Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Беҙҙеңсә йөрөт!
2017 йылдың 1 июненән “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы” Федераль законға һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индергән 92-се 2013 йылдың 7 майында ҡабул ителгән Федераль закон үҙ көсөнә инә.
Закон 2013 йылдың 5 ноябрендә үк эшләй башларға тейеш булып, уны ҡулланыу кисектерелеп торҙо. 1995 йылдың 10 декабрендә ҡабул ителгән
196-сы “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы” Федераль закондың 20-се статьяһына ярашлы, “юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға Рәсәй милли водитель таныҡлыҡтары булмаған водителдәргә транспорт саралары менән идара итеүгә рөхсәт биреү тыйыла”.



Текстан күренеүенсә, законда һүҙ юридик шәхестәргә йәки шәхси эшҡыуарҙарға ялланып эшләүсе водителдәр – сит ил граждандары тураһында бара. Автотуристарҙың, дипломаттарҙың, илдәр араһында йөк ташыусыларҙың һ.б. категория водителдәрҙең Рәсәй Федерацияһы буйлап юл хәрәкәте, бөтә донъя практикаһына ярашлы, халыҡ-ара килешеүҙәр, конвенциялар аша регламентлана.
Закон илдә эшләгән 70 меңдән ашыу мигрантҡа ҡағыла. Уларҙан, һуңлап булһа ла, Рәсәй водитель таныҡлыҡтары талап итә башлау, әлбиттә, ыңғай күренеш. Әммә эксперттар, айырыуса Үҙәк банк һәм Финанс министрлығы етәкселәре һәм белгестәре фекеренсә, яңы закондың тейешенсә үтәлә башлауы шикле, сөнки был ауыр мәсьәләнең иҡтисади яғы хәл ителмәй ҡала.
РФ Үҙәк банкы мәғлүмәттәренә ярашлы, мигранттар йыл һайын илдән рәсми рәүештә генә 20 миллиард долларҙан ашыу аҡса алып сыға. Валюта кон­трабандаһы күләме иһә күпкә артығыраҡ булырға тейеш. Аналитиктар фекеренсә, мигранттар илдән йыл һайын 1 триллион һумдан артығыраҡ аҡса сығара. Был гигант аҡса массаһының төп өлөшө сауҙа, төҙөлөш һәм транспорт сфераларына тура килә. Аҡсаны, әлбиттә, һумдарҙа түгел, ә халыҡ-ара валютала – доллар­ҙарҙа алып сығалар. Валютаны ла банктарҙа йәки алмаштырыу пункттарында түгел, ә үҙ милли диас­поралары араһындағы спекулянт­тарҙан алалар. Был хәл һумдарҙың долларҙарға ҡарата позицияларын артабан ҡаҡшата, ил иҡтисадына ҙур зыян килтерә. Хеҙмәт мигранттары күпләп килгән илдәрҙең хөкүмәттәре был процесты көйләү буйынса тейешле закондар ҡабул итеүҙән ситләшә, сөнки уларҙа, бер яҡтан, эшһеҙлек кимәле бик юғары, икенсе яҡтан, мигранттар килтергән валюта ул илдәрҙең килеменең ҙур өлөшөн тәшкил итә. Мәҫәлән, Тажикстанда тулайым эске продукттың 49 проценты, Ҡырғыҙстанда 29 проценты мигранттар Рәсәй Феде­рацияһынан сығарған валюта иҫәбенә формалаша.
Мигранттарҙы Рәсәй Федерацияһы ҡалаларындағы автомобиль транспортына автобустарҙа әлегәсә ҡулаҡса менән иҫәпләшеү йәлеп итә. Электрон карталар, талондар ҡулланылған, кассирҙар эшләгән маршруттар уларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Етмәһә, электрон карталар беҙҙә әлегә киң таралмаған. Әммә был йүнәлештәрҙә лә өлгө алырлыҡ лидерҙар төҫмөрләнә. Мәҫәлән, Сочи ҡалаһында бер маршрутта ғына ҡулаҡса менән иҫәпләшеү ҡалдырылған, Ҡазанда автобустарҙың 70 процентында транспорт карталары ҡулланыла. Карталарға күскәс, Ҡазанда бюджетҡа түләүҙәр 42 процентҡа артҡан.
Рәсәй Федерацияһы Финанс министр­лығы 2012 йылда уҡ илдә ҡулаҡса әйләнешен сикләү тураһында закон проекты әҙерләй, ундағы айырым статьялар транспорт тармағына ла ҡағыла, әммә был документты ғәмәлгә индереү 2019 йылға тиклем кисектерелә. Әгәр ул законды ҡабул итеү тиҙләтелһә, дәүләт бюджетына мөһим өлөш индергән, социаль-иҡтисади тормошобоҙҙа етди урын биләгән пассажир транспортында хәлдәр көйләнә төшөр ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә