Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ни хәлдәһең, фермер иптәш?
Ни хәлдәһең, фермер иптәш? Өфөлә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре берләшмәһенең отчет-һайлау йыйылышы булды
Фермер… Илдәге ҡоролош үҙгәреп, тормошобоҙҙа хасил булған был төшөнсә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр аша ваҡыт үтә барған һайын үҙенең ысынбарлығын белдертә. Белгестәр бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ итеүҙең кесе формалары – фермерҙар, шәхси хужалыҡтар хәрәкәте өҫтөнлөклө йүнәлеш алыуын, улар илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә ҙур өлөш индереүен билдәләй. Әлегә бихисап сит илдәр эшмәкәрлегенә көнләшеп ҡараһаҡ та, өйрәнәбеҙ, тырышабыҙ, баҙыҡ аҙымдар менән алға барабыҙ. Дәүләт тарафынан һәр төрлө ярҙам саралары ҡаралыуы, һөҙөмтәле программалар эшләүе үҙ емештәрен бирә.

Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, фермерҙарҙың аҙыҡ-түлек етештереүҙәге өлөшө йыл һайын үҫә бара. Һуңғы биш йылда был нисбәт 5,8 проценттан 10,4-кә еткән. Бөтә нимә сағыштырыуҙа беленә тигәндәй, төбәктәр араһындағы һөҙөмтәләр ҙә – быға асыҡ миҫал. Беҙҙең фермерҙар Рәсәйҙә тулайым аҙыҡ продукцияһы етештереү күләме буйынса – 11-се, Волга буйы федераль округындағы 14 субъект араһында дүртенсе урынды биләй. Сәсеүлектәр майҙаны һуңғы биш йылда 40 процентҡа еткән. Былтыр республика фермерҙары игендең өсөнсө, көнбағыштың – дүртенсе, шәкәр сөгөлдөрөнөң бишенсе өлөшөн, теплицала үҫтерелгән йәшелсәнең – 14, иттең – 5,4, һөттөң туғыҙ процентын етештергән.
Ер эше, крәҫтиән хеҙмәтенең еңел бирелмәүе һәр кемгә мәғлүм. Был тармаҡта тырышлыҡ өҫтөнә йылдың нисек килеүе лә ҙур йоғонто яһай.
Ни хәлдәһең, фермер иптәш?– Үҙ кәсебе менән мәшғүл булғандарға ярҙам итеү маҡсатынан ҡабул ителгән “Эш башлаған фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаларына ярҙам” кеүек программаларҙың һөҙөмтәһен күрәбеҙ, – тип билдәләне Илшат Илдус улы.
Был программаларҙа ошо осорҙа 650-нән ашыу фермер ҡатнашҡан. Барлығы 1,2 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Был үҙ нәүбәтендә 7,7 баш һыйыр малы, 1,8 баш йылҡы, 7,8 мең һарыҡ, 6,3 мең баш ҡош, 339 трактор, 1100 ауыл хужалығы техникаһы һәм уларға тағылма ҡорамалдар һатып алырға булышлыҡ иткән. Һуңғы йылдарҙа һөт һәм ит тармағы менән йәнәш йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, кәзә аҫрау, умартасылыҡ, һыу ҡоштары үрсетеүселәр, шулай уҡ йәшелсә, емеш-еләк ағасы үҫтереүселәр эше йәнләнә. Был юҫыҡта айырыуса Көньяҡ Урал һәм төньяҡ-көнсығыш райондары ауылдарында мөмкинлекте уңышлы файҙаланыуҙары күренә. Йәштәр заман шарттарына яраҡлашып, эшҡыуарлыҡҡа дәррәү тотона. Программалар эшләгән дүрт йыл дауамында 1,5 мең яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Дөйөм алғанда, тармаҡтың иҡтисади һөҙөмтәлелеге күтәрелә.
Министр шулай уҡ быйыл да был програм­маларҙың дауам итәсәге, индерелгән үҙгәрештәр хаҡында әйтте. Мәҫәлән, фермерҙарға гранттар күләме арттырылған. Яңы эш башлағандарға – бер миллион ярымдан өс миллионға, ә ғаилә фермаларына ул 21-ҙән 30 миллион һумға тиклем ҡаралған. Ә, дөйөм алғанда, 2017 йылда ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә 4,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Әйткәндәй, мал һанын кәметкәндәргә субсидия бирелмәй. Йәнә һалым буйынса бурыстары булғандарға, ҡаҙна аҡсаһын ҡайтарыу йәһәтенән ҡара исемлеккә ингәндәргә субсидия тәтемәйәсәк.
Ун йыл буйы ташламалы кредит буйынса һөйләшеү барһа ла, һөҙөмтәһе юҡ ине. Ниһайәт, тейешле ҡарар ҡабул ителде. Уға ярашлы, хәҙер субсидия күләме биреләсәк кредитҡа һалына. Уның ставкаһы биш проценттан артмаясаҡ.
Һүҙ юҡ, ауыл халҡы, фермерҙар, заман ҡаршылыҡтарына ҡарамай, ашлыҡ сәсә, мал үрсетә, илде түлле итә. Был юҫыҡта ла Илшат Илдус улы алда торған бурыстар, үҙен борсоған мәсьәләләрҙе бәйән итте.
– Беҙҙең бурыс – ауылда эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһынған халыҡты бер урынға туплау, уларҙы йәлеп итеү, йәштәрҙең ауылдан китеүен туҡтатыу. Бер ниндәй бизнес та үҙаллы үҫешә алмай, сөнки баҙарҙа конкурентлыҡ ҙур, ә унда хужалыҡ итеүҙең кескәй төрҙәренә эре предприятиелар менән ярышыу еңел түгел. Бөгөн беҙ эшкәртеү этабына инәбеҙ, шуның өсөн бизнесты аныҡ итеп ҡорорға кәрәк, – тине ул.
Эйе, уңышты үҫтереү бер, ә унан нимәлер етештереп һатып, файҙаһын күреү үҙе бер таһыллыҡ, фиҙакәрлек талап итә. Үкенескә ҡаршы, көс һалып булдырғанды аралашсыларға арзан хаҡҡа тоттороп ебәреп, отолғандар ҙа юҡ түгел. Быға юл ҡуймау өсөн заман алымдарын, сит илдәр тәжрибәһен әүҙем ҡулланыу зарур. Бының өсөн, әлбиттә, төбәктә етештереүселәр, эшкәртеүселәр, логистик үҙәк һәм сауҙа араһында эшҡыуарлыҡ кооперацияһының аныҡ эш өлгөһө булдырылырға тейеш.
Бөгөн республика фермерҙары уңышын баҙарҙа, йәрминкәлә, магазин селтәрҙәре аша һата. Аҙлап һатыу баҙарҙарының күплеге буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә иң ҡеүәтле ун төбәк иҫәбенә инә. Былтыр 880 йәрминкә уҙғарылып, 51 мең самаһы сауҙа урыны ойошторолған. Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа һәм һатып алыусылар хоҡуҡтары буйынса ҡулланыусылар менән берлектә “Байрам”, “Йәрминкә” кеүек сауҙа селтәрҙәрендә “Фермер мөйөшө” тип аталып, уларҙың аҙыҡ-түлеген тәҡдим иткән махсус кәштәләр барлыҡҡа килде. Бөгөн “Пышка” сауҙа селтәре лә “Башҡортостан фермеры” тигән магазиндар аса башланы, “БашФермер” тигән проект бар. Был интернет-магазин барлыҡ Башҡорт­остандағы фермерҙар һәм ауыл халҡы етештереүселәре менән туранан-тура эшләй һәм продукцияны кәрәкле урынға йәһәт кенә илтеп ҡуйыуы менән отошло.
Ни хәлдәһең, фермер иптәш?Тағы шуныһын әйтергә кәрәк: ауыл хужалығы кооперативтары һәм эшкәртеүсе предприя­тиеларҙың агрологистик өлгө буйынса эҙмә-эҙлекле күмәртәләп һатыу һәм таратыу менән шөғөлләнгән үҙәк булдырыуы хаҡында һүҙ оҙаҡ барҙы. Ниһайәт, былтыр Өфөлә ауыл хужалығы продукцияһын туплаған ошондай иң ҙур үҙәк асылды. Әлегә тиклем ул федераль һәм республиканың эре сауҙа нөктәләре, ҡала сауҙа-сервис комплекстары менән эшләне. Хәҙер ул фермерҙарҙың продукцияһын да һатып алырға әҙер. Әле Затон баҙарындағы база янында уның сираттағы өлөшөн төҙөү күҙаллана. Әлбиттә, ошондай үҙәктәр райондарҙа ойошторолғанда тағы ла һәйбәт булыр ине.
Яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ҡалманы. Был мәлдә һәр ауыл эшсәне алдағы уңыш хаҡында уйлай. Орлоҡ, яғыулыҡ материалдары, ашламалар, запас частар алыу өсөн ҡыҫҡа сроклы кредиттар кәрәк. Үкенескә ҡаршы, әле фермерҙар араһында үҙ хоҡуҡтарын белеп бөтмәгәндәр ҙә бар. Бихисап фермерҙар күптән заявка биреп ҡуйһа ла, шаҡтай ғына кредит күләме үҙенең эйәһен көтә. Шуға ла Илшат Илдус улы урындағы берләшмәләр етәкселәренә, мәғлүмәт-консультация биреү үҙәктәренә был йүнәлештә етдиерәк эшләүҙәрен, уларҙың ихтыяжы менән яҡындан танышыуҙарын, тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙәрен теләне.
Республиканың аграр тауар етештереүселәре берләшмәһе рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев 2013 – 2016 йылдарҙағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре хаҡында бәйән итте. Уның да сығышы тармаҡ етәксеһенекенә ауаздаш ине. Зифҡәт Ислам улы әйтеүенсә, Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары менән берлектә йыл һайын яңы эш башлаған фермерҙар менән осрашыуҙар, семинарҙар үткәреүҙәр, әлбиттә, һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған. Бөгөн фермерҙар ҡарамағындағы мал, техника, сәсеүлектәр майҙандары барыһы ла иҫәптә.
– Республика фермерҙары бөгөн 52 мең һыйыр һауа, – тине Зифҡәт Ислам улы. – Беҙ йыш ҡына эре малсылыҡ комплекстары ойоштороу хаҡында һөйләп, ҡайһы ваҡыт хужалыҡ итеүҙең кесе төрҙәренә үгәйһетеп ҡарайбыҙ. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле 52 мең баш һыйыр аҫрайбыҙ тип. Бының өсөн берәр меңдән һалғанда ла 52 комплекс төҙөргә кәрәк. Әйтеүе генә анһат, беҙ уны ҡасан һалабыҙ, кем аҡса бирә? Ә фермерҙар бәлә һалмайынса ғына эшләй бирә. Йәнә бөгөн республикалағы кәзә, һарыҡ, йылҡысылыҡ менән башлыса шәхси ихаталар шөғөлләнә. Беҙгә йәнә ит, ҡымыҙ, йәшелсә етештерергә кәрәк. Ихтыяж бар, үҫтерелгәнде һатыу өсөн сауҙа селтәрҙәренә сығырға кәрәк. Беҙҙең йәшелсә үҫтереүселәрҙең теплицалар майҙаны 280 гектар тәшкил итә. Был бик ҙур һан. Кем Башҡортостанға килеп, пленка менән ҡапланған теплица төҙөй әле.
Фермерҙар бай кеше түгел. Әммә улар ошо ерҙә тыуып, урындағы халыҡтың ихтыяжын аңлаған кешеләр булыуы менән ҡиммәт. Улар – үҙебеҙҙең кеше. Бөгөн фермерҙарҙы ауылдың төп инвесторы тиһәк тә хата булмаҫ. Ауылды төҙөкләндереү булһынмы, төрлө саралар үткәреүгә ярҙам һорап та уларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа газға, электр энергияһына хаҡ арта барһа ла, улар һайлаған юлынан тайпылмай эшләй.
Грант алған фермерҙар һәр йәһәттән ауылдарҙы, уның тирә-яғын төҙөкләндереүҙә йылдам эш алып бара, юлдар төҙөйҙәр.
Зифҡәт Ислам улы фермер хужалыҡтарының кооперацияһы ауыл продукцияһы етештереү­селәрен һөҙөмтәле эшләүгә илткән иң ышаныслы юл булыуын билдәләне. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та йыш ҡына иҫкәртә килә. “Ҡулланыусылар кооперативтары ауылдарҙа хужалыҡ мәшәҡәттәрен дә хәл итешер ине. Мәҫәлән, элек колхоз ауыл халҡына һәр эштә булышты. Ат, транспорт һорап хужалыҡҡа барҙылар. Бының өсөн хаҡты ла күп һораманылар. Хәҙер уның менән берәү ҙә шөғөлләнмәй. Газ, һыу үткәреү, электр селтәрҙәре һуҙыу ҙа – һәр кемдең шәхсән эше”, – ти белгестәр.
Ә улар кооперацияға берләшһә, аҙыҡты эшкәртеү, һаҡлау, тейешле урынға илтеү, һатыу өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ. Йәғни баҫыуҙан һатып алыусы кәштәһенә барып еткәнсе барлыҡ мәшәҡәт аралашсыһыҙ башҡарыла. Әлбиттә, үҙ хеҙмәте өсөн тейешле аҡса алған ер кешеһенең дәрте күтәрелә, ең һыҙғанып эшләргә теләк уяна.
Зифҡәт Сәйетғәлиев Финляндия, Яңы Зеландия фермерҙарының һоҡланғыс эш тәжрибәһе хаҡында һөйләне. Улар, мәҫәлән, бер брендҡа берләшеп, етештергән аҙығын бөтә донъяға тарата. Был өлкәлә ул Башҡортостан фермерҙарының да мөмкинлеге ҙур булыуын, бөгөн уларҙың күпселеге хатта урындағы инвесторҙар булып сығыш яһай алыуын билдәләне.
Проблемалар бар, әлбиттә, һәм эш барышында уның булыуы тәбиғи. Республика етәкселеге уларҙың талаптарын еңеләйтеү юлдарын эҙләй, сөнки ашлыҡ үҫтергән, илде түлле иткән ер эшсәндәре, фермерҙар – Рәсәй ауылдарының киләсәге. Уның иҡтисадын, ундағы тормошто йәнләндергән кешеләр улар.
Йыйылышта ойошманың яңы рәйесе итеп Шишмә районының “Әғли” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илдар Әһлиуллин һайланды, ә Зифҡәт Сәйетғәлиев яңы составта ҡалды.


Ирек МӨХӘМӘТДИНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары:
– Күпселек фермерҙар етештергән продукция үҙенең экологик йәһәттән таҙалығы, тәбиғи булыуы менән өҫтөн тора. Бөгөнгө баҙар шарттарында ошоно үҙебеҙҙең файҙаға ҡуллана белергә өйрәнергә кәрәк.

Айнур ДӘҮЛӘТБАЕВ, Бөрйән районы:
– Алған белемем буйынса драма артисы булһам да, яҙмышымды фермерлыҡ менән бәйләнем, кәзә үрсетеү менән шөғөлләнәм. Атай-әсәйем электән аҫрағас, уның нескәлектәре бәләкәйҙән аҙмы-күпме таныш ине. Аллаға шөкөр, шөғөлөмдән ризамын, кемгәлер түгел, үҙемә эшләүемә ҡәнәғәтмен. Мәғлүм булыуынса, кәзә һөтө лә, унан яһалған ҡымыҙ ҙа бик шифалы. Хәҙер күп балаларҙың һыйыр һөтөнә аллергия, тап шуның өсөн дә кәзә ағына өҫтөнлөк биреүселәр арта. Әлбиттә, файҙалы тиеү генә етмәй, ә уны халыҡҡа еткереү, аңлатыу хәстәрен күрергә кәрәк, туристар ҙа, кафелар ҙа теләп ала.
Хөкүмәтебеҙҙең яңы эш башлағандарға ярҙамы дәрт уята. Бүленгән бер миллион 350 һум грантҡа һыуытҡыс, йәйләүҙә файҙаланыр өсөн генератор, аҙыҡ турағыс һатып алдым. Йәштәргә эшҡыуарлыҡҡа ҡурҡмай тотоноуҙарын теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 504

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704