Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Башҡорт атылай талымһыҙ Урал
Башҡорт атылай талымһыҙ Урал Төркиҙәрҙә ат культы бик борондан йәшәп килә. Ат уларҙа, хужалыҡ ярҙамсыһы булыуҙан тыш, яуҙаш, серҙәш, дуҫ булараҡ баһалана. Халҡыбыҙҙың күп кенә әйтем-мәҡәлдәрендә ат образы ир-егеттең айырылмаҫ дуҫы, яҡын ярҙамсыһы булараҡ әйтелгән. Йылҡы малы борон-борондан башҡорт халҡының күсмә тормошонда мөһим урын тотҡан.
Башҡорт тоҡомло аттар оҙаҡ йылдар буйы формалашҡан. Улар аҙыҡ һайламай, иң сыҙамлы тоҡомдан һанала. Шулай уҡ талымһыҙ, һыбай йөрөүгә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккән хәлдә лә юғары эш һәләтлегенә эйә. Йыл әйләнәһенә ҡырҙа тибендә йөрөгән башҡорт тоҡомло ат­тарҙың файҙаһы һанап бөткөһөҙ: шифалы ҡымыҙы, егәрле эш аты булыуы менән дә дан тота улар. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн күп ауылдарҙа башҡорт тоҡомло аттарҙы ҡайтанан үрсетеү буйынса эш алып барыла, фер­мер­ҙар ғына түгел, шәхси ихата­ларҙа йылҡы малы күпләп тотола. Шундай йүнселдәрҙең береһе Урал Игебаев Баймаҡ райо­нының Күсей ауылында йәшәй.
Бәләкәйҙән Урал ат ялына йәбешеп, уның өҫтөндә һыбай йөрөп үҫә. Бигерәк тә ҡолон­саҡтарҙы иркәләргә ярата ул. Шуға күрә ололар шуҡ, ат йәнле малайға баш бирмәҫ тайҙарға эйәр һалыуҙы ла ышанып тапшыра. Район һабантуйҙарында Урал Игебаев алдынғылыҡты бирмәй, йыл һайын призлы урын яулай. Йылҡыға ҡарата сикһеҙ һөйөүе егетте тыуған ауылынан ситкә ебәрмәй, тәүҙә ауыл малын көтә, артабан йылҡысылыҡҡа ныҡлап тотона. Был төбәк малсылыҡты үҫтереү өсөн бигерәк ҡулай, шунлыҡтан ауыл халҡы күпләп мал аҫрай, йылҡы көтә. Ауылда иген сәскән бер фермер булмаһа ла, көтөү­лектәрҙең һәм бесәнлектәрҙең иркен булыуы халыҡҡа мал­сылыҡ менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Йылҡылар йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөй, әммә һуңғы йылдарҙа тайыш­табандарҙың күбәйеүе һәм “ике аяҡлы” бүреләрҙең ҡыуып алып китеүҙәре ат хужаларын уяу булырға саҡыра.
Атҡа ғашиҡ егет Урал Игебаев район һабантуйында джигитовкала төрлө трюктар яһаған, Ҡырғыҙстанда II Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында Башҡортостандан барған команда составында ҡатнашҡан, Баймаҡ районында ылаҡ уйынында ла сығыш яһаған. Ҡасандыр бала саҡ хыялындағы толпарын эйәрләп менгән Урал Ғиниәт улы менән аттар хаҡында сәғәттәр буйына һөйләшеп ултырырға мөмкин.
— Ат — бик аҡыллы мал, ул уй-кисерештәреңде аңлай һәм күреп тора, шуға күрә улар менән ипле эш итергә, яҡшы мөғәмә­ләлә булырға кәрәк. Атҡа менер-менмәҫ аяғың менән типһәң, ултырыр-ултырмаҫ сыбыртҡы шартлатһаң, ниндәй ат һине тыңлаһын инде? – ти Урал. – Мин улар менән һөйләшәм, хәлдәрен һорашам, муйындарынан иркәләп алам. Аҙаҡ ҡына уларҙы алып сығам. Һәр тере йәнгә йылы һүҙ кәрәклеген бер ҡасан да оноторға ярамай.
Яҙҙан алып көҙгә тиклем минең геройым ат өҫтөнән төшмәй: йылҡылары янына ауыл халҡының аттарын ҡушып, улар­ҙы көтә. Әйткәндәй, өйөр йыл­ҡыһы көтөүгә ҡушырға теләгән кешенең йылҡыларын йыш ҡына ҡабул итмәй. Бына ҡайҙа күренә ул ат тоғролоғо, уларҙың шул тиклем ышаныслы булыуы.
Үткән йыл Урал Игебаев өсөн бик уңышлы була. Ул республика ҡымыҙ етештереү оҫталарының ун беренсе тапҡыр ойошторолған конкурсында көтөүселәр ярышында беренселекте яулай. Баймаҡ һәм Әбйәлил район һабантуйҙарында уның аты финишҡа беренсе булып килә, районда үткән “Башҡорт аты” этнофестивалендә ҡатнашып, ат биатлонында йәнә беренселекте яулай. Һәм Ҡырғыҙстанға сәфәр­ ат йәнле Уралда онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра.
Уның менән ат һарайы янына барғанда, геройымдың һәр дуҫы хаҡында шул тиклем ихласлыҡ менән һөйләүенә иғтибар иттем. Ат хаҡында һүҙ сыҡһа, уның күҙҙәре янып, йөҙө нурланып китә. Һәр ҡолондоң ҡасан тыуыуын, әле уның нимәгә һәләтле, сабышҡамы, егеүгәме икәнлеген төҫмөрләп, уны үҙенсә айырып ҡуйыуына тиклем ләззәтләнеп бәйән итә ул. Яратҡан атына атланғанында күҙҙәре бер аҙ ҡыҫыла төшөп, ирендәре дерелдәгәндәй тойолдо. Иң яҡын кешеһенә ҡағылғандай, нимәлер шыбырлап ҡолағына әйтте, муйынынан һөйҙө, сит кешене күреп, күҙҙәре алан-ялан ҡаранған ат шунда уҡ тынысланды, хужаһының әйткәндәренә буйһондо. Мин тиҙ арала бер нисә кадрҙы фотоға төшөрөп тә өлгөрҙөм, артабан башҡа аттар менән танышыуҙы дауам иттек.
— Киләсәктә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә уй бар. Быйыл ҡышты имен-һау сығып, яҙғылыҡҡа бер нисә йылҡыны бәйләргә тип торабыҙ. Ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалғанда, отошло булыр ине, — ти геройым.
Урал Игебаевтың ылаҡ уйындарына ҡарата үҙ фекере бар: әгәр ҙә ҡырғыҙҙарҙа был уйын бала саҡтан уйналһа, беҙҙә әле генә танылыу өҫтөндә. Шуға күрә ауылда ат яратҡан, һыбай са­бырға йөрьәт иткән малайҙарҙы туплап, уларға уйын хаҡында аңлатып, тәүҙә кәзә урынына икенсе ябайыраҡ әйберҙе ҡул­ланып, уйнатыуҙы башларға кәрәк. Был уйында иң мөһиме — көс, таһыллыҡ һәм сослоҡ талап ителә. Артабан һәр ауыл командаһы зонала, районда көс һынашырға мөмкин. Киләсәктә был юҫыҡта ла эш башларға уйлай Урал Ғиниәт улы. Әйткәндәй, уның дуҫы Ғәлим Яуынбаев — күрше Әбйәлил районы егете — һәр саҡ Урал менән бергә ярыш­тарҙа ҡатнаша. Ат йәнле егеттәр ауылдан бер нисә кешене туплап, үҙҙәренсә команда әҙерләп тә ҡуйған. Кем белә, бәлки, быйылғы район һабантуйында Күсей ауылы командаһы ылаҡ уйынында беренселеккә сыҡмаҫ тимә!
Ҡырғыҙстандың Чолпан-Ата ҡалаһында үткән күсмә уйындар­ҙан дәртләнеп һәм сәмләнеп ҡайтҡан Урал Игебаев әле Интернет селтәренән ылаҡ уйындары хаҡында яңынан-яңы мәғлүмәттәр туплай, район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡовтың башланғысы менән ылаҡ уйындары өсөн һатып алынған аттарҙы барып күреп, үҙенең кәүҙәһенә тап килгән берәүһен билдәләп ҡуйырға ла өлгөргән. Тап Урал Игебаев кеүек ат йәнле егеттәребеҙ барында, киләсәктә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу, уларҙы үрсетеү, ат спортын үҫтереү, ҡымыҙсылыҡ йүнәлешен арттырыу, бәләкәйҙән малайҙарҙы йәнә ат ялына йәбешеп үҫтергәндә, ылаҡ уйыны ла, ат сабыштары ла башҡорт ир-егеттәре өсөн ят тойолмаҫ, еңеүҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә