Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Нефть, нефть, нефть...
Хәҙерге заманда “нефть” һәм “донъя иҡтисады” тигән һүҙҙәр бер үк мәғәнәлә әйтелә. Углеводород сеймалы мул булған дәүләттәр сит илдәргә, нигеҙҙә, шул продукцияны ғына һата. Рәсәйҙең дә, Башҡортостандың да экспорт күләмен, нигеҙҙә, нефть һәм газ тәшкил итеүе һәр кемгә мәғлүм. “Нефть энәһе”н иҡтисад өсөн наркотик тип атауҙары дөрөҫмө? Был сеймал ятҡылыҡтары эшкәртелеп бөтһә, ни ҡылырбыҙ? Башҡортостандың киләсәк үҫеше нефть менән һәм унһыҙ нисек күҙаллана?
Бөгөн яғыулыҡһыҙ бер ҡайҙа ла бер нәмә лә эшләп булмай һәм нефттең иҡтисадҡа нигеҙ булыуы шуның менән аңлатыла ла. Предприятиеға төрлө сеймал һәм материалдар ташыуҙан, ундағы ҡорамалдарҙы эшләтеү өсөн электр энергияһы етештереүҙән, биналарын яҡтыртыу һәм йылытыуҙан алып әҙер тауарҙы кибеттәргә ташыуға саҡлы һәр этапта яғыулыҡ ҡулланырға тура килә. Тимәк, яғыулыҡ хаҡының күтәрелеүе барлыҡ тауар һәм хеҙмәттәрҙең дә үҙенән-үҙе ҡиммәтләнеүенә килтерә. Бына ни өсөн бөтә донъя нефть биржаһындағы курстың ни саҡлы булыуын даими күҙәтә. Яғыулыҡтан тыш нефть химияһы тармаҡтарында ла (дарыу, косметика, полимер әйберҙәр, синтетик туҡыма, медицина ҡорамалдары, минераль ашлама һәм башҡалар) углеводород сеймалының төп матди сығанаҡ булыуын иҫәпкә алһаҡ, “ҡара алтын”дың бөгөнгө замандың төп таянысы икәнлеге нығыраҡ аңлашыла төшөр.
Бөгөн донъяла тәүлегенә 100 миллион баррелдән ашыу (бер баррель тоннаның етенән бер өлөшөн тәшкил итә) нефть сығарыла. Тәбиғи, һәр ил үҙ ятҡылыҡ­тарын йылдамыраҡ эшкәртергә, донъя баҙарына күберәк нефть сығарырға ынтыла, ләкин, иҡтисади закондарға ярашлы, конкуренцияның көсәйеүе хаҡтарҙың төшөүенә килтерә. Һөҙөмтәлә был дәүләттәрҙең ҡаҙнаһы ла ҙур зыян күрә. Шуға күрә нефть сығарған илдәрҙең күпселеге ОПЕК ойошмаһына берләшкән, улар ошо сеймалдың 62 процентын үҙ ҡулында тота һәм уның артыҡ күп сығарылыуына юл ҡуймай. Былтыр ноябрь аҙағында, мәҫәлән, улар был етештереүҙе 3,5 процентҡа кәметергә һүҙ ҡуйышҡайны. Бер ай үтеүгә был ойошмаға инмәгән, ләкин нефть сығарған тағы ла 11 ил (шул иҫәптән Рәсәй), Веналағы эшлекле осрашыуға йыйылып, ошо уҡ күрһәткескә риза булыуҙары тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Тимәк, нефть – ул бер юлы сәйәсәт тә.
Башҡортостан тиҫтәләрсә йыл нефть республикаһы булыуы менән ғорурланып йәшәне, республикабыҙҙың илдәге социаль-иҡтисади яҡтан алдынғы төбәктәрҙең береһе булыуын да, нигеҙҙә, шул тәьмин итте. Ә бөгөн был тармаҡтың хәле һәм беҙҙең төбәктең үҫешенә йоғонтоһо тураһында нимә әйтергә мөмкин?
Былтыр көҙ беҙ “Башнефть” йәмғиәтен контролдә тотоусы акционерҙың дүртенсе тапҡыр алмашыныуына шаһит булдыҡ: уның дәүләт ҡарамағында булған 50,08 процент акцияларын 329,7 миллиард һумға “Роснефть” һатып алды. Ни өсөн ошо компания икәне билдәле – иң ҙур хаҡты ул тәҡдим итте. “Башнефть” акцияларының 25 процентын Башҡорт­остан Хөкүмәте үҙ ҡулында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин белде­реүенсә, республика етәкселеге быға саҡлы ла акциялар пакетына идара итеүгә йоғонтоно һаҡлап ҡалыуҙы һораған һәм хәҙер уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелгән.
Ниңә икәне аңлашылалыр, был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов уҙған йылдың башында уҡ ТАСС агентлығына биргән интервьюһында асыҡ итеп әйткәйне: “Беҙ ошо пакеттың республика Хөкүмәте ҡарамағындағы өлөшөн һатырға йыйынмайбыҙ һәм был турала һөйләшеү ҙә алып бармайбыҙ. Быға иҡтисади сәбәптәр арҡаһында юл ҡуя алмайбыҙ. Тап шул пакетыбыҙ ярҙамында дивидендтар алабыҙ, “Башнефть” компанияһының хәйриә эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә байтаҡ проекттарҙы, шул иҫәптән спорт сараларын, тормошҡа ашырабыҙ. Әгәр ҙә ошо килем сығанағы юҡҡа сыҡһа, былар барыһы ла “түңкәреләсәк”. Тимәк, был пакеттың Башҡортостанға ҡалдырылыуы республика өсөн иҡтисади яҡтан отошло.
– “Башнефть” ул беҙҙең өсөн генә ғәйәт ҙур компания булып күренә, ғәмәлдә ул әллә ни ҙур предприятие түгел, – тине Рөстәм Зәки улы үҙенең бер сығышында. – “Роснефть” кеүек бәһлеүән менән бергә үҫеү уны күләм һәм сифат яғынан яҡшыраҡ күрһәткестәргә алып киләсәк.


Автор: Р.КӘЛИМУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә