Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Инновациялар инвестиция көтә
Сочи ҡалаһында уҙғарылған ХVI Рәсәй инновация форумының хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү мәсьәләләре секцияһы эше вице-премьер Ольга Голодецтың сығышынан һуң иҡтисадсылар араһында етди ҡыҙыҡһыныу уятты. Вице-премьерҙың фекеренсә, илдә хеҙмәт хаҡы тейешенсә баһаланмай һәм сәнәғәт предприятиелары кадрҙарының ярайһы уҡ юғары квалификацияһына бөтөнләй тап килмәй.


Сәнәғәт тармаҡтары һуңғы йыл­дарҙа байтаҡ кадрҙарын юғалтһа ла, эшләп килгән күпселек предприятиелар киләсәктәге үҫеште тәьмин итә алырлыҡ белгестәрен һаҡлап ҡала алды. Артабанғы үҫеш­те, шул иҫәптән хеҙмәт етеште­реүсәнлеген күтәреүҙе ил иҡтиса­дына һалынған инвестицияларҙың байтаҡҡа кәмеүе тотҡарлай. Предприятиеларҙа фондтар иҫкерә һәм күпләп сафтан сыға, ә етәкселәрҙә уларҙы яңыртыуға стимул юҡ. Етәкселәр беҙҙә эш көсөнөң самаһыҙ арзан булыуына иҫәп тота. Был практика әүәлдән – Совет йылдарынан уҡ һаҡланып килә. Мәҫәлән, элекке Советтар Союзында ла, бөгөнгө Рәсәй Федера­цияһында ла, Америка Ҡушма Штаттары менән сағыштырғанда, бер үк эш өсөн уртаса 9,6 тапҡырға кә­мерәк түләйҙәр. Экономистар иҫәп­ләүенсә, был осраҡта беҙҙәге хеҙ­мәт етештереүсәнлегенә һылтаныу урынһыҙ, сөнки дөйөм иҡтисад үҫеше һәм, һөҙөмтәлә хеҙмәт етештереүсәнлеге өсөн дәүләт яуап­лы. Йәнә бер миҫал, һәм ул беҙҙең бөгөнгө ысынбарлыҡтан. Бөгөн илдә яҡынса 4,9 миллион кеше хеҙмәткә түләүҙең минималь ҙурлығы (МРОТ) кимәлендә генә эш хаҡы ала, ә беҙҙә МРОТ (7500 һум) йәшәү минимумынан да (10524 һум) түбәнерәк.
Бөгөнгө көндә сәнәғәт предприятиеларында 1 миллионға яҡын вакансия иҫәпләнә, ул һан 2012 йылдан алып арта ғына – сәбәбе йәнә түбән эш хаҡында. Әлегә килем алып эшләгән предприятиеларҙың да күбеһе үҫешкә иҫәп тотмай. Мәҫәлән, былтыр сәнәғәт пред­приятиеларының килемдәре 23 процентҡа артҡан, ә инвестициялар өс процентҡа кәмегән. Фондтарҙы яңыртыуға, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреүгә тотонолмаған килемдең ҙур өлөшө топ-менед­жерҙарҙың ҡулында ҡала. Әлбиттә, иҡтисадты тергеҙеү өсөн инвестициялар йәлеп итеүҙе әүҙемләш­тереү мөһим, әммә уларҙы маҡ­сатлы ҡулланыуҙы күҙәтеү ҙә көсәйтелергә тейеш. Вице-премьер Ольга Голодец күҙ уңында тотҡан инвестициялар мәсьәләһенең йәнә бер мөһим аспекты – уларҙың структураһы. Яҡын киләсәктә заманса технологияларҙы үҫтереү өсөн байтаҡ оҙайлы инвестициялар талап ителәсәк, ләкин беҙҙәге потенциаль инвесторҙар – улар иң тәүҙә сеймал менән сауҙа иткән йәки ошо тармаҡҡа яҡын торған олигархтар, әммә улар оҙайлы инвестициялар менән эшләп өйрән­мәгән. Мәҫәлән, алдынғы технологиялар ҡулланып етештерелгән яңы быуын, заманса техника өлгөләрен проектлауҙан башлап серияға сығарыуға тиклем күп йылдар талап ителә. Был фактор алдынғы технологиялар менән шөғөлләнгән тармаҡтарҙа аҡса массалары әйләнешен әкренәйтә. Потенциаль инвестор аҡса әйләнеше етеҙерәк барған тармаҡтарға мөрәжәғәт итәсәк. Бөгөнгө тотороҡһоҙ иҡтисад мөхитендә эшҡыуар оҙайлы проекттарҙа аҡса һалмаясаҡ. Был проблема үҫешкән капиталистик илдәрҙә лә бар. АҠШ-та, мәҫәлән, уны “стейк проблемаһы” тиҙәр: Уолл-стрит банкирҙары, ябайлаштырып әйткәндә, ҡалаларҙағы ит продукттары етештереүселәрҙе финанслап, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур килем алып өлгөрә, ә һыйыр үҫтереүсе фермер хужалыҡтарын финансларға булһаң, килемде ике йылға яҡын көтөргә кәрәк. Шул сәбәпле АҠШ хөкүмәте фер­мерҙарға ҙур субсидиялар бүлеп тора. Тимәк, алдынғы техноло­гияларҙы үҫтереү өсөн дә дәүләт ҡатнашлығы, бюджеттан финанслау талап ителә. Бер үк ваҡытта инвесторҙарҙы оҙайлы проекттарға йәлеп итеү юлдарын да эҙләргә кәрәк. Бының өсөн иң тәүҙә ил иҡтисадында тотороҡлоҡ мөхите урынлаштырыу мөһим.


Автор: Закир ЗИННӘТУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә