Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы донъя элитаһы – киләсәкте төҙөүселәр
Яңы донъя элитаһы – киләсәкте төҙөүселәр Һуңғы йылдарҙа тиҙ арала киң таралып киткән, әммә әлегә сәйер яңғыраған “креатив иҡтисад”, “креатив элита”, “креатив синыф” һүҙбәйләнештәре – өр-яңы төшөнсәләр. Уларҙың авторы – Колумбия (Нью-Йорк) университеты профессоры Ричард Флорида, креатив иҡтисад мәсьәләләре менән 1990 йылда ғына шөғөлләнә башлап, үҙенең төп хеҙмәтен – “Креатив синыф – киләсәкте төҙөүсе кешеләр” китабын 2002 йылда баҫтыра. Әҫәр күп телдәрҙә ҙур тираждар менән сығарылып, донъя бестселлерына әйләнә, айырыуса иҡтисадсылар һәм социологтар араһында популяр булып китә. Интернет барлыҡҡа килеүе популярлыҡты артабан арттыра.
“Креатив капитал” һүҙбәйләнеше лә хәҙер киң танылыу яулап килә. Уҙған 2016 йылда донъялағы иң бай өс компания иҫәбенә АҠШ-тың “Apple”, “Мicrosoft”, “Google” корпорациялары эләгеүе креатив капиталдың (белем, аҡыл капиталының) бөгөнгө ысынбарлыҡ булыуына – иң көслө дәлил.
“Креатив синыф” төшөнсәһе Колумбия университеты профессураһы араһында, “урта синыф” төшөнсәһе тирәһендә башланған ҡыҙыу бәхәстәр мөхитендә тыуа. Профессура фекеренсә, хәҙер бөтә донъяла “урта синыф” төшөнсәһенең ҡәҙере китеп, уны “урта килемле ҡатлам”, йәғни ваҡ һәм урта буржуа – ғәмәлдә ҡәҙимге алыпһатарҙар кимәленә төшөрәләр, бер юлы креатив ҡатламды ла шул түбән хәлгә төшөрөү процесы бара. Был хәлгә ҡаршы тороу өсөн ижади кешеләр юғары кимәлдәге, элиталы “креатив синыф” сифатында берләшергә, ә ҡатламдың иҡтисади нигеҙен “креатив иҡтисад” һәм “креатив капитал” тәшкил итергә тейеш буласаҡ. Креатив капитал менән донъя кимәленә сыҡҡан АҠШ корпорацияларының ҙур уңышы был фекерҙәрҙе тулыһынса раҫлай, ә эре креатив капитал бөгөн – үҙе менән етди иҫәпләшеүҙе талап иткән реаль көс.
Р. Флорида башлап ҡулланған “Креатив синыф” термины Советтар Союзында диссиденттар академик А.Д. Сахаровтың “белем кешеләре” (“люди знаний”) һәм А.А. Амальриктың “белгестәр синыфы” (“класс специалистов”) төшөнсәләренә яҡын. “Урта синыф” термины авторы сифатында бөтә донъяла танылыу яулаған Андрей Амальрик (1938 – 1980) был социаль төркөмгә “кешелектең прогрессив идеяларын үҫтереп, тормошҡа ашырыу өсөн тейешле интеллектуаль потенциалға эйә булған ижади ҡатламды” индерә һәм илгә етәкселек итеүҙе үҙ ҡулында туплаған, әммә бының өсөн тейешле ижади потенциалға эйә булмаған КПСС номенклатураһын, ул Советтар Союзын тарҡатыуға алып бара, тип тәнҡитләп сыға. “Советтар Союзы 1984 йылға тиклем йәшәрме?” әҫәрендә Амальрик үҙ прогнозында бер йылға ғына яңылыша – илде тарҡатыу КПСС-тың 1985 йылғы апрель пленумынан баш ала.
Күренекле физик, академик Андрей Сахаров Советтар Союзында етәкселектәге партия, совет һәм хужалыҡ номенкла­тураһына алмашҡа “белем кешеләре” килергә тейеш, тип ныҡышып, диссиденттар исемлегенә эләгә һәм, Мәскәүҙән ҡыуып сығарылып, Горький өлкәһенә, Арзамас-16 ябыҡ ядро тикшеренеү үҙәгенә оҙатыла.
Публицист Михаил Восленский (1920 – 1997) киң билдәле “Номенклатура” китабында (1970 – СССР, “Самиздат”; 1980 – Австрия; 1984 – АҠШ) номенклатура ҡатламының, айырым бер кастаға әйләнеп, илде тарҡалыуға алып барыуын, үҙенең хакимлығы ҡаҡшай төшкәс, “ижад кешеләренә” – иң тәүҙә етештереү һәм идара өлкәләрендә ҡаршы тора башлаясағын иҫбатлай. Һуңғы әҫәрҙә­рендә М. Восленский совет номен­клатураһының, үҙ араһынан үҫеп сыҡҡан яңы буржуа ҡатламына таянып, үҙенсә “номенклатура капитализмы” ҡорасағын, был эште капитал туплауҙы илдең тәбиғи ресурстарын үҙләштереүҙән башлаясағын, заманса иҡтисад фекеренең иң мөһим принциптары менән дә, граждандарҙың иҡтисади һәм социаль хоҡуҡтары менән дә иҫәпләшмәйәсәген фаразлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Восленский, Сахаров, Амальрик кеүек һиҙгер шәхестәрҙең фараздары дөрөҫкә сыҡты: Рәсәй Карл Маркстың “Капитал” хеҙмәтендә ентекләп тасуирланған, цивилизациялы Европа илдәре ике быуат самаһы элек үк үтеп киткән “ҡырағай капитализм” шарттарына төштө, ә Көнбайыш илдәре ул арала үҫешкән социаль йәмғиәттәр төҙөүгә өлгәште.
Рәсәй номенклатура капитализмы – донъя практикаһында булмаған күренеш һәм фән, белгестәр уны әле саҡ өйрәнә башланы. Әммә шуныһы асыҡланды: номенклатура үҙе ижади эшкә бөтөнләй һәләтһеҙ. Тарҡатылған иҡтисадты тергеҙеү, үҫтереү өсөн яңы, бөтөнләй икенсе тәбиғәтле кеше материалы – ижади, креатив шәхестәр кәрәк. Беҙҙә ундай креатив кеше материалы күп, әммә артабан уның менән элеккесә эшләү мөмкин түгел.
Күренекле совет яҙыусыһы, публицист Владимир Канторович үҙенең очерктарында йыш ҡына йәмәғәтселектең иғтибарын ИТР составына ҡағылышлы бер деталгә йәлеп итергә тырыша: ни сәбәпле предприятиеларҙа етештереү процесын тәьмин итеүсе инженер-техник хеҙмәткәрҙәргә уларҙың ҡул аҫтында эшләгән ябай эшселәргә ҡарағанда 2–3 тапҡыр кәмерәк эш хаҡы түләнеләр? Инженер составы уртаса 120 һумға эшләне, ә юғары квалификациялы эшселәрҙең эш хаҡы 300 һумдан кәм булманы, хатта яңы ғына училище тамамлап килгән йәш эшсегә 200 һум самаһы түләнде.
Бының сәбәбен бер төрлө генә аңлатып була: совет номенклатураһы иҡтисадта ИТР составына таяныуҙы кәрәк тип тапманы, уны статусы буйынса “социалистик йәмғиәт гегемоны” – эшселәр синыфынан түбәнерәк ҡуйҙы, был иң тәүҙә хеҙмәт хаҡы системаһында сағылыш тапты. Тәбиғи, бындай абсурд хәл оҙаҡ һаҡлана алманы, ИТР составын инҡар итеү иҡтисадты яйлап емертте.
Юғары технологиялар, фән, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғлүмәт саралары өлкәһендәге үҫеш өсөн лидер позицияларына ҙур интеллектуаль потенциалға эйә креатив синыфты сығарыу һәм үҫтереү талап ителә, сөнки нәҡ шундай алдынғы социаль көс кенә йәмғиәттең алдынғы үҫеш гарантияһы була ала. Совет номенклатураһы креатив синыф менән диалогтан баш тартты һәм эшселәр синыфы исеменән Компартия аша хакимлыҡ итте.
Был системаның киләсәге юҡ ине, һәм ул тарҡала башлағас, номенклатура эшселәр синыфынан да, Компартиянан да еңел генә баш тартып, үҙенең номенклатура капитализмын төҙөй башланы. Әммә был юлы ла диалогтан ситләште һәм үҙенең төп таянысы тип әле беҙҙә формалашып та бөтмәгән урта синыфты күрһәтә башланы, әммә уның төп сифаты тип уртаса килемде генә билдәләне, йәғни шуның менән креатив ҡатламдарҙы инҡар итеп, ситкә этәреп ҡуйҙы.
Килемдәр буйынса билдәләһәң, аҙ килемле фән әһелдәре, ИТР составы урта ҡатламға инмәй, ә бит нәҡ улар фәндә, юғары технологияларҙа яңы ХХI быуат кимәленә ынтылыш яһай ала. Рәсәйҙә креатив ҡатлам әлегә тарҡау, фәҡир хәлдә, һуңғы өс тиҫтә йылда ул үҙенең ҙур өлөшөн юғалтты. Әммә киләсәктәге үҫеште күп һанлы, яҡшы ойошҡан креатив синыфһыҙ күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел.
“Креатив синыф”, “креатив иҡтисад”, “креатив капитал” төшөнсәләрен пропагандалаған белгестәр араһында идеалистик позицияларҙа тороусылар байтаҡ, һәм, уларҙың фекеренсә, донъяла, иң тәүҙә Америка Ҡушма Штаттарында креатив капиталдың ҡеүәте хәрби ҡорал етештереүсе, нефть сығарыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән, шулай уҡ финанс корпорациялары капиталына тиңләшеүе глобаль масштабта тотороҡлоҡҡа, тыныслыҡҡа бер ҙур аҙым буласаҡ, кешелек донъяһы дөйөм гуманистик принциптарға яҡынлашасаҡ, сөнки донъя капиталы ижад кешеләренә – креатив синыф ҡулына күсә башлаясаҡ.
Идеалистик позицияларҙан йырағыраҡ торған футурологтар фекеренсә иһә, кешеләрҙең тәбиғәтенең тиҙ генә үҙгәреүенә иҫәп тотоп булмай, һәм эре креатив капитал, әгәр ул алдынғы позицияларға сыҡһа, үҙенең күп сифаттары буйынса башҡа төр сығышлы, тәбиғәтле капиталдан ныҡ айырылмаясаҡ, шундай уҡ агрессив, сикһеҙ амбициялы булып ҡаласаҡ.
Креатив капитал, уларҙың фекеренсә, хатта күпкә хәүефлерәк булып сығыуы ла ихтимал, сөнки, мәҫәлән, “Microsoft” корпорацияһы бөгөн үк глобаль мәғлүмәт селтәрҙәре ҡороу менән шөғөлләнә һәм улар күп йәһәттән хәрби системаларҙан бик аҙ айырыла, ә яҡын киләсәктә мәғлүмәт селтәрҙәре ер йөҙөндәге һәр бер кешенең һәр аҙымын күҙәтеүгә аласаҡ, һәм кешелек донъяһы был процестан бер нисек тә ситләшә алмаясаҡ. Глобаль мәғлүмәт селтәрҙәре – матрица тоталитаризмы реаль хәүеф булып ҡала, һәм уның төп потенциаль таянысы – креатив капитал һәм уға хеҙмәт итеүсе креатив синыф.
Ысынлап та, кем мәғлүмәткә хужа, шул донъяға хужа. Футурологтар был тезистың кире яҡтарына йыш күрһәтә, фантаст яҙыусылар, кинематографистар ҙа уларҙан һис ҡалышмай. Әммә “креатив синыф” терминын әйләнешкә сығарған, был ҡатламды “киләсәкте төҙөүселәр” тип нарыҡлаған профессор Р. Флорида инанып раҫлауынса, кешелек донъяһының киләсәген синыф булып формалашып килгән ижад кешеләре генә барлыҡ тулылығында һәм нескәлектәрендә күҙ алдына килтереүгә һәләтле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 534

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 430

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 480

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 518

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705