Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ә ҡытайҙар һәм һиндтар вазифа талап итте...
Ә ҡытайҙар һәм һиндтар вазифа талап итте... Уҙған йыл аҙағында “RBTH” мультимедиа проекты Рәсәй иҡтисадының 2016 йылдағы төп ваҡиғаларын билдәләне. Улар барлығы бишәү тип күҙаллана. Йыл һөҙөмтәһенең рәсми анализы, ҡағиҙә булараҡ, февралдә генә иғлан ителә, шуға күрә был исемлекте яҡынса тип ҡабул итергә кәрәк.
Рәсәй нефть сығарыуҙы кәметергә риза булды
Һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр беҙҙең ил Хөкүмәте “ҡара алтын” сығарыуҙы тәүлегенә 300 мең баррелгә саҡлы кәметергә риза булды. Был аҙым декабрь башында ОПЕК менән ошо ойошмаға ҡушылмаған нефть сығарған илдәр араһында төҙөлгән килешеүҙең бер шарты ине. Быйыл 1 ғинуарҙан көсөнә ингән был килешеү тураһында былтыр ноябрҙә Катарҙың энергетика һәм сәнәғәт министры Мөхәммәт ас-Сад ОПЕК-тың Венала үткәрелгән ултырышына идара иткәндә белдергәйне. Әлбиттә, ойошма үҙе лә етештереүҙе кәметәсәк: быйыл ул тәүлегенә 1,2 миллион баррелдән ашмаясаҡ.
Рәсәй, углеводородтар сығарыуҙа монополияға эйә булмаһа ла, был сеймал етештереүҙе аҙайтырға ҡарар итте. Илдә дәүләт контролендә булмаған бер нисә нефть сығарыу компанияһы бар. Шулай ҙа барлыҡ компаниялар ҙа килешеүҙе үтәргә вәғәҙә итте. Улар был ҡарар нефткә хаҡты арттырыр тип көтә.
Мәскәү донъяның финанс баҙарына әйләнеп ҡайтты
Илдең Финанс министрлығы 2016 йылда өс миллиард долларлыҡ облига­цияларҙы урынлаштырҙы. Уларҙың 1,75 миллиард долларлыҡ тәүге өлөшө – майҙа, икенсеһе сентябрҙә үҙ урынын тапты. Хөкүмәт облигацияларҙы сит ил инвес­торҙарына тәҡдим итте, сөнки эске ихтыяж юҡ ине.
Ике осраҡта ла заказдар портфеле ете миллиард долларҙан ашты, һатыусылар АҠШ-тан, Британиянан һәм Азия илдә­ренән булды. Рәсәй облигациялары, һәр төрлө санкцияларға ҡарамай, сит илдәрҙә элеккесә абруйлы булыуын дауам итә, тип иҫәпләй Финанс министрлығы.
Тимәк, 2013 йылдың көҙөнән алып Рәсәй халыҡ-ара капитал баҙарына әйләнеп ҡайтты. Хөкүмәт был инвес­торҙарға облигацияларҙы урынлаш­тырыуҙан алынған килемде Европа союзы һәм АҠШ санкциялары исемлегенә ингән ойошмалар һәм айырым кешеләр мәнфәғәтендә файҙаланмаҫҡа вәғәҙә итә.
Биш йылда беренсе тапҡыр дефляцияға осраныҡ
2016 йылда Рәсәй һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы дефляция (хаҡтарҙың дөйөм түбәнәйеүе, йәғни инфляцияның киреһе) булып уҙҙы. Август башында ҡулланыу хаҡтары 0,1 процентҡа кәмене. Унан алдағы дефляция 2011 йылдың сентябрендә күҙәтелгәйне. Сағыштырыу өсөн: 2015 йылда Рәсәйҙә инфляция 12,9 % тәшкил итте.
Рәсәй иҡтисадына инфляцияның баҫымы кәмеүе – һәйбәт яңылыҡ. Башҡа шарттар тиң булған осраҡта был төп маҡсатҡа – илдәге дөйөм инфляция кимәлен 2017 йылда дүрт проценттан арттырмауға – өлгәшеүҙе тиҙләтәсәк. Ундай маҡсатты илебеҙҙең Үҙәк банкы 2014 йылда уҡ билдәләгәйне, шуға өлгәшеү өсөн һумдың курсын алдан килешелгән коридор арауығында яһалма тотоп тороуҙан баш тарттылар.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: ихтыяждың кәмеүе арҡаһында күп кенә компаниялар ҡулланыусыны һәр төрлө акциялар менән йәлеп итергә тырыша. Улар кибеттәрҙәге тауарға йәки хеҙмәт­тәргә генә түгел, ә, мәҫәлән, интернеттағы төрлө юридик ойошмалар тәҡдим иткән консультацияларға, компанияларға тоғ­ролоҡ һаҡлау йәки ваҡытында тәүләп барған өсөн бүләк биреүенә лә ҡағыла. Былар барыһы ла кешеләргә аҡсаның бер өлөшөн янда ҡалдырырға, күберәк тауар һатып алырға форсат тыуҙыра.
Рәсәй Doing Business рейтингында күтәрелде
Беҙҙең ил 2016 йылда Бөтә донъя банкының Doing Business рейтингында сираттағы тапҡыр үҙ позицияларын яҡшыртты. Ноябрь һөҙөмтәһенә ҡарағанда, Рәсәй ошо рейтинг баҫҡысында 51-се урындан 40-сы урынға күтәрелгән. Был иһә илдең эшҡыуарлыҡ мөхитенең сифаты яҡшырыуын һәм милли иҡтисадтағы бюрократик кәртәләрҙең кәмеүен дәлилләй.
Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәйҙең бер йыл эсендә бизнесҡа бюрократик баҫымды кәметеүе уға ошондай реформа үткәрелгән илдәр араһында тәүге биш дәүләт иҫәбенә инеү мөмкинлеге биргән. Был йәһәттән Рәсәйҙең төп өҫтөнлөктәре – электр энергияһы алыуҙың, милекте теркәүҙең һәм килешеүҙе үтәүҙең еңеллеге.
Ил Хөкүмәте эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙе беҙҙәге йүнселлек мөхитен үлсәү өсөн универсаль күрһәткес итеп һайлаған.
Хөкүмәт “Роснефть” акцияларын сит илдәргә һатты
Ҡаҙна дефицитын кәметеү маҡсатында Рәсәй Хөкүмәте илдәге дәүләт милке булған һәм иң ҙур нефть компанияһы иҫәпләнгән “Роснефть” акцияларының 19,5 процентын һатыуға сығарҙы. Акцияларҙы Швейцарияның Glencore һәм Qatar Investment консорциумы 10 миллиард евроға һатып алды.
Был хәлде милек баҙарында ҡатнашыусылар һис тә көтмәгәйне. Эксперттар был акциялар буйынса иң мөмкин булған инвесторҙар тип Ҡытай йәки Һиндостан эшҡыуарҙарын юрай ине. Ләкин улары “Роснефть” компанияһына идара итеүҙә вазифалар талап итте. Бынан тыш, Рәсәй компанияһы үҙ акцияларын һатып алыусыға ошондай бер генә килешеү юлын тәҡдим итте. Илебеҙ Президенты Владимир Путин “Роснефть” компанияһын хосусилаштырыуҙы донъяның энергетика баҙарындағы иң ҙур килешеү тип атаны.

RBTH – халыҡ-ара мультимедиа проектына “Российская газета” нигеҙ һалған, уның мәғлүмәттәре донъяның 30 илендә 17 телдә тарала. Аудиторияһы – сама менән 10 миллион кеше. Проект Рәсәйҙең сәйәси, мәҙәни, эшлеклелек, ғилми һәм йәмәғәтселек проблемалары буйынса фекерҙәр сығанағы булып хеҙмәт итә.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә