Рәсәйҙең хеҙмәт баҙары йәнләнә башланы. 2014 – 2015 йылдарҙың иҡтисади көрсөгөнән һуң буш эш урындары һаны 20 процентҡа артты. Был осраҡта ошо вакансияларҙың 64 проценты илдең 16 төбәгендә тупланыуы ла билдәле. Шулар араһында Башҡортостан 12-се урынды биләй.Хеҙмәткәр яллағанда эш биреүсе иң тәүҙә кандидаттың шәхси сифаттарына, уның үҙ һөнәре буйынса күпме тәжрибәһе булыуына иғтибар итә һәм күпме хеҙмәт хаҡына риза буласағын белешә. Бөгөнгө иҡтисадтың үҙенсәлектәре һәм 90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән демографик “соҡор” компанияларҙы шулай уҡ йәш айырмаһын иҫәпкә алырға ла мәжбүр итә, йәғни ҡайҙалыр йәш хеҙмәткәр ҙә эшләй ала, ә ҡайһылыр урындарға тәжрибәле белгестәр генә кәрәк. Был айырыуса Мәскәүҙә күҙгә ташлана: һуңғы ике йылда эш тәжрибәһе кәмендә өс-алты йыл булған белгестәргә ихтыяж алты процентҡа үҫте. Уралда йәше 45-тән олораҡ кандидаттар өсөн вакансиялар дүрт процентҡа артты. Ләкин йәштәрҙе күҙ алдында тотҡан вакансиялар ҙа байтаҡ. Уралда, мәҫәлән, улар өлкән йәштәгеләргә ҡарағанда күберәк.
Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауына ҡарағанда, Рәсәйҙә 2017 – 2019 йылдарҙа халыҡтың эшкә яраҡлы өлөшө 3,6 миллион кешегә кәмейәсәк. Шуға күрә күп кенә компаниялар әленән үк эш тәжрибәһе булмаған йәштәрҙе ҡабул итергә һәм демографик көрсөк менән йөҙгә-йөҙ осрашҡансы уҡ уларҙан тәжрибәле белгестәр үҫтереп өлгөрөргә ашыға. Өфө менән тотош Башҡортостанға ла хас был үҙенсәлек: йәш белгестәргә мохтажлыҡ ҙурыраҡ, эксперттарға – аҙыраҡ. Әйткәндәй, ҡала бәләкәйерәк булған һайын тәжрибәһеҙ хеҙмәткәрҙәр юғарыраҡ баһалана. Улар араһынан ҙур һорау менән файҙаланған вакансиялар – кесе белгестәр һәм офистан тыш персонал.
Рәсәйҙә һәм уның барлыҡ төбәктәрендә күптән инде иң ҙур ихтыяж яулаған белгестәр – сауҙа менеджерҙары. Икенсе урынды информацион технологиялар буйынса белгестәр биләй. Өсөнсө урында – йәш белгестәр. Уралда, ошо әйтелгәндәрҙән тыш, банкирҙар һәм “Етештереү өлкәһе” тип билдәләнгән вакансияларға ла белгестәр күп кенә талап ителә.
“HeadHunter” интернет-рекрутмент компанияһы үткәргән тикшеренеү күрһәтеүенсә, Башҡортостанда эш биреүселәрҙән тәҡдимдәр, дөйөм алғанда, былтыр 2015 йыл менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа артҡан. Ҡайһы бер тармаҡтарҙа хеҙмәткәрҙәргә мохтажлыҡ ныҡ ҡына кәмегән: дәүләт хеҙмәтендә – 19 процентҡа, сеймал сығарыуҙа – 17, йорт өсөн персонал яллауҙа – 15, хәүефһеҙлектә – 10 процентҡа. Шулай уҡ юристар, страховкалаусылар, сәнғәт һәм күңел асыу, киң мәғлүмәт саралары өсөн эш урындары ла кәмегән.
Төрлө тармаҡтар буйынса консультанттар һаны – 31 процентҡа, логистика буйынса белгестәр 24 процентҡа артҡан. Автомобиль һатыу менән шөғөлләнеүселәр ҙә 2015 йылда ныҡ ҡына кәмегәйне, былтыр ошо эшҡыуарлыҡта көрсөккә тиклем булған кимәлгә ҡайтыу төҫмөрләнә башлаған: вакансиялар һаны, 2014 йыл менән сағыштырғанда, 39 процентҡа күбәйгән.
Беҙҙең республиканың хеҙмәт баҙары уҙған йыл ил буйынса уртаса кимәл менән сағыштырғанда, һүлпәнерәк үҫте. Былтыр фәндә һәм мәғарифта ғына кадрҙарға мохтажлыҡ һиҙелерлек булды.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда эш эҙләүселәр араһындағы конкуренция бер аҙ кәмене. Шулай ҙа Башҡортостанда ул ярайһы уҡ көсөргәнешле булыуын дауам итә – былтыр бер вакансияға 8,2 резюме тура килгән.
– Ләкин, эш биреүселәр фекеренсә, һәйбәт белгес табыу элеккесә ҡыйын, – ти “HeadHunter” компанияһының Башҡортостандағы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибаҙуллина. – Компаниялар хәҙер ҙур эш хаҡы менән ылыҡтырырға ынтылмай, ә кандидаттар хеҙмәт урынын алмаштырырға ҡабаланмай.
Рәсәйҙең барлыҡ ҡалаларында ла иң ҙур конкуренция дәүләт хеҙмәтендә, бухгалтерияла, сеймал сығарыу өлкәһендәге йәш белгестәр араһында күҙәтелде. Башҡортостандағы иң ҙур конкуренция – дәүләт хеҙмәтендә (бер урынға 10,3 резюме), башланғыс карьера (9,5 резюме), сеймал сығарыу (9,4 резюме).
Яҡшыраҡ эш һәм уңайлы тормош-көнкүреш шарттары эҙләп сит төбәктәргә юлланыу – хәҙерге иҡтисадта йыш осраған күренеш. Башҡортостан халҡына ла хас был сифат. Был бигерәк тә Октябрьскийға ҡағыла – ҡалалағы эшкә яраҡлы халыҡтың 40 проценты йәшәгән урынын алмаштырырға әҙер. Салауат ҡалаһы унан саҡ ҡына ҡалыша: бында халыҡтың 38 проценты күсеп китергә риза. Өсөнсө урынды Стәрлетамаҡ биләй (37 процент). Күрәһең, был ҡалаларҙың халҡы уңайлыраҡ эш шарттары тураһында хыяллана һәм уларҙы башҡа төбәктәрҙә табырға өмөт итә. Нигеҙҙә, сеймал сығарыуҙа, сауҙала, төҙөлөштә, ҡунаҡханаларҙа эшләүселәр ситкә күсергә теләй.
Күсеп китеү йәһәтенән Рәсәйҙең һәр төбәге өсөн иң абруйлы ҡала – Мәскәү. Унан ҡала Санкт-Петербург, Сочи, Екатеринбург һәм Төмән килә.
Һәр төбәктә лә ҙур ҡалаларға ошондағы райондарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәгәндәр ынтыла (мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан – Өфөгә һ.б.). Шулай уҡ күрше төбәктең үҙәгенә күсергә теләүселәр ҙә йыш осрай. Әйткәндәй, Мәскәү һәм Санкт-Петербургта Башҡортостан ҡалалары был мегаполистарҙан күсеп килеү өсөн абруй иҫәпләнә, сөнки беҙҙең республика – ялланып эшләү өсөн дә, үҙ бизнесыңды асыу өсөн дә күп мөмкинлектәр бирергә һәләтле тиҙ үҫә барыусы төбәк.
2015 – 2016 йылдарҙа күпселек компаниялар эш хаҡы кимәлен һаҡлап ҡалыу өсөн хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартырға мәжбүр булды. Быйыл иһә, эксперттар күҙаллауынса, персонал өсөн сығымдарҙы кәметеүгә ынтылыш улай ҙур булмаясаҡ. Һорау алыу шуны күрһәтә: 2017 йылда компанияларҙың 12-14 проценты сығымдарҙы эшләүселәр һанын ҡыҫҡартыу иҫәбенә аҙайтырға йыйынмай. Был күрһәткес “көрсөк осоро” менән сағыштырғанда түбәнерәк һәм компанияларҙың киләсәккә өмөт менән ҡарауын раҫлай. Әлбиттә, ҡыҫҡартыуҙар бөтөнләй юҡҡа сыҡмаясаҡ, ләкин артабан улар, нигеҙҙә, эшҡыуарлыҡты йоғонтолораҡ итеү маҡсатында ғына барасаҡ, йәғни хеҙмәт бурысын тейешенсә башҡара алмаусыларҙан ҡотоласаҡтар. Элегерәк быға бик йыш күҙ йомалар ине, ләкин заман етәкселәрҙе лә өйрәтә. Респонденттарҙың яртыһы самаһы киләһе йылда (һүҙ ул мәлдә 2017 йыл тураһында барған) хеҙмәткә түләү фондының артасағын билдәләгән. Эш хаҡы иҫ китерлек юғары күтәрелмәйәсәк, әммә иҡтисад инфляцияның бер өлөшөн ҡапларға булһа ла әҙер, ә был – үҙе үк алға китеш.
Һәр икенсе компания быйылғы йылды ыңғай баһалай, ләкин эш эҙләүселәр өсөн бар нәмә лә йәйғор булып балҡымай. Ҡыҫҡартыуҙар арҡаһында күп кенә тармаҡтарҙа хәл үҙгәрҙе. Бөгөн ойошма етәкселәре аҡсаны бушҡа тотонорға ҡурҡа, уларға үлсәп булырлыҡ тәғәйен һөҙөмтә кәрәк. Буласаҡ кадрҙың һөнәри сифаттарын тоҫмаллап ҡарарға, эшкә тап ошо компанияла өйрәтергә ынтылыу шуның менән аңлатыла ла инде. Предприятиеларҙа был ынтылыш көсәйә бара, ә был инде коллектив ағзаларынан вазифаһын тәрәнерәк өйрәнеүҙе, үҙ өҫтөндә даими эшләүҙе талап итә. Етәкселәрҙең һәйбәт кадрҙарға мохтажлыҡ кисереүенә ҡарамаҫтан, эш эҙләүселәр үҙ шарттарын таға алмай. Ә бит өс йыл самаһы элегерәк шулай ине. Ике яҡ та хәҙер эшкә ҡабул итеүгә һәм урынлашыуға эшҡыуарлыҡ ҡанундары күҙлегенән ҡарарға мәжбүр.
“Былтырғы ноябрь-декабрҙә беҙҙең һорауҙарға яуап биргән компанияларҙың 40 проценты уларҙа хеҙмәткәрҙәр һанының ҡыҫҡартылыуы тураһында әйтте, – ти “HeadHunter” белгестәре. – Ә сирек өлөшө окладтар һәм премияларҙың кәмеүен билдәләне”.
Ләкин, эш хаҡының кәмеүе менән ризаһыҙлыҡ белдерһәләр ҙә, хеҙмәткәрҙәр ойошманан китергә һәм яңы урын эҙләргә ҡабаланмай. Ҡыҫҡартыуҙар менән бергә хеҙмәт баҙарында конкуренция ла көсәйә: сит компанияға эшкә урынлашыу бындағы ҡыҫҡартыуҙар исемлегенә беренсе булып эләгеү ихтималлығы ла тыуҙыра бит.
Эш эҙләүҙәге көсөргәнешлек төрлө төбәктәрҙә төрлөсә. Хеҙмәт баҙары буйынса белгестәр раҫлауынса, Алыҫ Көнсығыш, Урал федераль округтарында, Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә йәшәүселәр был проблеманың хәл ителешенә өмөтлө ҡарай, ә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә, Себер һәм Волга буйы федераль округтарында эш эҙләүселәр киреһенсә – төшөнкө кәйефтә. Был хәл эш хаҡы күләменә талаптарҙы ла йомшарта. Бигерәк тә тәжрибәһе аҙ булған белгестәр һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға барырға теләүселәр хеҙмәт хаҡын аҙыраҡ һорарға мәжбүр. Ә сауҙа менеджерҙары аҡсаһы элекке урындан ҙурыраҡ булған урынды эҙләй.