Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙы барҙың һыйы бар
Ҡаҙы барҙың һыйы бар
Йыл башында Германияның Die Welt (“Вельт”) көндәлек гәзитендә Рәсәй халҡының санкция шарттарында яйлап яңыса туҡланыу мәҙәниәтенә күсеүе, илдә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә иғтибарҙың артыуы тураһында бәйән иткәндәр. Мәскәү ресторандары менюһын һүрәтләгәндә “Башҡортостандан бер өләсәй әҙерләп ебәреп торған ҡаҡланған ҡаҙ” тип яҙыуҙары айырыу­са ҡыҙыҡлы тойолдо.

Ресторан хужалары был деликатесты маҡтап бөтә алмай, тәме буйынса Италияла етештерелгән ҡиммәтле Парма ветчинаһына тиңләй. Һайлансыҡ гурмандарға затлы ризыҡ булһа, ауыл кешеһе өсөн ҡаҙ – аштың тәме, табындың күрке генә түгел, йылға-күлдәрҙең ҡото, урамдарҙың моңо, йылдың мәшәҡәтле һәм шул уҡ ваҡытта йәмле миҙгеле лә ул. Бына-бына асылырға торған ошо миҙгел алдынан ҡаҙ үрсетеүҙә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған ханымдар менән таныштырмаҡсыбыҙ. Был шөғөлдән улар табыштан бигерәк күңел йыуанысы тапҡан.

Гөлназ Хәлилова Ҡаҙағстанда тыуып үҫә, Башҡортостанда белем ала һәм бына инде егерме йылға яҡын Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәй. Йәненә дауа биргән тыуған төйәге итеп бала сағында өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгән Ырымбур өлкәһе Кваркено районының Белозёрный ауылын иҫәпләй.
– Элегерәк Белозёрный гөрләп торған ҙур башҡорт ауылы ине. 12 урамы, ике ҡатлы мәктәбе, фельдшерлыҡ пункты, магазины булды, баҫыуҙарында эш ҡайнаны. Хәҙер унлап ҡына йортта ололар тороп ҡалған, йәштәр юҡ. Былтыр ғаиләм менән ҡайтып ҡаҙ үҫтереүем ауылға үҙемсә йән өрөргә тырышыуым булды, – ти Гөлназ Мөхтәр ҡыҙы.
Майҙа ире Антон Тен менән өс көнлөк 200 ҡаҙ бәпкәһе һатып алалар, 178-ен имен-аман үҫтерәләр. Юғалтыуҙың күплеген тәжрибә етмәүгә бәйләйҙәр.
– Ҡайтҡас та бөтәһен бер ояға индерҙек, шунда бер-береһен тапап ҡырылдылар. Аҙаҡ һауа тултыра торған ҙур бассейнды таҡта менән бүлгеләп, унар итеп урынлаштырҙыҡ. Дөйөм алғанда, ҡаҙ үҫтереүе уңайлы: үҙҙәре теҙелешеп һыуға бара, ояларына үҙҙәре инеп ята, – тип тәжрибә уртаҡлаша тәүәккәл хужабикә.
Декабрь башында ауыл ҡатындары һәм ирҙәре уңған ғаиләгә өмә үткәрешә. Артабан бишәр-алтышар килограмға еткән һимеҙ ҡаҙҙарҙы “осороу” мәсьәләһе килеп тыуа.
– Ҡаҙ тәпәйҙәрен, баштарын әлдә генә ташламағанмын. Яңы Уренгой баҙарына сыҡҡас, иң беренсе шуларҙы һатып алып бөттөләр. Быйыл ҡаҙҙарҙы өс килограмдан арттырмаҫбыҙ тигән ҡарарға килдем. Ҙур ҡошто мейескә бөтәүләй ҡуйып булмай, үтә майлыны ашамайбыҙ, ти ҡаҙлы һурпаны татып ҡарамаған ҡала халҡы. Шулай ҙа ҡоштарымды бер алып тәмләгән кешеләр хәҙер үҙҙәре мине икенсегә, өсөнсөгә эҙләп килә. Саф һауалы тәбиғәт ҡуйынында һутлы үлән, химияһыҙ ем ашап үҫте бит улар, – ти йүнсел ханым.
Себер тарафтарында ҡаҙҙы Башҡорт­остандағынан ике тапҡырға ҡиммәтерәккә һатып була, тигәндәрен ишеткән бар ине. Гөлназ Мөхтәр ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, хаҡтарҙа әллә ни айырма юҡ кеүек. Был ҡаҙ һатыусыларҙың күплегенә бәйле. Мәҫәлән, Яңы йыл алдынан бер баҙарҙа уларҙың һаны 18-гә еткән. Тауарын тиҙерәк үткәрер өсөн ҡайһы берәүҙәр “Йәнең теләгән ҡаҙҙы 1 мең һумға ал” тигән акция ла ойошторған. Йүнсел хужабикәбеҙ килограмын 450 һумдан ҡуйған һәм яҙын да хаҡты төшөрөргә уйламай.
– Йәй башында Ырымбурҙа емдең тоннаһы 6 мең һум торҙо, унан тыш, төрлө сортлы ҡалдыҡтар һатып алдыҡ. Бәпкә, ем, һауыт-һаба кеүек кәрәк-яраҡ өсөн барлығы 64 мең һум китте. Аҡмаһа ла, тамып тора, тигәндәй, ҡаҙ үҙен аҡланы, – ти ул.
Тел төбөнән аңлашылыуынса, Гөлназ Хәлилова быйыл да ире һәм өс балаһы менән Белозёрныйға ҡайтып, күпләп ҡош-ҡорт үҫтерергә йыйына. Ауылдаштары ла, ҡаҙҙарығыҙ ҡаңғылдашып йөрөһә, урам йәнләнеп китә, киләһе йәй мотлаҡ ҡайтығыҙ, тип оҙатып ҡалған. Ҡоштарҙың ауыл эргәһендәге Холодная йылғаһын ҡотҡарыуына айырыуса ныҡ һөйөнгәндәр. Ҡаҙҙар һыуҙы йәшелләндереп бөткән ылымыҡтарҙы, ярҙы баҫып алған үләндәрҙе ашағас, йылға, тонсоғоп ятҡан еренән терелеп, шарлап аҡҡан да киткән.
– Өләсәйем ошо ҡыш туҡһан йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ул ауылын яратты, һуңғы һулышына тиклем нигеҙен ташламаны. Шул нигеҙҙе ҡоротҡом, өйҙө етемһерәткем килмәй. Мәктәп булһа, бөгөн үк ғаиләбеҙ менән Белозёрныйға күсер инек. Балалар ҙа ауылға ашҡынып тора. Милләттәштәргә шуны әйткем килә: ауылдарыбыҙҙы бөтөрөүгә юл ҡуймайыҡ, ҡайтып, мул итеп донъя көтәйек, – ти Гөлназ Мөхтәр ҡыҙы.
Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылынан Зимфира Мусина ла былтыр йөҙ ҡаҙ үҫтерергә тәүәккәлләгән. Үләнгә сығар­ғансы ҙурайтһаң, сиргә бирешмәй, ҡарға-фәлән ташланмай тип, бәпкәләрҙе апрел­дә үк алғандар. Көндәр йылынғансы ала­сыҡта мейес яғып, дүрт ояға бүлеп тот­ҡан­дар, һәйбәт итеп ашатҡандар. Һөҙөм­тәлә йөҙҙөң береһе лә сирләмәгән, юғал­маған, көҙгөлөккә теп-теүәл үҫеп еткәндәр.
Республикабыҙҙа ҡош-ҡорт һатҡан бер предприятие халыҡ өсөн уңайлы алым уйлап сығарған: яҙ бушлай йөҙ бәпкә алаһың, ә көҙ бурысыңды егерме ҡаҙ һәм уларҙың йөнө менән ҡайтараһың. Былтыр Зимфира Закир ҡыҙы шул мөмкинлектән файҙаланып ҡараған. Ҡаҙҙар көноҙоно Һаҡмар буйында тамаҡ туйҙырғас, емде иртәле-кисле генә һипкәндәр, шуға күрә уларҙы үҫтергәндә сығым күп булмаған.
Ике тапҡыр өмә үткәреп, Мусиндар ҡаҙҙарҙың егермеһен теге предприятиеға тапшырған. Ҡалғанының бер өлөшөн район баҙарына алып сығып, килограмын 280 – 350 һумдан һатҡандар. Былтыр һуғымға тигән малды балаларының бишеһен дә яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн тотонһалар ҙа, өҫтәлдәре итле һыйға бай булған – ҡышын ҡаҙҙан манты, бәлеш ашап кинәнгәндәр.
– Иң ҡыуандырғаны шул – атайҙары менән мин эштә саҡта ҡош-ҡорт ҡарау балаларҙың елкәһендә, шуға улар хеҙмәткә өйрәнеп үҫә, телевизорға текәлеп ултырырға ваҡыттары ҡалмай. Йәйге кистә ап-аҡ ҡаҙҙарыңдың ҡанат елпә-елпә күңелле ҡаңғылдашып ҡайтып килеүен күҙәтеү – үҙе бер ҡыуаныс. Юҡ, ҡаҙһыҙ йәшәп булмай, быйыл да йөҙҙө алам, – ти Зимфира Мусина.
Санкциялар арҡаһында сит илдәрҙән аҙыҡ-түлектең индерелмәй башлауы милли хәүефкә тиң. Был хаҡта 2010 йылдың 30 ғинуарында ҡабул ителгән “Рәсәй Фе­дерацияһының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһын раҫлау тураһында”ғы Рәсәй Президенты Указында ла әйтелә. Күпләп ҡаҙ йәки башҡа ҡош-ҡорт, мал-тыуар үҫтереп, уларҙы эшкәртеп һатыуға сығар­ған ғаиләләрҙе, тимәк, илдең именлеген һаҡлаусылар рәтенә ҡуйырға мөмкин, сөнки улар халыҡты үҙебеҙҙә етеште­релгән зарарһыҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, милли аш-һыу мәҙәниәтенә иғтибарҙы көсәйтә. Мәҡәлә геройҙары миҫалынан күренеүенсә, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә ең һыҙғанып эшләп китер, баҙарға тағы ла күберәк аҙыҡ-түлек сығарыр өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Анығыраҡ әйткәндә, бер аҙ махсус белем һәм ауылда нығынып йәшәргә мәктәп, мәҙәни мөхит етмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 504

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704