Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Урау булһа ла, юл яҡшы
Урау булһа ла, юл яҡшы Нисек кенә зарланһаҡ та, юлдар беҙҙә яҡшыра бара. Ә уларҙың сифатынан барыбер ҡәнәғәт булмау, күрәһең, Европаның һалҡын ҡыш менән эҫе йәй алмашынып тороуынан интекмәгән алдынғы илдәренә тиңләшергә теләүҙән килеп сығалыр. Эйе, хәл шәп тип булмай әлегә, ләкин элек нисек булғанын да онотмайыҡ. Етешһеҙлектәр төҙәтелерме, иҡтисади көрсөк шарттарында заманса юл һалыуҙы дауам итә алыр­ҙармы?
Беҙҙең яҡтарҙа юлдарҙың насар булыуы элек-электән килгән күренештер ул, моғайын. Юҡһа халыҡ “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тигән әйтем сығармаҫ ине. Ғөмүмән, халыҡ ижадында был өлкәгә арналған мәҡәлдәр күп: “Юлға сығыр булһаң, биш сабата үреп ал”, “Юл бормалы булһа, алда ни булыры күренмәй”, “Юлдағы кеше ураҙа тотмаһа ла ярай”, “Өйҙәге фекерҙең юлда кәрәге юҡ”, “Юлда янсыҡ та йөк”, “Бер көнгә юлға сыҡһаң, бер аҙналыҡ аҙыҡ ал” һ.б.
Уҙған быуаттың аҙағында Учалы кеүек алыҫ тарафтарға көнөндә барып ҡайтыу хыял ғына була торғайны. Хәҙер иртән Өфөнән сығып китһәң, төш етмәҫ борон йыраҡтағы районға барып та етәһең, төш ауыуға – тағы баш ҡалала. Автомобилдәр тиҙ йөрөшлө һәм ҡеүәтле, юлдар ҙа күп­селек арауыҡта сәғәтенә 100 – 120 километр тиҙлектән дә төшмәй барырлыҡ. Дөрөҫ, ҡайһы бер ерҙә асфальтта соҡор­ҙар хасил булыуы, юл ремонтлау­сылар­ҙың бер үк урында оҙаҡ мыштырлауы кә­йефте ҡырып ҡуя, төҙөүселәр күпер йү­нәткән мәлдә тығынға ла барып эләгәһең.
Төҙөүселәрҙең оҫталығы арта барһа ла, юл һалыу эшендә заман талаптарына яуап бирерлек кимәлгә етмәгәндәр әле. Быны раҫлау өсөн республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитовтың БРИКС һәм ШОС илдәренең 2015 йылда Өфөлә уҙған саммиттары алдынан баш ҡаланан аэропортҡа илткән юлды ҡабат-ҡабат эшләтеүен әйтеү ҙә етә. Бер ҡараһаң, юғары дәрәжәле ҡунаҡтар үтәсәк төп трасса бит инде, ләкин хатта шуны ла Европа талаптарына яуап бирерлек итеп эшләй алмайҙар, район-ара юлдарҙы әйтеп тә тораһы түгел. Бындай осраҡта юлсылар, ғәҙәттә, климатты ғәйепләй: температураның ҡырҡа үҙгәреп тороуы арҡаһында битумда ярыҡтар барлыҡҡа килә, һәм уларҙы һыу “ашай” башлай, ҡыш боҙ туңып киңәйтә. Техникаһы яҡшы ла бит, технологияһы шәптән түгел. Дөрөҫөрәге, ул тейешенсә күҙәтелмәй. Асфальтты йыш ҡына ҡар өҫтөнә йәки ямғыр яуғанда түшәүҙең технологияға тура килмәүен белгес булмаған кеше лә аңлайҙыр.
Икенсе сәбәбе – бынан 30 – 40 йыл самаһы уҡып сыҡҡан проектлаусыларҙың иҫкесә эшләүе, яңылыҡтар ҡулланыу отошһоҙ тип иҫәпләүе.
Өсөнсөнән, юл өсөн ҡулланылған төп материалдарҙың – битум менән ҡырсынташтың – сифаты насар булыуы. Битум – нефть эшкәртеүҙә барлыҡҡа килгән ҡалдыҡ. Уны махсус етеш­термәйҙәр һәм сәнәғәтселәргә ул төп табышты бирмәй, йәғни ниндәй битум сыға, юлсыларға ла шуны оҙаталар. “Росавтодор” һуңғы йылдарҙа битумға талапты күтәрҙе, ләкин иҡтисади көрсөк арҡаһында был ҡағиҙәләрҙең ҡасан теүәл күҙәтелә башларын бер кем дә әйтә алмайҙыр. Ҡырсынташтың иһә ҙур заказсылары бар. Мәҫәлән, тимер юл идаралығы. Ул ошо материалды үтә ваҡламайынса ла ҙур партиялар менән алырға әҙер. Тимәк, карьер хужаларына ҡырсынташты, бик ваҡ итеп онтап, аҙ һанлы асфальт ойошмаларына һатыуҙың файҙаһы юҡ тигәндәй: сығымы ла күберәк, табышы ла ҙур түгел. Дүртенсенән, юл-төҙөлөш ойошмалары күпселек осраҡта монополист булып тора, сөнки ҙур ҡала эргәһендә үҙ етештереү базаһы, келәттәре, тейешле белгестәре булған компаниялар аҙ, улар менән ярыша алырлыҡ яңы предприятиелар асыу ҙа ҡатмарлы эш булып тора.
Күптән түгел Өфөлә Ҡытайҙың “Chongqing Construction Engineering Group” төҙөлөш корпорацияһы вәкилдәре булып китте. Улар республикабыҙҙағы бер нисә юл төҙөү проекты менән ҡыҙыҡһынды һәм эште сифатлы башҡарырға вәғәҙә итте. Баш ҡаланың Инвесторҙар йортонда был ойошма белгестәре бер нисә проект менән танышты: Өфөнөң төньяҡ өлөшөндәге Интернационал урамы Октябрь проспектына ғына боролмай, ә, көнбайышҡа ла дауам итеп, Ағиҙел аша һалынасаҡ күпер буйлап “М-7” федераль трассаһына барып тоташырға тейеш. Был юл Башҡортостандан көнсығышта ятҡан төбәктәр менән көнбайыштағы субъекттар араһындағы автомобиль ағымы өсөн кәрәк. Әле ошо хәрәкәт баш ҡаланан көньяҡтараҡ үткән “М-5” трассаһына ҡушылырға мәжбүр. Черниковкалағы был урам иркен генә, әммә Ағиҙелдең уң яҡ ярында ул бик текә урындағы күпер аша үтергә тейеш буласаҡ. Күпер төҙөлөшөн 2020 йылда башлауҙы планлаштыралар. Республика Хөкүмәте уның һәм юлдың проектын раҫланы ла инде. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 1,2 километр оҙонлоҡтағы күпер һәм ете километр тәшкил итәсәк юл айырсаһы һигеҙ миллиард һумдан ашыуға төшәсәк. Был сығымды республика ҡаҙнаһынан да, башҡа сығанаҡтарҙан да тәьмин итергә уйлайҙар.
Баш ҡалабыҙ хакимиәте 2015 йылдың яҙында ойошторған сауҙалашыуҙа (конкурста) еңеп сыҡҡан һәм, ошо проектты әҙерләгән “Гипростроймост” институты белгестәре раҫлауынса, бөгөн Затон күпере аша Өфөгә килгән транспорт ағымының яртыһы ҡалаға ингәс тә Черниковка яғына йүнәлә. Ә ҡаланан ошо яҡҡа сыҡҡан машиналарҙың яртыһы самаһы “М-7” трассаһына сығыуҙы маҡсат итеп ҡуя, 15 проценты был тарафтағы ҡасабаларға килә, 43 проценты самаһы Затон шоссеһына йүнәлә. Тимәк, Ағиҙел аша һалынасаҡ Черниковка күпере әле булған магистралде күпкә бушатасаҡ. Дөрөҫ, хәбәр итеүҙәренсә, был юл еңел автомобилдәр һәм пассажирҙар транспорты өсөн генә иҫәпләнгән, йәғни ауыр йөк машиналары йөрөй алмаясаҡ.
Ҙур ҡала эсендә юл һалыу еңел түгел. Ер аҫтынан үткән бихисап коммуника­цияларҙы, урамдарҙы үҙгәртеү зарур­лығын ғына түгел, юл үтәсәк урындағы йорт хужаларын ҡайҙалыр күсереү тураһында ла ҡайғыртырға кәрәк. Мәҫәлән, Затон күперенең яңыртып төҙөлөүе тураһында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙар. Уның ҡалаға ингән осонда юл төҙөгәндә Чекалин урамындағы йорттағы милекселәр, муниципаль ҡаҙнанан ошо бинаны һатып алырға тәҡдим ителгән аҡсаның аҙ булыуына һылтанып, күсеп китеүҙән баш тартты. Ә был урын юлдың санитар-һаҡлағыс һыҙатына эләгә икән. Күберәк түләргә ҡаҙнаның мөмкинлеге юҡ. Ахырҙа мәсьәләне хәл итеүҙе кисектерҙеләр. Ошо уҡ юл өҫтөнә йәнә һигеҙ хосуси ағас йорт тура килгәйне. “РБК-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, хужалары барыһына бергә 70 миллион һум һораған, бер аҙ һатыулашҡандан һуң, ҡаланың 56 миллион һум түләүенә риза булғандар.
Яңы юл һалыу менән бергә элегерәк булғанын ремонтлау ҙа туҡтамаясаҡ, әлбиттә. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдереүенсә, баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен, шул иҫәптән – ихаталағы асфальтты тәртипкә килтереү өсөн бер миллиард һум бүленгән. Өфөгә лә, халҡы миллион кешенән ашҡан бүтән ҡалаларға ла был сумманы федераль ҡаҙнанан бирәләр. IV Халыҡ-ара ҡала төҙөлөшө форумында сығыш яһап, мэр һуңғы биш йылда Өфөлә меңдән ашыу ихатала яңы асфальт түшәлеүе тура­һында хәбәр итте, ләкин был – төҙөк­ләндереүгә мохтаж булған йорт яны участкаларының сирек өлөшө генә.
Юлдың сифатына килгәндә иһә, уға контроль ҡатылана бара. Уҙған йыл аҙағында “Росавтодор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы заказы менән Өфө районының Булгаков ауылы янында 10 ки­лометр оҙонлоғонда асфальт түшәл­гәйне. Эште тикшереү мәлендә заказсы юлдың 400 метрында битумдың һыуыҡ ергә һалынғанын, йәғни технологияның һанға һуғылмағанын асыҡланы.
– Был хәлгә ҡарата акт төҙөлдө, штраф түләтеләсәк. Подрядсыға көндәр йылытҡас та был арауыҡтағы асфальтты ҡырҡып алырға һәм ҡабаттан түшәргә ҡушылды, – тип аңлаттылар идаралыҡта. – Эш төҙөлөш ойошмаһының үҙ иҫәбенә башҡарыласаҡ.
Юл төҙөү техникаһы ла аҡрынлап заман талаптарына яраҡлаша, камиллаша бара. Бының шулай икәнлеген былтыр көҙ Өфөлә үткән “Транспорт системалары. Махсус техника” I махсуслашҡан күргәҙмәһе асыҡ күрһәтте. Рәсәйҙең ун төбәгенән 70-тән ашыу компания ҡатнашҡан был сараны ҡарағандан һуң республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уның эшенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
– Юлдың республика әһәмиәтендәме, федераль трассамы икәнлеге халыҡ өсөн барыбер, иң мөһиме – ул сифатлы булырға тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы. – Форумдың яңы эш варианттарына юл асыуына ышанам. Шул иҫәптән – технологик һәм ойоштороу йәһәтенән дә.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә