Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Станоктарһыҙ – ил ҡулһыҙ-ҡоралһыҙ
Күптән түгел Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров 2017 йылдың аҙағына тиклем илдә станоктар эшләү холдингы ойоштороласағы тураһында белдергәйне. Холдинг проектында Башҡортостандағы етештереү ҡеүәттәренә ҙур иғтибар бирелә. Унан алдараҡ Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡушыуы буйынса Столыпин исемендәге Үҫеш иҡтисады институтында “Үҫеш стратегияһы” урта сроклы социаль-иҡтисади үҫеш программаһы әҙерләнеүе, программаға ярашлы, Башҡортостанда станоктар эшләү буйынса ҡеүәтле кластер ойошторолоуы тураһында хәбәр ителде.


Программа авторҙары республикала электән был өлкәлә көслө компетенцияларға эйә булған эре предприятиеларға таянып эш итергә йыйына. Бында иң тәүҙә, әлбиттә, данлыҡлы Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы күҙ уңында тотола. Унан тыш, Совет осоронда был төр продукция етештереү менән респуб­ликаның башҡа предприятиеларында ла бик етди шөғөлләнделәр. Стәр­летамаҡ заводы (бөгөн НПО “Станкостроение”) 2012 йылда ойошто­ролған “СТАН” компанияһы составына инә һәм иң уңышлы эшләгән предприятие иҫәпләнә.
Дөйөм алғанда, тармаҡ бөгөн бик ауыр хәлдә. Мәскәүҙәге алты иң эре предприятие, шул иҫәптән “Красный пролетарий”, Серго Орджоникидзе исемендәге заводтар, Эксперименталь металл эшкәртеү станоктары ғилми-тикшеренеү институты (донъяла тиң булмаған ЭНИМС) эшен туҡтатып, етештереү майҙандарының ҙур өлөшө сауҙа предприятиеларына бирелгәс, уникаль кадрҙарҙың, ҡорамалдарҙың һәм технологияларҙың күпселеге юғалтылған.
80-се йылдарҙа Советтар Союзы металл эшкәртеү станоктары һәм инструмент етештереү буйынса, АҠШ менән Көнбайыш Германиянан ғына ҡалышып, донъяла өсөнсө урынды биләне. Кадрҙар әҙерләү һәм фән буйынса СССР беренсе урынға сығып, ғөмүмән, был өлкәлә донъя лидеры роленә дәғүә итә ине. Әлеге көндә Рәсәй Федерацияһы, бөтә донъяла сығарылған станоктарҙың 0,3 процентын ғына етештереп, 21-се урында килә. Совет осоро менән сағыштыр­ғанда, станоктар эшләү – 20, инструмент етештереү 8 тапҡырға кәмегән. Рәсәй Федерацияһы сәнәғәттә талап ителгән станоктар номенклатура­һының 13 процентын ғына үҙе етештерә ала, ә ҡалған 87 процентын Көнбайыш илдәренән алырға мәжбүр.
Элек СССР Көнбайыш илдәренән, нигеҙҙә, ҡатмарлы станоктар һатып алһа, хәҙер импорттың 75 процентын Ҡытайҙа сығарылған арзан һәм түбән сифатлы универсаль станоктар тәшкил итә. Бөгөн станоктар паркының 70 проценттан артығы ресурсын тултырған һәм уны алмаштырыу кәрәк. Шунһыҙ предприятиеларға деградация хәүефе янай, сөнки иҫкергән станоктарҙа заманса технологиялар ҡулланып эшләү, сифатлы продукция етештереү мөмкин түгел.
Бөгөнгө көндә етештерелгән станоктар һаны буйынса донъяла беренсе урынға Ҡытай сыҡһа ла, белгестәр уны был өлкәлә лидер тип иҫәпләмәй. Мәҫәлән, әүәлгесә экспорт лидерҙары – иң юғары технологияларға эйә булған Германия менән Япония. АҠШ һуңғы йылдарҙа, микроэлектроника, лазер технологиялары, нанотехнологиялар, авиакосмик сәнәғәт өсөн уникаль, әммә аҙ сериялы, бик һирәк илдәрҙә генә ҡулланылған махсус ҡорамалдар, станоктар, автоматик линиялар етештереү өлкәһендә донъяла берҙән-бер монополист булараҡ, тәү ҡарашҡа лидер позицияларынан сигенгән һымаҡ күренһә лә, америкалар фән, теоретик һәм эксперименталь база, кадрҙар сифаты буйынса барыбер донъя лидеры булып ҡала. АҠШ сәйәсмәндәре станоктар эшләүҙе стратегик фонд ойоштороусы тар­маҡтар иҫәбенә индерә һәм, шул сәбәпле, мәҫәлән, ЕС илдәре менән берлектә Рәсәй Федерацияһына юғары теүәллекле, күп координатлы, программалы эшкәртеү үҙәктәре экспортлауҙы сикләй. Компьютер программалы үҙәктәр, ҡағиҙә булараҡ, АҠШ фирмаларының сервис хеҙмәте серверҙары менән бәйләнеш тота һәм эксплуатация, диагностика, ремонт маҡсатында фирмаларҙан кәрәкле күрһәтмәләр алып тора. Шул сәбәпле, ундай үҙәктәрҙе, мәҫәлән, беҙҙәге хәрби техника етештергән пред­приятиеларҙа, авиакосмик тармаҡта, номерлы заводтарҙа ҡулланыу бөтөнләй мөмкин түгел.
Рәсәй Федерацияһы заводтары 2015 йылда ни бары 6059 станок етештерҙе, юғары технологиялы продукция – күп координатлы, юғары теүәллектәге, программалы станоктар 542 дана ғына тәшкил итте. Рәсәй Машина эшләүселәр союзы, станоктар һәм инструменталь продукция етештереүселәрҙең “Станкоинструмент” ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, заводтарҙа 2 миллиондан ашыу яңы станок талап ителә – шунһыҙ илдә машина эшләү тармаҡ­тарының артабан һаҡланыуын гарантиялау мөмкин түгел.
Башҡортостанда станоктар һәм инструмент эшләү, металл эшкәртеү өлкәһендә бай компетенция тупланыуы төрлө йылдарҙа уҙғарылған иҡтисади форумдарҙа йыш иҫкә алына. Белгестәр металл киҫеү, штамплау, преслау, иретеп йәбештереү, юғары температураларға түҙемле иретмәләр, монокристалдар, наноструктуралы материалдар һәм башҡа йүнәлештәрҙә Өфөлә донъя кимәлендәге уникаль тәжрибә барлығына күрһәтеп, бихисап эшлекле фекерҙәр әйткәйне. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, 2015 йылға тиклем иҫәпләнгән Станоктар эшләү сәнәғәтен үҫтереү стратегияһына ингән план­дарҙың күпселеге үтәлмәне, тармаҡ үҫеш юлына сыға алманы һәм, киреһенсә, ҙур юғалтыуҙарға юлыҡты.
Яңыраҡ Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Василий Осьмаков 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән яңы стратегия төҙөлөүе тураһында белдерҙе. Күп белгестәр, хатта ми­нистрҙар инициативаны тәнҡитләп сыҡты. Мәҫәлән, финанс министры Антон Силуанов менән элекке иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаевтың идеяны ҡабул итмәгәне билдәле. Тәүге эшмәкәр уҙған 2016 йыл башында уҡ: “Аҡса юҡ – стратегия ла юҡ”, икенсеһе “2030 йылға тиклем йә ишәк үлә, йә мин, йә әмир” тип был мәсьәләгә мөнәсәбәттәрен бел­дергәйне. Осьмаков команда­һының мөмкинлектәренә шик менән ҡарау­сылар ҙа күп. Хәбәр ителеүенсә, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы 2017 йыл аҙағына тиклем 20 етештереү тармағының үҫеш стратегияһын төҙөргә тейеш. Совет осоронда бындай эш менән ике тиҫтә айырым тармаҡ министрлығы шөғөлләнде. Пландар биш йыллыҡ булды, улар бик ентекләп төҙөлдө, үтәлеш, сығымдар етди тикшерелде.
Ә был осраҡта иһә 2015 һәм 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән (һуңғыһы тамамланыуға әле дүрт йыл бар) стратегияларҙың үтәлешенә, финанс­тарҙың ҡулланылыуына етди анализ яһалмай тороп, 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән бихисап күп яңы стратегиялар тәҡдим итеү күпселек белгес­тәрҙе бик борсоулы, шикле уйланыу­ҙарға этәрә. Бында уйланырға урын бар, сөнки нәҡ 2015 йылға тиклем иҫәпләнгән Станоктар эшләү сәнәғәтен үҫтереү стратегияһына старт бирелгәс, көслө этәргес алаһы урынға, тармаҡ күп эре предприятиеларын, хатта флагман иҫәпләнгән “Красный пролетарий”, Серго Орджоникидзе исе­мен­дәге заводтарҙы, төп фәнни ба­заһын – ЭНИМС институтын юғалтып ҡуйҙы.
Бындай ҙур юғалтыуҙарҙы киҫәтеү буйынса етди саралар күрелмәүе әлеге мәлдә әҙерләнгән яңы стратегия проекттарына ла ышанысты кәметә. Әммә был ауыр хәлдә хәрәкәтһеҙ ҡалыу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки станоктарһыҙ – ил ҡулһыҙ-ҡоралһыҙ…


Автор: Закир ЗИННӘТУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә