Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Күңелгә ятышлы һөнәр
Ташбулат ауылы биләмәһендә урынлашҡан Сибай филиалы һаҡлыҡ кассаһынан кеше өҙөлмәй. Бында халыҡты уңған, асыҡ йөҙлө Нәзирә Арыҫланова хеҙмәтләндерә.
35 йылға яҡын ғүмерен һандар менән бәйләгән хөрмәтле ханым тиккә генә бухгалтер һөнәрен үҙ итмәгән, әлбиттә. Теүәл фән — математиканы яратҡан уҡыусыны ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау борсомай. Урта белем тураһындағы аттестатты ҡулына алғас та Магнитогорскиға юллана. Унда бухгалтерға уҡый, аҙаҡ баш ҡалабыҙҙағы Өфө кооператив техникумын тамамлай.
Уңған Нәзирә Байрам ҡыҙы район үҙәге Асҡарҙа, “Октябрҙең 40 йыллығы” исемендәге колхозда кассир, 1990 йылдың февраленән Сибай филиалының Ташбулат һаҡлыҡ кассаһында эшләй. Һәр яңылыҡты йәһәт үҙләштергән банк хеҙмәткәре тиҙ арала замана машиналарында эш итергә, иҫәп-хисап операцияларын башҡарырға өйрәнә.
Һәр төрлө түләүҙәр, банкомат карталары, уларҙы алмаштырыу, һаҡлыҡ кенәгәләрендәге аҡсаларҙы арттырыу өсөн проценттарҙы ваҡытында иҫәпләү, телефондарға аҡса һалыу һәм башҡа эштәр — урындағы банкты етәкләгән Нәзирә Байрам ҡыҙының иңендә.
Кемдәр генә уға мөрәжәғәт итмәй?! Яҡын-тирәләге ауылдарҙан алып илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ял йорттарына ағылған үткәүелдәр. Ҡыҫҡаһы, бөтә Рәсәй халҡы. Һәр клиент уның яғымлы йөҙөнән, итәғәтле мөғәмәләһенән, эшенән ҡәнәғәт һәм рәхмәтен белдерә.
Аҡса иҫәп ярата, тигән әйтем бар. Халыҡҡа файҙалы, әммә үтә хәүефле лә һөнәрҙе һәр кем үтәй ҙә алмай. Ундай эшкә батыр йөрәкле, ҡыйыуҙар ғына йөрьәт итә. “Телеэкрандарҙа илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә инкассаторҙарға һөжүм ойошторола. Хатта аҡса өсөн үлем осраҡтары ла булғылай. 1997 йылда банк бинаһына төштөләр, тик ҡараҡтар сейфты аса алмаған”, — ти әңгәмәсем.
Әлбиттә, хәүефһеҙлек органдарынан килеп, даими инструктаж үткәреп торалар. Идара итеү өлкәһенә ингән эшмәкәрлекте тейешле кимәлдә алып барыу өсөн эҙләнергә, үҙеңде үҫте­рергә кәрәк икәнлекте аңлаған белгес белемен даими камиллаштыра. Үҙ тармағындағы тикшереүсе­ләрҙең 20 – 60 һорауына бер минутта яуап бирә, һәр биш йыл һайын имтихан биреп, сертификат та ала. Яңы технологияларҙы уңышлы файҙаланып, хеҙмәт етештереүсәнлеген күпкә арттыра, йәғни аҙнаның өс көнөндә күп клиенттарҙы хеҙмәтлән­дерергә өлгөрә.
Ҡатын-ҡыҙҙы ниндәй генә хеҙмәттә күрһәк тә, күңеле тормошҡа һөйөү менән һуғарыла. Эше ниндәй генә ауыр булһа ла, йөрәге түренән йырҙар, таҡмаҡтар үҙенән-үҙе ағылып сыға. Әбйәлил ҡыҙы — ике бала әсәһе, ике тапҡыр өләсәй. Иренә уңған ҡатын. Ауылдың күрке лә, һәр төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй ул.


Автор: Зөһрә ЙӘҒӘФӘРОВА-БӘШӘРОВА. Район: Әбйәлил районы, Теләш ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә