Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бәләкәй кредиттың ҙур бәләләре
Бәләкәй кредиттың ҙур бәләләре Хәҙер ҡалаларҙа ғына түгел, район үҙәктәрендә, ҙур ҡасабаларҙа ла һис бер ҡыйынлыҡһыҙ кредит юлларға мөмкин. Микрофинанс ойошмалары аша. Бының өсөн килемең тураһында белешмә талап ителмәй, бүтән банктарға күпме бурысың барлығын да һорашмайҙар. Аҡса алырға теләгең һәм уның өсөн ҙур проценттар түләргә ризалығың булыуы ғына шарт. Башҡаларҙан финанс йәһәтенән ғилемлелеге менән айырылып тормағандар, әлеге мөмкинлектән файҙаланып, донъя малы туплай, элекке бурыстарын ҡайтара, ниндәй шәп заман килде, тип һөйөнә. Киләсәктә кредит һаҙлығынан сыға алмай аҙапланасағы, судтар, коллекторҙарҙың янауы тураһында уйлап та бирмәйҙәр.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында әле илдәге микрофинанс ойошмаларының эшмә­кәрлегенә ҡағылышлы талаптарҙы үҙгәр­теү мәсьәләһе өйрәнелә. Закон проектын әҙерләүселәр фекеренсә, ябай ғына итеп әйткәндә, ҡыйбатлы заемдары менән даны сыҡҡан МФО-ларҙың ҡалмауына, ундай тәғәйенләнештәге офистарҙы банктар ғына аса алыуына өлгәшергә кәрәк. Депутаттарҙың маҡсаты, әлбиттә, изге – үҙ мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаламауы арҡаһында муйындан бурысҡа батып, ауыр хәлгә дусар булыусы бер ҡатлы кешеләрҙе ҡурсалау.
Асыҡтан-асыҡ әйткәндә, микрокредит – үҙенә күрә бер наркотик ул. Кешеләр, айырыуса аҙ килем алыусылар, аҡса һорап банктарға бер нисә тапҡыр барып ҡарай ҙа ошондай ойошмаларға мөрәжәғәт итә. Тәүҙә уны-быны уйламайҙар, аҙаҡ иһә һуң була. Мәҫәлән, ярты йылға алынған 50 мең һумды икеләтә арттырып ҡайтарырға кәрәк, ти. Бурыс упҡынынан ҡотолам тип, ҡайһы берәүҙәр булған мөлкәтен һатырға ҡарар итә, кредитын оҙаҡ түләй алмаған хәлдә хатта өйһөҙ ҡалыуҙары ла ихтимал. Ниндәйҙер 50 мең һум арҡаһында...
Белгестәр иҫәпләүенсә, әлеге ваҡытта илебеҙҙә микрофинанс ойошмалары һаны ике меңдән ашҡан. Быны иҡтисади көрсөк арҡаһында яңы банктар асылмауына, элеккеләренең бер-бер артлы лицензия­һынан мәхрүм ителеп тороуына бәй­ләйҙәр. МФО-ларға ҡарата дәүләт тарафынан ҡуйылған талаптар бөгөн бик юғары түгел, уларҙы ойоштороуы ла еңелерәк – теләһә ҡайһы кеше, юридик берәмек булдырып, бындай эшмәкәрлеккә тотона ала. Өҫтәүенә яңы банкты теркәү өсөн кәмендә 300 миллион һумлыҡ устав капиталы кәрәк икән, микрофинанс ойошмаһына 70 миллион һум да етә.
Яңы закон проекты тирәләй төрлө фекерҙәр ишетелә. Берәүҙәр микрофинанс ойошмалары араһында сәләмәт көнәркәшлек булырға тейешлеген бил­дәләй. Улар күбәйгән һайын процент ставкалары түбәнәйәсәк, йәнәһе. Икен­селәр иһә, МФО-ла эшләүселәрҙең барыһын да мутлашыусы тип һанап, бындай офис­тарҙы тотошлай бөтөрөргә тәҡдим итә. Өсөнсөләр әйтеүенсә, МФО-ларға ҡарата талаптарҙың көсәйтелеүе арҡаһында был тармаҡтың “күләгә”гә китеүе ихтимал. “Әгәр кредитты милекте аманат итеү шарты менән бирә башлаһалар, хәл тағы ла ҡатмарлашасаҡ, – ти улар. – Халыҡ бит ҡапыл аҡса кәрәк­кәндә ахырын уйлап тормай, машина­һынан да, өйөнән дә, еренән дә ҡолаҡ ҡаҡҡандар ишәйәсәге көн кеүек асыҡ. Ул саҡта бер ҡайҙа ла теркәлмәгән конторанан алданып ҡалған граждандарҙы дәүләт нисек яҡлаһын?”
Эксперттарҙың күпселеге фекеренсә, микрозаемдар менән фәҡәт профессионалдар шөғөлләнергә тейеш. Шуға ла “эш хаҡына тиклем” аҡса биреп тороусы үҙәктәрҙе банкка әйләндерергә йәки ҙур кредит ойошмаһының бүлендек йәмғиәт­тәре рәүешендә үҙгәртеп ҡорорға тәҡдим итәләр. “Бәлки, ялыуҙар шул тиклем күп булғас, МФО-лар тармағын көйләп ма­ташмаҫҡа, ә бөтөнләй юҡҡа сығарырға ла ҡотолорға кәрәктер?” – тип уйлаусылар ҙа бар, тигәйнек. Әммә Рәсәй банкы етәкселәре ундай аҙымға ҡаршы. “Беҙҙең ниәт микрокредиттар менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙы ябыу түгел, ә уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле тыуған киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү. Халыҡҡа күрһә­телгән хеҙмәттәр сифатлы булырға тейеш, – ти улар. – Банк офистары йылдан-йыл кәмегән ҡайһы бер алыҫ төбәктәрҙә МФО-лар финанс хеҙмәттәре менән тәьмин итеүсе төп үҙәк булып ҡала. Кредит тарихына эйә түгеллеге арҡаһында банктан аҡса юллай алмағандар өсөн уларҙың айырыуса уңайлы икәнлеген дә иҫтә тотоу мөһим”.
Уңайлылыр ҙа ул... Тик ставкалары һуң! Көнөнә 2-3 процент әллә ни ҙур булып күренмәһә лә, йәмғеһен һанап сығарғанда, йылына 795 процентҡа етә! Унан артығын Үҙәк банк рөхсәт итмәй икән. Юғиһә... Хәйер, микрокредиттарҙы бер кемгә лә көсләп бирмәйҙәр, проблема бурысҡа алыусыларҙың ҡайһы берҙәре­нең финанс йәһәтенән белеме самалы булыуында ғына. Банкротлыҡҡа иҫәп тотҡан хәлдә лә ундай процедура өсөн кәм тигәндә 70 мең һум түләргә тура киләсәген онотмаҫҡа кәрәк.
МФО-лар Рәсәйҙә уйлап табылмаған, әлбиттә. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, уларҙың Америкала фәҡирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында барлыҡҡа килгәнен күрәбеҙ. Ул саҡта Ҡушма Штаттарға рөхсәтһеҙ күсенгән Мексика граждандары ҡыҫҡа ваҡытҡа бәләкәй кредит алыу мөмкин­леген бик йыш файҙаланған, был уларға сит илдә нығынып йәшәп китергә ярҙам иткән. Шуныһына иғтибар йүнәлтәйек: микрофинанс ойошмаларындағы процент ставкалары банктағыға ҡарағанда түбә­нерәк булған. Беҙҙә иһә был эшмәкәрлек юғары килем тәьмин итеүсе бизнес төрөнә әйләнде...


Автор: Даян МӘЖИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә