Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Аҡса иҫәп ярата
Аҡса иҫәп ярата “Бәхет аҡсала түгел” тиһәләр ҙә, ашау, кейенеү һәм башҡаһы унһыҙ ҙа булмай бит әле. Шул уҡ икмәктең хаҡы көн дә борсой. Бер телем дә ҡаба алмаһаң бөгөн, кәйефең ҡырылмаҫ ерҙән ҡырылыр. Был йәһәттән илдә аҡса яғынан хәлдәр нисек икән? Халыҡтың уртаса эш хаҡы, йәшәүе ниндәй кимәлдә? Белгестәр был һорауҙарға статистика мәғлүмәттәре менән яуап биргән.
Статистика ведомствоһында һанап сығарыу­ҙарынса, һуңғы айҙарҙа халыҡтың килеме номиналь йәһәттән 29 627 һум тәшкил иткән. Үткән йылдың март айына ҡарағанда, был һан 1,9 процентҡа күберәк. Уртаса эш хаҡы ла үткән айҙа 5,8 процентҡа арта төшкән. Хәҙер ул 37 640 һум тәшкил итә.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы Рәсәй халҡының быйыл оклады тағы ла ике-өс процентҡа артасағын хәбәр итә. Хеҙмәт министрлығы етәксеһе Максим Топилин иһә, ғинуар-февралдә реаль килем бер процентҡа артты, тип һанай. Тәүгеләре йомарт та кеүек ул, ләкин “Росстат” мәғлүмәте буйынса, ысынбарлыҡта ҡулға ингән аҡсаның 4,1 процентҡа кәмеүе билдәләнә.
Йәшәү минимумынан да аҙыраҡ эш хаҡы алған халыҡтың һаны 2016 йылда 19,8 миллионға еткән. Әйткәндәй, уҙған йылдың дүртенсе кварталында йәшәү минимумы тип 9 691 һум билдәләнгәйне. Тимәк, Рәсәй халҡының яҡынса етенән бер өлөшө йәшәү минимумынан да әҙерәк эш хаҡы ала. Ә күпмеһе шул 9,6 меңгә йәшәй, күпмеһенә шунан бер-ике меңгә генә күберәк түләнә тигән һорау тыуа. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙә ярлылыҡ кимәле 13,5 процент кимәленә еткән.
Эксперттар билдәләүенсә, илдең төп иҡтисади проблемалары хәл ителмәгән һәм эш хаҡының, йәшәү кимәленең түбәнгә тәгәрәү ихтималлығы һаҡлана килә. Был хаҡта Белем иҡтисады һәм статистик тикшеренеүҙәр институтының конъюнктур тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Георгий Остапкович асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, әлеге мәлдә илебеҙҙең 20 миллионлап кешеһе фәҡирлектән арына алмай.
“Юғары иҡтисад мәктәбе” милли университеты эксперттары килтергән мәғлүмәткә ярашлы, һорау алынғандарҙың туғыҙ проценты матди яҡтан үҫеш тураһында белдергән, ә 30 проценты кире фекерҙе еткергән. 11 проценты киләсәктә хәлдәренең яҡшырыуын көтһә, 20 проценты насарайыуҙы фаразлай. Рәсәй иҡтисадына иһә 13 процент ыңғай баһа бирә, 40 проценты – кире.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй кешеләре аҡсаны һаҡсыл ҡулланыу моделенә таянып, һатып алыу мөмкинлеген әүҙемләштерә башланы, тип билдәләй Остапкович. Халыҡтың ярлыланыуы артыҡ һиҙелмәһә лә, иҡтисади хәлдәре яҡшырғандарҙың да артмауына иғтибарын йүнәлтә белгес.
Шуныһы йыуатҡандай була: Рәсәйҙә иң бәләкәй эш хаҡының күләме йәшәү минимумы кимәленә тиклем күтәреләсәге көтөлә. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев хөкүмәттең эшмәкәр­леге тураһындағы отчетында иғлан итте. “Йәй башы­нан минималь хеҙмәт хаҡы 7 800 һумғаса күтәреләсәк, ә киләһе бер нисә йылда – эшләгән кешенең йәшәү минимумына тиклем”, – тип белдерҙе ул. Хеҙмәт министры Максим Топилин да иң түбән эш хаҡын йәшәү минимумына еткерергә саҡыра. Йәшәү минимумына айырым туҡталғанда, эшкә яраҡлы кешеләргә ул 10 466 һум тәшкил итә, пенсионерҙарға – һигеҙ, балаларға – 9 434 һум.
Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һорауламаға ярашлы, ябай халыҡ 15 506 һумлыҡ эш хаҡын ярлылыҡтың сиге тип һанай. Был әле ғаиләләге бер кешегә иҫәпләгәндә. Ошо уҡ мәғлүмәттәрҙә әйтелеүенсә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында 21 681 һум эш хаҡы алған кешеләрҙе ярлы тип һанарға мөмкин.
Һорау алыныусыларҙың 29 проценты белдереүен­сә, уларҙың аҡсаһы ашарға ғына етә, ә кейем-һалым һатып алыу яғы ҡыйынға төшә, ә бына алты процентының йүнләп ашарлыҡ та мөмкинлеге юҡ. 39 проценты аҙыҡ-түлеккә, өҫтө бөтәйтеүгә ҡатмарлыҡ кисермәй, ләкин һыуытҡыс йә өй йыһаздарына кеҫәләре таҡырыраҡ. Бары ике процентының ғына машина алырға хәленән килә. Был йәһәттән илдең социаль мәсьәләләр буйынса премьер-министры урынбаҫары Ольга Голодецтың “Рәсәйҙәге ярлылыҡ – уникаль күренеш, сөнки беҙҙә эшле килеш тә фәҡирҙәр бар” тигән һүҙҙәре иҫкә төшә.
Шулай ҙа өмөттө өҙәһе түгел: Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин белдереүенсә, йәшәү минимумына көн күргән халыҡтың һаны 13,5 проценттан 12,9 процентҡа тиклем кәмейәсәге көтөлә. Ә 2020 йылға 11,3 процентҡаса төшәсәк, ти ул. Белдереүенсә, ысынбарлыҡтағы килемдең үҫеше ярлылыҡтың таралыуына кәртә буласаҡ. Был фаразға ярашлы, быйыл халыҡтың килеме бер процентҡа артасаҡ, 2018 йылда – 1,9 процентҡа, 2019 йылда – 2 процентҡа, 2020 йылда – 2,5 процентҡа.


Автор: Динис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә