Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Маҡсатлы егетТөбәктә крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, эшмәкәрлеген матур ғына итеп алып барған фермерҙар бихисап. Дәүләт, республика һәм район етәкселеге тарафынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелгәс, уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Түбәнге Һаҙ ауылынан фермер хужалығы етәксеһе Юнир Искәндәров та аяғында ныҡлы баҫып торғандарҙан.
— Ауылда тыуып үҫкәс, яҙмышымды ерһеҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Атай-әсәйем дә күпләп мал аҫраны, ҡош-ҡортон тәрбиәләне, беҙ һәр саҡ уларға ярҙамлашып, эш һөйөп үҫтек, — ти Юнир Ғүмәр улы. — Үҙ эшемде асыуыма һис үкенмәйем, былай дәрт-дарман етерлек. Улдарымды ла тырыш хеҙмәт өлгөһөндә тәрбиәләйем, улар бөгөн – минең ныҡлы таянысым.
Булдыҡлы егет яңы эш башлаусыларға дәүләт тарафынан ярҙам бүленәсәген ишетеп, ҡатыны Наилә менән кәңәш ҡороп, 2009 йылда үҙен яңы өлкәлә һынап ҡарамаҡсы була. Тәүҙә 100 гектар ер алып, дәүләт бүлгән ярҙам аҡсаһына ауыл хужалығы техникаһы һатып ала, бойҙай сәсә. “Тәүге осор ауыр кеүек күренһә лә, тәжрибәле фермерҙарҙан һәр яҡлап ярҙам, яҡлау тойғас, эшемде тиҙ арала юлға һалыуға өлгәштем”, – ти фермер.
Бөгөн Юнир, ауыл халҡының пай ерҙәрен дә алып, 1500 гектар ерҙе эшкәртә. Яҙ фермер хеҙмәткәрҙәре менән һоло, көнбағыш, бойҙай, кукуруз сәскән. Яғыулыҡ, орлоҡ, минераль ашламаларҙы ваҡытында хәстәрләгәс, яҙғы сәсеү барышында бер ниндәй ҡыйынлыҡтар осрамаған. Техниканың төҙөк булыуы ла эште тотҡарлыҡһыҙ атҡарырға мөмкинлек биргән. Шуныһы ла мөһим: әле уның техника паркы бай ғына, йылдың-йылы яңыртып тора икән. Һуңғы йылдарҙа фермер был маҡсатта дүрт миллион һум аҡса сарыф итеп, төрлө ауыл хужалығы техникаһы, заманса ҡоролмалар һатып алыуға өлгәшкән. Әлбиттә, ҡеүәтле техникаға эйә булыу өсөн банктан кредит та алған, “кеҫәнән аҡса сығармайынса ла булмай, әммә был сығымдар аҙаҡ икеләтә артып ҡайта ул”, тип бошонмауын да белдерҙе.
Пайсылар менән ваҡытында иҫәпләшә, ашлығын да бүлә, бесән-һаламын да бирә, кәрәк саҡта техника менән ярҙам итә.
Уңған фермер баҫыусылыҡ менән генә шөғөлләнмәй, уның хужалығында бөгөн симменталь тоҡомло һыйыр малдары ла аҫрала. Мал аҙығы ҡыштан артып ҡалған, хатта киләһенә етерлек. Бөгөн малдар хозур тәбиғәт ҡосағында тотола. Яңы тыуған быҙауҙарға ла иркен ялан кәртә ҡаралған. Әҙер продукцияны көн һайын Магнитогорск һөт комбинаты үҙҙәренең машинаһында килеп, литрын 19 һум менән һатып ала. Һатыуҙан килгән табыш йәмғиәт ҡаҙнаһына байтаҡ ҡына аҡса ла индерә икән.
– Бер кем алдында ла бурыс юҡ, хеҙмәткәрҙәргә лә эш хаҡы ваҡытында түләнә, – ти фермер. – Әммә йәштәрҙең булмауы ғына бәкәлгә һуға. Күптәре бөгөн Себер тарафтарында тир түгә. Эш һорап килгәндәрҙе кире бороп сығармайбыҙ былай.
Хужалыҡта Арҙат ауылынан 15 кеше эш менән мәшғүл. Әлбиттә, ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны икеләтә арта. Бөгөн ҡасандыр Себергә йә булмаһа ҙур ҡалаларға оҙон аҡса артынан киткән күп кенә йәштәр ҡабаттан ҡайта башлаған. Тимәк, Юнир Ғүмәр улының хужалығында эшләргә теләүселәр һаны арта.
Уңған егет бал ҡорттары ла тәрбиәләй, әле уларҙы йәйге аҡланда тота. “Электән атайым умартасылыҡ менән шөғөлләнгәс, бал ҡорттарын да тәрбиәләргә булдым. Әлбиттә, был – яуаплы шөғөл, шулай ҙа уның нескәлектәрен белгән умартасылар ярҙамынан өҙмәй”, — ти фермер.
Киләсәктә Юнир мал һанын, сәсеүлек майҙандарын арттырыуҙы күҙаллап, ҡеүәтле техника һатып алып, ауылдаштарын эш менән тәьмин итергә лә хыяллана. Ә бөтмөр, тырыш егеттең хыялдары тормошҡа ашасағына бер ниндәй шик юҡ, сөнки тырыштар ғына маҡсатына ирешәсәк.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә