…Яңы йыл етеүгә бер сәғәт ваҡыт самаһы ҡалғайны. Шул ваҡытта Фәрғәт Фәйзуллиндың кеҫә телефоны шылтыраны. Байрам менән тәбрик итәләр, тип ашҡынды ул гаджетына. Тик бәйләнештең теге осонда: “Фәрғәт Альбертович, яңы партия себештәрегеҙ ҡасан сыға, беҙҙе лә онотмайһығыҙҙыр?” – тигән һорауҙар яңғыраны. Шулай, эшҡыуарҙың ялы ла, байрамы ла юҡ, тиҙәр бит.Өс мең себеш... 800 саҡрым юл...Йүнселлектең ваҡ ҡына бер күренешен дә төбө-тамыры менән йолҡоп ташларға ашҡынған совет сәйәсәте эҙемтәһен үткән быуаттың 90-сы йылдарында үҙ елкәбеҙҙә татыныҡ. Яңғыҙ тиерлек ҡалған халыҡ нисек булһа ла мал табырға тырышты. Билдәле, күптәр сауҙаға тотоноп китте, шәхси ихатаһында ниндәйҙер йүнәлештәге эш булдырырға теләүселәр ҙә табылды. Әммә 70 йыллыҡ ваҡыт арауығы кешене бындай күренештән ситләтеп өлгөргәйне шул. Ауырлыҡтарҙы һәр береһе лә күтәрә алманы. Хәйер, бизнес ҡарурманына бөгөн килеп инеүселәрҙең һәр ҡайһыһы уны йырып сыға тигәнде лә аңлатмай был. Шулай ҙа кинәнеп маҡтарлыҡ, өлгө итеп күрһәтерлек шәхестәр бар арабыҙҙа.
…Стәрлетамаҡ ҡалаһына терәлеп тиерлек урынлашҡан Мариинский ауылында йәшәгәндәр заманында урындағы гөрләп торған колхозда эшләгән, данлыҡлы “Ашҡаҙар” ҡошсолоҡ фабрикаһында тауыҡ үрсеткән. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында хужалыҡ бөлә. Кемеһе – слесарь, кемеһе – механизатор, кемеһелер ветеринар-санитар булып эшләгән Фәйзуллиндар ҙа башҡа ауылдаштары һымаҡ хеҙмәт урынын юғалта. Әлбиттә, ҡала яҡын булғас, унда ла берәй эш табырға мөмкин, әммә улар башҡа юлды һайлай – себеш үрсетеп һатыуға тотоноп китә. Нисек кенә булмаһын, был шөғөлдө фабрикала өйрәнгәндәр бит. Был хаҡта улар үҙҙәре лә бер ауыҙҙан:
– Белгән эшеңә тотоноуы отошлораҡ, – ти.
Йүнселлеккә ныҡлап башта Сәкинә апай менән Альберт ағайҙың улдары Фәрғәт менән Рәсимә килендәре тотона. Ғаилә тәүҙә күпләп һыйыр малы, сусҡа аҫрай. Башмаҡтар тиҫтә ярымға етһә, “ҡаты морондарҙы” 80 баш итеп үрсетәләр. Аҙаҡ ҡошсолоҡҡа тотоноп китәләр. Был тармаҡтың уңышлы икәнен күргәс, Фәрғәттең һеңлеһе һәм кейәүе Альбина менән Алик Кәримовтар ҙа ошо эшкә егелә. Сәкинә апай менән Альберт ағай балаларына ярҙамға килә, хужалыҡта ҡулдарынан килгәнсә булыша.
Ниндәйҙер бизнес өсөн башланғыс капитал кәрәклеген был өлкәлә тир түкмәүселәр ҙә яҡшы белә. Тәүге партия себештәрҙе ҡайтарырға аҡсаны булған башмаҡ-сусҡаларын һатып туплайҙар һәм… Фәрғәт Сыуашстанға йүнәлә. “Жигули”йына өс мең себеш тейәп ҡайтҡас, уны баҙарға сығарып һаталар, унан тағы, тағы… Тик “сип-сип” тип йүгереп йөрөгән был ҡошсоҡтар гел генә һатып алыусы ҡулына китеп тормай – бер нисә партияһын уңған хужалар үҙҙәре үрсетә. Араларында бройлерҙар ҙа, күп йомортҡа һалыусы тауыҡтар ҙа була. Үрсетеп һатҡандары, тәбиғи – ҡыйбатыраҡ, тимәк, табышы ла башҡаса.
Ҡоролмамы, әллә хаҡы түбән ҡара тимерме?Бер аҙ аҡса төйнәгәс, ғаилә бизнесын киңәйтеү маҡсатында инкубатор һатып алырға уйлайҙар. Маҡсатына ярашлы ғаилә башлығы йәнә юлға сыға – Һамар өлкәһенән бөлгән ҡошсолоҡ фабрикаһының ҡоролмаларын һатып ала. Махсус ситлектәр генә түгел, инкубаторҙарҙан да ғибәрәт була алып ҡайтҡан әйберҙәр. Әммә бының менән генә ҡәнәғәтләнмәй үҫешергә ынтылған Фәйзуллиндар: шулай уҡ ябылыу хәлендә ҡалған элекке эш урындарынан да ҡоролма алалар. Уларҙы ҙур һәм заманса итеп һалынған, махсус рәүештә газ менән йылытылған һарайҙарында урынлаштыралар. Ошондай уҡ рәшәткәле ояларҙы Кәримовтар ҙа ҡороп ебәрә. Ике (дөрөҫөрәге, өс) ғаилә бынамын итеп яңы кимәлгә аяҡ баҫа. Теләк кенә булһын, эш барыһына ла етерлек ул!
– Инкубатор-рәшәткә ояларҙы ҡара тимер (металлолом) хаҡына һатып алыуыбыҙ, бер яҡтан, отошло булһа, икенсе яҡтан, ошондай яҡшы ҡоролмалар, беҙ алмаған хәлдә, юҡҡа сығыуы ихтимал ине. Ниндәй ҙур сәнәғәт берәмектәре емерелә: бынамын тигән йылытмалар, биналар ҡутарылып һатыла, – тип әсенә Фәрғәт Альберт улы.
Хәйер, бер тимер ҡоролмалар ғынамы һуң… Әйткәс әйтәйек инде, йүнсел баҫтырырға тигән йомортҡаларҙы ла Европанан һатып ала. Баҡтиһәң, Рәсәйҙәге төбәктәрҙән ҡайтартам тип, бер нисә тапҡыр ауыҙы бешкән икән.
– Йә көнө килеп еткәс, йомортҡа юҡ, тип йонсоталар, йә тауар эшкинмәй, – тип хужа йәнә уфтана.
Уның ҡарауы, илдә эшен башлап ебәреүселәргә дәүләт ярҙамы бар. Мәҫәлән, йүнселдәр шәхси ихата булараҡ эш алып барған дәүерҙә банктан алған махсус кредиттарына субсидия юллаған. Тик шуныһы: хәҙер улар ауыл хужалығы өлкәһендә мәшғүл булһалар ҙа, крәҫтиән-фермер хужалығы булып теркәлмәгәс (шәхси эшҡыуарлыҡ асҡандар), ауыл йүнселдәренә ҡанат ҡуйған күп кенә программаларҙа ҡатнаша алмай. Ғөмүмән, бюрократия-ҡағыҙ өлкәһендәге сираттағы мәғәнәһеҙлек.
Әтәс бит йомортҡа һалмай…Нисек кенә булмаһын, Фәйзуллиндар һәм Кәримовтар – бөгөн районда уңышлы эшләп килгән йүнселдәр. Альбина менән Аликтар, мәҫәлән, ит һәм йомортҡа һатып табыш ала. Тәүлегенә 6 мең йомортҡа һала уларҙың тауыҡтары. Табышын да, 6 меңдән ашыу тауыҡты ашатырға киткән сығымды ла күҙалларға ғына ҡала. Иң мөһиме – көн дә “тере аҡса” килеп тора бит – насармы ни? Өҫтәүенә ғаилә башлығы “ГАЗел”е менән буш арала күрше өлкәләргә пассажирҙар ташый икән. Шуға әлеге уңған ғаиләләргә сәйәхәт ҡылғанда уны ла, Салауат ҡалаһына йәрминкәгә йәй көнө үҫтерелгән тауыҡ-ҡаҙҙарын һатырға киткән тормош иптәшен дә осратып булманы. Өйҙә балалар – Анжела менән Айҙар үҙҙәре генә иҫәпһеҙ малды ҡарай ине. Өс ғаиләнең бер-береһенә терәк булыуын раҫлап, йорт мәшәҡәттәрендә ярҙамлашырға ашҡынған яғымлы олатай менән өләсәй ҙә килгән.
Рәсимә менән Фәрғәт Фәйзуллиндарға әйләнеп ҡайтҡанда, был ғаилә миҫалында бизнес өлкәһенең уңыштарын да, уңышһыҙлыҡтарын да күп барларға була. Мәҫәлән, улар йылына ҡарап 250 меңгә ҡәҙәр себеш сығарып һата. Тауар алырға республиканан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә килеүселәр күп, башлыса күмәртәләп алалар. Быйыл йомортҡа һалған тауыҡтар үҫтереү өсөн 45 мең себеш сығарғандар. Бының өсөн 60 мең йомортҡа ҡайтартҡан булғандар. Ә сыҡҡан себештәрҙең 20 меңен… юҡ итергә тура килгән, сөнки улар әтәс булып сыҡҡан. Баҡтиһәң, был тоҡом ит өсөн үҫтерергә бармай икән. Әтәс бит йомортҡа һалмай…
Әлбиттә, сығымдар бының менән генә бөтмәй. 25 мең себеште ашатыр өсөн күпме аҙыҡ кәрәк! Уңған ғаиләнең үҙҙәре сәсеп иген үҫтереү мөмкинлектәре булһа ла, уларҙы һатып алған витамин-бойҙай менән ашаталар.
– Бер йүнәлештә генә эшләйбеҙ. Ер эше менән шөғөлләнә башлаһаң, себеш баҫтырыуға, тауыҡ үҫтереүгә иғтибар кәмейәсәк, – тип аңлата быны хужалар.
Нисек кенә булмаһын, әйткәндәре хаҡтыр. Һәр хәлдә, улар себештәрҙе шәхси ихаталарында ғына баҫтырмай хәҙер, күрше ятҡан Бүреҡаҙған ауылында бер нисә бинаны һатып алып, шунда ла сығаралар. Унда биш кешегә эш урыны ла булдырылған, бер нисә берәмек техникалары ла бар.
Бизнестарын киңәйтергә маҡсат ҡуйған Фәйзуллиндар килгән табышты йорт йыһазын, автомобилдәрен яҡшыртыуға түгел, ә эште рәтләүгә тотонорға тырыша.
– Себеш бит тибендә йөрөр ат түгел, биналарҙы йылытырға-йүнәтергә кәрәк. Һәр ваҡыт ут-яҡтылыҡ талап ителә. Быйыл бер һарайҙың башын ябыр өсөн генә лә бер миллион һум аҡса китте, һаҡлағыс итеп файҙаланыласаҡ биналарҙы ла тәртипкә килтереү мотлаҡ, – тип барлай Фәрғәт Альберт улы. – Дөрөҫөн әйткәндә, әгәр килгән аҡсаңды маҡсатлы тотона белмәһәң, артабанғы үҫеш туҡталасаҡ.
Бизнесмендың һүҙҙәре – йүнселлеккә сумырға торғандарға иҫтәренән сығармаҫлыҡ кәңәштер ул. Сөнки, ысынлап та, кемдер ҡулға эләккән һәр тинен артабанғы үҫеш килтереүсе эшкә инвестициялай, бәғзеләр беренсе мул табышты алыу менән юғалып ҡала, тиҙерәк йорттарын (бик үк файҙалы булмаһа ла) йыһаз менән биҙәргә тырыша. Ошо мәлдә күптәр “аҡса әйләнеше” тигән төшөнсәне онотоп китеп хаталана ла инде. Әтәс бит, матур булһа ла, йомортҡа һалмай…
Кем ҡулына ҡала был донъя?Хеҙмәт бурысы менән бихисап эшҡыуарҙарҙың ишеген шаҡырға тура килә. Аралашҡан, эшмәкәрлеген барлаған мәлдә кемдәрҙеңдер бизнесын бер үҙе алып барғаны асыҡлана, бәғзеләр ауырлыҡты бер нисә кеше берләшеп күтәрә, эшкә әлегеләй бөтә ғаиләләре менән күмәкләп сумғандар ҙа осрай. Нисек кенә булмаһын, һуңғылары күңелгә яҡыныраҡ. Бында ғиллә эштә генә түгелдер, хеҙмәт тәрбиәһе, тир түгеп тапҡан малыңды ҡәҙерләргә өйрәнеү сағыла һымаҡ ошондай күренештәрҙә. Һәр хәлдә, Кәримовтар ғаиләһенән Анжела менән Айҙарҙың тауыҡ үрсетеүен, Фәйзуллиндарҙан Регинаның әсәһенә себештәрен ашатырға ярҙам итеүен, Тимурҙың атаһынан бер аҙым да ҡалмай булышып йөрөүен күреп ҡыуанмау мөмкин түгел. Бындай йәштәрҙең киләсәктә юғалып ҡалмауына ла шик юҡ, сөнки улар “бизнес” тигән ағай менән заман мәсьәләне ҡырҡа килтереп ҡуйғас түгел, ә бала сағынан уҡ таныш…