Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ер йылыһын тойоп эшләйҙәр
Ер йылыһын тойоп эшләйҙәрАуыл уңғандарҙы ярата. Ергә ерегеп, уны дөрөҫ файҙаланып, ҡара тупраҡтың “тәмен” тойоп эшләгәндәрҙең киләсәге яҡты, йәшәйеше маҡсатлы. Бөгөн ауыл ерендә эш юҡлыҡҡа һылтаныу – мәғәнәһеҙлек. Тырыштарҙың шөғөлө лә, ашы ла бар, иртәгәһе көнө лә ышаныслы. Стәрлебаш яҡтарында йөрөп ҡайтҡас, был хәҡиҡәткә тағы бер тапҡыр инандыҡ. Йәшәй белә бит тырыштар. Иң мөһиме – улар күңелдәренә ятҡан шөғөлдәрен ғаилә бизнесына ғына ҡайтарып ҡалмай, тотош ауыл, район мәнфәғәтендә уңышлы үҫтерә. Һөҙөмтәлә эш урындары барлыҡҡа килә, тотороҡло хеҙмәт хаҡы түләнә, социаль проекттар тормошҡа ашырыла.


Райондың “Нур” агрофирмаһы” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте – әлеге йүнәлеште төплө үҙләштергән хужалыҡтарҙың береһе. Радик Рафаэль улы Яуышев етәкселеген­дәге коллектив малсылыҡҡа, үҫемлексе­леккә ныҡлап тотонған. Айырыуса һуңғы йылдарҙа, илебеҙгә төрлө тарафтарҙан санкциялар иғлан ителгәс, халыҡ ер ҡәҙерен аңлай башланы, ти ул. Шулай булмай, үҙең үҫтергән сифатлы ла, арзан да, тәмле лә. Ер йылыһын тойоп эшләйҙәр
— Ниндәй генә заманаларҙа йәшәһәк тә, ер ҡәҙерен белмәгән кешеләр бер ваҡытта ла бөлмәне. Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, бөгөн ергә ерегеп үҫкән­дәрҙең, ер йылыһын тойоп йәшәгәндәрҙең йыры көйлө. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа булмай тормай. Мәҫәлән, әле бына сәсеү осоронда ғына нисә янып, нисә көйөлдө, тигәндәй. Берсә техникаһы ватыла, берсә орлоғон хәстәрләйһе бар. Һауа торошо ла беҙ теләгәнсә генә булып тормай. Шуға күп нәмәне алдан планлаштырып, ваҡытына һәм шартына ҡарап, ҡайһы бер культураларҙы хатта кәметеп, икенселәрен күбәйтеп үҙеңсә көйләргә тура килә, — ти хужалыҡ етәксеһе Радик Рафаэль улы.
Әйткәндәй, хужалыҡтың бөгөнгө көндә 3 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере бар. Буш ятҡан яландар юҡ. Быйыл башҡа ужым культуралары менән бер рәттән күпләп борсаҡ, кукуруз, көнбағыш сәскәндәр.
— Һуңғы йылдарҙа әлеге культураларға ихтыяж артты. Ямғырға ла бирешеп бармайҙар. Ғөмүмән, себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, бер нисә йыл дауамындағы тәжрибәнән сығып, ошо культураларға туҡталдыҡ, — ти йәмғиәт етәксеһе.
Эштәре ырамлы барғас, һөҙөмтәләре лә ишле “Нур” агрофирмаһы” хеҙмәткәр­ҙәренең. Әле яңыраҡ ҡына орлоҡ киптергес төҙөп ҡуйғандар. Ташландыҡ фермаға капиталь ремонт яһағандар. Һуңғы өс йыл эсендә генә 20 миллион һумлыҡ техника яңыртҡандар. Район етәкселеге лә ярҙамынан өҙмәй уларҙы. Субсидиялар юллашыуҙа, төрлө программаларҙа ҡатнашыуҙа кәңәш-төңәшен биреп тора.
Беҙ барғанда хужалыҡта сәсеү эштәрен тамамлап, яландарҙы парға һөрөп, мал аҙығы әҙерләүгә төшкәйнеләр. Уныһы ла кәрәк. Ни тиһәң дә, агрофирманың 500 баштан ашыу малы бар. Көн һайын 3200 тонна һөттө Мәләүез һөт комбинатына оҙаталар, бер литрын 17 һум 50 тиндән тапшыралар. Аҡсаһын ваҡытында түләп барғастар, алып-һатыуҙа өҙөклөктәр юҡ. Ер йылыһын тойоп эшләйҙәр
Заманса йыһазландырылған ферма, миллион һумлыҡ техника – былар барыһы ла һәйбәт, әлбиттә. Шулай ҙа уңыштарҙың нигеҙендә тәү сиратта эш тип янған тырыш хеҙмәткәрҙәр икәнен дә оноторға ярамай. Һәр ҡаҙаныш, һәр еңеү тырышлыҡ, берҙәмлек, ниндәйҙер кимәлдә хатта сабырлыҡ аша яулана. “Нур” агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте был йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ. Коллектив татыу. Ер йылыһын тойоп үҫкән, ер һулышын күңелдәре менән тойоп йәшәгән ауыл кешеләре, хеҙмәт батырҙары эшләй бында. Әйтәйек, механизаторҙар Әмир Изәкәев, Әхәт Байгилдин, Рәфит һәм Юнир Ишембәтовтар, Зәбир Яхин, Әнүзәр Әлимбаев, һауынсылар Мәҙинә Шәрипова, Гөлсирә Ҡужина, малсылар Фәрғәт Ғәлиев, Рәфил Латипов яҡшы иҫәптә. Уларҙың һәр ҡайһыһы хаҡында әллә күпме маҡтау һүҙҙәре ишеттек, күптәрен уңған хужабикә, өлгөлө әсәй тип тә белдек. Әйткәндәй, Фәрғәт Ғәлиевтең тырыш хеҙмәтен быйыл район һабантуйында да билдәләп киткәндәр. Ялан батырына район хакимиәте етәкселеге Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырған.
— Хеҙмәт кешеһе өсөн ҡулдан килгәнсә уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Көнөнә ике тапҡыр ашатабыҙ, хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ. Уртаса эш хаҡы – 15-18 мең һум. Хеҙмәткәрҙәр өс ауылдан килеп эшләй. Барыһы 50-гә яҡын кешегә эш урыны булдырғанбыҙ, — ти хужалыҡ рәйесе.Ер йылыһын тойоп эшләйҙәр
Әлбиттә, эшләйһе эштәре, атҡараһы бурыстары ҙур коллективтың. Мәҫәлән, быйылдан да ҡалмай келәттәренең, фермаларының ҡыйығын яңыртырға уйлайҙар. Мал һанын ишәйтеү ҙә яҡын киләсәккә ҡоролған пландар иҫәбендә. Шулай ҙа төп маҡсат — кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Хужалыҡҡа бөгөндән механи­заторҙар кәрәк. Мал табибы ла юҡ. Ғөмүмән, йәш белгестәрҙе алырға ҡушҡуллап ризалар бында. Эшләргә теләк кенә булһын.
Йәштәр тигәндәй, диплом алып, ауылда төпләнергә теләгән йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр бөтөнләй юҡ тип әйтеп тә булмай. Мәҫәлән, Айрат Шәймәрҙәнов 2011 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған да Стәрлебашҡа ҡайтҡан. Бөгөнгө көндә “Үҙәк” МТС-ының Стәрлебаш филиалында баш агроном булып эшләп йөрөй. Ауылға ҡайтыуына һис үкенмәй егет. “Өфөлә эш таба алмай, кеше тупһаһында йөрөгәнсе бында ҡайтып оттом ғына. Килеү менән аҡсалата ярҙам күрһәттеләр. Әле бына йорт һалырға булышлыҡ итәләр. Ҡыҫҡаһы, эш тә, аш та бар”, — ти ул. Ысынлап та эш етерлек егеткә. Филиалдың баш агрономы булараҡ 7 мең гектарға яҡын ерҙең уңдырышлылығын көйләргә тейеш ул.
— Быйыл күпләп ҡарабойҙай, кукуруз, арпа, көнбағыш сәстек. Әлеге көндә мал аҙығы әҙерләйбеҙ. Быйыл бесән күп. Көндәр артабан аяҙ торһа, уңыш та мул булмаҡсы, — ти Айрат Морат улы.
Ер йылыһын тойоп эшләйҙәр
Әйткәндәй, “Үҙәк” МТС-ының Стәрлебаш филиалы – райондағы иң алдынғы хужа­лыҡтарҙың береһе. Ҡеүәтле техника, яғыу­лыҡ-майлау материалда­рының тейешле кимәлдә тупланыуы, хеҙмәткәрҙәр­ҙең яуаплы, тырыш булыуы – быларҙың барыһы ла уңыштың нигеҙен билдәләй. Мәҫәлән, алдынғы механиза­торҙар Илвир Ғимранов, Рәсүл Иҙрисов, Иҙрис Ниғмәтул­лин, водителдәр Рәмил Бикбаев, Зәбир Халфин, Нариман Багаповтың исем-шәрифтәрен етәкселек тә маҡтап телгә алды.
Малсылыҡ тармағы ла ныҡлы үҫешкән. Биш йөҙ баш эре мөгөҙлө малдың 134-е – һауын һыйырҙар. Һөттө Бәләбәй һөт заводына тапшыралар.
Форсаттан файҙаланып, Айрат Морат улынан кадрҙар мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынғас:
— Беҙҙә белгестәр етерлек. Бәләбәй ауыл хужалығы техникумы менән хеҙ­мәттәшлек итәбеҙ. Студенттары беҙҙә практика үтә. Уларға эш хаҡы ла түләнә. Миәкә тарафтарынан килеп эшләүселәр байтаҡ. Ә ниңә эшләмәҫкә? Хеҙмәт хаҡы – 20 мең һум тирәһе. Ауыл ере өсөн ярайһы ҙур ғына аҡса. Иң мөһиме – ваҡытында түләнә. Премиялар ҡаралған. Социаль түләүҙәр ҙә бар, — тине ул.
Ысынлап та, эшләйем тигән кешегә ҡайҙа ла эш етерлек. Тырышһаң, уңышың күренә, ҡаҙаныштарың ваҡытында баһа­лана, етәкселек тә ярҙамынан өҙмәй. Уңған, яуаплы коллектив – хужалыҡтың төп көсө, таянысы.

Стәрлебаш районы.


Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 6

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә