм­маһы буйынса комитет рәйесе урын­ба­ҫары Сергей Лисовский мәғлүмәттәренә ярашлы, илдә реаль сауҙа өҫтәмәһе 300 процентҡа тиклем етә. Ғә­мәлдәге закондар сауҙа селтәрендәге хаҡтарҙы көйләүҙе бөтөнләй тәьмин итмәй һәм, киреһенсә, уларҙы сикләүһеҙ арттырыуға юл аса. Сауҙа селтәре, бының менән генә сикләнмәйенсә, инфляцияға һылтанып, хаҡтарға өҫтәмәләрҙе артабан арттыра, әммә был осраҡта ла кәметеп күрһәтелгән рәсми инфляция кимәлендә түгел, ә реаль инфляциянан да юғарыраҡ нисбәттәрҙә. Хаҡтарҙы көйләүҙең нигеҙе – уларҙың формалашыу принциптарын билдәләгән закондар. Был эште – дәүләт ҡулында булырға тейешле мөһим функцияны сауҙа өлкәһенә тапшырыу хаҡтарҙың туҡтауһыҙ һәм сикһеҙ үҫеүенә, коррупция схемалары, “откат” системалары формалашыуға һәм иҡтисадты тарҡатыуға алып барғанын күп йылдар дауамында күҙәтәбеҙ.
Был шарттарҙа ватан тауарҙарының сифаты ла кәмей, уларҙың донъя кимә­лендә лә, ил баҙарында ла конкурентлыҡҡа һәләтһеҙлеге интернет-сауҙа өлкәһендә айырыуса асыҡ күренә. Әгәр ашығыс саралар ҡулланылмаһа, Рәсәй интернет-ритейлы, статистиканан күренеүенсә, хатта Рәсәйҙең үҙендә лә сит ил, иң тәүҙә Ҡытай селтәрҙәре тарафынан тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарылып, барлыҡ позицияларын юғалтыуы ихтимал.
Рәсәйҙә айырым даирәләр сит илдәр­ҙең, айырыуса Ҡытайҙың сауҙа экспансия­һына ҡаршы тороуҙа протекционизм ысулдарын ҡулланыуҙы талап итә, ләкин илдә сауҙа протекционизмы сәйәсәте үткәреү өсөн көслө иҡтисад, донъя баҙарында конкурентлыҡҡа һәләтле, заманса технологиялар нигеҙендә етештерелгән, юғары сифатлы продукцияның ҙур массалары кәрәк – беҙҙә ул юҡ. Федераль таможня хеҙмәте менән Федераль һалым хеҙмәте иҫәпләүенсә, интернет-сауҙа аша үткән тауарҙарға өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС) индереү бюджетҡа йыл һайын кәмендә 100 миллиард һумлыҡ табыш килтерәсәк, киләсәктә ул табыш артасаҡ. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында иһә икенсерәк фекерләйҙәр: НДС индереү ил эсендәге конкурентлыҡ мөхитен ватан тауарҙары файҙаһына үҙгәртеүгә йүнәлтелгән, йәғни асыҡтан-асыҡ протекционизм күренеше булып тора. Рәсәй граждандарын интернет-сауҙа өлкәһендә сикләү – киләсәкһеҙ идея.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 6

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә