Кемдер заманды хурлай, кемдер ҙурлай. Шарттар бер иш, әммә ниндәйҙер йүнсел уңа, ҡайһыһылыр туңа. Нилектән шундай ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуа? Сөнки кемдер заманға яраҡлаша белә, ә кемдер уны ҡыуып етергә өлгөрмәй.
Былтырғы йыл тамамланыуға Башҡортостан Республикаһы РИА-Рейтинг агентлығының “Росстат” мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлгән фәнни-техник үҫеш рейтингында Рәсәй субъекттары араһында дүрт баҫҡысҡа күтәрелеп, шул иҫәптән күрше Силәбе өлкәһен уҙып китеп, 15-се урынға сыҡты. Фәнни-техник үҫеш индексы, төбәктәрҙең кеше ресурстарын, техник базаһын, фәнни-техник эшмәкәрлектең масштабын һәм иң мөһиме – һөҙөмтәлелеген баһалаған 19 күрһәткес буйынса иҫәпләнеп, 100 баллыҡ шкала үлсәмендә күрһәтелә. Башҡортостандың индексы 50,38 балл тәшкил итә. Рейтинг лидеры, әлбиттә, барлыҡ ресурстарҙы, таланттарҙы, финанстарҙы үҙенә тартып торған Мәскәү ҡалаһы (80,06 балл), артабан Санкт-Петербург (71,46), Татарстан (65,53), Түбәнге Новгород (65,35) һәм Һамар (63,74) килә. Аутсайдерҙар – фәнни-техник үҫешкә бөтөнләй иғтибарһыҙ Чечен (10,34) һәм Ингуш (7,77) республикалары. Эксперттар һәм аналитиктар фекеренсә, лидерҙар араһында айырыуса Татарстан, Һамар һәм Түбәнге Новгород тәжрибәһе ҡиммәтле, сөнки уларҙың һуңғы йылдарҙағы йылдам үҫеше яңы институциональ структураларға таянып өлгәшелә. Был өс төбәк кластер системалары, айырым иҡтисади зоналар (ОЭЗ), алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре (ТОСЭР, ТОР) ойоштороуҙа башлап йөрөгән алдынғылар булды. Иң мөһиме – улар, яңы структуралар ойоштороп, үҙҙәрендәге сәнәғәт предприятиеларына үҙҙәре хужа булып ҡалды, Федераль үҙәктең милек өлкәһендәге көслө баҫымына ҡаршы тороп, үҙ мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ кимәлгә күтәрелә алды. Был өс лидер иң тәүҙә ошо сифаттары менән башҡаларҙан айырылып тора. Беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы институциональ структуралар ҡороу эшенә һуңлап тотондоҡ һәм, күрше төбәктәр менән сағыштырғанда, старт мөмкинлектәребеҙ, әлбиттә, күп түгел. Шуға ла беҙгә хәҙер был ярышҡа ҡушылып, лидерҙар артынан ашығырға, йылдамыраҡ эшләргә кәрәк буласаҡ.
Күршебеҙ Татарстанда бөгөн “Алабуға” айырым иҡтисади зонаһы һәм технопаркы, Ҡазан ҡалаһы эргәһендә “Химград” технополисы, “Иннополис” университеты һәм айырым иҡтисади зонаһы уңышлы эшләп килә. “Алабуға”ла айырым таможня посы ойошторолоп, сит илдәрҙән килтерелгән сәнәғәт продукцияһы өсөн НДС һәм импорт пошлинаһы түләнмәй. Ташламалар 2055 йылға тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ, таможня посы резиденттары “бер тәҙрә” системаһы буйынса хеҙмәтләндерә. Резиденттар иҫәбенә автомобилдәр етештереү кластеры (“КамАЗ”), авиация кластеры (Ҡазан авиация һәм вертолет заводтары), химия, төҙөлөш индустрияһы, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, оптик сүс етештереү, станоктар эшләү һәм фармация кластерҙары инә. ОЭЗ системаһында 16 мең яңы эш урыны ойошторола. Яңы структуралар Татарстан ҡаҙнаһына ҙур өҫтәмә биреп тора.
Түбәнге Новгородта ОЭЗ резиденттары – “ГАЗ” автоконцерны һәм Саров ҡалаһындағы Федераль ядро үҙәге (Арзамас-16) инә.
Һамар өлкәһендәге ОЭЗ составында автомобилдәр эшләү кластеры һәм илдәге иң эре авиакосмик кластер уңышлы эшләй.
Ҡеүәтле институциональ структуралар төҙөп, Татарстан Республикаһы, Һамар һәм Түбәнге Новгород өлкәләре бынан тиҫтә йыл элек үк перспективалы үҫеш өсөн ныҡлы нигеҙ ҡороп өлгөрҙө. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов былтыр уҙғарылған парламент ултырышында, республиканың заманында институциональ структуралар төҙөү проектынан ситләшеүенә, айырыуса ОЭЗ тәжрибәһенә иғтибар бирелмәүенә күрһәтеп, бик һуңлап булһа ла, хәҙер ТОСЭР (ТОР) проектына иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы.
ТОСЭР статусы биләмәләргә 10 йылға бирелеп, аҙаҡ биш йылға оҙайтылырға мөмкин. Бындағы предприятиеларға һалымдар, ҡуртым һәм башҡа ҡайһы бер түләүҙәр буйынса ҙур ташламалар бирелә. Был төр структуралар моноҡалалар иҡтисадын тергеҙеү өсөн уңайлы иҫәпләнә. Мәҫәлән, “КамАЗ” берекмәһе “Алабуға” айырым иҡтисади зонаһы резиденты, Татарстан автомобилдәр эшләү кластеры ағзаһы булараҡ, льготалар алһа, Яр Саллы ҡалаһы үҙе моноҡала сифатында ТОСЭР структуралары аша ташламаларға эйә буласаҡ.
ТОСЭР структуралары, ОЭЗ менән сағыштырғанда, һуңыраҡ – 2014 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән федераль закон буйынса ойошторола. 2005 йылдың 22 июлендә ҡул ҡуйылған федераль закон буйынса ойошторолған ОЭЗ проектына яңы резиденттар ҡабул ителмәй. Башҡортостанда бөгөн ТОСЭР статусы алыуға Күмертау һәм Бәләбәй ҡалалары әҙерләнә. Уларҙың етәксе команда вәкилдәре “Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды” махсус программаһы буйынса уҡыу курсы үтә.
Әле был ике моноҡала күрше төбәктәргә бәйле ҡыйынлыҡтар кисерә: Бәләбәйҙәге төп предприятие “Автонормаль” – Яр Саллылағы “КамАЗ” һәм Тольяттиҙағы “ВАЗ” заводтарының, Күмертау вертолет заводы Ҡазандағы эрерәк заводтың “эйәрсен предприятиеһы” булып ҡала. Башҡортостандағы был ике ҡаланың социаль хәле, әлбиттә, күршеләрҙе һис борсомай. Барлап сыҡһаң, республикалағы күпселек машиналар һәм приборҙар төҙөү заводтары күрше төбәктәрҙәге автомобиль һәм авиация заводтарына комплектлаусы деталдәр, агрегаттар, двигателдәр, приборҙар эшләү менән генә сикләнеп, шул күршеләрҙән заказ һәм аҡса көтөп, уларға буйһонған хәлдә ҡала.
Баҙарға самолеттар, вертолеттар, автомобилдәр, космос аппараттары сығарған данлыҡлы бренд, сауҙа маркалары эйәләре – Һамар һәм Ҡазан предприятиелары – хужа. Һөҙөмтәлә әҙер продукция етештергән Татарстан, Һамар өлкәһе социаль-иҡтисади рейтингтарҙа, Мәскәү менән Санкт-Петербургтан ғына ҡалышып, һәр саҡ лидер позицияһын биләп килә.
Беҙҙәге бер яҡлы иҡтисад структураһы менән бөгөнгө лидерҙарға яҡынлашыу мөмкин түгел. Уларға тиңләшергә теләһәк, төбәк сәнәғәт структураһында совет йылдарында уҡ билдәләнгән беҙҙең өсөн бик уңайһыҙ хәлде үҙгәртеү талап ителә. Әлегә Башҡортостан иҡтисады, күршеләрҙекенә буйһондоролған хәлдә ҡалып, һаман да улар мәнфәғәтендә эшләүен дауам итә.
Был осраҡта күршеләрҙең алдынғы тәжрибәһенә иғтибарлы булыу айырыуса мөһим. Татарстан менән Һамар өлкәһе, мәҫәлән, инновация структуралары йүнәлешендәге тәүге аҙымдарҙы кластерҙар ойоштороуҙан башлай. Әлбиттә, бындай ҙур эштәрҙә өлгө күрһәтерҙәй шәхестәр булыуы мөһим. 2007 йылдың авгусында Һамарҙа губернатор вазифаһына һайланған иҡтисад фәндәре докторы, профессор Владимир Артяков: “Эште дүрт “И”-ҙан башлайбыҙ: инвестициялар, инновациялар, институттар һәм инфраструктура! Бишенсе “И” – үҙебеҙҙең инициатива!” – тип үҙенә эшлекле команда тупларға тотона.
Шул уҡ осорҙа, 2007 йылдың сентябрендә, иҡтисади үҫеш министры вазифаһына тәғәйенләнгән Эльвира Нәбиуллина тәүге сәфәрен Һамарға яһай. Яңы иҡтисади структуралар – кластерҙар, ОЭЗ идеяһы шул осорҙа формалаша. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Һамар өлкәһенең иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм сауҙа министры Ғәбибулла Хисаев был эштә айырыуса ҙур өлгөрлөк күрһәтә. АҠШ-тың “Дженерал Моторс”, “Кока-Кола”, “Германияның “Хейнкель”, “Байер”, “Францияның “Рено”, “Таркетт”, Швецияның “Икеа” кеүек сәнәғәт гиганттары иң ҙур инвестицияларҙы һала.
Оҙаҡламай Һамар башланғысына Ҡазан менән Түбәнге Новгород ҡушыла. Тәүге ойоштороу йәһәтенән хәл иткес йылдарҙа Башҡортостан был инициативанан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ситтәрәк ҡалды. Иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина ошо мәсьәлә буйынса 2010 йылдың ноябрендә республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашты һәм “Рәсәй төбәктәрендә инвестиция әүҙемлеген күтәреү” темаһына кәңәшмә үткәрҙе. Иғтибар үҙәгендә был юлы ла институциональ структуралар төҙөү темаһы булды.
2016 йылдың 29 сентябрендә – 2 октябрендә Сочи ҡалаһында үткән ХV халыҡ-ара инвестиция форумында ил Премьер-министры Дмитрий Медведев һуңғы осорҙа инвестиция климатының сәйәсиләшеүенә, инвестицияларҙың кәмеүенә ишараланы. Сит ил капиталына юлды иҡтисади санкциялар тотҡарлаһа, ил эсендәге капитал өсөн дә уңайлы шарттар булдырылмаған. Инвесторҙар, оҙайлы проекттарҙан ситләшеп, аҡса массаһы әйләнеше тиҙерәк барған сауҙа өлкәһе кеүек тармаҡтарға мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, ябайлаштырып әйткәндә, һыйыр ите етештереү өсөн малды ике йыл үҫтерергә кәрәк, ә ит консервалары цехы продукцияны бер аҙнала етештереп, һатып, аҡсаһын һыйыр малы үҫтереүсенән күберәк алырға ла өлгөрә.
Дәүләттең бурысы – әҙер продукция етештереүсенән һәм сауҙа өлкәһенән алынған һалымдың бер өлөшөн мал үҫтереүсегә ҡайтарып, ғәҙел иҡтисади мөнәсәбәттәр урынлаштырыу. Быны иҡтисадтағы оҙайлы инвестицияларға тиңләп булыр ине. Дәүләт үҙенең функцияларын үтәмәгәс, оҙайлы инвестицияларға айырыуса мохтаж фән, юғары технологиялы тармаҡтар деградация хәленә килә. Анығыраҡ күрһәткәндә, Рәсәй Федерацияһында оҙаҡ йылдар дауамында олигархик капиталдың нигеҙен тәшкил иткән нефть долларҙары йылына бер триллион долларға яҡын күләмдә офф-шорҙар аша Көнбайышҡа оҙатылып торҙо, шул уҡ ваҡытта юғары технологиялы тармаҡтар, финанс етешмәү сәбәпле, тарҡалыу сигенә еткерелде.
Совет осоронда сәнәғәт тармаҡтарының үҫеш процесын министрлыҡтар көйләп килде. Башҡортостандағы байтаҡ заводтар СССР Авиация сәнәғәте һәм Автомобиль сәнәғәте министрлыҡтарына ҡараны. СССР тарҡалғас һәм министрлыҡтар бөтөрөлгәс, сәнәғәт үҫешен көйләгән институттар юҡҡа сыҡты, ә яңылары булдырылманы – бөтәһен дә баҙар шарттары хәл итәсәк һәм көйләйәсәк тип иҫәпләнде. Юҡҡа сыға башлаған предприятиеларҙы берләштереү өсөн төҙөлгән дәүләт корпорациялары ла өмөттәрҙе аҡламаны.
Федераль үҙәк тейешле институциональ структуралар төҙөй алмағас, көслөрәк төбәктәр үҙҙәре тармаҡ кластерҙары ойоштора башланы. Һамарҙа ойошторолған авиакосмик кластер илдәге беренсе шундай структура булды.
Кластерҙар системаһы айырым сәнәғәт тармағына ҡараған предприятиеларҙы, ғилми-тикшеренеү институттарын, юғары уҡыу йорттарын берләштерһә, төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттарын финанслау өсөн дә махсус структура төҙөү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Илдә беренсе ундай структура Һамар өлкәһе үҫеш корпорацияһы булды. Аҙаҡ башҡа төбәктәрҙә лә оҡшаш структуралар ойоша башланы, әммә Һамар ысулы иң уңышлыһы иҫәпләнә. Уның нигеҙендә – инвесторҙарға өлкә хөкүмәте гарантиялары биреү. Хөкүмәт административ ресурс аша инвестиция проекттарын һәм инвестор капиталын яҡлауға ала. Был алым оҙайлы проекттарға ла юл аса.
ХV Халыҡ-ара инвестиция форумында Премьер-министр Дмитрий Медведев, һуңғы осорҙа инвестицияларҙың күләме генә түгел, уларҙың һөҙөмтәлелегенең дә кәмеүен билдәләп, төбәк етәкселәрен инновациялар өлкәһендә әүҙемлекте арттырырға саҡырҙы. Инвестиция сәйәсәтенең нигеҙен технологиялар үҫеше тәьмин итергә тейеш. Был йүнәлештә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән лидерҙар ҙа бар, бөгөнгө ауыр иҡтисади шарттарҙа уларҙың тәжрибәһе айырыуса мөһим.