Мәйсәрә ханым буйға ҡапыл үҫеп киткән ейәненең арҡаһынан һөйөп-һөйөп ала. Ваҡыт тигәнең һиҙелмәй ҙә үтә — егет ҡорона лә инеп бара улыҡайы! Килешле оҙон буй, етди ҡараш, белмәгән нәмәһе юҡ. Тик ҡулдары ғына сабый балаларҙыҡы кеүек ап-аҡ, нәфис бармаҡтары менән компьютер төймәләрен шыҡылдатыуҙан бушамай шул.
Әсәһе ҡыҙҙырып алһа, йүгерә-атлай сүп-сарҙы түгеп, һауыт-һабаны йыуып ҡуя, аҙаҡ тағы донъяһын онотоп, шул виртуаль мөхиткә сума. Йәйге каникулда ауылға олатай-өләсәйгә ярҙам итергә атлығып ҡайта-ҡайтыуын, әлбиттә, ноутбугын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып. Атаһы эргәһендә торғанда нисек тә түҙә: эшләһә-эшләмәһә лә, шул тирәлә өйөрөлә. Уларҙың ҡалаға ҡайтып китеүе була — донъя иркенәйә. Йылына бер күргән һөйөклө ейәндәрен өрмәгән ергә ултыртмай ҡарттар, уның көйөнә тиҙ үк үҙҙәре бейей башлай. Олатайға теге йәки был эште яңыса эшләү алымдарын Интернеттан кем өйрәтә? Өләсәйҙең бер төрлө ризығы ялҡытып китһә, рецепт эҙләп йыраҡ йөрөйһө түгел, “шеф-повар” эргәлә генә. Балта-бысҡы түгел, тәпке тота белмәһә лә, телгә үткер, зиһенле хәҙерге балалар.
— Егерме беренсе быуатта йәшәйбеҙ, өләсәй. Магазинда бөтә нәмә бар, һатып ҡына алаһы. Аптырайым, ниңә гелән шулай бөксәнләп эштән бушамайһығыҙҙыр. Йәй — отпуск ваҡыты, ял итеү урынына һеҙ сәсәһегеҙ, утайһығыҙ, йыяһығыҙ. Ниндәй ҡыҙығын табаһығыҙҙыр инде бының? — тип ҡәҙерле кешеләренең “дөрөҫ йәшәмәүе”нә үкенесен дә белдереп ҡуйғылай.
Замана балалары икенсе төрлө уйлай шул. Аллаға шөкөр, тормошобоҙ етеш, өҫтәлебеҙ тулы ризыҡ, кейем-һалымдан шкафтарыбыҙ ишелә. Балаларыбыҙҙы мәктәпкә еңел машиналарҙа ғына илтәбеҙ, уларҙы бар яҡлап та үҫтереү маҡсатында түләүле түңәрәктәргә, спорт секцияларына йөрөтөргә тырышабыҙ. Каникулда йәйге ялды ойоштороуға илебеҙҙә ҙур иғтибар бүленә. Урындағы лагерҙа ғына түгел, Ҡара диңгеҙ буйында, сит илдәрҙә лә һаулығын нығытҡан, сәйәхәт иткән балалар бихисап. Өҫтө-өҫтөнә алынған затлы кейем кейеп, тәмленән-тәмлене ашаған балаларҙың күбеһе был матди байлыҡтарҙың нигеҙендә ата-әсәләрҙең ниндәй хеҙмәте ятҡанын күҙ алдына ла килтермәй. Исмаһам, ҡәҙерен белеп, һаҡсыл тотонһаларсы! Ватылһа, емерелһә, йыртылһа, юғалһа, оҙаҡ ҡайғырырға түгел, яңыһын шунда уҡ аласаҡтар. Ризыҡҡа ҡарата ла шул уҡ мөғәмәлә: оҡшамаһа, сүп кәрзиненә оҙатаһың, ололар бының өсөн әллә ни ҙур ғауға ҡуптармаясаҡ. Үҙен үҙе хөрмәт иткән атай-әсәй һөйөклө балаларын башҡаларҙыҡынан кәм йөрөтмәҫ инде. Үҙҙәренең бәләкәй саҡта ҡалдыҡ-боҫтоҡто кейеп, “аяҡ аҫтындағы”һын ашап үҫкәндәре лә еткән. Етмәһә, атай-әсәйҙәренең бер туҡтауһыҙ эш ҡушып, уның үтәлешен ҡәтғи талап итеп йонсотоуҙарын онотоп буламы...
Эйе, элегерәк һәр ғаиләлә, мәктәптә балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү иң мөһим мәсьәләләрҙән һанала торғайны. Бөйөк педагог А. Макаренконың көндәлектәрен, ғилми хеҙмәттәрен өйрәнеп, һәр мәктәптә балаларҙы кесе йәштән үк эшкә өйрәтеүҙең аныҡ планы булдырылды. Был мөһим бурысты тормошҡа ашырыуҙа мәктәп бер ҡасан да яңғыҙ ҡалманы: ата-әсәләр, колхоз, предприятие етәкселәре һәр яңы башланғысты хуплап сыҡты. Колхоз баҫыуҙарында, ырҙын табаҡтарында, фермаларҙа ең һыҙғанып эшләү, сәнәғәт предприятиеларында практика үтеү йәш быуынды сыныҡтырҙы, тормош тәжрибәһе бирҙе. Бынан тыш, мәктәптәрҙәге йыйыштырыу-ремонт эштәре, гектар-гектар йәшелсә, еләк-емеш баҡсалары, тимур командаларын төҙөп, ололарға даими ярҙам итеү — барыһы ла уҡыусылар өҫтөндә булды. Ғаиләләрҙә лә балалар бәләкәйҙән яуаплылыҡ тойғоһо менән тәрбиәләнде: бер-береһен ҡарау, ололар ҡайтҡансы өйҙәге бар эштәрҙе теүәлләү уларҙың изге бурысына әүерелгәйне.
Был осорҙан, уйлап ҡараһаң, әллә ни оҙаҡ ваҡыт та уҙмаған. Ә бит хәл нисек үҙгәрҙе! Хәҙер уҡыусыларға мәктәптә эш ҡушыу ҡанунға ярашлы башҡарыла. Ә закон тәү сиратта балалар һәм уларҙың ата-әсәләре мәнфәғәтен яҡлай. Йылына бер нисә тапҡыр уҡыу кабинеттарын йыйыштырыу, өмәләрҙә ҡатнашыу, ремонт эштәрендә ярҙамлашыу өсөн уҡытыусыға ун дүрт йәше тулған баланың ата-әсәһенән рөхсәт ҡағыҙы алыу кәрәк. Күп мәктәптәрҙең йәшелсә, еләк-емеш баҡсалары бөтөрөлдө, булғандарының да майҙаны күпкә ҡыҫҡартылды. Хеҙмәт дәрестәрендә лә был мөһим эш етерлек кимәлдә алып барылмай: йә уларҙы үткәрерлек инструмент, йә материал юҡ (совет осоронда хеҙмәт дәрестәрендә ҡулланыласаҡ ағас-ташты йәй көнө үк уҡытыусы уҡыусылар менән бергәләп әҙерләп ҡуйыр ине), йә дәрес етмәгәнлектән генә уны үткәрергә ризалашҡан уҡытыусының үҙен сүкеш тоторға өйрәтергә кәрәк.
Китапта яҙылғанды ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтелмәгән малайҙарҙың күбеһе ҡаҙаҡ ҡағыу, бысаҡ үткерләү кеүек ябай ғына эштәрҙе башҡарыуҙы ла ауырһынып ҡабул итә. Энә тота белмәгән, аш-һыу әҙерләүҙе өнәмәгән ҡыҙҙар киләсәктә ниндәй хужабикә булыр? Ата-әсәләр йыйылыштарында, исмаһам, берәй тапҡыр, балаларыбыҙҙы шул эшкә өйрәтәйек әле, тигән тәҡдим яңғыраһасы! Уҡып “арыған”, “йонсоған” балаҡайҙарға аквапарктар, бассейндар, уйын ҡорамалдары менән йыһазландырылған залдар, уйындарҙы ойоштороусы махсус хеҙмәткәрҙәр, һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәр кәрәк! Ҡәҙерлеләрен Ҡафтау аръяғына походҡа алып барып, уларға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн аҡсалары ла, ваҡыттары ла һис йәл түгел. Ғаиләләрҙә лә бала-саға әллә ни эш ҡыйратмай. Ҡаланыҡылар, ярай инде, дүрт стенаға бикләнгән тип аҡланабыҙ. Ә ауылда һуң? Компьютерҙарына бәйләнгән балалар аҙбарҙағы мал-тыуарҙың баҡырышыуын да, бар эште лә үҙ елкәһенә алып, арманһыҙ булған атай-әсәйҙәренең әйтеүен дә ишетмәйенсә виртуаль донъяны гиҙеүен белә.
Ауыл урамдары тып-тын бөгөн. Йорт-ҡура тирәһендә ҡыштырлаусыны түгел, урамды яңғыратып уйнаған балаларҙы ла тап итмәҫһең. Барыһы ла компьютерҙа мөкиббән китеп төрлө уйын уйнай, киләсәктә аҡ яғалы эштә, ҙур хеҙмәт хаҡы аласағына инанып, еңел, күңелле тормош тураһында хыяллана. Күптәре өсөн был донъя тик ал төҫтә: телеэкрандарҙа гел йыр-бейеү, башҡалар иҫәбенә ҡоролған уңайлы тормош тураһында фильмдар, Интернетта аҡса эшләүҙең еңел юлдарына саҡырып торған рекламалар... Үҫеп мәктәпте тамамлау менән ауылдыҡылар ҙа, һәнәк-көрәк тотоп, ғүмерен ҡара эшкә бағышларға теләмәй, ҡалаларға юллана. Тик олоғайған атай-әсәйҙәре генә, һаман да шул тиҙәккә билдән батып, балаларының “яҡты киләсәге”н ҡайғыртыуын дауам итә...
Эшсе һөнәрҙәрҙең бәҫе бөттө, тип әсенеп һөйләргә әүәҫләнеп киттек түгелме? Уҡыусылар йыя алмағас, урта һөнәри уҡыу йорттарының ишектәрен ҡаҙаҡлап, оло йоҙаҡтар элдек. Уларҙы пропагандалау маҡсатында төрлө конкурстар ҙа үткәреп ҡарайбыҙ. Һөҙөмтәһе күҙгә күренгәне юҡ әлегә. Йәштәрҙең күбеһе аҙ түләнгән ҡара эштәрҙе мигранттар башҡарырға тейеш тип һанай. Хеҙмәт биржаларының вакансияларына ҡараһаң, күпме юғары һәм урта уҡыу йорттарында урам һепереүсе, йыйыштырыусы кеүек квалификация талап ителмәгән эштәргә кеше таба алмай, йылдар буйы интегәләр. Элегерәк бындай мөмкинлекте студенттар ҡулдан ысҡындырмай ине. Эшләп үҙ йүнен үҙе күргән йәштәр хатта атай-әсәйҙәренә, аҡмаһа ла тамыҙып, ярҙам иткән осраҡтары булғылай торғайны. Ҡыл ҡыбырлатырға ҡыйынһынған бөгөнгө студенттарҙың күбеһе ауылдағы атай-әсәйҙәренең ҡулъяулыҡҡа төрөлгән һуңғы тиндәрен көтөп, түшәмгә төкөрөп ятыуҙы хуп күрә. “Бала уҡытам, уларға өй һалырға ярҙам итәм, ипотекаларын түләйем”, — тип күпме пенсионер, хаҡлы ялға сыҡҡас та, һөйрәлеп эшләп йөрөүен дауам итә...
Бөйөк марксизм- ленинизм классигы Ф. Энгельс: “Кешене кеше итеүсе ул — хеҙмәт”, — тип инандырып, был темаға юҡҡа ғына ҙур күләмле фәнни эшмәкәрлеген бағышламағандыр. Бәләкәйҙән хеҙмәткә күнегеп, ҡулы эш белгән кешегә был донъяла бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел. Әле торғонлоҡ тип аталған һөрһөгән замандарҙа хеҙмәттә сынығып, уның ярҙамында күңелдәрендә оло яуаплылыҡ тойғоһо һеңдереп, һәр нәмәнең, бигерәк тә ризыҡтың ҡәҙерен белеп үҫкән быуын вәкилдәре һынауҙарға, ауырлыҡтарға бирешмәй, сабыр ғына донъя йөгөн тарта бирә. Бер туҡтауһыҙ күп аҡсалы еңел эш эҙләп, уңға-һулға һикергән йәштәребеҙгә, бөтөнләй эшкә өйрәнергә теләмәгән балаларыбыҙға ҡарап, илебеҙҙең киләсәге нисек булыр тигән хафалы уйҙарға ла бирелеп ҡуяһың.
Йәш быуынға ныҡлы хеҙмәт тәрбиәһе биреү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе бөгөн. Бигерәк тә эшсе һөнәрҙәрҙе алғы планға ҡуйыу мөһим. Һөнәрлене данлау, алдынғыларҙың намыҫлы хеҙмәтен юғары билдәләр менән баһалау илебеҙҙә һәр саҡ булды һәм буласаҡ.
Ҡырмыҫҡалы районы.