Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әгәр берҙәм тотонһаҡ, һөҙөмтәләр яҡшырасаҡ”
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Әгәр берҙәм тотонһаҡ, һөҙөмтәләр яҡшырасаҡ”

“Әгәр берҙәм тотонһаҡ, һөҙөмтәләр яҡшырасаҡ”Республикабыҙҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтелә Башҡортостанға инвесторҙар килеүе туҡтамай, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа беҙҙең тарафтарға “ҡалын кеҫәле”ләрҙең, республикабыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә теләгәндәрҙең көслө ағымы күҙәтелә. “Берәүҙәр ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөү өсөн шунса аҡса йүнәлткән, икенселәр кирбес заводына нигеҙ һалған, кемдер ер эшкәртә башлаған” тигән ҡыуаныслы яңылыҡтар менән танышыу киләсәккә өмөт уята, алдағы көндәргә ышанысты арттыра.

Һүҙ ҙә юҡ, бәләкәй предприятиемы йә ҙурмы, әгәр ул сафҡа индерелһә, төбәктең социаль-иҡтисади хәле тотороҡланасаҡ, ғөмүмән, уның йоғонтоһо һәр йәһәттән дә көслө. Мәҫәлән, был тәңгәлдә 60 меңдән ашыу кеше йәшәгән Күмертау ҡалаһын алайыҡ. Тиҙҙән бында тегеү фабрикаһы төҙөү планлаштырыла. Оҫталар көс структуралары өсөн килешле кейем-һалым, шулай уҡ һунарсылар һәм балыҡсылар, ғөмүмән, тәбиғәт ҡосағында ялын уҙғарғандарға уңайлы кәзәкей, салбар һәм баш кейеме тегеүҙе күҙ уңында тота. Хәйер, республиканың көньяғында урынлашҡан ҡала һис кенә лә ҡартайырға уйламай, киреһенсә, бөгөн икенсе йәшлеген кисерә.
Эйе, былай тиеү дөрөҫлөккә тап килә. Ташкүмер сығарыу көслө саҡта бында тормош гөрләп торҙо, һынылыш йылдарын да тыныс ҡына үткәреп ебәрҙеләр. Хәҙер иһә күпләп эш урындары булдырылыуына һөйөнөргә кәрәк!
Инвестор тигәндән, Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһендә былай тине:
– Бөгөн төбәктәрҙең инвестициялар, хеҙмәт ресурстары һәм компетенциялар өсөн конкурентлығында идара итеү сифатын яҡшыртыу хәл иткес факторға әүерелә.
Ысынлап та, күпләп инвестиция йәлеп итеү, даими инвесторҙар табыу – республика етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнә­леш­тәренең береһе. Уның өсөн һәр яҡлап та яҡшы шарттар тыуҙырылғас, беҙҙә инвестиция мөхите күҙгә күренеп яҡшыра.
Күптән түгел Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса Йәмәғәт советының Хөкүмәт йортонда уҙған ултырышы барышында Рөстәм Зәки улы ошо хаҡта үҙенең тос фекерен белдерҙе.
– Башҡортостанда инвестиция эшмә­кәр­леге ярайһы үҫешкән, былтырғы һөҙөмтәләр менән һәммәгеҙ ҙә яҡындан таныш, – тип башланы телмәрен республика Башлығы. – Дәүләт-шәхси партнер­лыҡ мәсьәләләрен генә алғанда ла, был тәңгәлдә илебеҙҙә алдынғы һаналабыҙ. Йәмәғәт баһаламаһы буйынса инвестиция мөхитенең күрһәткестәре ҡәнәғәтләнерлек. Шулай булғас, ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк. Килеп сыҡмаған бер нимә лә булмай. Шуға инандыҡ: әгәр ҙә берҙәм һәм әүҙем тотонһаҡ, әлбиттә, һөҙөмтәләр һәйбәтәйәсәк.
Рәсми сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, 2016 йылда беҙҙә капитал һалыу­ҙар күләме 360 миллиард һумдан ашҡан, үҫеш иһә 4,5 процентҡа еткән. Инвестиция әүҙемлегенең үҫеше буйынса Башҡортос­тан Волга буйы федераль округында лидер һаналып, республикабыҙ инвестиция мөхитенең милли рейтингында Рәсәй төбәктәре араһында тәүге егерме субъект исемлегендә, ә дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҫеше кимәле буйынса етенсе урынға күтәрелгән.
Юғары кимәлдә ойошторолған сарала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына милек менән ярҙам итеү юлдары ла ентекләп тикшерелде. Ысынында, Башҡортостанда ошо тармаҡҡа һиҙелер­лек ярҙам күрһәтелә, һуңғы бер нисә йылды ғына алып ҡарағанда ла, был бик асыҡ сағыла. Артабан ошо юҫыҡта ниҙәр эшләнә, ниндәй проблемалар бар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ юғары даирәләрҙән нимә көтә йәки нимәгә өмөт итә? Республика етәксеһе шул турала әүҙем фекер алышырға саҡырҙы.
– Конкурентлыҡтың үҫеш стандарты тураһында фекер йөрөткәндә, түбәндәге­ләрҙе еткерәм, – тип дауам итте һүҙен республика етәксеһе. – Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге рейтингы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2015 йылғы һөҙөмтәләр буйынса беҙ – 40-сы урында. Әлбиттә, былтыр ниндәйҙер күрһәткестәр яҡшырғандыр. Һәм был юҫыҡта уй-ниәттәр маҡсатлы бойомға ашырыла.
Эшҡыуарҙар төрлө һорауҙар менән редакциябыҙҙың ишеген асып инә, телефондан да шылтырата, Интернет аша ла бәйләнешкә инә. Шатлыҡтары, уңыштары менән уртаҡлашыуҙарын ишетеп, беҙ ҙә ҡыуанабыҙ, үҙҙәренә ҙур ихтирам менән ҡарайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта аһ-зарҙарын тыңлау үкенесле лә, йәлләткес тә. Баҡтиһәң, урындарҙа хәлдәр һис кенә лә ал да гөл түгел, ә бөтөнләй киреһенсә. Ни өсөн эшләргә ашҡынып торған уңғандарҙың бер туҡтауһыҙ әйләнгән тәгәрмәстәренә таяҡ тығыу дауам итә? Һис тә аңлашылмай.
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһендә Вилким исемле эшҡыуар менән таныштыҡ, ул үҙенең бәләкәй предприятиеһын күрһәткәндә эш барышында аҙым һайын осраған кәртә­ләре тураһында әсенеп бәйән итте. Ҡулайлаштырыу тип аталған дауыл был егетте эшләп йөрөгән ерендә аяҡтан йыҡҡан. Берҙән-бер көн ойошма начальнигы уға эштән китергә ғариза яҙырға ҡушҡан – иң һуңғы булып эшкә килгәне һәм иң йәш хеҙмәткәр һаналғаны өсөн. Ярай, эштән ҡыҫҡартыу кемгә янамай тигәндәй, уныһы икенсе мәсьәлә, һүҙебеҙ бүтән нәмә тураһында.
Егет һынмаған-һығылмаған, ғаилә советында кәңәшләшеп, эшҡыуарлыҡҡа тотонған. Һаҡлыҡтағы аҡсаһына ит үткәргес һатып алған да билмән цехы асҡан. Буш торған йортто ҡуртымға алып, шунда эшен йәйелдергән. Ҙур кәмәгә оло һыу кәрәк тигән шикелле, үҫеш мөмкинлектәрен күҙаллап, киләсәккә изге маҡсаттар билдәләгән. Шуны күҙ уңында тотоп, бер нисә йыл эшләгәс, 200 мең һум күләмендә грантҡа дәғүә итеп, документтарын урындағы хакимиәткә алып барып тапшырған. Ниәтләгән сумманы ала алмағас, киләһе йыл тағы ынтылып ҡараған, шулай итеп, алты йыл рәттән ваҡытын бушҡа уҙғарған. Ғәҙелһеҙлектең сәскә атыуына иҫе киткән, ғәрләнгән, шулай ҙа ҡасан да булһа әшнәлек тамырының ҡороуына ышана сәмсел егет. Уйлап ҡараһаң, ул бит ун ауылдашына эш урыны булдырған. Грант аҡсаһын төҙөлөшкә йүнәлтмәксе икән, юғиһә ҡуртым хаҡы ныҡ күтәрелгән.
Ҡыйырһытылған Вилкимдың яҙмышына оҡшаш йәнә берәүҙе тыңлайыҡ. Агро­сәнәғәт комплексы менән яҙмышын бәйләргә иткән Буранбай өсөн шәхси эшҡыуар булыу Ҡафтауҙы артылыуға тиң! Ни өсөн? Сибай ҡалаһына яҡын район­дарҙың береһендә ғүмер итә ул. “Ғаилә фермаһы” статусын алыу маҡсатында, халыҡса әйтһәк, иҫәбе-һаны күренмәгән ҡағыҙҙар йыя башлай. Быны тиҙ арала атҡарып сыға. Һарайы менән ялан кәртәһен дә киңәйтә, алдан күп итеп мал аҙығы әҙерләп ҡуя. Әммә документтары теүәл булыуға ҡарамаҫтан, һаман үҙенең эшен аса алмай йонсой. Имеш, һаҡлыҡта тейешле суммаһы ятмай. Әгәр ҙә ул шундай аҡсаға эйә булһа, күптән бүтән йүнәлештә эш итер ине! Шулай түгелме ни?! Быны ҡапма-ҡаршылыҡ тип әйтмәй ҡара!
– Төңөлөү тураһында уйлаған да юҡ, – ти күптәнге танышым. – Алға барыу өсөн тырышам. Һаҡлыҡта аҡсам да ятыр, ул саҡта ниндәй сәбәп табырҙар икән? Ирекһеҙҙән, әллә чиновниктар кеше (минең кеүек үҙ эшен асҡандар) ҡул ҡаушырып өйҙә ултырһын, юҡты бушҡа ауҙарып йөрөһөн, хатта башы ярлылыҡтан сыҡмаһын тип махсус рәүештә ҡаршылыҡ тыуҙыра, тигән һығымтаға киләһең.
Был йәһәттән Рөстәм Зәки улы үҙенең ҡарашын ныҡлы белдерҙе. Уның әйтеүен­сә, конкурентлыҡтың үҫеш стандартының төп маҡсаты – эшҡыуарлыҡтың үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм дәртләндереү саралары булдырыу, административ кәртәләрҙе емереү. Властың бөтә баҫҡыстарында ла ошо тәңгәлдә эште һөҙөмтәлерәк ойоштороу мөһим. Улар тарафынан бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтелә, тик урындарҙа ла бындай уй-ниәттәр уңышлы тормошҡа ашырылһа ине, тигән теләк көслө.
Белеүебеҙсә, үткән йылда Күмертауҙа һәм Бәләбәйҙә өҫтөнлөклө үҫеш территорияһы төҙөлдө. Хәҙер резиденттар йәлеп итеү буйынса эштәр көйләнгән. Үҙ сиратында, был ҡалаларҙа инвесторҙар менән эшлекле осрашыуҙар ойошторол­ған. Башҡортостан Башлығы Йәмәғәт советы ултырышын киләсәктә ошо ике ҡаланың береһендә ойоштороу зарурлы­ғын билдәләне.
– Өҫтөнлөклө үҫеш территорияларының төбәк мәнфәғәтенә эшләүе мөһим, инвес­торҙар менән бәйләнештәрҙе нығытыу алымын тотош Башҡортостанға таратырға тейешбеҙ, – тине ул.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьевтың сығышы тыңланды. Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына милек менән ярҙам итеү саралары хаҡында бәйән итте.
Рөстәм Зәки улының ҡушыуы буйынса, быйылғы йылдың аҙағына хәтлем ер биләмәләрен кадастр хаҡынан 50 процент күләмендә ташлама менән һатып алыу ваҡыты оҙайтылғайны. Ни бары ике йыл һуҙымында беҙҙә дүрт меңдән ашыу ер участкаһы һатып алынған. Аныҡ күҙәтеүҙәр үткәргәндән һуң, уны тағы ла дауам итергә булғандар – 2018 йылдың аҙағына тиклем оҙайтырға тәҡдим яһалған.
Йәнә бер яңылыҡ менән танышыу күңелде күтәрҙе. Әйтәйек, төп бурысты ҡаплағанда ҡуртым аҡсаһын көнөндә үк түләмәгән өсөн пеняларҙы ғәмәлдән сығарыу. Былтырҙан алып бурысҡа батҡандар 140 миллион һум күләмендә төп бурысты ҡаплаған да инде. Вице-премьер хәбәр итеүенсә, быйылғы йылдың тәүге яртыһында иҫәпләнгән пеняларҙың 75 процентын һәм икенсе ярты йыллыҡта 50 процентты ғәмәлдән сығарырға була. Мөрәжәғәттәрҙең күп өлөшө күсемһеҙ милек объекттарын ҡуртымға биреү буйынса дәүләт ярҙамына ҡағыла. Былтырҙан ҡуртымға түләү буйынса 40 процентлы ставка менән өс йылға ташлама инде­релгән. Бынан тыш, дәүләт милкен ҡур­тымға алғанда майҙан өлөштәре лә артҡан. Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының рәсми сайтында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъект­тарына ҡуртымға биреү өсөн тәҡдим ителгән буш майҙансыҡтар һәм дәүләт, муниципаль сектор предприятиеларының ҡеүәттәре тураһында мәғлүмәттәр даими баҫыла.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт пала­таһы президенты Азат Фазлыев һөйләүен­сә, аңлашылмаусанлыҡ ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы урындарҙа башҡа­рыуға барып тоташа. Эшҡыуар­ҙарҙың барыһы ла ер мәсьәләһендә бюрократия тигән ҡаршы­лыҡ менән күҙгә-күҙ осраша. Бындай осраҡта уй-маҡсаттарҙы хәл итеүгә шул тиклем оҙаҡ ваҡыт китә, хатта ки кемдәргәлер суд юлын тапарға тура килә.
Рөстәм Зәки улы Хөкүмәткә Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм муниципаль берәмектәр советы менән берлектә был сетерекле мәсьәләне энәһенән-ебенә хәтлем тикшерергә ҡушты.
– Документтар ҡабул ителә, ташламалар индерелә, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү йүнәлешендә эш алып барыла, тик ниңәлер ул киңәймәй, теләгәнсә үҫешмәй, – тине ул.
Рөстәм Хәмитов телмәрен, Йәмәғәт Советы ултырышын йышыраҡ уҙғарырға кәрәк, тигән эшлекле тәҡдим менән тамамланы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 339

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 272

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 344

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 295

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 367

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 369

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 339

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 328

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 273

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 516