Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Күн үҙебеҙгә лә кәрәк
Күн үҙебеҙгә лә кәрәк Ошо йылдың 1 февраленән 17 авгусына ҡәҙәр һыйыр малы тиреһенән етештерелгән күнде Рәсәй хөкүмәте яңынан сит илгә сығарыуҙы тыйҙы. Бындай документ ҡабул итеүҙең төп сәбәбе – тауар үҙебеҙҙең етештереүселәр өсөн дә үтә мөһим һәм кәрәк. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр был сикләү 2014 йылда ҡабул ителгәйне һәм уның ваҡыты даими оҙайтыла бара.
Рәсәй тире эшкәртеү һәм аяҡ кейеме тегеү берләш­мәһенең генераль директоры Александр Андрунакиевич әйтеүенсә, ҡатмарлы ветеринария торошона бәйле бындай сикләүҙәр күп кенә сит илдәрҙә ҡабул ителгән. Сеймалды башлыса Һиндостандан, Бразилиянан донъяны тире менән күпләп тәьмин иткәндәр эшкәртә. Әҙер продукцияға экспорт хаҡы ярымфабри­катҡа ҡарағанда шаҡтай ҡыйба­тыраҡ. Импорт күн Рәсәйҙе­кенән 20 – 30 процентҡа ҡыйбатыраҡ килеп сыға. Бында, әлбиттә, бөтә донъялағы кеүек үк, илдә малдың күпләп кәмеүе төп бәлә булып тора.
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә тире эшкәртеү сәнәғәте йыл һайын ике-өс процентҡа кәмей бара. “Һөҙөмтәлә предприятиелар тулы ҡеүәтенә эшләй алмай, 60 процент ҡына продукция сығара. Әгәр ҙә сикләү ҡабул ителмәһә, уның ни бары 40 – 42 процентҡа ҡалыуы ихтимал”, – ти Андрунакиевич. Үҙ нәүбәтендә эске баҙарға, дәүләттең оборона заказына өҙөклөк хәүефе янай.
Ике йыл элек, сикләү индергәнгә тиклем, һумдың осһоҙланыуы сәбәпле тире үтә табышлы ине: экспорт ҡапыл үҫте. Уның ҡарауы илдә тире эшкәртеү һәм күн предприятиелары сеймал етмәүгә зарлана башланы. Бер нисә эшкәртеүсе завод һәм аяҡ кейеме фабрикаһы көрсөккә терәлде, предприятиелар етештермә­не, ә бө­тәһе 50,7 миллиард һумлыҡ 20 миллион парҙан ашыу аяҡ кейеме һатып алынмаған.
Белгестәр әйтеүенсә, тирене ваҡытлыса ситкә сығарыуҙы сикләү етештереүҙе көйләргә, дәүләттең оборона заказын үтәүгә, эшселәрҙе һаҡлап ҡалыуға, үҙ ваҡытында эш хаҡы түләүгә мөмкинлек биргән.
Бынан тыш, тире эшкәртеү ойошмалары ла имен ҡалған. Рәсәйҙә булған предприятиелар заман шарттарына яраҡ­лаштырылып ҡорола, Вязьма, Рязань, Тверь өлкәләрендә яңы предприятиелар төҙөлә башланы. Шулай уҡ туризм, альпинизм өсөн махсус аяҡ кейеме, башҡарма властың федераль органдары, автомобиль һәм авиация сәнәғәте өсөн күн етештереү эшмә­кәрлеге киңәйҙе.
Мәғлүмәттәр буйынса, тирене тәрәнәйтеп эшкәртеү 2015 йылда 15,7 процентҡа, былтыр үҫеш 11 айҙа унан алдағы йылдан 8,5 процент тәшкил иткән. Әлбиттә, Рәсәйҙең күн эшкәр­теү­се­ләре беҙҙәге барлыҡ тирене эшкәртә һәм йылына 30 миллион квадрат күләмдәге тире сығара ала. Әйткәндәй, үҙебеҙҙең күн тауарҙа­рына ихтыяж арта бара. Мәҫәлән, балалар өсөн аяҡ кейеме тегеү һуңғы йыл­дарҙа 20 про­центҡа күбәйҙе.
Был, әлбиттә, дөрөҫ ҡарар булды, сөнки донъя­ның ҡайһы бер илдәрендә ошондай тыйыу күптән индерелгән. Беҙҙә тире эшкәртеү һәм күн етештереү йәһәтенән заманса предприятиелар етерлек. Сифатлы сеймалды сит илдәр ҙә ҙур теләк менән ала ине. Күн йыһаз, автомобиль салондары өсөн әйберҙәр тегеүгә лә китә, йәнә авиация, тимер юл, диңгеҙ һәм океан транспортында ла киң ҡулланыла. Шуға ла тире эшкәртеү йәһәтенән яңы предприятиелар асыу күҙаллана. Мәҫәлән, “Рус күне” компа­нияһы бөгөн Алтай крайында ошо шөғөлгә йүнәлтелгән завод төҙөүҙе планлаштыра. Компанияға ҡара­ған Рязань тире заводына илдә етеште­релгән күндең 35 проценты тура килә.


Автор: Венер ИСХАКОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә