Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡаҙнаны нисек тултырырға?
Ҡаҙнаны нисек тултырырға?Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 14 июндә үткәрелгән ултырышында депутаттар Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитовтың былтырғы эш һөҙөмтәләрен яҡтыртҡан мәғлүмәттәре менән танышты.
2016 йылда республика бюджеты 12,52 миллиард һумлыҡ (килемдәрҙең 7,7 проценты күләмендә) профицит менән башҡарылған. Килем – 162,996 миллиард, сығым 150,476 миллиард һум тәшкил иткән. Йыйылма бюджет килеме 195,174 миллиард һумға еткән. Һалымдарҙан килем һәм һалымдарҙан тыш килем – 160,294 миллиард һум.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идара­лығы былтыр Рәсәйҙең бюджет системаһына 278,532 миллиард һумлыҡ һалым һәм башҡа түләү­ҙәр тапшырылыуын тәьмин иткән. Был күрһәткес 2015 йыл­дағы менән сағыштырғанда 12,258 миллиард һумға (4,6 про­центҡа) күберәк. Башҡортос­тандың йыйылма бюджетына 121,011 миллиард һумлыҡ һалым тапшы­рыл­ған (2015 йыл күлә­менән 7,9 про­центҡа күберәк).
Быйыл республика бюджеты килеме – 145,838 миллиард, сығым – 156,044 миллиард, дефицит 10,207 миллиард һум (сығымдарҙың 6,5 проценты) күләмендә көтөлә.
Республика бюджеты киле­менең 80 процентын 60-ҡа яҡын эре сәнәғәт предприятиеһы тәьмин итә, ваҡ һәм уртаса эшҡыуарлыҡтың өлөшө әлегә ҙур түгел.
Граждандарҙан һалымдарҙың 71,7 проценты ғына йыйылған. Был күрһәткес 2015 йылдағыһы менән сағыштырғанда 8,7 про­центҡа күберәк, ә ағымдағы йылда уны 80 процентҡа еткереү мөмкинлеге бар.
Милеккә һалым, дөйөм алған­да, 7,5 процентҡа күберәк йы­йыл­ған. Мәҫәлән, ойошмалар мил­кенә һалым күләме – 11,8 мил­лиард, транспорт һалымы күләме – 2,96 миллиард, ер өсөн һалым 2,35 миллиард һум тәшкил иткән. Һуңғыһын йыйыуҙа түләү­ҙәр нормаһындағы һәм кадастр хаҡындағы үҙгәрештәргә бәйле ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар бар.
Депутаттар Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының былтырғы эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ултырышҡа шундай баһа бирҙе:
– Был осрашыу ике яҡ өсөн дә мөһим. Беҙ, закондар сыға­рыусы булараҡ, һалым өлкә­һендәге хәлдәрҙе тулыһынса белеп торорға тейешбеҙ. Закон­дарҙың үтәлешен тәьмин иткән һалым хеҙмәте вәкил­дәренә парламентарийҙар менән осрашыу был өлкәләге закон­дарҙы камиллаштырыу буйынса тәҡ­димдәр индереү мөмкинлеге бирә. Мәғлүмәттәрҙе анализлап, тейешле һығымта яһарға мөмкин. Мәҫәлән, төрлө кимәлдәге бюд­жеттарҙың килем статьяларын тикшерһәң, ­һа­лым­дарҙың төп өлөшөн эре сәнәғәт предприятиелары түләгәне асыҡлана. Ә ваҡ эшҡыуарлыҡ субъект­тары­ның өлөшө ҙур түгел – 20 проценттан да артмай. Сағыш­тырыу өсөн, мәҫәлән, Европа илдәрендә был күрһәткес 50–60 процентҡа етә. Дөйөм алғанда, беҙҙә иҡтисади системаны камиллаштырыу тураһында уйланырға нигеҙ бар.
Константин Толкачев һәм Марат Вахитов күтәргән проблемалар, әлбиттә, иң тәүҙә федераль кимәлдәге һалым сәйәсәтенә бәйле. Ағымдағы йылда был өлкәгә ҙур үҙгәрештәр индере­ләсәк. Билдәле булыуынса, уҙған йыл аҙағында илдең Финанс министрлығы быйылға һәм 2018 – 2019 йылдарҙағы планлаштырыу осорона иҫәпләнгән “Һалым сәйәсәтенең төп йүнәлештәре” проектын әҙерләп, Рәсәй Хөкү­мәтенә һәм Федераль Йыйы­лыштың Дәүләт Думаһына тапшырҙы. Күләмле документ Хөкүмәт әҙерләгән закон проектына индерелде. Ул өс йыллыҡ план нигеҙендә һалым йыйыу эшен камиллаштырыу, дәүләт бюджеты килемен арттырыу маҡсатын ҡуя. Финанс министр­лығы планына ярашлы, был осорҙа ваҡ һәм уртаса эшҡыуар­лыҡҡа баҫым арттырыл­маясаҡ, төп иҫәп нефть, газ тармаҡ­тарына, сеймал сығарған ком­панияларға, сауҙа өлкәһенә, айырыуса сит ил ритейлерҙарына буласаҡ. Яңы закондар Һалым кодексына төҙәтмә сифатында ҡабул ителәсәк.
Проектта нефть һәм газ тар­мағында, сеймал сығарғандар өсөн һалым системаһын үҙгәртеү, камиллаштырыу ҡарала. Мәҫә­лән, нефть, газ сығарыу компаниялары сеймалдан алынған өҫтәмә килемгә һалым (закон проектында НДД – налогообложение дополнительного дохода от добычи углеводородов) түләүгә күсә башлаясаҡ.
Уның ставкаһы килемдең теүәл 50 процентын тәшкил итәсәк. Һалым базаһы пред­приятиеларҙың эксплуатация һәм капиталь сығымдарын иҫәпкә алып билдәләнәсәк. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өсөн һалымдың (НДПИ – налог на добычу полезных ископаемых), таможня пошлиналарының кәме­телеүе көтөлә. Был саралар нефть һәм газ тармағының һө­ҙөм­тәлерәк эшләүенә килте­рәсәк тип иҫәпләнә.
Үҙгәрештәр Рәсәй субъекттары бюджеттарына ла ҡағыласаҡ. Мәҫәлән, ойошмалар килеменә һалымдың бер өлөшө федераль ҡаҙнала тупланып, ярҙамға мохтаж субъекттарҙыҡына йүнәл­теләсәк.
Финанс министрлығы Интернет селтәре аша һатылған тауар­ҙарға ла өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС – налог на добавленную стоимость) индерергә йыйына. 2017 – 2019 йылдарҙа спиртлы эсемлектәрҙең айырым төрҙәре­нә акциздар ике тапҡырға артты­рыласаҡ, тәмәке продук­цияһына акциздарҙы йыл һайын 10 про­центҡа индексациялау ҡарала. Бензинға акциз 5-се класлы яғыулыҡ өсөн тоннаһына 2017 йылда 10130 һум, 2018 йылда – 10637 һум, 2019 йылда 11062 һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, нефть һәм газ тармағы, төҙөлөш, транспорт, сауҙа, энергетика, тор­лаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәлә­рендә һалым системаларын камиллаштырыуға иғтибарҙы арттырыу ҡарала.
Иҡтисадтың нигеҙен тәшкил иткән һалым системаһы үҫеше процесы граждандарҙың хоҡуҡ­тарын яҡлауҙы ла иҫәпкә алып ҡоролорға тейеш. Рәсәй Феде­рацияһында һалым түләү­селәр­ҙең хоҡуҡтарын яҡлау механизмдары әлегә тейешенсә эшләмәй. Граждандар һәм ойошмалар барлыҡ түләүҙәрҙең, һалым­дарҙың фәҡәт уларҙың үҙҙәренең мәнфәғәттәренә йүнәлтелеүен талап итергә хоҡуҡлы.

Закир ЗИННӘТУЛЛИН.
Ҡаҙнаны нисек тултырырға?
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың
14 июндә үткәрелгән ултырышында депутаттар Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитовтың былтырғы эш һөҙөмтәләрен яҡтыртҡан мәғлүмәттәре менән танышты.

Автор: Закир ЗИННӘТУЛЛИН.

Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Комментарий өҫтәргә