Бығаса сит илдән алынған тауар төрҙәрен үҙебеҙҙә етештереүгә йүнәлтелгән сәйәсәт беренсе сиратта ауыл хужалығына ҡағылды. Ни тиһәң дә, ризыҡ – көн дә кәрәк ихтыяж. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тигән төшөнсәнең дә көнүҙәк булыуҙан туҡтағаны юҡ. Етмәһә, быйылғы ҡатмарлы һауа шарттары ауыл хужалығы өсөн өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Нисек бара бөгөн импортты алмаштырыу буйынса эшмәкәрлек?
Беҙҙең илгә ҡарата иҡтисади санкциялар иғлан ителгәс һәм, шуға яуап итеп, Рәсәй ҙә ҡайһы бер төр ауыл хужалығы продукцияһы индереүҙе тыйғас, аграр сәйәсәтте үҙгәртеү зарурлығы тыуҙы. Иң проблемалы булғандары – ит һәм һөт аҙыҡтары етештереү, йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү, орлоҡсолоҡ. 2012-2013 йылдарҙа, мәҫәлән, йәшелсә, еләк-емеш менән үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итеү кимәле 91 процент булһа, ҡыяр һәм помидор буйынса ул 40 проценттан уҙманы. Бәрәңге менән һуған орлоғона, кукуруз менән борсаҡҡа эмбаргоны ғәмәлдән сығарырға мәжбүр булдылар.
Импортты алмаштырыу эшен тиҙләтеү, ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙы тәьмин итеү, уны һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу аша аҙыҡ-түлектең тауарлылығын боҙмау маҡсатында “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” дәүләт программаһына яңы ҡағиҙәләр өҫтәлде, аҡсалата ярҙамды айырым маҡсатлы статьяларға бүлеү өсөн элек булған йүнәлештәрҙе лә ҡайтанан ҡарап сыҡтылар. Ғөмүмән, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы субсидияларҙы йылына ике-өс тапҡыр яңынан бүлә.
Ике йыл элек ошо Программаны финанслауҙы арттырҙылар: федераль бюджеттан ауыл хужалығы өсөн элеккесә 187,6 миллиард һум түгел, ә 216,4 миллиард һум бүлделәр. Уның ҙур өлөшөн аграр сәнәғәт комплексын кредитлау системаһына бирҙеләр. Был осраҡта ошо системаның кәмселектәре лә асыҡланды: “Россельхозбанк”, мәҫәлән, ҡаҙнанан 10 миллиард һум алһа ла, аграр йүнәлештә эшләгән предприятиелар өсөн кредитҡа ташлама яһай алманы – ундай мөмкинлеге юҡ икән. Ә бит бюджеттан өлөш тәтемәгән Һаҡлыҡ банкыһы кредит өсөн проценттарҙы әлеге банктан түбәнерәк ҡуя. Былтырғы һөҙөмтә Һаҡлыҡ банкының кредит таратыу күләмен 37 процентҡа арттырыуын, ә “Россельхозбанк”тың, киреһенсә, 19 процентҡа кәметеүен күрһәтте. Хәлде кисекмәҫтән төҙәтеү өсөн саралар күргәс, исеменән үк күренеүенсә, ауыл хужалығын кредитлау өсөн булдырылған был банк быйылғы тәүге биш айҙа аграр тармаҡты кредитлауҙы ҡырҡа арттырҙы: банк үҙе киң мәғлүмәт сараларына биргән һандарға ярашлы, ауыл хужалығына һәм аҙыҡ-түлек эшкәртеүселәргә 452,5 миллиард һум кредит биргән (графиканы ҡарағыҙ).
Дәүләт ярҙамының төп механизмы – шәхси инвесторҙың күмәртә-таратыу үҙәктәренә киткән тура сығымына субсидия биреү. Бындай үҙәктәргә, нигеҙҙә, йәшелсә һәм иген һаҡлағыстар инә. Уларҙы булдырыу ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм һатыу проблемаһын хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Үҙәктәр дәүләт һәм муниципаль заказдар буйынса, шулай уҡ социаль туҡланыу селтәре өсөн продукция туплау урыны булыр тип күҙаллана. Ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтергән хужалыҡтар дәүләттең ошондай һаҡлағыстар төҙөргә генә ярҙам итеүе тармаҡҡа һынылыш бирә алмаясаҡ тип иҫәпләй, сөнки төп сығымдар – йылылыҡ, электр энергияһы һәм газ өсөн түләү хужалыҡтарҙың үҙ елкәһенә ята.
Былтыр иген культуралары, шул иҫәптән бойҙай һәм кукуруз буйынса ла йыйып алынған уңыш рекордлы кимәлдә булды. Ҡош ите етештереүҙе лә килемле тип атарға мөмкин. Иҡтисадтағы ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү үҫә. Ҡайһы саҡ бының сәбәбен айырым илдәрҙән аҙыҡ-түлек һатып алыуға эмбарго иғлан итеүҙә һәм импортты алмаштырыу сәйәсәте үткәреүҙә күрәләр. Бының да эҙемтәһе бар, әлбиттә. Ләкин белгестәр шулай ҙа эшҡыуарлыҡтың тармаҡты үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын, һумды девальвациялауҙы һәм тәбиғәт шарттарының һуңғы йылдарҙа уңайлы булыуын мөһимерәк тип һанай.
Үҫемлекселек продукцияһының төп төрҙәрен етештереүҙе Рәсәй һуңғы йылдарҙа бер ярым тапҡырға арттырҙы. Бигерәк тә быға саҡлы ла рентабелле эшләгән тармаҡтарҙа хәл бермә-бер яҡшырҙы. Бойҙай, ҡарабойҙай, сөгөлдөр һығынтыһы буйынса Рәсәй хәҙер донъя баҙарында – беренсе, ә борсаҡ, арпа, көнбағыш майы, етен орлоғо етештереүҙә икенсе урынға сыҡты.
Тулайым йыйымдың артыуына аграр өлкәне техник һәм технологик яҡтан яңыртыу, донъя ҡаҙаныштарын файҙаланыуға өйрәнеү ҙә булышлыҡ итте. Шәкәр сөгөлдөрө менән кукуруздың тулайым уңышы 1986 – 1990 йылдар менән сағыштырғанда – ике, иген культуралары буйынса 1,7 тапҡырға артты.
Малсылыҡтағы хәлде иһә айырым тармаҡтарға ҡарап төрлөсә баһаларға мөмкин. Ҡош ите етештереү һуңғы осорҙа ике тапҡырҙан да күберәккә артҡайны, ләкин эске баҙарҙа уға ихтыяж кәмене – берҙән, ҡош ите күп (бройлер тиҙ үҫә), икенсенән, халыҡтың һатып алыу һәләте бер аҙ төштө. Донъя баҙарына сығыу өсөн был тармаҡтың әлегә тәжрибәһе етеңкерәмәй.
Һыйыр малы аҫрау тармағында көрсөк дауам итә. Мал һанының һәм етештереүҙең кәмеүе туҡтатылманы әле. Был тармаҡта дәүләт ярҙамы, нигеҙҙә, ауыл хужалығы предприятиеларына йүнәлтелгәс, уларҙа һөт етештереү арта төштө, ләкин түбәнәйеүҙең дөйөм күрһәткесен ул ҡаплай алмай, сөнки халыҡтағы мал һаны кәмей: 2016 йылда ауыл хужалығы ойошмаларында һөт етештереү 353 мең тоннаға артты, ә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа 464 мең тоннаға аҙайҙы. Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын – етештереү урынынан алып сауҙа нөктәһенә саҡлы бер сылбырға теҙеү теләге һаман бойомға ашмай әле.
Һуңғы ун йылда ауыл хужалығының иҡтисади үҫеше дөйөм кимәлдән түбәнерәк баһаланды. Хәйер, был барлыҡ илдәргә хас: ауыл хужалығының тулайым эске продукттағы өлөшө кәмей. Аграр өлкәнең үҫеше тотороҡлолоҡ яғынан да ҡалыша, сөнки үҫемлекселек тармағы һауа торошона бәйле.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында башланған аграр реформаның ыңғай яҡтары ла, кире йоғонтоһо ла ҙур булды. Ыңғай яғы шул: хосусилаштырыу һәм шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү һөҙөмтәһендә хәҙер ауыл хужалығының тулайым продукцияһының 95 процентын тиҫтәләрсә мең ауыл хужалығы ойошмаһы, йөҙҙәрсә мең фермер һәм миллиондарса шәхси ярҙамсы хужалыҡ етештерә. Табыш алыуға ынтылыш һәм хосуси хужалыҡтарҙа капитал туплау үҫеш өсөн төп дәртләндергес булды. Кире яғы тип шуны күрһәтергә мөмкин: түбән рентабелле һәм зыян күреп эшләгән тармаҡтар үҫешә алманы йәки бөтөнләй юҡҡа сыҡты.
Илдең аҙыҡ-түлек баҙары үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡтар менән тулыланып килә. Рәсәй шарттарында етештереп булмаған йәки үҫтереүе ҡыйбатҡа төшкән йәшелсә, еләк-емеш, шулай уҡ һөт ризыҡтары ғына ситтән күпләп ташыла. Хәҙер йәшелсә-емеште элекке һымаҡ миҙгеленә ҡарап түгел, ә йыл әйләнәһенә ҡулланалар, әммә ҡышҡы миҙгелдә уны сит илдән һатып алыуы арзаныраҡҡа төшә. Белгестәр аңлатыуынса, күп төр продукция араһынан аҙыраҡ сығым менән дә юғары сифатлыһын һайлап алырға кәрәк: ниндәй аҙыҡ төрҙәре өсөн ресурстар етерлек һәм хатта артығы менән, милли хужалыҡ итеү йолаларын нисек отошло файҙаланырға... Ҡул көсө күп булған төбәктәрҙә йәшелсәселекте алға ебәрергә мөмкин. Ләкин боронғо ҡоралдар менән түгел, ә заманса техника һәм технология ҡулланып. Мал аҙығы ғына үҫкән ғәйәт ҙур майҙандарҙы һыйыр малы, һарыҡ, йылҡы аҫраған “ранчо”ларға әйләндереү өсөн дә шарттар етерлек.
Артабанғы һәм артыҡ оҙаҡҡа һуҙмай тормошҡа ашырылырға тейешле баҫҡыс – Рәсәй аҙыҡ-түлегенең донъя баҙарын яулай башлауы. Быға саҡлы тиҫтәләрсә йыл эске баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә генә йөҙ тотҡас, Рәсәй ауыл хужалығының экспорт эшмәкәрлеге буйынса тәжрибәһе юҡ тиерлек. Тимәк, был йүнәлештә эшләйһе күп әле.
Импортты алмаштырыуҙы тиҙләтеүҙә һәм уңышлы тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй фәненең һәм техникаһының роле бөгөн әллә ни ҙур түгел. Илдең аграр фәнен ауыл хужалығында етештерелгән һәр һум өҫтәмә табышҡа ҡарап финанслау, үҫешкән илдәр менән сағыштырғанда, тиҫтәләрсә тапҡырға аҙыраҡ. Күп кенә транснациональ компаниялар аграр-сәнәғәт өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙе дәүләт ҡаҙнаһына ҡарағанда ла күберәк финанслай. Бындай шарттарҙа сит ил технологияларын үҙләштереүҙе һәм унда белем алыуҙы тыйыу түгел, ә аграр фәнде финанслауҙы бермә-бер арттырыу, үҙгәртеп ҡороу талап ителә.