Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яҙға әҙерлек ҡыш буйы барҙы
Яҙға әҙерлек ҡыш буйы барҙы Арбаңды — ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, тигәндәй, һаҡлауға ҡуйылған техниканы баҫыу эштәренә әҙерләү “Урал аръяғы Агро” МТС-ының Әбйәлил филиалында бөгөн дәррәү бара. Эштең ырамлылығына нисек өлгәшәләр хужалыҡта?
Башҡортостан Хөкүмәтенең “2017 йылғы яҙғы баҫыу эштәренә ауыл хужалығы техникаһын үҙ ваҡытында һәм сифатлы әҙерләү тураһында”ғы 1318-се бойороғона ярашлы, хужалыҡта сәсеү машиналары һәм ҡоролмаларын ремонтлау эштәре күптән башланған. Әйткәндәй, 21 мартта тракторҙар техник тикшереү үтә, шуға күрә механизаторҙар үҙҙәренең “ҡорос ат”ын ентекләп тикшерә, һәр деталде энә күҙенән үткәреп ҡуйырға тырыша. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – “Урал аръяғы Агро” МТС-ының филиалдары араһында Әбйәлилдә генә йылытылған машина-трактор оҫтаханаһы уңышлы эшләй, шуға күрә бында хатта сит ил техника-агрегаттарының айырым ҡоролма-деталдәре, узелдары ремонтлана. Хужалыҡтың баш инженеры Әнүәр Солтанов әйтеүенсә, оҫтахана егеттәре “Урал аръяғы Агро” МТС-ының башҡа филиалдарын, ауыл хужалығы предприятиеларын, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын, шәхси хужалыҡтарҙы ла хеҙмәтләндерә.
Хужалыҡта бөгөн 29 иген йыйыу комбайны, 17 трактор, 9 сәскес агрегаттары, 7 үҙйөрөшлө сапҡыс, 2 мал аҙығы комбайны һәм авто­мобилдәр иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһе ябыҡ гараждарға һаҡлауға ҡуйылған. Техниканың күбеһе сит илдә етештерелгәнлектән, запас частар табыу еңелдән түгел. Булһа ла, һатыуҙа уныһы бик ҡиммәт тора, шуға күрә слесарҙар ватыҡ йәки онталған өлөштәрҙе үҙҙәре йәбештереп, уларҙы ҡайтанан яңыртып эшләргә тырыша.
– Ҡыҙыу осорҙа техника сафтан сығып эште туҡтатмаһын өсөн, ремонтты иртәрәк хәстәрләү күпкә отошло, – ти Әнүәр Хәсән улы. – Күп хужалыҡтар техника, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлауға, башҡа яуаплы мәсьәлә­ләрҙе хәл итеүгә бик һуң тотона, һөҙөмтәлә, яҙғы баҫыу эштәре оҙаҡҡа һуҙыла, сәсеүҙең ҡулайлы ваҡыты ла үтеп китә. Шуға күрә беҙҙең механизаторҙар ҡыш буйы ремонт эштәре менән даими шөғөлләнә, техника ремонтлау­сыларға хеҙмәт шарттарын яҡшыртырға ты­рышабыҙ. Йылыла эш тә яҡшы бара, эшсе­ләрҙең дә кәйефе көр. Быйылғы сәсеү миҙгеленә етерлек орлоҡ тупланды, яғыулыҡ-майлау материалдары менән өҙөклөктәр булмаһа, сәсеү кампанияһын тиҙ арала тамамларға иҫәп тотабыҙ. Көндәр генә матур торһон.
Филиалда механизаторҙарға ҡытлыҡ юҡ. Күптән түгел Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжын тамамлаған Ҡырҙас ауылы егете Илнар Исҡужин эшкә килгән. “Практиканы ошонда үттем, эш тә, коллектив та оҡшаны, саҡырғастар, ризалаштым”, – ти йәш белгес. Уны өйрәткән Салауат Ғибәҙуллиндың да ойошмала эшләүенә күп түгел, әммә хеҙмәтенән бик ҡәнәғәт. Шулай уҡ бында Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы студенттары практика үтһен өсөн уҡыу йорттары менән килешеү төҙөлгән.
Яҙҙың нисек килеүен алдан күҙаллап булмай, шуға көнэлгәре әҙерлекле булыу яҡшыраҡ. Ваҡыты еткәс, Әбйәлил уңғандары баҫыуға юл аласаҡ.


Автор: К. ИШБУЛДИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә