Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Улар аҡсаһын матрас аҫтына йәшермәй
Бының өсөн Кипр менән Багам утрауҙары бар
Үткән аҙнала Finansial Times менән Wall Street Journal баҫмаларынан Рәсәйҙең беренсе вице-премьеры Игорь Шуваловтың нисек байлыҡ туплауы мәғлүм булды. Яңылыҡ донъя кимәлендә шау-шыу тыуҙырып өлгөрҙө. Күптәр фекеренсә, “түрҙәге” чиновниктарҙың байтағы тап ошондай юл менән мал йыя. Ә төп герой үҙе быларҙың бөтәһен дә ил закондарынан ситләшмәй башҡарыуы тураһында белдерҙе. Шуныһы, “халыҡ хеҙмәтсеһенә” законлы булһа ла, ундай ысул килешәме икән? Икеле...
Баҡһаң, Рәсәй чиновнигының ғаиләһе Багам утрауҙарында теркәлгән үҙенең “Sevenkey” тигән компанияһы аша 2004 йылда 18 миллион долларға (!) “Газпром”дың акцияларын һатып алған икән. Баҫмаларҙа яҙылыуынса, был миллиардер Сөләймән Кәримов үткәргән килешеүҙең бер өлөшө генә булған. Һөҙөмтәлә чиновниктың ҡатыны (компания уның исеменә теркәлгән булған) 100 миллион доллар (!) күләмендә табыш алған. Әйткәндәй, ошо хәл тураһында яҙған баҫмалар был ғаилә тарафынан башҡарылған һәм 2008 йылға тиклем дауам иткән бөтә финанс операцияларҙың Рәсәй ҡануниәтенә ҡаршы килмәүенә ишара яһай.
Нимәһе ҡыҙыҡ, Игорь Шувалов үҙенең килеме тураһында декларацияны, ҡайһы бер чиновниктар кеүек, йәшермәгән. Бының өсөн уға “афарин!” тиәһе килә лә бит... Ни тиһәң дә, декларация тултырғандан һуң, ҡайһы бер Рәсәй чиновниктарының гаражы менән иҫке генә “Москвич”ынан башҡаһы булмауы асыҡлана. Йәғни “халыҡ хеҙмәтселәре” араһында халҡынан да фәҡирерәктәр осрай. Үкенескә ҡаршы, уларҙы ошо “Москвич”тың руле артында ғына осратып булмай, улар ниңәлер “Мерседес”та ғына елдерә...
Әйткәндәй, Игорь Шувалов, 1997 йылда дәүләт хеҙмәтенә күскәндә үк, бизнес менән шөғөлләнгән, халыҡҡа юридик хеҙмәттәр күрһәткән. Аҙаҡ бизнесының “дилбегәһен” ҡатыны ҡулына тапшырған. Юҡҡа түгелдер. Мәҫәлән, вице-премьер ҡатынының 2008 – 2010 йылдарҙа декларацияла күрһәтелгән дөйөм килеме яҡынса 1,4 миллиард һум тәшкил иткән!
Әммә чиновниктың аҡсаһының күплеге түгел, ә уларҙың ниндәй юлдар аша табылыуы илебеҙҙең власть даирәләренә тап төшөрә. Эйе, ҡануни йәһәттән был финанс операцияларына тел тейҙерерлек түгел. Хатта Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы ла тикшереү үткәргәндән һуң шулай тип белдерҙе. Бары вице-премьер ғаиләһенең ошо эште офшорҙар аша атҡарыуы ғына эсте бошора. Ни тиһәң дә, билдәле: Кипр, Мальта, Панама, Люксембург, Монако, Гондурас, Ямайка, Багам утрауҙары бик күп олигархтарға һалымдан һәм яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн уңайлы урын булып танылды. Әле лә илдә эшләгән бик күп ҙур компаниялар шунда теркәлгән. Рәсәй халҡының именлеге өсөн бөтөн көсөн һалырға һәм, киреһенсә, бындай күренештәр менән көрәшергә тейешле чиновниктарыбыҙ мал тапҡанда, баҡһаң, үҙҙәре лә бындай “хәүефһеҙ ысулдарҙы” ҡуллана икән. Шулай уҡ “Газпром” акцияларының да кинәт үҫеп китеүе һәм чиновниктың “инвестор” ҡатынына йөҙҙәрсә процент табыш килтереүе уйландыра. Әммә 1998 йылдан алып был компанияның директорҙар советы ағзаһы булған Фәрит Ғәзизуллин фекеренсә, чиновниктың “Газпром”дың идаралығына бер ниндәй ҡатнашлығы ла, йоғонтоһо ла юҡ. Тимәк, уның хәләл ефете исемендә булған компания баҙар мөнәсәбәттәре буйынса эш иткән.
Был яңылыҡ, әлбиттә, йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ һәм шик уяныуына булышлыҡ итмәй ҡалманы. Әммә Генераль прокуратураның власть вәкиленең килеме законлы юл менән табылған тип белдереүе — чиновникка ҡарата бер ниндәй сара күрелмәйәсәгенә тура ишара. Ә бына сит илдәрҙә хатта ҡануниәтте боҙоуға бәләкәй генә шик тә сәйәси карьераның тамамланыуына килтереүе бар. Мәҫәлән, Германияның президенты Кристиан Вульф Түбәнге Саксонияның Хөкүмәтенә етәкселек иткән мәлдә бер эшҡыуарҙың ҡатынынан йорт һатып алыуға 500 мең евро күләмендә льготалы кредит алыуы халыҡҡа мәғлүм булған өсөн генә (был хәлгә әллә күпме ваҡыт үткән!) отставкаға китергә мәжбүр булды. Ни тиһең инде...
Әйткәндәй, вице-премьер Виктор Зубков белдереүенсә, былтыр Рәсәйҙән законһыҙ рәүештә сит илгә сығарылған аҡса күләме триллион һумға еткән. Баҡһаң, төрлө законһыҙ финанс схемалар аша дәүләт ҡатнашлығы булған компаниялар ҙа эш итә, ә төп килем һаман да шул офшорҙағы фирмаларға юллана икән. Беҙҙең иҡтисадтан сит илдәргә “аҡҡан” аҡсаның яҡынса 75 проценты Латвия менән Кипрға тура килә, шулай уҡ күп өлөшө Гонконг, Бөйөк Британия, Швеция менән Финляндияға ла эләгә. Финанс министры Антон Силуанов белдереүенсә, Рәсәйҙән йыл һайын яҡынса 65 миллиард доллар офшорға күсә, 2012 йылдың тәүге айында ғына илдән сығарылған аҡса күләме 11 миллиард доллар тәшкил иткән.
Шуға ла йыл башында Президент Дмитрий Медведевтың ҡушыуы буйынса законһыҙ финанс операцияларҙы асыҡлау һәм уларҙы киҫәтеү буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырылды. Уға Федераль именлек хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы, Генераль прокуратура, Таможня хеҙмәте, Үҙәк банк вәкилдәре инде, төркөмдөң тәүге ултырышы 27 ғинуарҙа үтте. Ил етәксеһенең башланғысы был хәлде бер аҙ яҡшыртыр тип өмөт итке килә. Юғиһә ил чиновниктарының ҡайһы бер ҡылыҡтары “балыҡ башынан серей” тигән әйтемде иҫкә төшөрә...
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә