Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Көтөү-көтөү һыйыры, йылҡыһы...
Көтөү-көтөү һыйыры, йылҡыһы...Иҫке Күл ауылынан фермер Рифҡәт Хәлиловты районда белмәгән кеше һирәктер, моғайын. Эшҡыуарлыҡ менән күптән шөғөлләнгән уҙаман әле уңышлы ғына эшмәкәрлек алып бара. Рифҡәт Тимер улының төп кәсебе – малсылыҡ, йылҡысылыҡ. Бынан тыш, ағас эше менән дә булыша, ҡеүәтле пилорамаһы ла бар, таҡта ярған ҡоролма урынлаштырған, ике тиҫтәгә яҡын техникаға эйә. Бөгөн ауылдаштарын ғына түгел, күрше ауылдар халҡын да кәрәкле ағас материалдары менән тәьмин итә.
Рифҡәт ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы райондың баш зоотехнигы була, “Урал” колхозы рәйесе вазифаһы йөгөн тарта. Ул фермерлыҡҡа ҙур ихласлыҡ менән тотона, сөнки ауыл хужалығында туплаған тәжрибәһе ярҙам итә. “Бүләк” крәҫтиән (фермер) хужалығының уңышлы эшләүенең дә сере ошондалыр, моғайын. Банк филиалы етәксеһе булып эшләп алғас, 50 гектар ер алып, көсөн фермерлыҡта һынап ҡарарға тәүәккәлләгән ул заманында. Бөгөн фермер 650 гектар ерҙе эшкәртә, көтөүлеге лә бар. Уның ҡураһында 260 баш һыйыр малы, 350 баш йылҡы тотола, һарыҡ та үрсетелә. “Хәҙер йылҡысылыҡҡа өҫтөнлөк бирәм, шуға ла өйөрҙө йыл һайын яңыртып торам”, – ти фермер. Рифҡәт ағай элек-электән йылҡы аҫрағас, ныҡлап фермерлыҡҡа тотоноп, үҙенең шәхси ихатаһында аҫралған ете баш йылҡыны шулай арттыра. Эшҡыуар ит етештереүгә өҫтөнлөк бирә. Бөгөн Башҡортостан, күрше өлкә-республикалар менән уңайлы килешеү төҙөп, сифатлы итте шул тарафтарға оҙата.
Әйткәндәй, Рифҡәт Тимер улы элекке колхоздан ҡалған һөтсөлөк фермалары биналарын һатып алған, үҙ көсө менән ремонт үткәреп, әле һыйыр малдары шунда тотола. Йылҡылары иһә һыуыҡта ла ялан кәртәлә йөрөй. Ишле малдың аҙыҡ өҫтәле мул булһын өсөн ул күп йыллыҡ үләндәр сәсеп, һоло ултыртып, ҡышҡы осорҙо хәстәрләй. Бөгөн хеҙмәткәрҙәре менән бесән әҙерләүҙә мәшғүл, аяҙ көндәрҙең һәр минутын, һәр сәғәтен файҙалы ҡулланып ҡалырға тырыша.
– Әле биш кешегә эш урыны булды­рылған. Былай эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр етерлек, айырыуса ҡыҙыу осорҙа уларҙы алырға тырышам, – ти ул. – Яңы эш башлаған фермерҙар ҙа кәңәш һорап киләләр, тел ярҙамы, ҡайһы саҡ техника менән дә ярҙам итәм.
Ауыл хужалығы мәсьәләләрен эшҡыуар төптән белә. Эш хаҡының түбән булыуы кадрҙарҙың ауылдан китеүенә килтерә, ти ул. Механизаторҙар ҡалмаған тиерлек, элек уҡыусылар мәктәптән тракторсы танытмаһы алып сыҡһа, бөгөн был да юҡ. Ә булғандары ҡалаға, Себер тарафтарына сығып китеп бөткән. “Урында эшсе ҡулдар етешмәүе бөгөн күп урындарҙа күҙәтелә, әлбиттә. Беҙгә йәштәр кәрәк, ололарға алмаш талап ителә”, – ти ул, бер аҙ борсолоп. Был проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡайҙа? Фермер фекеренсә, йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү, фермерҙар һанын арттырыу өсөн техника алыу, мал үрсетеүгә өҫтәмә мөмкинлектәр тыуҙырыу кәрәк.
Бөгөн Хәлиловтарҙы эшҡыуарҙар ғаиләһе тип атаһаҡ, яңылыш булмаҫ. Рифҡәт Тимер улының тормош иптәше Гөлфирә Йосоп ҡыҙы ғүмер буйы фельдшер булып эшләгән. Өс ул тәрбиәләп, башлы-күҙле иткәндәр, хәҙер олатай менән өләсәй булғандар инде. Өлкән улдары Азамат әле Ҡырымда йәшәй, үҙ фирмаһын булдырған. Уртансылары Азат Өфө ҡалаһының Киров районы прокуроры урынбаҫары булып эшләй. Кинйәләре Айҙар атай юлын ҡыуа – Рифҡәт ағайҙың ныҡлы ярҙамсыһы.
Ҡаршылыҡтарға, ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән йәшәй эшҡыуар Рифҡәт Хәлилов. “Бөгөн ауылда ла тырышһаң, матур итеп эшләргә, йәшәргә мөмкинлектәр бар. Иң мөһиме – йәштәр тыуған төйәген ташлап китмәһендәр ине”, – ти ул, ауыл яҙмышын ҡайғыртып.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә