Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инвестиция өсөн көрәш
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Российская газета”ға биргән интервьюһында төбәктең иҡтисади ҡеүәтенә баһа бирә һәм республиканың киләсәктәге үҫеш юлдары тураһында һөйләй.
“Российская газета”: Рөстәм Зәки улы, Башҡортостандың иҡтисади “пульсы” тураһында бөгөн нимә әйтергә була?
Рөстәм Хәмитов: Быйылғы ғинуар — октябрҙәге иҡтисади күрһәткестәр тураһындағы мәғлүмәтте яңы ғына алдым. Сәнәғәт етештереүе индексы 109,6 процент тәшкил иткән. Төҙөлөштә ул 109 процентҡа тиң, ауыл хужалығында — 140, сауҙа әйләнеше 105 процент кимәлендә. Эшһеҙҙәр һаны кәмегән. Шул уҡ ваҡытта беҙ артабанғы үҫеште тиҙләтеү кәрәклеген дә яҡшы аңлайбыҙ. Был яңы эш урындары булдырыу, эш хаҡы күләмен арттырыу зарурлығы менән бәйле. Бынан тыш, яңы килем сығанаҡтары, яңы һалымдар кәрәк. Инфраструктура объекттары төҙөү — юл, мәктәп, дауахана, балалар баҡсалары — буйынса етерлек кимәлдә финансланмағанбыҙ. Бөгөн республика бюджетына ингән һалымдарҙың дүрттән бер өлөшө нефть сығарыу, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенә тура килә. Беҙгә өҫтәмә һалым керемдәре — 30 миллиард һумдан кәм булмаған сығанаҡ талап ителә. Был мәсьәләне хәл итер өсөн республикаға эре һәм ҡеүәтле производстволарҙы йәлеп итергә кәрәк.
“Российская газета”: Ул производстволарҙы атағыҙ әле.
Рөстәм Хәмитов: Ауыл хужалығынан башлайыҡ, сөнки республика халҡының 40 проценттан ашыуы тап ауылда көн итә. Иң юғары эшһеҙлек тә бында. Шул уҡ ваҡытта әлегә тулыһынса файҙаланылмаған ҡеүәт тә ошонда тура килә. Агросәнәғәт комплексында алға ынтылыш кәрәклеге бәхәсһеҙ. Был секторҙа эре тауар производствоһы булдырыу хәлде ыңғайға үҙгәртәсәк. Бөгөн сеймалды эшкәртергә өйрәнергә, яңы предприятиелар булдырырға тейешбеҙ. Шундай проекттарҙың береһе эре малсылыҡ комплекстары төҙөү менән бәйле. Икенсе йүнәлеш иген эшкәртеү һәм унан продукция етештереүгә бәйле. Ярма һәм мал аҙығы ғына түгел, крахмал, глютен, шәкәр, сироп, биополимер етештерергә өйрәнергә лә кәрәк. Бынан тыш, һөт етештереү буйынса ҙур эш алып барасаҡбыҙ. Республикала булдырылған проектҡа ярашлы, киләһе 5 — 7 йылда 500 ферманы ремонтларға һәм файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ. Был 50 — 70 мең яңы эш урыны булдырырға ярҙам итәсәк һәм йылына 2,5 — 2,7 миллион тонна һөт етештереү мөмкинлеге бирәсәк. Шул саҡта Рәсәйҙә һөт етештереү буйынса лидер булырбыҙ. Малсылыҡ — борондан хужалыҡ итеүҙең төп тармаҡтарының береһе. Шуға ла мал һанын кәметмәйәсәкбеҙ. Бөгөн яңы проект әҙерләнә. Ул шәхси хужалыҡтарға юғары етештереүсәнле тоҡомло һыйыр һатып алышыуға ҡайтып ҡала. Республика һәр шәхси хужалыҡ алған бер баш мал хаҡының 70 — 80 процентын түләйәсәк.
Тағы бер йүнәлеш — ағас эшкәртеү. Мәҫәлән, ағас эшкәртеү буйынса ҙур комплекс Баймаҡ районында төҙөләсәк. Ул юнысҡы плитәләр, төҙөлөш материалдары һәм ҡалдыҡтарҙан яғыулыҡ гранулалары етештерәсәк. Инвестициялар күләме 14 миллиард һум тәшкил итә. Проект сиктәрендә каркаслы йорт төҙөүгә, ҡағыҙ етештереүгә махсуслашҡан ҙур булмаған комбинаттар төҙөләсәк. Дөйөм алғанда, былар өсөн 150 миллиард һум инвестиция йүнәлтеү ҡаралған.
“Российская газета”: Инвестор өсөн көрәштә Башҡортостандың өҫтөнлөгө нимәлә?
Рөстәм Хәмитов: Беренсенән, уңайлы географик урын, икенсенән, тәбиғи ресурстарҙың һәм үҫеш тәжрибәһенең бай булыуы беҙгә өҫтөнлөк бирә, эшсе кадрҙарҙың квалификацияһы юғары, йәштәр күп.
Минеңсә, өҫтөнлөктәребеҙ бының менән генә бөтмәй. Тағы шуныһы: уларҙы тулыһынса файҙаланмайбыҙ. Республика ил халҡының 1/6 өлөшө, йәғни 25 миллион кеше йәшәгән ҙур территорияның, уртаһында урынлашҡан. Беҙгә ошо ҙур баҙарҙа эшләргә өйрәнергә кәрәк.
“Российская газета”: Инвесторҙарҙы йыш ҡына чиновниктар, урындағы власть органдары менән аралашыу хәүефе өркөтә. Республикала бындай проблема бармы һәм уны нисек хәл итергә?
Рөстәм Хәмитов: Был, ысынлап та, бик ҡатмарлы һорау, әммә уны хәл итмәйенсә алға бара алмаясаҡбыҙ. Рәсәй төбәктәрендә хәл төрлөсә: бер урында инвесторҙар өсөн шарттар бөтөнләй юҡ, икенсеһендә улар күңел һалып эшләй. Беҙ икенселәре рәтенә баҫырға ниәтләйбеҙ — бында инвесторҙарға тулы шарттар булырға тейеш. Ниәтте тормошҡа ашырыуы еңел түгел. Рәсәйҙең бер өлөшө булараҡ, илдең бөтә “ауыртҡан урындары” беҙгә лә күсә. Бюрократия, коррупция, чиновниктарҙың һәм контроль-тикшереү хеҙмәттәренең битарафлығы ныҡ аяҡ сала. Минең бурысым тап ошоларға ҡаршы торорға һәм уларҙы төбәккә күсереүгә ныҡлы кәртә ҡуйыуға ҡайтып ҡала ла инде.
Рәсәй субъекты күберәк вәкәләттәргә эйә булырға тейеш, шул иҫәптән административ кәртәләрҙе тиҙ арала алып ташлау вәкәләтенә лә. Әле округтарҙа инвестиция комиссарҙары вазифаһы индерелде. Улар, әлбиттә, ярҙамсы, тик йыраҡталар шул, үҙҙәренә көн һайын мөрәжәғәт итеп булмай. Комиссарҙар Рәсәй Федерацияһының тиҫтәләрсә субъектында эшләп өлгөрөргә тейеш. Ә һәр урында көндәлек эш талап ителә.
“Российская газета”: Шуның өсөн дә Һеҙ төбәктәр вәкәләттәрен киңәйтеү инициативаһы менән сығыш яһанығыҙмы?
Рөстәм Хәмитов: Әлбиттә. Заманында федераль структураларҙа эшләп, ярайһы тәжрибә тупланым. Шуның өсөн дә миңә субъекттарҙың вәкәләттәре яһалма кәметелеүе яҡшы билдәле. Тарихтың ниндәйҙер этабында был алым үҙен аҡлаһа, бөгөн ул эште тотҡарлай һәм төбәктәрҙең дә, тотош илдең дә артабанғы үҫешенә аяҡ сала. Үҙ позициямды башҡа губернатор-коллегаларым менән дә яраштырам.
Саманан тыш үҙәкләштереү бөгөн ҡайһы берҙә абсурд кимәлендә. Мәҫәлән, ауыл биләмәләрендә беҙ юл ремонтлай алмайбыҙ — урындағы властың аҡсаһы юҡ. Аҡсаһыҙ, ресурсһыҙ, мөмкинлектәрһеҙ — ул ниндәй власть һуң?
“Российская газета”: Былтыр йыл аҙағында Һеҙ муниципаль берәмектәр етәкселәре алдында республика территорияларының инвестиция ылыҡтырыу картаһын төҙөү бурысын ҡуйғайнығыҙ. Ул нисек хәл ителә?
Рөстәм Хәмитов: Эш башланды. Мин реалист һәм аңлайым: йыл-йыл ярым эсендә хәлде тулыһынса үҙгәртеү мөмкин түгел. Әммә кәрәкле йүнәлештә хәрәкәт итергә була. Ҡала һәм район башлыҡтары үҙ төбәктәре проблемаһын системалы хәл итеү мәсьәләһе менән беренсе тапҡыр йөҙгә-йөҙ осрашты, килем сығанаҡтарының яңыларын эҙләй башланы. Власть структуралары йәмғиәт менән диалог өсөн асығыраҡ була бара. Бөгөн сит төбәктәрҙән инвесторҙар йәлеп итеүҙә сикләүҙәр юҡ.
Мин, районға килгәс тә, һәр хакимиәт башлығынан ниндәй инвестор килеүе, ниндәй производство асырға теләүе, ниндәй йүнәлештә эш алып барылыуы тураһында һорашам. Һәр саҡ бер һорау бирәм: төҙөлөштө йәки продукция сығарыуҙы ҡасан башлаясаҡһың? Инвесторҙың ниндәй дингә табыныуы, ҡайһы яҡтан килеүе, республикалағы хәлде нисек итеп күреүе тураһында ҡыҙыҡһынғаным юҡ. Киләһе йыл-йыл ярым эсендә, инвестиция йәһәтенән үҫеш күҙлегенән ҡарағанда, муниципалитеттарҙа бөтөнләй башҡа хәл күҙәтеләсәк — быға ысын күңелдән ышанам.
(“Российская газета”, 2011 йылдың 30 ноябре).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне 21.08.2025 // Иҡтисад

Ҡалтасы районынан Дилара Низаметдинова һигеҙенсе йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә....

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде 21.08.2025 // Иҡтисад

Сервистарҙың уңайлы булыуы һәм бизнесҡа бирелгән льготалар һөҙөмтәһендә ошондай динамикаға...

Тотош уҡырға 29

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 31

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 50

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 52

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 52

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 55

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 59

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 53

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 79

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 60