Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Кәрзиндә нимә бар?
Кәрзиндә нимә бар? Ҡулланыу кәрзине махсус федераль закон менән раҫлана һәм биш йыл һайын яңынан ҡарала. Һуңғы тапҡыр 2012 йылда ҡабул ителһә, 2018 йыл башына уны яңыртыу бурысы тора. Иң аҙ эш хаҡы закон буйынса йәшәү минимумынан түбән булмаҫҡа тейеш. Әгәр кешенең хеҙмәт хаҡы билдәләнгән дәүмәлдән аҙ икән, тимәк, ул үҙенең иң ябай ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерә алмай тигән һүҙ. Тап шуға ла хәйерселек сигендә йәшәгәндәр дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала.
Үрҙә телгә алыуымса, быйыл ҡулланыу кәрзиненең ваҡыты сыға. Йыл әйләнәһенә Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы уны ҡабаттан ҡарарға тейеш. Кәрзиндә хеҙмәткә яраҡлы кешенең, пенсионерҙың, баланың йәшәүе өсөн мөһим булған тауар һәм хеҙмәтләндереү йыйылмаһы булыу мөһим. Уға ҡарап, пенсиялар, эш хаҡы һәм пособиеларға ярашлы, йәшәү минимумын иҫәпләйҙәр.
Әле үҙ көсөндә булған ҡулланыу кәрзиненә бары йыл буйына кәрәк аҙыҡ-түлек инә. Мәҫәлән, бер айҙа хеҙмәткә яраҡлы йәштәге кешегә 10,5 килограмм икмәк аҙыҡтары, макарон һәм ярма, 8,4 килограмм бәрәңге, 14, 6 килограмм йәшелсә һәм емеш-еләк, ике килограмм шәкәр һәм кондитер изделиелары, биш килограмм самаһы ит һәм ит ризыҡтары, килограмм ярым балыҡ тейеш. Һәр квартал һайын “Росстат” был аҙыҡ-түлек йыйылмаһы күпмегә төшәсәген иҫәпләй. Һуңынан ул икегә ҡабатлана.
Әйткәндәй, быйыл ҡулланыусылар кәрзиненә сәнәғәт тауарҙарын һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүен индереүҙәре ихтимал. Ул да ошо уҡ ысул менән иҫәпләнә. Әлбиттә, һуңғыһы исемләп күрһәтелмәгән. Йәнәһе, уға халыҡ аҡсаны туҡланыуға сарыф ителгән күләмдә тотонорға тейеш.
Әлбиттә, күп эксперттар быға риза түгел. Сираттағы ҡулланыу кәрзинен ҡарағанда тәү сиратта бындай алымдан баш тартырҙар, 2012 йылға тиклем булғанса, өҫ һәм аяҡ кейеме һәм башҡа тауарҙарға, хеҙмәтләндереүгә ҡаралған нормалар индерелер, тип ышаналар, сөнки инфляция бөтә әйберҙәргә лә бер үк кимәлдә түгел.
Рәсәй Хеҙмәт министрлығының Комплекслы анализ һәм күҙаллау департаменты директоры урынбаҫары Наталия Антонова һүҙҙәренә ҡарағанда, ведомство кәрзинде сәләмәт туҡланыу нормаларына яҡынайтыуға ниәт тота. Мәҫәлән, аҙыҡ йыйылмаһының углеводҡа бай төрҙәренең бәғзеләре кәмеп, аҡһымға байыраҡтары арттырылыуы ихтимал. Йәғни ит, йәшелсә, емеш-еләк күберәк, ә икмәк, макарон аҙыраҡ. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа Рәсәй халҡы икмәк, макарон аҙыҡтарын аҙыраҡ ҡулланып, иткә, йәшелсәгә, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирә башлаған.
Заман үҙгәрә. Ошо айҡанлы ҡулланыусылар кәрзиненә лә үҙгәрештәр индереү зарурлығы мөһим, ти Бөтә Рәсәй Тормош кимәле үҙәгенең генераль директоры Вячеслав Бобков. Мәҫәлән, ул коммуникациялар саралары һәм уларҙы файҙаланған өсөн сығымдарҙы ла индереү кәрәк тигән ҡарашта. “Һәр ғаиләлә компьютер, Интернет булырға тейеш, заман шуны талап итә. Хатта сабыйыңды балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуйыу, табипҡа яҙылыу, теге йәки был документтар алыр өсөн теркәлеү, төрлө түләүҙәр башҡарыу өсөн дә компьютерың булыу шарт. Бынан тыш, уның фекеренсә, ҡулланыусылар кәрзинендә белем алыу һәм һаулыҡ һаҡлау өсөн түләүгә киткән сығымдың да өлөшө булыуы зарур, сөнки беҙҙең заманда уҡыу, дауаланыу бөтөнләй түләүһеҙ түгел. Дәүләт йәшәү минимумын иҫәпләгәндә был сығымдарҙы иҫәпкә алырға йәки дәүләт гарантияларын киңәйтергә тейеш.
Шулай ҙа Хеҙмәт министрлығы ҡулла­ныусылар кәрзинен тамырынан үҙгәртергә йыйынмай. Был фекерҙәргә ҡарата Наталия Антонова: “Элемтә төрҙәренә, Интернетҡа кәрзиндә сығымдар ҡаралмаған. Шулай уҡ мәктәп балаларҙан компьютер, Интернет талап итергә тейеш түгел, сөнки һәр кешенең мөмкинлеге төрлө. Әгәр ғаилә үтәй алмаҫлыҡ талаптар булып, хәленән килмәһә, социаль хеҙмәттәр ярҙам итергә тейеш”, – тип белдерә.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә