Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Мигранттар: “плюс” түгел, ә “минус”
Мигранттар: “плюс” түгел, ә “минус” Быйыл VIII Гайдар форумында вице-премьер Ольга Голодец, миграция мәсьәләләренә ҡағылып, ҡәтғи рәүештә:
– Рәсәй Федерацияһында бөгөн ете миллион самаһы түбән квалификациялы хеҙмәт мигранты иҫәпләнә, һәм был хәл бик етди социаль ҡыйынлыҡтарға килтерә. Уларҙың эшмәкәрлеге ил иҡтисадына “плюс”тарға ҡарағанда күберәк “минус”тар өҫтәй. Әлеге миграция сәйәсәте юғары етештереүсәнлекле яңы эш урындары асыуҙы тотҡарлай, сөнки эш биреүселәр арзан эш көсөнә – мигранттарға иҫәп тота. Шуға күрә ул түбән етештереүсәнлекле һәм арзан эш көсөнән асыҡтан-асыҡ баш тартыу талап ителә, – тип белдерҙе.

Вице-премьер үҙенең сығышында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләләре буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәрен ҡуллана. Был идаралыҡ уҙған йылда Эске эштәр министрлығы составына ингән Федераль миграция хеҙмәте урынына ойошторолдо. Миграция мәсьәләләре “Сит ил граждандарының Рәсәй Федерация­һындағы хоҡуҡи хәле” Федераль законына ярашлы көйләнә.
Юғары иҡтисад мәктәбе (ВШЭ) тикше­ренеүҙәренә ярашлы, миграция буйынса рәсми мәғлүмәт (мәҫәлән, вице-премьер Ольга Голодец ете миллион тип күрһәт­кән мигранттар һаны) реаль һандарҙан шаҡтай айырыла, сөнки сит ил граждан­дарының ҙур өлөшө миграция хеҙмәте күҙәтеүенән ситтә ҡала. 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем БДБ илдәренән килгәндәрҙе визаһыҙ һәм квоталар буйынса ҡабул иттеләр. Шунан патент системаһы индерелде.
Хеҙмәт мигранты 30 көн эсендә эшкә патент алырға тейеш. Уның хаҡы – дүрт мең һум. Рус теле, Рәсәй тарихы һәм хоҡуғы нигеҙҙәре буйынса имтихан тапшырыу, медицина тикшереүе үтеү, мәжбүри медицина страховкаһы (ОМС) полисы алыу, миграция һәм һалым органдарында иҫәпкә тороу мотлаҡ, ләкин мигранттарҙың күбеһе был ябай ғына талаптарҙы үтәүҙән дә ситләшә.
ВШЭ мәғлүмәттәренә ярашлы, 2015 йылдың аҙағына илдә 11,4 миллион мигрант эшләй, уларҙың 1,8 миллионы ғына патент ала. Евразия иҡтисади союзы (ЕАЭС) илдәренән (Ҡаҙағстан, Ҡыр­ғыҙстан, Белоруссия һәм Әрмәнстан) килгәндәрҙән иһә патент талап ителмәй һәм хеҙмәткә хоҡуҡта улар Рәсәй граждандарына тиңләнә.
Мигранттарҙың күбеһе, контроллек иткән органдарҙан ситләшеп, үҙҙәренең урындағы милли диаспораларына мөрәжәғәт итә. Милләттәштәре эшкә урынлашыуҙа, торлаҡ табыуҙа ярҙам­лаша – был турала, ҡағиҙә булараҡ, алдан уҡ килешеп ҡуялар. Мигранттарҙы урынлаштырған, эш ҡоралы, эш кейеме менән тәьмин иткән, торлаҡ, туҡланыу, транспорт мәсьә­ләләрен үҙ өҫтөнә алған аралашсы эш биреүсе түләгән аҡсаның ҙур өлөшөн – кәмендә яртыһын үҙенә алып ҡала. Эшсе төркөмдәр ябыҡ клан рәүешендә формалаша, сит кешеләрҙе араларына индермәйҙәр. Һөҙөмтәлә мигрант, бер ниндәй һөнәре, тәжрибәһе, квалифи­кацияһы булмаһа ла, яҡташтары ярҙамында хеҙмәткә урынлаша.
Эш биреүсе өсөн мигранттарҙы алыу беҙҙәге хоҡуҡһыҙлыҡ шарттарында отош­ло: уларға төрлө социаль түләүҙәр кәрәк­мәй, хеҙмәт хаҡы “һоро” схемалар буйынса түләнә. Һөҙөмтәлә ил иҡтисады етди юғалтыуҙар кисерә. Мәҫәлән, былтыр мигранттар һигеҙ миллиард дол­ларҙан ашыу һалым түләмәгән һәм илдән 10 миллиард долларҙан ашыу валюта алып сыҡҡан. Валютанан (ғәҙәттә, доллар) ҡолаҡ ҡағыу Рәсәй иҡтисадына айырыуса ҙур зыян килтерә, сөнки ул илгә, нигеҙҙә, газ һәм нефть һатыуҙан ғына килә. Был хәл хәҙер халыҡта ла ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. “Левада-центр” социология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, мәҫәлән, граждандарҙың 68 проценты мигранттарҙы ҡабул итеүгә ҡаршы.
2014 йылға тиклем мигранттарҙың иң ҙур өлөшөн украиндар тәшкил итһә, хәҙер улар Рәсәйҙән күпләп китә һәм беренсе урынға үзбәктәр сыға – 2,3 миллион кеше, икенсе урында тажиктар – 1,1 миллион.
Мигранттарҙың күпселеге төҙөлөш, транспорт, сауҙа өлкәһендә эш таба. 95 процентҡа яҡыны – ир-ат, улар Рәсәйҙә төпләнеп ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Эшләгән аҡсаларын илдәренә ҡайтарып торалар. Мәҫәлән, Тажикстанда барлыҡ граждандарҙың дөйөм килеменең яртыһы тиерлек (48 проценты) – Рәсәйҙә эшләгәндәрҙеке.
Үҙебеҙҙәге демография хәленә һәм хеҙмәт ресурстарына килгәндә, Рәсәйҙә быйылғы 1 ғинуарға халыҡ һаны 146 804 372 кеше тәшкил итте, уларҙан 75 800 меңе – эшкә һәләтле халыҡ, рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр – 4 400 000 кеше (эшһеҙлек кимәле – 5,8 процент). Хеҙмәткә һәләтле халыҡ һаны даими кәмей, һәм был шарттарҙа, күптәрҙең фекеренсә, ил мигранттарҙан баш тарта алмай, ләкин арзан эш көсөнә иҫәп тотоу теләһә ниндәй тармаҡта ла яңы техно­логияларҙы, юғары етеште­реүсәнлекле эш урындары асыуҙы тотҡарлаясаҡ.


Автор: Закир ЗИННӘТУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә