Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Алтындарҙан-алтын һарыҡ йөнө
Алтындарҙан-алтын һарыҡ йөнөРәхмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән бер-береһенә ярҙамға йөрөй. Колхоздар гөрләп торған саҡта апай-инәйҙәрҙең гәпләшә-гәпләшә ярышып, көнөнә әллә күпме һарыҡ ҡырҡыуы мәртәбәле байрамға әүерелә ине.
Сер түгел: хәҙер түбән сифатлы, бер генә кейерлек яһалма тауарҙар күбәйҙе. Мамыҡтан, йөн туҡыманан етештерелгән әйберҙәрҙе табырмын тимә, һирәкләп килеп сыҡҡанда ла, хаҡы саманан тыш ҡыйбат. Һарыҡ йөнөнөң ҡәҙере ныҡ кәмеүе беҙҙең шул синтетик кейемгә өҫтөнлөк биреүҙән түгелме икән? Бигерәк тә көҙгө йөндө һанға һуҡмай, ҡырҡып алғас та тоҡлап-тоҡлап ташлауҙары асыҡланды. Күпме әҙер байлыҡ әрәм була! Бер яҡтан, ташланған сүп-сарҙан тәбиғәт бысранһа, икенсенән, экологик йәһәттән таҙа сеймал юҡҡа сыға.

Быны күреп йәне әсегән йырсы, композитор, хореограф, режиссер Зилә Лира боронғо йолаларыбыҙҙың береһе булған кейеҙ баҫыуҙы Экология йылы иғлан ителерҙән алда уҡ, үткән көҙ, Рәхмәт ерлегендә башлап ебәрҙе. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тигәндәре хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ла ҡағыла. Эшлекле ханым Зиләнең яңынан-яңы һәләттәре асылып тора. Ҡулы алтын: нимәгә генә тотонһа ла, бөтәһен дә харап матур итеп башҡарып ҡуя.
Был юлы ла шулай килеп сыҡты. Кейеҙ баҫыу буйынса дәрестәргә рәхмәттәр шатланып йөрөй башланы. Шөғөлдөң ни тиклем ауыр һәм мәшәҡәтле булыуы ла кәйефтәрен төшөрмәне, сөнки Зилә ханым уларға көс-ҡеүәт биреп, күңел­дәрендә үҙ-үҙҙәренә ышаныс уятып, эштең айышына төшөндөрөп торҙо.
— Көҙгө йөндө сарыф итергә ярамай. Ул кейеҙгә яҡшы: тиҙ берегә. Һарыҡ йөнөнән баштан-аяҡ сифатлы, экологик яҡтан таҙа кейенергә була. Төрлө баш кейемдәре, көләпәрә, кофта, пальто, шарф, сарыҡ, быйма башы, тапочка, бейәләй, картиналар, сәскәләр баҫып алырға мөмкин. Үҙ ҡулдарың менән эшкәртеп кейгән әйбергә ни етә! — тип осҡонло һүҙҙәре менән сәмләндереп ебәрә Күбәләк ырыуы ҡыҙҙарын Зилә Мазһар ҡыҙы.
Бер ҡараһаң, ысынлап шулай бит. Ситтән килтерелгән насар еҫле кейем түгел инде. Аҡса яғынан да кеҫәгә һуҡмай. Ихласлығын, күңел йылыһын һалып, эш­ләргә өйрәтеп торған алтын ҡуллы остаздары булғас, һәр хеҙмәттең ваҡ үҙенсә­лектәренә лә төшөнөргә тырышалар.
Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу, кейеҙ баҫыу буйынса ярыш һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторҙолар. Бәйгелә ҡатнашырға теләгән уңғандар, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, Гөлниса һәм Исрафил Йәнсәйетовтарҙың йорто эргәһенә тиҙ йыйылды. Шуныһы ҡыҙыҡ: ярышырға йөрьәт иткәндәр араһында күберәге килендәр булып сыҡты.
Ҡатынды мунса ташы иткән дә, йөҙөк ҡашы иткән дә — ир, тиҙәр бит. Ауылға төшкән килендәр Рәхмәт егеттәрен маҡтап ҡына тора, уларға тиң булырға тырыша. Шулай итеп, ауылыбыҙ — килендәрҙән, килендәр төшкән еренән дә, иренән дә уңды тигән һүҙ.
Ярыш уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Оло һарыҡтар ҡырҡҡыға өйрәнгән, йөндә­рен алып бөткәнде көтөп, сабыр ғына ята. Йәшерәктәренең тауышы, “симфония”­ға ҡушылып, зәһәр төҫ ала. Һүҙ ара­һында малдың алдына бесән һалмаҫҡа кәрәк, юҡһа валсығы эләкһә, йөн ҡабармай тигән кәңәштәр әйтелде. Йәнә лә таҙа була, эшкәртеүе лә еңелерәк.
Алтындарҙан-алтын һарыҡ йөнөСәғәт ярым эсендә биш һарыҡ һәм бер кәзә ҡырҡып өлгөргән Миңзәлә Хисаметдинова иң етеҙе булып танылды. Икенсе урынды Дилбәр Әхмәҙиева менән Нурсилә Кәримова бүлеште. Ҡайһы берәүҙәр бер аҙ һуңлабыраҡ ҡушылып китһә лә, бирешергә теләмәне.
Һарыҡ йөнө ҡырҡы­лып бөткәс, уны тетергә керешеп киттек. Кейеҙ баҫыуға етерлекте эшкәртеүгә, хужалар табынға саҡырҙы. Аштан һуң, һый-хөрмәт өсөн рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, клубҡа йыйыл­дыҡ. Кейеҙебеҙ бик матур килеп сыҡты, көнө буйы башҡарған эшебеҙҙән ҡәнәғәт булып, өйҙәребеҙгә таралыштыҡ.
Йөндө ҡырҡып алыу — ул мәшәҡәттең башы ғына. Ә бына эшкәртеп алыуға хәтле ул күпме юл үтә, күпме көс түгелә — уны оҫта үҙе генә белә. Халҡыбыҙға кәрәк булған бик матур, мөһим йолаларыбыҙҙың береһен тергеҙеүгә ихлас, дәртләнеп тотондо рәхмәттәр.
Тарихи видеояҙмаларҙы аҡтарып, Зилә ханым бик ҡыҙыҡлы һәм аптыратҡыс мәғлүмәткә тап булғанын һөйләне:
— Өсөнсө донъя мөғжизәһе — Эфес Артемидаһы һарайы — Төркиә, Мысыр ерҙәрендә һаҡлана. Һаҙлыҡта тигеҙ һалып булмау сәбәпле, ифрат ҙур төҙөлөштө башлау өсөн ғәйәт тәрән соҡор ҡаҙалар ҙа ағас күмере менән һарыҡ йөнө тултыралар. Шулай итеп, ныҡлы, төплө нигеҙ булдыралар. Ул ауырлыҡты тигеҙ бүлгән, бинаның ултырыуына, баҫылыуына юл ҡуймаған. Әлеге даһи ҡарар ғәйәт ҙур һарай һалырға мөмкинлек биргән. Күреүебеҙсә, йөндөң төҙөлөштә лә алмаштырғыһыҙ алтын материал икәнен иҫбатлаған хәл.
Уны ҡулланыу даирәһе ифрат киң. Боронғо гректар һарыҡ йөнөн алтынға тиңләгән (золотое руно). Шуға беҙ ҙә был сараны “Алтындарҙан-алтын һарыҡ йөнө” тип атаныҡ. Ауылыбыҙҙың, ил-йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлайыҡ, бәрәкәт, ырыҫ өҫтәйек.


Автор: Гүзәл ҮТӘБАЕВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә